Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2025, 16:41

Бындай әүҙемлеккә ҡыуанмай мөмкин түгел!

Бөгөн Өфөнөң Ө. Мостафин исемендәге заманса физкультура-һауыҡтырыу комплекснда “Беҙ бергә. Спорт” һаңғырауҙар спорты ҡышҡы спартакиадаһы сиктәрендә шахмат ярышы үтте.

Ярышта барыһы 22 спортсы ҡатнашты. Башҡортостандан тыш, унда Мәскәүҙән, Санкт Петербургтан, Севастополдән, шулай уҡ Ростов, Свердловск һәм Мәскәү өлкәләренән килгән шахматсылар көс һынашты. Ярыш бик ҡыҙыу, көсөргәнешле барҙы. Уйында дуҫтарса атмосфера булыуға ҡарамаҫтан, бер кемдең дә еңелгеһе килмәне. Шулай ҙа ярышта еңеүселәр-еңелеүселәр була. Бөгөнгө уйындың еңеүселәре араһында Башҡортостандан Линат Шайәхмәтов менән Радик Тимерғазин, Санкт-Петербургтан – Михаил Ершов, Виктор Кононов һәм Сергей Фомичев, Мәскәү ҡалаһынан Алдар Уржак, өлкәһенән – Виктор Варежкин менән Ирек Гареев. Шулай уҡ еңеүселәр араһында Ростов өлкәһенән Роман Иванов.

Спортсыларҙың мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, улар барыһы ла спорт менән әүҙем шөғөлләнә. 34 йәшлек Өфө егете Линат Шәйәхмәтов тыумыштан һөйләшмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Кеше менән ул яҙышыу йәки ым-ишара теле аша ғына аралаша.

Линат 5 йәшенән үк шахмат уйнай. Был спорт төрөн үҙләштерергә уны атаһы өйрәтә. Ваҡыт үтеү менән Линат профессиональ шахматсы булырға теләүен аңлай һәм төрлө сараларҙа ҡатнаша башлай. Әле лә ул бер ярыштан да тороп ҡалмаған.

Линат өсөн шахмат - спорт ҡына түгел, ә кеше менән танышыу һәм аралашыу мөмкинлеге. Әлбиттә, бындай әүҙемлеккә ҡарап ҡыуанмай мөмкин түгел!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Беҙ бергә. Спорт” һаңғырауҙар спорты ҡышҡы спартакиадаһы 16 февралгә тиклем дауам итәсәк. Алда тағы ла ҡыҙыҡлы саралар көтөлә.

Фәһим Әхмәров фотолары.

Бындай әүҙемлеккә ҡыуанмай мөмкин түгел!
Бындай әүҙемлеккә ҡыуанмай мөмкин түгел!
Бындай әүҙемлеккә ҡыуанмай мөмкин түгел!
Бындай әүҙемлеккә ҡыуанмай мөмкин түгел!
Бындай әүҙемлеккә ҡыуанмай мөмкин түгел!
Автор:
Читайте нас