Бөгөн "Салауат Юлаев" йәнә "Себер" командаһын еңде һәм плей-офф серияһының иҫәбен 2:0 итте. Уйын ошо минуттарҙа «Өфө-Арена» ла 8:2 иҫәбе менән тамамланды.
Үткән уйындағы кеүек үк, Новосибирск командаһы уйынды ышаныслы башлай. Өсөнсө минутта форвард Артем Набиевт штраф алғандан һуң "Себер" 40 секунд эсендә ике гол һала. Голдарҙы Тревор Мерфи һәм Владислав Кара индерә. Әммә ҡунаҡтарҙың шатлығы оҙаҡ дауам итмәй, ике минуттан һуң сәкән менән һуҡҡан өсөн штрафты Новосибирск капитаны Сергей Широков ала. "Салауат Юлаев" һөжүмсеһе Александр Хмелевский иҫәпте 1:2 итә. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡунаҡтарҙың уйынсыһы Егор Аланов штраф ала. Скотт Уилсон иҫәпте 2:2 итә һәм уйындың беренсе киҫәге ошо иҫәп менән тамалана.
Икенсе осор уртаһында, дәғүәсенең хаталарынан файҙаланып, «Салауат Юлаев» тағы ла өҫтөнлөктө арттыра. Матчтың 27-се һәм 30-сы минуттарында Скотт Уилсон ике тапҡыр контратакаларға сығып гол индерә, хет-трик яһай. Һөҙөмтәлә «Себер» уйынсылары уйынға иғтибарҙы юғалта. 34-се минутта Илдан Ғәзимов алыҫтан һуғып, КХЛ плей-оффында үҙенең беренсе голын индерә 5:2. «Себер»ҙең тренерлыҡ ҡарарҙары ла ярҙам итмәй. Ҡапҡасы Антон Красоткин боҙға сыҡҡандан һуң, 39-сы минутта Владислав Ефремов тағы бер шайба индерә 6:2.
Өсөнсө осор Тревор Мерфи менән Шелдон Ремпалдың алышынан башлана. Матч аҙағына Новосибирск командаһы тағы ла күберәк хаталар яһай башлай. 53-сө минутта ҡунаҡтарҙың штрафын файҙаланып, Шелдон Ремпал гол индерә. 57-се минутта спортҡа яраҡһыҙ ҡылығы өсөн икенсе тапҡыр Тревор Мерфи тағы бер штраф ала. Нейтан Тодд иҫәпте 8:2 итеп ҡуя.
Серия Новосибирск ҡалаһына күсә, 1/8 финалдың өсөнсө матчы 31 мартта үтә.
Көйәрмәндәрҙе ҡотлайбыҙ!
Фото: МатчТВ