Шоңҡар
+10 °С
Ясно
Спорт
14 Октября , 10:34

Тәбиғи һәләт кенә етмәй...

Егет кеше бәләкәйҙән сынығырға, үҙен тәрбиәләргә, ҡыҫҡаһы, ысын ир булып үҫергә тейеш. Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылы егете Илнар Саҙиҡов та кескәй саҡтан спорт менән шөғөлләнә, тәртипкә, яуаплылыҡҡа, үҙаллылыҡҡа өйрәнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәбиғи һәләт кенә етмәй...Тәбиғи һәләт кенә етмәй...
Тәбиғи һәләт кенә етмәй...

Егет кеше бәләкәйҙән сынығырға, үҙен тәрбиәләргә, ҡыҫҡаһы, ысын ир булып үҫергә тейеш. Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылы егете Илнар Саҙиҡов та кескәй саҡтан спорт менән шөғөлләнә, тәртипкә, яуаплылыҡҡа, үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Быйыл 10-сы класты ғына тамамлаһа ла, Илнар ҙур уңыштарға өлгәшкән, спорт мастерлығына кандидат.

— Илнар, нисә йәштән спорт менән шөғөлләнә башланың?
— Спорт менән бәләкәйҙән үк мауығам, ә ҡатнаш көрәшкә 12 йәштә яҙылдым. Иртәрәк тә башлар инем, тик тыуған ауылымда ундай мөмкинлек булманы. Ярай әле тренерым Рөстәм Халиҡов ҡул һуғышы секцияһын асып ебәрҙе.
— Ә ни өсөн тап ошо спорт төрөн һайланың?
— Был минең бәләкәйҙән килгән хыялым ине. Үҙемде шул өлкәлә генә күрҙем тип әйтә алам. Атайым да һәр саҡ хуплап торҙо. Спорт кешенең иң яҡшы сифаттарын тәрбиәләй, тәнде генә түгел, характерҙы ла нығыта, көслө булырға өйрәтә, тине гел.
— Һин йыш ҡына төрлө ярыштарҙа ҡатнашаһың, еңеүҙәр яулайһың. Спортта уңышҡа өлгәшеү өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?
— Әлбиттә, һәр саҡ эштә уңышҡа өлгәшер өсөн тәртип, ихтыяр көсө, һәләт кәрәк. Нимә эшләргә кәрәклеген аңларға, шулай уҡ үҙеңде үҫтереп тороу мөһим. Көндәлек күнекмәләр физик яҡтан күп көс талап итә.
— Һин әле мәктәптә уҡып йөрөйһөң. Уҡыу менән күнекмәләрҙе бер юлы алып барыуы бик еңелдән түгелдер. Нисек өлгөрәһең?
— Теләк булһа, бөтәһенә лә өлгөрөп була. Уҡытыусыларым мауығыуҙарымды хуплап тора, кәрәк булһа, өҫтәмә дәрестәр алам. Үҙем дә ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға тырышам.
— Буш ваҡытың ҡаламы? Уны нисек үткәрәһең?
— Әлбиттә, ваҡытым тығыҙыраҡ. Ә былай күнекмәләр булмаған саҡта яҡындарым менән булырға тырышам. Уҡыу яғын да онотмаҫҡа, уны нығытып торор кәрәк. Шулай уҡ китаптар уҡыйым, ата-әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм.
— Ә киләсәккә ниндәй пландар, маҡсаттар менән йәшәйһең?
— Сентябрҙә Сочиҙа миксфайт буйынса донъя чемпионаты үтәсәк. Шунда сығыш яһарға әҙерләнәм, һынатмаҫҡа иҫәп. Киләсәккә пландар бик күп, улар тураһында һөйләргә яратмайым. Мәктәпте тамамлағас, университетҡа уҡырға инергә ниәт итәм, спортта ла, уҡыуҙа мах бирмәҫкә ине.
— Спорт менән яңы шөғөлләнә башлағандарға, бәлки, кәңәштәрең барҙыр?
— Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, үҙ-үҙеңә ышанырға кәрәк. Тәбиғи һәләт кенә етмәй, ҙур уңыштарға өлгәшәм тиһәң, тәртипле лә, түҙемле лә булырға кәрәк.

Фәһим ӘХМӘРОВ.

Автор:
Читайте нас