Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Студент һүҙе
28 Апрель 2020, 23:49

Нисек йәшәйһең, студент?

Факультет һәм университет минең өсөн ҡанаттарым асылып, нығынған ояға әүерелде. Бәләкәс кенә баланан ул ысын мәғәнәһендә шәхес тәрбиәләне.

Вәкилова Диана, 4 курс студенты:
Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Фатима Хәмид ҡыҙы Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡыуымды тамамлағас, юғары белем алыр өсөн ҡайҙа уҡырға инергә тигән һорау менән борсолманым, сөнки мин мәктәп йылдарынан уҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инергә теләнем, һәм әлеге ваҡытта ошо факультеттың 4 курс студенткаһымын. Бәләкәстән ижад, сәнғәт менән ҡыҙыҡһынып үҫкәс, факультет миңә ныҡ яҡын булды. Беренсе көндәрҙән үк мин университет, факультет үткәргән барлыҡ сараларҙа ҡатнашам, студент тормошонда ҡайнап йәшәйем. Уҡыуҙа ла алдынғымын, быйыл уҡыуымды ҡыҙыл дипломға тамамлайым тигән өмөттәмен.
Университетта эшләп килгән берекмәләрҙә, түңәрәктәрҙә шөғөлләнәм. Әлеге ваҡытта «Шоңҡар» әҙәби берекмәһенең старостаһы, «Profcom TV» студенттар телевидениеһы хәбәрсеһе, «Осҡон» халыҡ театры старостаһы һәм актрисаһы, факультеттың профбюро рәйесе вазифаһын башҡарам, социаль сектор буйынса яуаплымын. 2018 йылда Мостай Кәрим исемендәге фонд грантына лайыҡ булдым.
Беҙҙең факультет студенттарын республика кимәлендәге сараларҙа ла ҡатнашырға йыш саҡыралар. Мәҫәлән, беҙҙең студенттар Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән һөйләшеүҙә колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре, «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһендә, «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант», «Евразия йөрәге» фестивалендә ойоштороусылар, «Телдәр фестивале»ндә ҡатнашыусылар булдылар. Шулай уҡ студенттар факультет етәкселеге менән бергә төрлө билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойоштора, хәтер кисәләре үткәрә. «Осҡон» халыҡ театры, мәҫәлән, Наил Ғәйетбай әҫәре буйынса спектакль ҡуйып, авторҙың үҙе менән осрашыу уҙғарҙы. «Шоңҡар» әҙәби берекмәһе лә шағир, яҙыусылар, ижад кешеләре менән осрашыуҙар үткәрә, быйыл берекмә ағзаларының «Минең уйҙар киң йыһанды буйлай» тигән йыйынтығы донъя күрҙе.
Студенттар, сараларҙа ҡатнашыу менән бер рәттән, уҡыу менән бәйле конференция, олимпиадаларҙа ҡатнашалар. Мәҡәләләр, китаптар, йыйынтыҡтар сығаралар. Мәҫәлән, Таулы Алтай Республикаһында йыл да үткән Бөтә Рәсәй төрки телдәр һәм әҙәбиәттәр олимпиадаһында ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булдыҡ.
Әйтергә кәрәк, шулай итеп үҙҙәрен бар яҡтан тәрбиәләп, төрлө өлкәлә һынап ҡараған студенттар эшкә лә тиҙ һәм еңел урынлашалар, сөнки факультет тәрән белем бирә, уҡытыусылар составында тик билдәле, төрлө дәрәжәләргә, премияларға лайыҡ булған ысын мәғәнәһендә шәхестәр, ысын уҡытыусылар эшләй. Беҙҙең студенттар радио, телевидение, редакцияларҙа, хакимиәттәрҙә, мәктәптәрҙә эшләйҙәр.
Факультет һәм университет минең өсөн ҡанаттарым асылып, нығынған ояға әүерелде. Бәләкәс кенә баланан ул ысын мәғәнәһендә шәхес тәрбиәләне. Барлыҡ минең уңыштарым тыуған факультетыма бәйле, ул миңә ошо бейеклектәргә менергә форсат бирҙе. Киләһе йылдарҙа факультетыма уңыштар теләп ҡалам.
Читайте нас: