Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Студент һүҙе
25 Ғинуар 2019, 14:48

Хыялымда эш кенә йәки мин нисек хеҙмәт урыны эҙләйем

Тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла мәлдәр күҙ асып йомған арала артта ҡалды. Маҡсат - эш табыу. Элегерәк таныштарым: “Эш эҙләйем, ҡайҙа урынлашырға ла белмәйем”, - тиһә, аптырап ҡуя торғайным. Нисек инде? Телевизор, гәзит-журнал, интернет тулы иғландар, вакансиялар… Тырышһаң, моғайын да ташҡа ҡаҙаҡ ҡағылалыр.

Быйылғы йәй минең өсөн айырыуса иҫтәлекле булды. Һуңғы сессия, дәүләт имтихандары, сығарылыш кисәһе… Тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла мәлдәр күҙ асып йомған арала артта ҡалды. Маҡсат - эш табыу. Элегерәк таныштарым: “Эш эҙләйем, ҡайҙа урынлашырға ла белмәйем”, - тиһә, аптырап ҡуя торғайным. Нисек инде? Телевизор, гәзит-журнал, интернет тулы иғландар, вакансиялар… Тырышһаң, моғайын да ташҡа ҡаҙаҡ ҡағылалыр.

Документтарымды теүәлләп, ҡыҙыл дипломды кеҫәгә һалып, ышаныслы аҙымдар менән эш эҙләйем. Йәнәһе лә, инеп һөйләшәм дә, иртәгәнән йәш белгестәр рәтенә баҫам. Их, һин теләгәнең анһат ҡына булһа икән? Ниндәй генә етәксегә инмә: “Ғәфү итегеҙ, бөтә ерҙә көрсөк, яңы хеҙмәткәр алырға беҙҙең хәлдән килмәй”, - тип кире бора. Алай ҙа, тим, шул “көрсөк” һүҙе модала, юҡһа, нимәгә һылтанырҙар ине икән? Хәйер кешесә яуап биреүҙәренә рәхмәт әйтер кәрәк, бәғзе бер ойошмаларҙа, юғиһә, генераль директорға түгел, хатта кадрҙар бүлегенә лә инеп булмай – махсус үтеү ҡағыҙы һорайҙар.

Күп кенә тупһаларҙан кәйефһеҙ боролғас, исмаһам, атай-әсәйемә, ярҙам итәйем тип, ауылға ҡайтып киттем. Баҡса, бесән менән мәж килеп, йәй үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Августың һуңғы декадаһы етеү менән баш ҡалаға юлландым. Ярай әле ике туған ағайым үҙҙәренә саҡырҙы, юҡһа, фатир эҙләү, риэлторҙарға түләү мәсьәләләре менән ҡаңғырылыр ине…

Иртәнге туғыҙҙан эш ваҡыты үткәнгә ҡәҙәр урам ҡыҙырам: тегендә инәм, бында һорашам, резюмелар ҡалдырам. Кис ятһам да, иртән торһам да башта бер уй – эш, эш һәм тағы ла эш. Интернет селтәрен ҡарайым, махсус матбуғат биттәрен аҡтарам. “Һеҙҙең эш” гәзитен дә бер нисәне һатып алдым. Иң элек күҙгә ташланған иғлан – үҫмерҙәр клубына уҡытыусы эҙләйҙәр икән. Шылтыратып белештем дә, киттем адрес буйынса эҙләп. Таптым. Директорға инергә ҡуштылар. Йәш кенә ҡатын йылмайып ҡаршы алды. Һөйләшеп-килешеп бөттөк тигәндә, һүҙ эш тәжрибәһенә килеп төртөлдө. Студент сағымда музыка мәктәбендә белем биреүемде әйтеүем булды, ҡобараһы осоп: “Беләм инде һеҙҙең кеүектәрҙе! Талантлы балалар көтөп тик ултыраһығыҙ, ә беҙҙә һәләтһеҙҙәр уҡый! Бер ҡыҙ эшләп киткәне еткән, ике аяғығыҙҙың береһен баҫмағыҙ! “ – тип китте теҙеп.

Стереотиплы уйҙарҙы үҙгәртергә маташыуҙан ни файҙа, тип, әкрен генә өйгә табан атланым.

Ҡайтыуыма ауылдан атайым килгән. Бер тоҡ картуф, күп итеп йәшелсә, емеш-еләк, бер бот ит килтергән. Әсәйем, меҫкен, төнө буйы йоҡламай икмәген дә, йыуасаһын да бешергән, эремсеген-ҡаймағын әҙерләп, ҡалала йәшәүе осһоҙораҡ булһын тип, онона тиклем һалып ебәргән. Ошо, беҙ тип балалары тип, янып-көйгән, хәлдәренән килгәнсе ярҙам итергә тырышып ятҡан атай-әсәйем йәл булып китте. Бер нисә йыл элек кенә һин дә мин йөрөгән атайымдың сал сәстәрен күреп, күҙгә йәш тығылды…

Атайымды сәй эсереп, оҙатҡас, йәнә шул гәзит иғландарын аҡтарам. Иң йыш осраған һөнәрҙәр – ашнаҡсы, официант, бармен, менеджер, агент, консультант, диспетчер. Ҡайһы берҙәрен әйтергә өләсәйемдең түгел, минең дә тел әйләнмәй – мерчендайзер, стюарт, трейдер… Йәнең теләгәнен һайлап ал!

Аҡсаһы булыр, ғаилә ағзаларына ярҙам да итермен тип, “етәксе ҡатынға ярҙамсы” булырға ҡарар иттем. Талаптары: офистағы эштәрҙе башҡарыу һәм клиенттар менән эшләү. Һығылмалы график мөмкинлеге лә булғас, шылтыратып, әңгәмәгә яҙылдым.

Билдәләнгән көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алдым. Матур итеп кейенеп, биҙәнеп-яһанып, киттем әңгәмәләренә. Ҡаланың ситендә, ағастар араһында икән офистары. Иртәрәк барһам да, пунктуаллек күрһәтәйем тип, теүәл ваҡытына индем. Ишекте асып ебәрһә-ә-әм, минең кеүек әңгәмәгә килеүселәр теҙелешеп ултыра! Һөйләшеүгә саҡырыусылары ла муйындан. Мөләйем генә ҡыҙҙар “хужа”мды табып бирҙе. Анкета тултырҙым, телдән һорауҙарға яуап бирҙем, ә кисен миңә шылтыратып, конкурста еңеүемде әйттеләр. Өмөт тулы хыял диңгеҙендә тирбәлә-тирбәлә татлы йоҡоға сумдым.

Иртәгеһен таң менән фотоға төштөм дә, “ойошма иҫәбенә” уҡырға киттем. “Иң тәүҙә 400 һумығыҙҙы залогка һалығыҙ, ә беҙ һеҙҙе кәрәкле әҙәбиәт менән тәьмин итәбеҙ. Уҡып бөткәс, аҡсағыҙҙы ҡайтарырбыҙ”, - тиҙәр. Ә мин, ҡарышҡыр, аҡса урынына документ ҡалдырҙым. “Һуңғы лекцияларға тиклем, моғайын, аҡса табырһығыҙ, беҙгә документ кәрәкмәй”, - тимәһендәрме?! Тәүге шиктәр барлыҡҡа килһә лә, лекцияларын тыңларға булдым.

Беренсе дәрес ифрат күңелле үтте. Ниндәй холоҡло кешеләр ярлы, ниндәйҙәре бай икәне, ябай уҡыусының артабан миллиардерға әйләнеүе, аҡса ағымы квадраты тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләнеләр. Баҡиһаң, урыҫтың “богатый”ы үҙен - Алла (“Бог” һүҙенән), “бедный”ы – бәлә янында (“беда”) йөрөгән кеше итеп тоя, үҙҙәре 10 мең һумдан да әҙерәк хаҡ алған уҡытыусылар беҙҙе аҡса һуғырға түгел, эштең ҡоло булырға (работать – “раб” һүҙенән) өйрәтәләр икән! Ә мин хеҙмәт итәсәк һөнәрем ҡайһылай матур яңғырай һуң әле – дистрибьютер!..

Тәнәфестә йәһәт кенә телефонды интернет селтәренә тоташтырып, үҙем эшләйәсәк “абруйлы халыҡ-ара” компания (ләкин бында килгәнгә ҡәҙәр ғүмерҙә лә ишеткәнем юҡ ине!) тураһында мәғлүмәт эҙләйем. Аңлайышһыҙ иероглифтарҙан тыш, бер нәмә лә юҡ.

Икенсе лекция – ойошманың бизнес-планына бәйле. Аудиторияла ултырғандарҙың барыһының да (ә улар әҙ түгел!) тәүге эш хаҡы – 10-15, бер нисә айҙан 30 мең һумдан артасаҡ, оҙаҡламай һеҙгә бүләктәр килә башлай, тиҙәр. Иң әүҙемдәренә иҫтәлек – ВМW!!! Шул хәтлем дә халыҡты алда әле! Күптәр йотлоғоп тыңлай, янымдағы “коллегам” Оля ғына ҡулын күтәреп: “Әхирәтем ошондайыраҡ “эш”кә урынлашып, тәүҙә 12-шәр, һуңынан 20 мең һумлап аҡсаһын һалды. Һеҙҙә улай булмаясаҡмы?” – тип һорауы булды, лекторҙың өҫтөнә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни, ҡойолоп төштө, үҙе: “Юҡсы”, - тигән була.

Дәрес тамамланыр-тамамланмаҫ, “хужабикә”мде эҙләп табып, документтарымды, фотоларымды алып дарҫлата баҫып сығып киттем. Минән һуң тағы бер-ике ҡыҙ ризаһыҙлыҡ белдереп ҡараған, тик уларға документ та бирмәгәндәр, аҡсаларын да ҡайтармағандар…

Бына шулай хәлдәр. “Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сумған”, тиҙәрме әле? Эш эҙләй торғас, ҡаңғырып кителде. “Нишләп кенә студент саҡтар үтте икән, йылы юрған аҫтында китап уҡып, стипендия көтөп кенә ятыр инем”, - тип тә уйлап ҡуяһың. Тик барыбер ҡасан да булһа был проблемаға тарыйһың инде.

Аҙым һайын парадокс: һиңә оҡшаған эш табылмай, табылғаны - оҡшамай. Ә шулай ҙа, өмөтһөҙ – шайтан, тигәндәй, күңелемә ятырҙай, эш хаҡы ла кешесә йәшәргә етерлек урын табырмын, тип өмөтләнеп, ят тупһаларҙы тапайым, сит ишектәрҙе ҡағам.

Һомай.


Р.S. Быйыл ғына ҡулдарына диплом алған бүтән йәштәр ни эшләй икән?


Әлиә, 22 йәш: Йәй буйы Америкала эшләгәс, Өфөлә сентябрҙә генә эш эҙләй башланым. Һөнәрем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле уҡытыусыһы (ә уның буйынса вакансиялар юҡ кимәлдә). Интернет аша анкеталар тултырып, резюмеларымды төрлө урындарға ебәрҙем. Администратор, репетитор, тәржемәсе булырға ризамын, бәлки аэропорт тирәһенә өс телдә һөйләшеүсе диспетчер булып урынлашырмын.

Руслан, 23 йәш: Өфө дәүләт авиация-техник университетында уҡып сыҡтым. Һөнәрем – программист. Уҡыу дәүерендә каникулдарымды сит илдә эшләп үткәрә инем. Америкала, Италияла булырға тура килде. Теләгем – аспирантураға инеү. Әлегә имтихандарға әҙерләнәм, шуға күрә эш эҙләмәнем.

Ләйлә, 22 йәш: Педагог-психолог һөнәре буйынса диплом алыу менән күптәнге хыялым – милицияға эшкә урынлашырға булдым. Таныштар аша (башҡаса мөмкин түгел) балиғ булмағандар эше буйынса инспектор итеп алырға риза булдылар. Ярты йыл буйына ике мең һум түләйәсәктәрен ишеткәс тә, икенсе урын эҙләй башланым, сөнки фатир, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым өсөн 10 мең һум да етмәй ҡала.

Менеджер, страховка агенты эҙләгән шәхси предприятиеларға барып ҡараным. Социаль пакеты булған, хеҙмәт кодексы буйынса урынлаштырған дәүләт ойошмаларына етмәй инде улары. Шунан бала табыу йортонда вакансия барлығын ишетеп, әңгәмәгә барҙым. Уларға педагог түгел, медицина психологы кәрәк икән. Медицина университеты менән һөйләшеп, ярты йыл уҡытып алабыҙ, тиҙәр. Уҡып та, параллель рәүештә эшләп тә йөрөргә тейешмен. Әгәр был юлы ла уңмаһам, ваҡытлыса һатыусы-консультант булырға ла ризалашасаҡмын.

Илгиз, 22 йәш: БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад факультетын тамамланым. Студент йылдарында әүҙем тормош алып барыуым, төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөүем киләсәгемде хәл итергә ярҙам итте. Ике дуҫым менән ирекле эшҡыуарлыҡ буйынса Мәскәүҙә уҙғарылған Халыҡ-ара программала ҡатнашып, жюри ағзаларының береһе – МТС компанияһы вәкиленән эшкә саҡырыу алдыҡ. Хәҙер өсөбөҙ ҙә Өфөлә хеҙмәтләндереү һәм тоташтырыу буйынса белгес булып урынлаштыҡ.

Фәнис, 23 йәш: Мәскәү дәүләт хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Өфө филиалында уҡыным. Юриспруденция өлкәһендә эш табырға теләйем. Мәшғүллек бюроһына барып ҡараным, гәзиттәр, интернет аша эҙләйем, таныштарымдан белешәм. Тик һаман һөҙөмтә юҡ. Бер нисә урынға резюме ҡалдырҙым, ләкин бөтә ерҙә лә стаж һорайҙар. Һөнәрем буйынса урынлашҡым килә, башҡа эштәр ҡыҙыҡһындырмай.


Күреүебеҙсә, юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙең күп кенә өлөшө (бигерәк тә гуманитар факультеттарҙа белем алыусылар), эш тәжрибәһе булмау сәбәпле, хеҙмәт урынын таба алмай интегә. Ахыр килеп, йә һатыусы, йә иҙән йыуыусы булып урынлашырға мәжбүр.



Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары А. Ш. Сурин:

- Минең уйлауымса, һәр йәш кеше үҙ булмышына, мөмкинлегенә ҡарап, тормошта кәрәге тейерҙәй һөнәр һайларға тейеш. Юғиһә, бөгөнгө көндә юристар һәм иҡтисадсылар күбәйеп китте, ә техник белемле белгестәр етешмәй. Мәғариф өлкәһендә иһә башҡорт һәм инглиз теле факультетын тамамлаусылар, эш хаҡының аҙлығына һылтанып, тәржемәсе юлын һайлай. Үткән уҡыу йылында республикала оптималләштереү үткәрелде һәм шуға күп кенә хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡартылып, эшһеҙ тороп ҡалды. Ошо сәбәптән, хәҙер Мәғариф министрлығы Хеҙмәт министрлығы менән берлектә ҡайтанан әҙерләү (переквалификация) курстары үткәрә. Эшһеҙ ҡалғандар мәшғүллек үҙәгенә яҙылып, бындай йүнәлешле программаны файҙаланһындар ине.

Шулай уҡ республикала маҡсатлы йүнәлешле программа эшләп килә. Абитуриент уҡырға ингәндә үк өс яҡлы килешеү төҙөлә һәм ул, уҡыу йортон тамамлағас та, районға эшкә ҡайтырға бурыслы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә программа үтәлешенә талап етеңкерәмәй, йәштәр күп осраҡта ситтә ҡала. Ҡайһы саҡта элекке кеүек бүлеү (распределение) тигән нәмә булһа ине, тип уйлап та ҡуям. Өс йыл мотлаҡ эшләйһең, күтәрелеү (подъемный) хаҡы алаһың – ниндәй дөрөҫ система булған! Алдан уҡ ҡайҙа эшкә барасағыңды беләһең. Юҡһа, хәҙер үҙем директор булып эшләп киткән колледж студенттарының магазиндарҙа һатып тороуын күреп, күңел ҡырылып ҡуя. Ләкин уларҙы ғәйепләп булмай, һәр кем үҙенсә тырыша. Ҡулында дипломы булған, тырыш, аҡыллы йәштәр, минеңсә, тормошта юғалып ҡалмай. Хөкүмәтте тиргәп, ата-әсә елкәһендә йәшәп ятҡансы, ауырлыҡтарға һылтанмай, үҙ шөғөлөңдө табырға ғына кәрәк.



“Йәштәрҙең хеҙмәт менән мәшғүллегенә булышлыҡ итеү республика үҙәге” дәүләт ойошмаһының мәшғүллектең һәм эшҡыуарлыҡтың иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе Л. М. Черенева:

- Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы янындағы беҙҙең үҙәк йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүҙә тос өлөшөн индерә. Шаран, Иҫке Балтас ауылдарында, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама, Белорет ҡалаларында филиалдарыбыҙ эшләп килә һәм республиканың 300 ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. 2000-дән ашыу вакансия төрө бар һәм улар йыш ҡына алышынып тора. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең уртаса йәше – 20-30, әммә ләкин хаҡлы ялдағылар ҙа килеп, консультация, йүнәлеш ала. Бөгөнгө көндә иң актуаль һөнәрҙәр – менеджер, бухгалтер, ашнаҡсы, курьер; һатыу итеү, күсемһеҙ милек өлкәһе вакансиялары киң һорау менән ҡулланыла. Бар ерҙә тиерлек резюме талап ителә, күпселек фирма-ойошмалар белгестәрҙе үҙҙәре уҡытып, әҙерләп ала. Хатта юғары белемлеләр ҙә бындай ваҡытлыса урындарға барырға риза, сөнки унда эш тәжрибәһенә әллә ни иғтибар итмәйҙәр. Шулай уҡ дәүләт муниципаль идараһы менән дә ҡыҙыҡһыныусылар осрай, ләкин унда конкурс нигеҙендә генә ҡабул итәләр.

Миләүшә ҠАСИМОВА әҙерләне.

Читайте нас: