Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Студент һүҙе
29 Ғинуар 2019, 19:07

Студент иртәһе

Әйтегеҙ әле, студент өсөн иң ауыр һынау нимә? Ул – иртә. Эйе-эйе!Бына һин будильнигың шылтырауына түгел, ә бүлмәләш дуҫ-иштәреңдең “бик матур” һүҙҙәренә уянып китәһең. Әлбиттә, уларҙың беренсе парҙары булмағанға егерменсе тапҡыр зыңғырлаған сәғәтең ғәйепле түгел.

Әйтегеҙ әле, студент өсөн иң ауыр һынау нимә? Ул – иртә. Эйе-эйе!

Бына һин будильнигың шылтырауына түгел, ә бүлмәләш дуҫ-иштәреңдең “бик матур” һүҙҙәренә уянып китәһең. Әлбиттә, уларҙың беренсе парҙары булмағанға егерменсе тапҡыр зыңғырлаған сәғәтең ғәйепле түгел. Нисек булһа ла, уянып етмәгән күршеләреңдән ғәфү үтенергә теләгәндәй, бар бүлмәгә: “Хәйерле иртә!” - тип ҡысҡыраһың. Ләкин изге теләктәреңде бик оҡшатып етмәгән бүлмә һиңә “иртәнең хәйерһеҙ булыуы хаҡында” бик елле генә иҫкәртә. Шулай ҙа бүлмәләштәреңдең вайымһыҙлығына иғтибар итмәйһең. Аҡыллы кеше һәр саҡ әҙәпле булып ҡалырға тейеш. Шуға һәр береһенән ғәфү үтенеп сыҡмайынса тыныслана алмайһың. Бәләкәй бүлмәлә алты кеше йәшәгәс, икенсе ярусыңдан ипләберәк төшөргә тырышаһың. Аҫтағыларҙың башына йә аяғына баҫып ҡуймаҫ өсөн. Әтеү… Бөттө баш!

Төшөң иҫеңә төшә. Тәмле табын инеме әле? О-о-о, был төштөң нимә аңлатҡанын Ванга булмаһаң да белергә мөмкин. Етмәһә, ашҡаҙан да үҙенең йырын һуҙып ебәрҙе. Һәм һин һыуытҡысты барып асаһың. Ә унда… Унда бер бәләкәй генә тараҡандан башҡа бер генә нәмә лә юҡ. Ул да, күрәһең, аҙыҡ эҙләп, һыуытҡыс эсенә инеп ултырған. Буш ашҡаҙаныңды тынысландырыу өсөн: “Африкала ошоларҙы ла ашайҙар түгелме?!” – тип уйлап та өлгөрмәйһең, тараҡан юҡ була. Әйтерһең, студенттың әрһеҙенә эләккәнен аңлаған.

Ләкин ҡайғырырға ваҡыт юҡ, шуға ла ҡулсатырһыҙ һалдаттар һымаҡ, ҡойоп яуған ямғырға ҡарамай, троллейбус туҡталышына сабаһың.

Троллейбус ярты сәғәттән генә килә. Ул урынынан ашыҡмай ғына ҡуҙғалғансы, фәлсәфәгә биреләһең, тормошоңдоң уңышһыҙ булғанына тағы ла көрһөнөп, үҙеңде әҙерәк кенә йәлләп алаһың.

Троллейбус консерва банкаһы һымаҡ туп-тулы. Башың – бер яҡта, кәүҙәң – икенсе яҡта. Кем кемдең аяғына баҫа, кем кемгә йәбешә - троллейбус эсе шау-гөр килә. Бына халыҡ диңгеҙен ике яҡҡа ярып һиңә табан кондуктор “йөҙә”. Тәүҙә - тулы беләктәре, аҙаҡ – сумка аҫҡан кәүҙәһе. Шунан ғына уҫал йөҙө күренә.

Ни хәл итәһең, бер аҙ йәлләңкерәтеп булһа ла, унар тинлектәрҙән торған бар байлығыңды – аҙаҡҡы туғыҙ һумыңды сығарып бирергә мәжбүрһең. Тик “хазинаңды” кондуктор апай бер ҙә ҡыуанып ҡабул итмәй. Шулай ҙа баш та тартмай. Уның асыулы ҡарашына мөмкин тиклем мөләйем йылмайырға тырышаһың. Ә уға нимә, шундай тығын урында ла һин биргән тинлектәрҙе һанай. Һәм, ниһайәт, теүәлләгәс, билетын биреп ары китә.

Бына бер-береһенә йәбешеп торған халыҡ йә көрсөккә, йә сәйәсәткә һуҡрана башлай. Бәхәскә яңы тема индерергә теләп, артта торған бер ағай:

- Ипләберәк йөрөй алмаймы икән? – тип ҡысҡырып ебәрә. Ысынлап та, халыҡ йә алға, йә артҡа “тулҡынланып” бара. Кондуктор - оло кәүҙәле, көр тауышлы ҡатын - бирешмәй:

- Нимә, уҡый белмәйһеңме әллә? Яҙылған бит, рулдә - стажер. Әле ул өйрәнә генә, өйрәнһә, барып етәбеҙ…

Кешелектең насар ғәҙәте бар – һәр уңышһыҙлығында икенсе берәүҙе ғәйепләү. Ә бәлки, үҙебеҙ ғәйеплелер?! Академияға осоп тигәндәй барып еттең (троллейбус шулай шәп йөрөгәс, башҡа тиҙлек файҙаһыҙ).

Дәрестәр теҙмәһенә барып торманың, беренсе ҡаттағы барлыҡ аудиторияларға эре генә экскурсия ойошторҙоң. Ғәжәп, төркөмдәштәрҙән бер таныш йөҙ күренмәй. Икенсе… өсөнсө… дүртенсе ҡатта ла юҡ… Дәрескә килмәгәнең булды, шулай ҙа академияла аҙашырлыҡ хәлгә төшкәнең юҡ ине әле.

Аптырап йөрөй торғас, баяғы эрелек шиңде. Дәрестәр теҙмәһенә күҙ һалаһың. Ә унда… һеҙҙең курсҡа үҙ аллы эш көнө ҡуйылған.

Һәм бына… выжданың һинән ашҡынып көткән һүҙҙәр әйтелә:

- Их, иҫәр, таң менән тороп, ямғырҙа өшөп, троллейбуста иҙелеп, бөтә ҡаттар буйлап арып-талып ошоноң өсөн йөрөнөңмө? Ялҡаулығыңа баш була алмаһаң, шул кәрәк һиңә!?

Академияның ишектәре артыңдан асыулы ябылып ҡала. Ярай, ҡайт. Йоҡла. Бер ваҡыт ҙур кеше булып китерһең. Аҙаҡ мәҙәк итеп иҫләйәсәк бәләкәй трагедияларың, комедияларың күп әле һинең.

Зөлфиә СӘЛИХОВА,

Стәрлетамаҡ дәүләт

педагогия академияһының

3 курс студенты.
Читайте нас: