Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында бик талантлы, тырыш, актив, рухлы һәм үҙенсәлекле студенттар уҡыуы билдәле. Уларҙың һәр береһе халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың, илебеҙҙең ғилеменә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә ҙур өлөш индерергә тырыша.
Бөгөнгө һүҙем дә сәмле, ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙ – Алина ӘХМӘТШИНА тураһында.
Алина башҡорт филологияһы факультетының II курсында уҡый. Ни өсөн тап ошо университетты, факультетты һайланы икән. Һүҙҙе шунан башланыҡ. “Мәктәптә уҡығанда уҡ үҙемдең тормошомдо башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән бәйләгем килде. Был хыялым тормошҡа ашһын өсөн башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инергә кәрәклеген аңланым. БДУ менән БДПУ араһында оҙаҡ икеләнмәнем, сөнки уҡытыусы һөнәре бик кәрәкле, етди, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәй булаһы кешегә педагог булыу файҙалы ғына тип уйлайым. Бында килгәндә, ғөмүмән, әҙәбиәткә, бигерәк тә уның лирик төрҙәренә һөйөүем ҙур ине, ә уҡыу барышында уҡытыусыларыбыҙ телгә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уларға рәхмәтлемен, бында уҡыуыма бик шатмын, ҡулымдан килгәнсә факультеттың, университеттың тормошонда актив ҡатнашырға, белемемде һәм ижади тәжрибәмде үҫтерергә тырышам”, – тип башланы һүҙен Алина.
Уҡыуҙан тыш шөғөлдәре, мауығыуҙары ла юҡ түгел тырыш ҡыҙҙың. Үҫмер саҡта еңел атлетика менән етди шөғөлләнә, хәҙер йөҙөүгә күскән. “Күнекмәләрҙе ҡалдырмайса йөрөргә тырышам. Унан башҡа сатраш, шахмат, музыкаль инструменттарҙа уйнайым. Әйткәндәй, мәктәптә уҡыған ваҡытта, параллель рәүештә, Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыкаль мәктәбендә баян класын тамамланым. Уҡытыусым – билдәле композитор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат ағай Низаметдинов булды. Урынымда тик ултыра алмайым, нимә менәндер булышырға, яңы әйберҙәр белергә, өйрәнергә әүәҫмен – холҡом шундай. Бығаса тормошомда уҡытыусыларымдан уңдым, Аллаға шөкөр!”
Яңыраҡ Алинаның һуҡырҙар өсөн “Башҡорт яҙмаһы тарихы практикумы” уҡыу-методик ҡулланмаһы сыҡты. Ни өсөн тап ошо китапты сығарырға булды икән? “Беҙҙең факультетыбыҙҙа беренсе тапҡыр күрмәгән студент уҡый. Һуҡырҙар өсөн китаптар, материалдар юҡ кимәлендә. Шул ауырлыҡтар тыуғас, методиканы уйлап сығарыу идеяһы килде. Әле ҡулланманы үҙем өсөн генә сығарған булһам, киләсәктә, бәлки, минең һымаҡ студенттар килер, уларға ла уҡыуы еңелерәк булһын тигән ниәттәр менән ошо китапты сығарҙым”, - ти Алина.
Ғилми етәксеһе Ҡоланшин Айтуған Йомабай улы менән берлектә еңел булмаған эште атҡарып сығарған улар. Тәүҙә үҙе өсөн бәләкәй иҫкәрмә эшләрмен тип уйлаһа ла, аҙаҡтан ҡулланманы китап кимәленә еткерәләр. Китаптың йөкмәткеһе тураһында ла һөйләүен һораным. “Был ҡулланма “Башҡорт яҙмаһы тарихы практикумы” тип атала. Ниндәйҙер кимәлдә Лидиә Әбүбәкирова ҡулланмаһының Брайл шрифтына баҫтырылған варианты. Тик унда минең үҙемдең методикам, Айтуған Йомабай улы менән берлектә шул методикаға яраштырып күнекмәләр төҙөлдө. Мәҫәлән, рун яҙмаларын күрмәгән кешеләргә нисек күҙ алдына килтерергә, уҡырға, тәржемә итергә, аңларға тигән һорауҙарға яуап таптыҡ. Практикумдың йөкмәткеһендә текстан башҡа рельеф-график һүрәттәре лә бар. Методика шул һүрәттәр таблицаһында ята ла инде. Идея барлыҡҡа килеү менән китап нәшер ителеү арауығы 6 ай булды. Китапты Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы менән берлектә сығарҙыҡ. Был эште башҡарыуы миңә бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды”, – тип ҡыуанысы менән бүлеште һабаҡташым. Киләсәктә яратҡан университетында артабан да шулай уҡ белем алырға, яңы дуҫтар табырға, төрлө яҡлап үҫешергә, ғилми һәм ижади эшмәкәрлегемде дауам итергә тигән теләктәр менән йәшәй Алина. Уға уңыштар ғына теләргә ҡала!
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының II курс студенты.