Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
8 Май 2017, 12:16

Һуғыш - кеше яҙмышында ла, кешелек тарихында ла аңлатҡыһыҙ оло үкенес ул...

... Һуғыш кешенең яҙмышын, булмышын ни тиклем үҙгәртә, фронт яралары әле лә, етмеш йылдан һуң да сеңләп һыҙлаймы икән – ана шуныһы ҡыҙыҡһындыра бөгөн. Алдан хәбәр иткәс, ветеран көткән мине. Айырым палатала ята ине. Ауылдан килене килгән, орден-миҙалдары менән тулы костюмын да үҙе менән алған...


УЛ АҠҺАҠАЛ МЕНӘН ҮТКӘН ЙӘЙ ОСРАШҠАЙНЫҠ. СЫРХАП РАЙОН ДАУАХАНАҺЫНДА ЯТА ИНЕ. ӘБЙӘЛИЛГӘ ЮЛЫМ ТӨШКӘНДӘ МОТЛАҠ УНЫ КҮРЕП ҺӨЙЛӘШЕРМЕН, ТИГӘН НИӘТЕМ БУЛДЫ. БЫЛ ТЕЛӘКТЕ РАЯН ДУҪ (ГАЗ БУЙЫНСА БЕЛГЕС, ЭШ МӘСЬӘЛӘҺЕ МЕНӘН ИНГӘНДӘ) УЯТТЫ: “ШӘП БЕР ВЕТЕРАН ОЛАТАЙҘЫ ТАП ИТТЕМ. ЭЙ ҺӨЙЛӘЙ, ХӘТЕРЕ ҒӘЛӘМӘТ ШӘП. УЛ ҺУҒЫШТЫҢ НИ ИКӘНЕН ГЕНӘ ТҮГЕЛ, ҺУҒЫШТА НИМӘ ИҢ ҮКЕНЕСЛЕҺЕ – ШУНЫ ЛА БЕЛӘ. ТЕЛӘГЕҢ БУЛҺА, ХӘБӘР ИТ, ОСРАШТЫРАМ”, – ТИНЕ.

– ИҢ ҮКЕНЕСЛЕҺЕ НИМӘ ҺУҢ? – ТИМ АҢЛАРҒА ТЕЛӘП.

– КИЛГӘС, ҒӘЙФУЛЛА ОЛАТАЙҘЫҢ ҮҘЕНӘН ИШЕТЕРҺЕҢ. – ЭЙЕ, ЖУРНАЛИСТ, ИЖАДСЫ ӨСӨН ЫМҺЫНДЫРҒЫС ИНЕ ЯУАБЫ.
Уйлаһаң, ысынлап та, аяуһыҙ яуҙан иҫән ҡайтҡан яугир өсөн иң үкенеслеһе нимә булыуы мөмкин? Күп, әлбиттә. Ғәзиз илең ут эсендә ҡалған, күпме янған яҙмыштар, киткән ғүмерҙәр, йәтим-йәберҙәр һ.б. Һуғыштың эсендә ҡайнаған яугирҙар менән мин һәр саҡ осрашырға яраттым. Бала сағымда Сафиулла олатайымдан да һуғыш тураһында һөйләтә торғайным. Уларҙың хәтирәләре мажаралы бер фильм кеүек ине ул саҡта. Хәҙер башҡасараҡ ҡараштамын. Һуғыш кешенең яҙмышын, булмышын ни тиклем үҙгәртә, фронт яралары әле лә, етмеш йылдан һуң да сеңләп һыҙлаймы икән – ана шуныһы ҡыҙыҡһындыра бөгөн. Алдан хәбәр иткәс, ветеран көткән мине. Айырым палатала ята ине. Ауылдан килене килгән, орден-миҙалдары менән тулы костюмын да үҙе менән алған. Фотоға төшөрһәләр, тип уйлағандыр. Нурлы йөҙлө, матур бабайҙар була. Уларға үҙеңдән-үҙең һыйынғы, ихласлап һөйләшке килә. Күҙҙәренән нур көлтәһе түгелә. Ғәйфулла олатай ҙа ана шундай заттан ине. Үҙ улылай күреп арҡамдан һөйөп алды. Көттөрөп килдең әле, тигән булды, улай уҡ сәғәтен билдәләмәһәк тә. Ултырып һөйләшә-һөйләшә, уның теремеклеге, иҫ киткес шәп хәтере, оло шәхес булыуын аңлаясаҡмын. Уға әле 93 йәш.

ҒИБРӘТЛЕ БАЛА САҠ
– Минең бала саҡ булманы. Бер йәштә атайһыҙ ҡалғанмын, тағы ярты йылдан әсәйем вафат булған. Ләкин Хоҙай оҙон ғүмер биргән, атам-әсәм ғүмерен дә кисерәмдер, бәлки, – тип һүҙ башланы ветеран.

1923 йылдың 23 ғинуарында Һәйетҡол тигән ауылда тыуған яугир. Ата-әсәһе үлгәс, үҙе әйтеүенсә, 17-се йылғы Хөснулла ағаһын Бәҙерғол апа алып ҡайтһа, уны Асҡарҙа йәшәүсе Мөғәлләм Мирхәйҙәров ағаһы үҙенә һыйындыра. Бер ҡалаҡ ашҡа зар-интизар булған шул осорҙо ниндәй генә ҡәһәрле, ауыр тимәйек, Рәсәйҙең һәр төбәгендә балалар һәм ҡарттар йорттары артҡан етеш көн күргән бөгөнгө менән сағыштырғанда, ни тиклем мәрхәмәтле заман тип әйтергә лә була. Туғанын-яҡынын бер кем дә урамда йә йәтимлектә ҡалдырмаған, баяғы бер ҡалаҡ ашы менән бүлешкән, мөйөшөнән урын да тапҡан.

Мөғәлләм ағаһы хаҡында хәҙерге башҡорт тарихында күп әйтелде. “Урал батыр” кеүек алтындарға бәрәбәр ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡалған Мөхәмәтша Буранғолов ише Мөғәлләм Мирхәйҙәров та атаҡлы сәсән, халҡыбыҙҙың ынйыларын йылы устарында ҡыҫып тотоп, ҡайнар йөрәгендә ҡойолғоһоҙ итеп һаҡлап киләһе быуындарға еткергән ҡыйыу шәхес ул. Ун йылға (1937 – 1947) сәйәси репрессияға дусар ителеп, Углич төрмәләрендә ғазап кисергәндә лә халыҡ моңонан, халыҡ хәтеренән ваз кисмәгән аҫыл заттарыбыҙҙың береһе. “Бала саҡтан уҡ уҡыуға зирәк, белемгә ынтылышы көслө була, ололарҙың тарих һөйләгәндәрен, халҡыбыҙҙың йыр-моңон, ҡобайырҙарын күңеленә һеңдереп үҫә. Сәсән – үҙ халҡын, уның рухи ҡомартҡыларын йәненән артыҡ күргән изге зат. Халҡыбыҙға уның “Ҡуңыр буға”, ”Минәй батыр менән Шүлгән батша”, ”Йүгерек батыр”, ”Хан ҡыҙы” эпостары, ”Утыҙ ике ҡыҙ инек”, “Билдәш кәзә” эпик әҫәрҙәре, бик күп тарихи яҙмалары яҡты мираҫ булып ҡалды”, – тип яҙҙы уның хаҡында халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. Ошондай атаҡлы һәм ғилемле заттан тәрбиә алғанға күрә лә Ғәйфулла тормошта ла, киҫкен алышта ла һис һынатмай.

– Ағай уҡытырға тырышты. 1937 йылда 1-се Асҡар мәктәбен бөтөрҙөм. Латин графикаһында уҡыныҡ, – тип хәтерләй Ғәйфулла олатай. – Һаман иҫләйем, ҡәһәрле утыҙ етенең 12 декабре һайлау булды. Мөғәлләм ағайым һайлауҙан ҡайтып ингәйне, артынса уҡ тиерлек өс кеше килеп етте. Ниндәйҙер 100 конверт таптырырға тотондолар. Ағай почтала эшләй ине. Сәбәп эҙләгәндәрҙер, алып киттеләр. Ун йылдан һуң ғына ҡайтты. Ағайымдың яҙып алған тарихтары, халыҡтан һорашып йыйған яҙмалары күп ине. Эй, халҡын яратты бит ул. Шул тойғоһо дошмандарҙың күҙенә сүп булып төштө. Ул киткәс, ана шул яҙмаларҙы урамға сығарып яҡтылар. Күпме хазина көлгә әйләнде – шуныһы үкенесле.

Ошоларҙы күреп буй еткергән егет үҙендә нахаҡ менән хаҡты айыра алырҙай аҡыл, һынмаҫтай рух туплағандыр ҙа. Ошо заман тәрбиәһе һәм һабағы киләсәктә ҙур бәләләрҙән, үлемдән алып ҡаласаҡ егетте. Сөнки халыҡ дошманы ҡустыһы булып йәшәү еңел булмай. Ҡайҙан да ғәйеп табып рәнйетергә генә торалар ғаилә ағзаларын. 400 грамм икмәк өсөн көтөүен дә көтә, утынын да ҡырҡа егет. Тик... йылҡы ҡарағанда, һаҙға батып үлгән атты уға ябалар. Кәзә көткәндә, ҡусҡар мөгөҙлө тәкәне бүре тамаҡлағанда ла, баҡһаң, Ғәйфулланың ҡатнашы бар икән. Судта заседателдәр егетте төрмәнән һаҡлап ҡалалар ҙа, тик барыбер “ҡотолалар” унан. Үҙе әйтеүенсә, 1941 йылдың апрелендә уны Ҡарағандаға “вербовать” итәләр. Унда тимер юлы эшләйҙәр, ҡул менән тау-таш аҡтаралар, арба һөйрәйҙәр.


ЫСЫНЛАП, БАТЫРҘАН ҮЛЕМ ҮҘЕ ҠУРҠА


– Паспорт булмағас, һуғышҡа алмай йонсоттолар. Ней ҡасып булмай, ашау бөтөнләй наҡыҫайҙы. Өҫтәге кейем – тәнде ҡапларлыҡ йыртыҡ сепрәк, аяҡта – таҡта табанлы ботинка рәүеше. 42-нең ғинуарында ғына паспортлы булдым. Шунан Алма-Атаға запас часҡа ебәрҙеләр. Махсус рәүештә пулеметсы булырға өйрәттеләр. Оҙаҡ тороу тамам тәҡәтте ҡоротто, ашау бында тағы ла мөхтәр. Ашлыһыу түккән ерҙән ваҡ картуф, ҡабыҡтарын да йыйып, өтөп ашаған саҡтар ҙа булды. Һуғышҡа китәһегеҙ, тигәс, эй ҡыуандыҡ. Барабыҙ ҙа фашисты дөмөктөрәбеҙ тибеҙ, икенсенән, ниһайәт, тамаҡ туйып ҡалыр, тип хыялланабыҙ. 1943 йылдың ғинуарында музыка уйнатып оҙаттылар. Былай күтәренке рух менән ҡуҙғалдыҡ.

– Еңеп ҡайтабыҙ, тиһегеҙ, үләм, тип уйламайһығыҙ инде, – тип аптыратам ветеранды.

– Ҡыҙыҡ һин, бүренән ҡурҡһаң, урманға ла барма. Ул ваҡытта ундай уй булмағандыр. Илһөйәр булдыҡ беҙ, дошман беҙҙең ергә аяҡ баҫҡан икән, уны ҡыуырға кәрәк, тәү уй шул булманымы икән? Шунан тамаҡ хаҡы. Үлем ул һәр саҡ эргәлә өйрөлә. Әле лә бына, елкәгә менеп ултырам, тип торалыр. Елпеп төшөрәһең дә артабан атлайһың инде, – ниһайәт, көлөмһөрәне ҡарт. Йылмайыуы һаран ине шулай ҙа.

Оҙаҡ киләләр юлда. Бер станцияла уларға госпиталдән сыҡҡан дүрт һалдат ҡушыла. Уларҙың башҡортса һөйләшеүҙәрен күреп, Ғәйфуллала дәрт- дарман арта. Ҡаҙаҡ ерендә яңғыҙ бер башҡорт булып йөрөгән егеткә, таныш тел, моңдо ишеткәс, ҡанат үҫкәндәй була. Ә инде араларында яҡташы Әширәф Мөхөтдиновты танығас, күкрәктәре киңәйеп китә. Апрель айында ғына Дон йылғаһы буйына килеп етәләр. Артабан йәйәү атлайҙар. Ағас баштарында оя ҡорған сәүкәләр тауышы ишетелә. Яҙ һулышы, йәшәү һулышы. Күңелгә рәхәт. Үлмәҫбай ише, һуғышҡа түгел, әйтерһең, һабантуйға китеп баралар. Килеп тороп ҡолаҡҡа ҡурай тауышы ишетелә. Һиҫкәнеп китә Ғәйфулла. Тыуған яҡты һағыныу шулмы, һаташыуымы – Асҡарҙан меңәр саҡрым алыҫлыҡта ятҡан сит-ят тарафта ҡурай тауышы төштә генә ишетелергә мөмкин дәһә. Ныҡлап ҡолаҡ һала, эйе, ысынлап та, ишетелә. Асыҡлыҡҡа килеп сыҡҡас, ҡурай уйнап ултырған һалдатты күреп хайран ҡала башҡорт егете. Ана шулай, Дон ярында 112-се (16-сы) Башҡорт кавалерия дивизияһының атаҡлы бәһлеүән батыр Таһир Күсимов етәкләгән 58-се гвардия атлы полкына килеп ҡушыла беҙҙең ветераныбыҙ. Тәүге көндәрҙән үк уны “Максим” пулеметына беренсе һанлы пулеметсы итеп ҡуялар. Пулемет расчетында биш кеше: командир, ике пулеметсы һәм ике патрон ташыусы. Пулеметсылар взво дын яҡташы, Хәлил ауылынан Ғәбдерәүеф Дәүләтов етәкләй. Хәҙер беҙ уны Советтар Союзы геройы булараҡ бе ләбеҙ.

Курск-Орел һуғышында тәүге сирҡаныс ала яугир. Атаҡлы Чернигов ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. 43-төң сентябрь аҙағында атаҡлы Днепр аша сығыу операцияһы башлана. Тарихтан билдәле булыуынса, Днепрҙың уң яҡ яры буйҙарын совет һалдаттары үтмәҫлек нығытмалар – ”көнсығыш валы” төҙөгән немецтар үҙ оборонаһының ныҡлығына һис шикләнмәй. Хатта Гитлерҙың ошо урын хаҡында: ”Әгәр советтар был йыл ғанан сыға ҡалһа, Днепр үҙе кирегә аға башлаясаҡ”, – тигән ҡанатлы һүҙҙәре лә бар. Башҡорт кавалеристары беренсе булып уны сыға, йылға ла ағышын үҙгәртмәй.

– Тәүҙә һал, арҡан, кәмә кеүек нәмәләр әҙерләнде. Төнөн пулеметтарҙы, патрон ҡумталарын, йәшник-йәшник гранаталар, башҡа ҡоралдарҙы тейәп йылға аша ҡуҙғалдыҡ, – тип хәтерләй ветеран. – Төнөн былай ҙа һыуыҡ, ә һыу инде... көҙән йыйыртырлыҡ. Йылға ур та - һында утрау кеүегерәк ағаслыҡ булды, һалыбыҙ шун да ултырҙы ла ҡуйҙы. Көскә-көскә ҡуҙғалтып килеп сыҡ тыҡ. Ҡоралдарҙы ярға сығарғансы шыр һыуға бат тыҡ. Кибенеп, кейемдәрҙе һығып алырға ваҡыт юҡ, ҡай ҙа, дер ҡалтыратһа ла, фашистар көтмәгән ярҙан өҫкә күтәрелдек, окоп ҡаҙҙыҡ. Фашистар һиҙеп ҡал ғас, минометтан ут асты. Ә беҙ атабыҙ-атабыҙ ҙа граната ташлайбыҙ. Ғәбдерәүеф ағай ҡаты яраланған тигәс, янына барҙым. Арҡаһына снаряд ярсығы эләгеп, күкрәгенән үтә сыҡҡайны. Уны ике һалдат йылға аша кире сығарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яраһы үлемесле ине.

Был мәхшәр алыштарҙа Днепр ут аҫтындағы һыу кеүек ҡайнай, ут бағаналар булып урғыла. Тик совет һалдаттары яулаған позицияһын бирмәй, алға ынтыла һәм башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы, яугирлыҡ тәжрибәһе башҡа кавалерия частарына өлгө итеп ҡуйыла, даны алыҫтарға барып етә. Ошо алыш өсөн Күсимовҡа, Дәүләтовҡа һәм башҡаларға Герой исеме бирелә. Ғәбитов иһә Дан ордены менән бүләкләнә. Уны Таһир Тайып улы үҙе тапшыра.

– Ҡурҡтығыҙмы? Әллә батырлыҡ ҡылырға ашыҡтығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынам. Һөймәлекле ҡарт күҙемә ҡарап алды. Аяҙ аҡылы, шәп хәтере мине тағы ла хайран итә.

– Алға барған һайын немец һөжүме йыш була башланы. Бер мәл окоп ҡаҙып яуға әҙерләнеп тигәндәй бөткәйнек, беҙҙең өҫкә самолеттар ябырылды. Улар беҙҙе 17 тапҡыр утҡа тотто. Снарядтың ҡайҙа килеп төшөрөн бер Хоҙай ғына белә. Ҡурҡыта. Окоп төбөндә бар йәнеңде усыңа тотоп бөкләнәһең дә ятаһың. Аттар дер ҡалтыранышып, һелкенешеп тора торғайны, эй, мәхлүктәр. Яҡын-тирәлә урман-фәлән булһа, шунда боҫабыҙ. Ул саҡта ышыҡта аттар ҙа үҙҙәрен нисектер тыныс тота. Ә шартлау-атыу тауыштарына өйрәнәләр.

Бер ауыл эргәһендә дошман беҙгә ҡаршы 14 танк ебәрҙе. Ҡапланыр-ҡотолор әмәл юҡ. Тегеләр техника менән беҙҙең өҫтән йөрөй, иҙә. Ҡайһыларыбыҙ артҡа табан ҡурҡып ҡаса башланы. Шул саҡ ике ҡулында ҡылысын уйнатып, һыбай сабып Күсимов ағай килеп сыҡты. Күҙ алдына килтерәһеңме, танкылар араһынан ҡылыс болғап саба. Һалдаттарҙы: “Назад! Назад!” – тип һөрәнләп үҙ өлгөһөндә кире борҙо. Дошман албырғап ҡалды. Уҙып китеп тегеләрҙең арт һабағын уҡыттыҡ. Ысын батырҙар һирәк була. Ул бер талант кеүек. Ҡуш йөрәклеләр улар. Таһир ағай ана шундайҙарҙан ине. Уларҙан үлем ҡурҡа, тигәндәре дөрөҫ, ысынлап та, Күсимов кеүектәрҙе пуля ла, ут та, туп та алмай. Ә минең өсөн батырлыҡ – алға ҡуйылған бурысты үтәү ине.

Ғәйфулла бабайҙы тыңлап ултырам да, батырлыҡ эшләйем тип, ул бер ҡасан да шашып-ярһып яуға сапмаған, эште, хәлде аңлап ҡына эшен башҡарғандыр, тип ҡуям. Һәм ул бер ҡасан да алдына ҡуйған (үҙе лә, иле лә) бурысты үтәмәйсә ташлап ҡасмаҫын белгән. Ундағы эске рух, йылдар, михнәттәр, рәнйетеүҙәр аша сыныҡҡан, килгән көс уны бер ҡасан да илен, йөгөн ташлап артҡа сигендермәгән. Ҡурҡыта тиһә лә, барыбер ҙә ҡурҡмаған, алға барыуын белгән ул. Һәм уның кеүектәр миллион булған.

“Күп нәмәне төҙәтеп, яйлап, аҡлап та була. Тик тапалған, юғалған намыҫты ғына яңырта ла, тергеҙә лә алмаясаҡһың”, – тип өйрәтә уға Мөғәлләм ағаһы. Ана ошо һүҙҙәр тормош, йәшәйеш символына әйләнә. Тормошта күргән ғазаптары, юғалтыуҙары, алған һабаҡтары, бигерәк тә ағаһынан һалынған сабырлыҡ, зирәклек орлоҡтары мәлде аңлап, баһалап эш итергә саҡыра, башты юғалтып ярһып алға сабырға йә артҡа ҡасырға юл ҡуймай.

Һуғышта артыҡ батыр-ҡыйыу булыуҙан алда, тотанаҡлы, сабыр һәм эстән ныҡлы булыу шарт икән, тигән һығымтаға киләм.

КҮҢЕЛ ҠАТМАҺЫН ӨСӨН УЛТЫРЫП ИЛАП АЛА ТОРҒАЙНЫМ
Үткән быуаттың 90-сы йылдар башында дауаханаға эләктем. Биш кешелек палатала 82 йәшлек урыҫ ветераны ла ятты. Ул һүҙһеҙ ине, бик һөйләшмәне лә. Дүрт көн эсендә табиптарҙың һорауҙарына биргән яуаптарын иҫәпкә алмағанда, ике генә әйткән һүҙе булды. Береһе – “һуҡыр эсәкте йәштән уҡ ҡырҡтырырға кәрәк икән, оҙаҡ бөтәшә” тигәне әлеге хәленә ҡарап әйтелһә, икенсеһе... Палатала тынлыҡ ине. Әлеге ветеран ҡарлыҡҡан тауышы менән ҡапыл:

– Мин һуғыштан ҡайтҡанымды яҡшы иҫләйем. Поездан төштөм дә таң менән әлеге телеүҙәк тауына яй ғына менеп киләм. Ҡолаҡты ярырлыҡ тынлыҡ. Бына өйөбөҙ. Тәҙрә яҡтары мин биш йыл элек һуғышҡа киткәндә нисек булһа – шул килеш, буялмаған да, ҡупмаған да. Ишеккә килдем, тотҡаһы нисек быуынһыҙ булып һәлберәп тора ине, әле лә шулай. Туҡылдатам. Әсәмдең, кем унда, тигән тауышы. Ул да үҙгәрмәгән. Бер ни үҙгәрмәгән, әйтерһең, бер ни булмаған – шуға иҫем китте, – тине лә урыҫ ҡарты тынып ҡалды. Уға нишләптер яуап биреүсе лә булманы.

“Юҡты һөйләй, иҫенә төшкән дә, берәй һуғыш эпизодын һөйләһә шәберәк булыр ине лә”, – тип уйланым ул саҡта егермеһе лә тулмаған мин. Ә хәҙер аңлайым мин ул яугирҙы. Ул үҙе үҙгәреп ҡайтҡан, ярты ер шарын аҙымлап үткән, күпме үлемде, күпме янған ауыл-ҡалаларҙы күргән... Ҡарт көнөндә үткәндәре, уйҙары тынғылыҡ бирмәйҙер. Ишек тотҡаһы бөтөнләй өҙө лөп төшһә, йә киреһенсә, алтынға ялатылһа, уны тет рәндерер инеме? Бәлки. Юҡ, уға тыуған тупһаһы, тыуған ере, ҡәҙерле әсәһе нисек бар – шулай ҡәҙерле.

Мин ошо хәлде һөйләнем дә, Ғәйфулла бабайҙан, ә һеҙ һуғыштан ҡайтҡас, ниндәй тойғо булды, тип һораным. Ул илап ебәрҙе. Нисек йыуатырға белмәйем. Килене таҫтамал һуҙҙы: “Һуғышты иҫләһә, хәҙер илай ул, элек ныҡ ине әле”, – тип ҡуйҙы.

– Һуғыш кешене хайуанға әйләндерә. Атаһың, һиңә аталар, һин үлтерәһең, шуның менән бергә үҙеңдә лә изге бер орлоҡто юҡ итәһең. Кешелек сифаттарыңды һаҡларға ынтылаһың. Мин һуғыш туҡтаған мәлдә күңелем менән һөйләшә торғайным. Мәрхүм атай- әсәйем менән һөйләшәм, Мөғәлләм ағайым менән бесән сабам, йылҡы өйөрө менән бергә Ҡырҡты тауҙарына менәм... Һағындыра ине шул тиклем. – Олатайҙың күҙҙәре тағы йәшкә мансылды. – Күңел ҡатмаһын өсөн тиктомалдан илап та ала инем. Наркомовский 100 грамға мин тейеп тә ҡараманым. Үлемгә дыуамалланып барып инерһең. Ҡурай моңо, үҙебеҙ ҡуйған театр ауыр уйҙарҙы, йөрәктәге таштарҙы иҙер ине.

Һуғыш үҙгәрткәндер. Тик матур хистәремде юйманы. 1947 йылдың яҙында Әширәф Мөхөтдинов менән ҡайтып төштөк. Иҫән-һаумын, түшемдә – орден- миҙалдар. Тирә-яғыма мин элеккенән дә бигерәк һөйөп баҡтым. Сөнки мин һағынып ҡына түгел, йәшәр өсөн, кире китмәҫ өсөн еңеп ҡайттым. Һөйгән ҡыҙым да ҡалғайны. Ул үҙгәргәйне. Шуға яҙмышыбыҙ бергә булманы.

– Шулай ҙа һуғышта иң үкендергәне нимә булды? – бар яу яланын, бар һуғыш йылдарын байҡап сыҡҡас, баяғы иң ымһындырғыс һорауҙы бирергә форсат етте.

– Үкенгәндәр ҙә, үкендергәндәре лә кү-үп булды. Ғәбдерәүеф Дәүләтов ағайҙың үлемен ауыр кисерҙем. Яҡташтар ҙа, илдәштәр ҙә әҙме ятып ҡалды. Сабыйҙарҙың, ҡатындарҙың илағанын күреп йән әсене. Һуғыш үҙе кеше яҙмышында ла, кешелек тарихында ла аңлатҡыһыҙ оло үкенес ул. Польшала, Люблинола крематорийҙы күреп иҫ китте, кеше аңы етмәҫ ҡазалар уйлап таба алған фашист, ләғнәт. Бранденбургты алғас, концлагерҙағы ҡоро һөлдәгә ҡалған төрлө милләт сәйәси тотҡондарын әсирлектән ҡотҡарҙыҡ. Ҡот осҡос күренеш инде. Улар менән беҙҙе күрештермәнеләр. Сир-фәлән йоғор тип тә... Уларҙы ”Смерш” үҙ иләгенән иләп кенә сығарҙы. Һуғыш бит, араларында ысын һатлыҡ йәндәр ҙә булғандыр...

– Ә шулай ҙа?

– Ә шулай ҙа... – Ҡарт яугир тәҙрә яғына ҡарашын төбәп оҙаҡ ҡарап торҙо. – 45-тә Германия еренә аяҡ баҫтыҡ. Ул ваҡытта танкыға ултырғайныҡ. Бранденбургта каналдың күперен алырға барҙыҡ. Алаһы ла түгел инде, ҡасырҙары ҡасҡан, бирелгәндәре бирелгән ине. Тынлыҡ, яҙ ҡояшы иркәләй, танк башында киләбеҙ. Тирә-яҡты байҡайбыҙ. Күңелдә еңелсә генә тантана. Апрель, яҙ еҫе, йәшәү еҫе. Һәм шул ваҡыт ни бары бер генә атыу тауышы яңғыраны. Тынлыҡтан аҙашып килеп сыҡҡан пуля ике йыл янымда йөрөгән Хәйбуллин тигән татар егетенә килеп тейҙе. Ул әкрен генә бөгөлөп төштө лә һуҙылып ятты. Снайпер эше. – Ғәйфулла бабайҙың күҙенә йәш тулды. – Бранденбургтан һуң, Эльба янындағы бәләкәй бер ҡалала һуғышты бөттөк. Һуңғы яңғыраған атыу тауышы ине ул. Миңә шулай тойоламы, Еңеүгә ярты аҙым ғына ҡалғайны. Йәл, бик йәл.

Хәйбуллин беҙҙең пулемет расчетында патрон ташыусы ине. Уның менән нисә көн, нисә төн, нисә йыл бергә булдыҡ, арҡа терәп йоҡланыҡ та, бер табаҡтан ашаныҡ та, бергә утҡа ташландыҡ. Йәл. Бисәһен бик ярата ине. Шуны һөйләп, балаһын һағынып, хәтирәләре менән уртаҡлашып күңелен йыуата ине. Һуғыш башланғас, тоҡом ҡалһын, тип өйләндергәндәр үҙен. Ул саҡта күңелде йылытыр бер ҡырыҫ ҡына уй ҡалды: сабыйы уның ғүмерен дауам итер, исмаһам. Ә мин үлһәм, минең тоҡомом да ҡалмай, тип уйлап алғанмындыр.

Һуғыш өйөрмәһендә йөрөгәндә лә миңә тейәһе пуля ҡаҡлығып уға, уға киләһе әжәл яңылышып миңә лә тырнағын батыра ала ине. Үкенесле, үлем уға тейҙе.

Их, Ғәйфулла ағай... Әжәл яңылышмай бит ул. Уның да ҡай саҡ әҙерәк мәрхәмәте ҡалҡып сығалыр, бәлки. Һиңә осоп килгән пуляны белеп ҡаҡлыҡтырғандыр ул. Юҡ! Аңланым, юҡ уның мәрхәмәте, һинең тыныс тормошта тыуасаҡ, тоҡомоңдо дауам итәсәк УЛЫҢ осоп килгән үлемдең юлын быуған, “минең тыуаһым бар, минең был фани донъяға ауаз һалаһым бар” тип әжәлдең үҙен өркөткән. Улай ғына түгел, улыңды, ейәнеңде үҫтерергә ирек бирәм, һиңә теймәйем әле, тигән мәрхәмәтһеҙ үлем.

Фронттан ҡайтҡас, ветеран Магнитогорск ҡалаһында ғүмер кисерә, ундағы Металлургия комбинатында хеҙмәт алдынғыһы була. Өйләнеп, тоҡомон дауам иттереп бер ул үҫтерәләр. Тик... мәрхәмәтһеҙ үлем Рәйес улына килеп йәбешә. Яңы тыуған сабыйын ҡулына алып өлгөрә алмай йәш атай, юл фажиғәһендә вафат була. Бик ауыр кисерә был ҡайғыны атай кеше. Шулай ҙа һуғышта һалынған ныҡлыҡ бөгөлөп төшөргә ирек бирмәй. Мин дә һынһам, ейәнде кем аяҡҡа баҫтыра? Ошо һорау, ошо теләк батыр яугирҙы яңынан һалдаттарса ҡалҡынырға мәжбүр итә. Атайһыҙ ҡалған ейәнен тәрбиәләр өсөн Магниттан Таштимергә күсеп ҡайта ул. Ҡалған ғүмерен улының улы Рәфисте ҡарауға арнай. Аҡыллы һәм алсаҡ килене ҡайныһын хөрмәтләп ҡаршы ала. Тәрбиәләй.

– Оҙон ғүмерле булыуымдың сере – киләсәк, тоҡомом өсөн йәшәүемдә. Минең бар байлығым – ейәнем. Мин уның өсөн генә йәшәйем, – күҙҙәре янып китте хәстәрле олатайҙың.

Бынан ике тиҫтә йыл элек, ейәнемдең егет ҡорона ингәнен күрһәм, минән дә бәхетле кеше булмаҫ, шуғаса, Хоҙай, ғүмер бир, тип нәҙер әйткән Ғәйфулла олатай. Шөкөр, теләге ҡабул уның, Рәфис ысын ир-егет хәҙер, ошо көндәрҙә генә медицина йүнәлешендә уҡып, диплом алып ҡайтҡайны. Ғүмере, ҡартлығы ла бушҡа үтмәгән ил ағаһының. Ейәненең туйында ла булып, бүлә-бүләсәрҙәрен дә һөйөп ултырырға яҙһын, тигән теләк менән хушлаштым һоҡланғыс шәхес менән.

Тик... ысынлап та, үткән йәй, Ғәйфулла олатай, яныңда әжәл өйрөлгән икән шул. Бынан ярты йыл элек батыр яугир, рухлы башҡорт уланы, Ҡыҙыл йондоҙ, II һәм III дәрәжәле Дан ордендары кавалеры Ғәйфулла Ғәбиҙулла улы Ғәбитов беҙҙең аранан китеп барған. Һуңлап ҡына ишеттем. Затлы, аҫыл зат ине. Тоҡомон Рәфис лайыҡлы дауам итһен инде – башҡаса йыуаныр уй ҙа юҡ.


Читайте нас: