Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
18 Ғинуар 2018, 12:03

Хәтирәле сәйәхәт

Йылдар үтә, ғүмерҙәр ҡыҫҡара. Үткәндәргә әйләнеп ҡайтыу, улар тураһында уйланыуҙар бигерәк тә ҡартлыҡ миҙгелендә көсәйә. Әлбиттә, бындай уйланыуҙарҙың иң башында бала саҡ тора.

Йылдар үтә, ғүмерҙәр ҡыҫҡара. Үткәндәргә әйләнеп
ҡайтыу, улар тураһында уйланыуҙар бигерәк тә ҡартлыҡ миҙгелендә көсәйә (мәғлүм
буйынса, алтмыш менән етмеш араһы — оло йәш, етмештән аръяғы ҡартлыҡ тип иҫәпләнә). Әлбиттә, бындай уйланыуҙарҙың иң башында бала
саҡ тора.

Юлда

Мин дә һуңғы йылдарҙа, “Яҡтыкүл” шифаханаһына барып ял һәм дауаланыуҙы
сәбәп итеп, һәр ваҡыт үҙенә тартып торған (йылдар үтеү менән был тартылыш
көсәйә) Урал аръяғы Әбйәлил һәм Белорет яҡтарына ашығам. Быйылғы сәйәхәт тә,
элеккеләре кеүек, Белорет районы Мөхәмәт ауылынан башланды (әүәлге Әбйәлил
районы). Автомобиль руле артына ултырғас та, һиңә ҡайҙандыр көс, дәрт өҫтәлә,
күҙ алдына Уралыбыҙҙың хозур тәбиғәте, ул биләмәләрҙә йәшәгән туғандар, дуҫтар
менән осрашыу шатлығы килеп баҫа.

Архангел районы Тирәкле ауылын үткәс тә, әкренләп, һәр башҡорттоң
ғорурлығы Урал тауҙары башлана. Бормалы-бормалы юлдар, тирә-яҡтағы ҡая
таштар, иҫ киткес матур һәм төрлө ағастар галереяһы, йылдан-йыл матурая барған
ауылдар, бер-бер артлы тамаҡ ялғау урындары, бензозаправкалар, юл буйында
емеш-еләк, бал һатыусылар... Бына юлдың һул яғында “Асы” шифаханаһына 25 саҡрым
тигән күрһәткес тора. Бөйөк Арыҫлан ағай
Мөбәрәковтың тыуған яҡтарына һыбай, йәйәү ҡайтып йөрөүҙәре күҙ алдына килә.
Ул саҡтағы бысраҡ һәм соҡор арба юлдары урынында бөгөн сәғәтенә 90 саҡрым
(ҡайһы берәүҙәр арттыралар) тиҙлек менән йөрөрлөк асфальт түшәлгән юлдар. Былар
барыһы ла ҡыуандыра, тормоштоң ни тиклем яҡшы яҡҡа үҙгәреүен шаһитлай. Шул уҡ
ваҡытта эсте ҡырған күренештәр ҙә юҡ түгел. Улар инде бер-бер артлы алтынға тиң
ҡарағай ағасы, таҡта, брус, бура тейәгән ҙур-ҙур йөк автомобилдәре, күбеһе
икенсе өлкәләрҙән. Ә ауыл халҡына ағас нормалап ҡына һәм һирәк бирелә.

Абҙаҡ

Бына минең 1953 йылда етенсе класты
тамамлаған Абҙаҡ ауылы, ул бик ҙурайған да, киңәйгән дә.
Һеңлем Лена (ул БАССР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РФ-тың мәғариф алдынғыһы)
менән ике туған ҡустыбыҙҙың ғаиләһендә туҡтап, сәй эсеп алдыҡ (ҡустыбыҙ Нәҡип
ярты йыл алда баҡыйлыҡҡа күсте). Ҡолсоғаҙы йылғаһы буйында өс ҡатлы яңы мәктәп
һалынған, ун йыл элек уның 95 йыллығында булыу бәхете тейгәйне, 100 йыллығына
барып булманы, үкенескә күрә. Мәктәп башҡорт халҡының ғорурлығы, мәшһүр рәссам
Әхмәт Лотфуллиндың исемен йөрөтә, уның мәңгелек йорто ла Абҙаҡ ауылы
зыяратында. Танылған йырсы Роза Аҡкучукова, шағир Әхмәҙин Әфтәх, йәш яҙыусы
Айгиз Баймөхәмәтов ошо ауылдан сыҡҡан. Бөгөн Абҙаҡта элекке ағас ҡырҡыу артеле
кәнсәһе йорто һаҡланған, уның эргәһендә әсәйем, һеңлем Лена менән йәшәгән йорт
та бар әле, тыш яғынан яңыса көпләнгән, унда кешеләр йәшәй. Ә кәнсә йорто буш
тора, тышҡы күренеше 54 йыл элеккене хәтерләтә, хәҙерге ауыл күренешенә тура
килмәй. Был тарихи ҡомартҡыларҙы фотоға төшөрөп алдым. Абҙаҡ ауылында бөгөн
ҡырсынташ сығарыу карьеры эшләй, ул экологик яҡтан һиҙелерлек зыян килтерһә лә,
халыҡ өсөн эш урыны булып тора, бынан тыш, яҡташтарым
Абҙаҡ тау саңғыһы базаһында, тимер юл станцияһында, Магнитогорск комбинатының
балалар өсөн ял-һауыҡтырыу базаһында, Белорет ҡалаһында эшләй, башҡа өлкәләрҙә хеҙмәт итеүселәр ҙә әҙ түгел.

Юлда

Бына Ҡолсоғаҙы йылғаһы күпере (элекке заманда
күпер юҡ ине, яҙғы ташҡын ваҡытында был проблемалар тыуҙыра ине) аша сығабыҙ,
һул яҡта, үрҙә әйтелгәнсә, матур мәктәп, уның биләмәһендә
мәктәптең 95 йыллығына килгән ҡунаҡтар ултыртҡан ағастар хәтһеҙ үҫкән, алда —
Мөхәмәт ауылына юл, уң яҡта, элекке матур урман эсендә, яңы ауыл барлыҡҡа
килгән, өйҙәр ағастан да, кирбестән дә төҙөлгән, коттедж кеүектәре лә юҡ түгел.
Өйҙәрҙең тышҡы күренештәренә ҡарап, хужаларының урындағы халыҡ, әллә ситтән
килгәнме икәнлеген фаразлап була. Өс саҡрым самаһы араны үткәс, матур, сылтырап
ағып ятҡан йылға күпере аша сығабыҙ. Элек йылға яры һәм һөҙәк тау битендә База
исемле 10 – 15 өйҙән торған ауыл бар ине. Бөгөн был ауыл тураһында өйөм-өйөм
кесерткән үләне үҫкән урындар ғына хәтерләтә. Абҙаҡ менән Мөхәмәт ауылдары
араһы 20 саҡрым. Юлдың күп өлөшөндә ике яҡтан да матур урман, күберәге төҙөү
ағасы ҡарағай, төрлө сәскәләр еҫе аңҡый, ҡоштар үҙҙәренсә һөйләшеп һәм көйләшеп
осалар, былар инде беҙҙең кеүек яһалма ҡала кешеләрен үткәнебеҙгә, үҙебеҙҙең
бишегебеҙгә алып ҡайта. Тағы ла дүрт тау йылғаһы аша үтәбеҙ, уларҙың исемдәре
бала саҡтан мейегә һеңеп ҡалған һәм бер ваҡытта ла онотолмай: Тумһа, Саҡмағош,
Үткәл, Тулаҡ. Тумһа йылғаһы тарафтарында уҡ юл буйында урман эсенән ҡырҡып
сығарылған, әле әллә ни өлгөрөп тә бөтмәгән (олоно нәҙегерәк) ҡарағай ағастары
күренә башланы. Саҡмағош йылғаһы күпере аша сыҡҡанда уҙған быуаттың 50-се
йылдарында йылға буйы аласыҡтарында бесән сапҡан ваҡыттар иҫкә төштө. Өсөнсө
йылға Үткәл тағы ла бала саҡҡа алып ҡайтты. Был йылға эргәһендә матур Көртмәле
тауы бар, Мөхәмәт ауылынан өс саҡрым тирәһе. Тауҙың исеменән күренеүенсә, уның
урманлы яғында ҡара көртмәле бик күп була ине, уны ҙур биҙрәләргә (8 — 10 литр) тиреп, өйгә алып
ҡайта инек. Хәҙер аптырайым, нисек ул ауырлыҡты 8 — 11 йәшлек балалар
ташығанбыҙ икән? Тормош шарттары шулай ҡушҡандыр, күрәһең.
Үрҙә әйтеп үтелгән йылғалар Бәләкәй Ҡыҙыл
йылғаһына ҡушыла. Шул сәбәпле элек был йылғаларҙа бағры, сабаҡ, сурағай (ҙурайғас
суртанға әйләнә) балыҡтары күп булды. Ауыл халҡы һирәк-мирәк Үткәл йылғаһын бер
нисә сәғәткә быуып, һыуын яланға ебәреп, үлән араһында ҡул менән балыҡ тоталар
ине. Бөгөн бындай күренеш браконьерлыҡ тип аталыр ине, ләкин ул заманда
балыҡтың күп булыуы уның иҫәбенә йоғонто яһамай ине. Үткәл һәм Тулаҡ йылғалары
араһында, юлдан һул яҡта, сәсеп үҫтерелгән тура һәм күбеһе бер йыуанлыҡтағы
матур, ҡуйы ҡарағай урманы күренә. Был урынды “Яҡуп ҡарт” ҡарағайлығы тип йөрөтәләр,
сөнки был ағастар Мөхәмәт ауылы кешеһе, тәбиғәтте үлеп яратҡан, ҡурсалаған Яҡуп
Таипов урмансы булып эшләгән 50-се йылдарҙа ултыртылған. Ҡапыл башымды шомло
уйҙар солғаны — киләһе йылда был иҫтәлекле хазина беҙҙе ҡаршылармы икән?
Алдыбыҙҙа Мөхәмәт ауылы ҡапҡаһы — ул Райхан сауҡаһы тип атала, ауылдан
бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта. Был сауҡа ике матур, юлдың ике яғында үҫкән ҡайындан
тора ине. Хәҙер инде уларҙың береһе юҡ (серегән), ә икенсеһе йәшәй, бөгөнгө
көндө үткәндәре менән тоташтыра. Был урындан береһенән-береһе матур,
бейеклектәре, яланғас урындарының майҙаны менән айырылып торған (һулдан уңға)
Бөркөт, Яхъя, Ләпәк, Ғәйшә һәм Бүре ҡырған тауҙары итәгендә урынлашҡан Мөхәмәт
ауылы күренеше асыла, уның менән һоҡланып бөтөрлөк түгел, нишләп был күренеш Әхмәт
ағай Лотфуллин иғтибарына эләкмәне икән тип аптырайым (һуғыш алдынан был ауылда
рәссамдың атаһы, әсәһе һәм ҡайһы бер туғандары йәшәгән). Элекке
заманда Райхан сауҡаһында туйға килгән ҡоҙаларҙы, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып,
артабан ҡунаҡтар менән ҡаршылаусылар саҡырылған өйгә (йышыраҡ егет өйөнә)
тиклем аттарын сабыштыралар ине. Күберәк, икенсе ауылдарҙан (шул иҫәптән Учалы
яҡтарынан) еңгәйҙәрҙе алып килеү тантаналары иҫтә ҡалған, сөнки беҙ, ир
балалар, еңгәйҙе күрергә һәм унан янсыҡ алып өлгөрөргә тырыша инек.
Мөхәмәт ауылының түбән яғында туғайлыҡ, уның
ситенән Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһы аға. Һуңғы йылдарҙа йылғаның үҙәне үҙгәргән, йәй
көндәре йылға урыны-урыны менән ҡорой. Бының төп сәбәбе — ауылдан дүрт саҡрым
алыҫлыҡтағы Йәйҙәр тауы аҫтынан көслө тауыш менән, даръя кеүек урғылып сығып,
йылғаны туҡлыҡландырыусы һыу сығанағының ныҡ кәмеүе, хәҙер ул – тауышһыҙ,
көсһөҙ генә тау аҫтынан сыҡҡан гөрләүек. Беҙ бала саҡта был тәбиғәт мөғжизәһенә
килеп, эс күпкәнсе һалҡын һәм тәмле һыу эсеп, бит йыуып китә инек. Бәлки, был
һыу шифалы ла булғандыр, ваҡытында уны тикшереүсе булғанын иҫләмәйем. Элек
Бәләкәй Ҡыҙылда ауылдың олоһо ла, кесеһе лә кинәнеп һыу инәләр, балыҡ тоталар
ине. Һуңғыһының киң таралған ысулы ат
ҡойроғо ҡылынан бәйләнгән мәскәү булды, нәҙек тал ағасынан үрелгән мурҙа ла
файҙаланылды, ҡайһы бер сос кешеләрҙә ау ҙа бар ине. Балыҡ тотоуҙың тағы ла бер
ысулы – төндә
сыраҡҡа төшөү. Миңә, 9—10 йәшлек сағымда, бер нисә тапҡыр бындай төнгө
балыҡсылыҡта йөрөү ҡыуанысы тейҙе. Бөгөн дә күҙ алдында ҡабатланмаҫ төнгө йылға
өҫтөндәге күренеш. Алдан ҡарағас ағасы түмәренән ваҡлап әҙерләнгән утын (уны
“сыра” тип атайҙар ине) әҙерләйҙәр, тимерсыбыҡтан кәрзин үрәләр, көрәктән
һандау эшләйҙәр ауыл тимерлегендә, балыҡ һалырға бер-ике тоҡ та табалар.
Быларҙың бөтәһен дә арбаға тейәп, ике-өс саҡрым йылғаның ағышы буйынса түбәнгә
китәләр. “Экспедицияла” дүрт-биш кеше ҡатнаша: икеһе, алмашланып, “сыра” менән
тултырылған һәм янып торған кәрзинде оҙон таяҡ башына бәйләп, һыу өҫтөн
яҡтырталар, ике кеше йоҡлаған балыҡты һандау менән сәсеп алып, ярға ырғыта,
уларҙы яр буйлап барған кеше йыйып, тоҡҡа йә берәй муҡсаға һалып бара. Йыйыу вазифаһын
үтәгән кеше менән бергә миңә лә йөрөргә насип булды. Һүрәтләнгән балыҡсылыҡтың
төп ҡағиҙәһе — һыу ағышына ҡаршы йөрөү. Бөгөн быларҙы көрһөнөп иҫкә алырға ғына
ҡала, сөнки йылғала һыу ҙа юҡ тигәндәй, балыҡ та юҡ тип әйтергә була.

Мөхәмәт

Бына Мөхәмәт ауылының баш (элекке берҙән-бер
урам) урамына килеп индек. Бөгөн ул “Үҙәк” тип атала. Был беҙҙең бала саҡта
йүгереп туп уйнап, рәхәтләнеп йәшел үлән өҫтөндә тәгәрәп йөрөгән урам, ул
оҙонайған, йорттар береһенән-береһе матур, урамдар күбәйгән, Үҙәк урамдың
уртаһында – үтә лә матур, ағастан эшләнгән мәсет. Беҙгә (хәләл ефетем Наиләгә
һәм һеңлем Ленаға) 2008 йылда уны асыу тантанаһында булыу бәхете тейгәйне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн мәсет ишеге күберәк ваҡыт бикле, сөнки ауылда
имам-хатип булырлыҡ уҡымышлы йәштәр юҡ, ә ситтән саҡырылған кешегә йәшәү
шарттары булдыра алмайҙар ауыл советы һәм район етәкселәре. Бер яҡтан, ауылдың
матурайыуы ҡыуандыра, икенсе яҡтан, ауыл халҡы “ауырайған” кеүек, элекке ҙур
клуб юҡ, хәҙергеһе артҡы урамда, бер нисә йыл алда, балалар һаны етмәү сәбәпле,
ябылған туғыҙ йыллыҡ мәктәптең бер өлөшө. Кис булһа, тауыш-тын юҡ, һәр өйҙә –
яҡты электр лампочкалары, телевизор. Әүәлге заманда кәрәсин шәме яҡтыһында ла
клуб “дөрһөлдәп” тора ине, йыр, гармун тауыштары, ҡыҙ-малайҙарҙың сырҡылдап
көлөшөүҙәре һыҙылып таң атҡансы дауам итә торғайны. Бының урынына унлаған
өйләнмәй ҙә, әллә ни эшләп арымаған да егеттең тамаҡ төбөн сылатып, көңгөр-ҡаңғыр
күңел асыуы күҙгә ташлана. Ауыл мәктәбендә дүрт кенә класс, быйыл мәктәпкә 8 —
9 бала йөрөйәсәк. Эш мәсьәләһе лә ябайҙан түгел, шәхси кәсеп менән шөғөлләнгән
бер-ике ағас ҡырҡыу һәм бура бурау хужалығы бөтә теләгән кешене эш менән тәьмин
итә алмай, бынан тыш, уларҙа эшләү ваҡыты стажға инмәй.
Ахырҙа, беҙҙең яратҡан һәм ҙур ихтирам иткән
Рыҫбикә еңгәйҙең өйө янына килеп туҡтаныҡ, элекке кеүек йүгереп сығып ҡапҡаны
асыусы ла күренмәне. Өйгә индек, еңгәй карауатта йоҡомһорап ята. Ҡосаҡлашып
күрештек, уны торғоҙоп, етәкләп өҫтәл эргәһенә алып килеп ултырттыҡ. Еңгәйебеҙ
90 йәшен ҡыуа, хәҙер өй эсендә генә таяҡҡа таянып йөрөй. Уның үткән тормошон
күҙ алдына килтереп, бөгөнгә тиклем
тәртиплелегенә, ыҫпайлығына, егәрлелегенә, аҡыллы һәм уйсан фекер йөрөтөүенә
һәм иҫ киткес хәтерле булыуына һоҡланаһың да,
аптырайһың да.
Ул Әбйәлил районы Исхаҡ ауылында тыуған, 15 — 16 йәшендә Белорет яҡтарына һал
ағыҙыуға ебәрелгән, һуңғыһынан ике иптәш ҡыҙы менән ҡасҡан, яҙғы Ағиҙел
йылғаһына бата яҙған, апрель айының һалҡын көндәрендә Мөхәмәт ауылы аша
(Белорет менән Мөхәмәт араһы 40 саҡрым, сана юлы, урыны менән юлдың һөлдәһе
генә күренә, һуғыш йылдары) 70 саҡрым юлды йәйәүләп үтеп, көскә үҙҙәренең ауылдарына барып йығылалар.
Был ваҡытта киләсәктә 72 йыл тормошо Мөхәмәт ауылы менән бәйле булыры уның
уйында ла булмағандыр. 17 генә йәшендә (1945
йыл) һуғыштан ауыр яраланып ҡайтҡан, минең әсәйемдең бер туған ҡустыһы Һаҙый
Таһировҡа тормошҡа сыға, ете бала әсәһе була. Тормош иптәше 38 йәшендә (1962
йыл) һуғыш яраларынан һауыға алмай, баҡыйлыҡҡа күсә. Рыҫбикә еңгәй ете бала
менән (иң өлкәненә 16 йәш була) иҫке генә өйҙә тороп ҡала. Оло юлдан 20 саҡрым
ситтә ятҡан ауылда (йәһәннәм төбәге) ауыр
ағас ҡырҡыу эшенән башҡа рәсми эш юҡ. Ләкин ул бирешмәй, бер кемгә лә бәлә
һалып йөрөмәй, ҡулынан килгәнен эшләй: ойоҡбаш, шәл бәйләй, йәш ағас ултыртыу
эштәренә сыға, мал тота, уларға ҡышҡа етерлек бесән әҙерләй, балаларға әҙерәк
пособие ала, йәй көндәре балалары менән еләк-емеш йыя, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар
әҙерләй. Өлкән улы Хатип ҡасандыр атаһы Әүжән яҡтарынан алып ҡайтҡан локомобиль
ярҙамында эшләүсе пилорамала эшселәргә ярҙамсы булып эшләй башлай. Рыҫбикә
Хәсән ҡыҙы бөтә балаларын да аяҡҡа баҫтыра, ләкин көтөлмәгән ауыр бала
ҡайғылары ла кисерә — бөгөн ете баланың өсөһө генә иҫән, иң өлкәне (71 йәш)
ҡаты ауырыуға дусар булды, бер ҡыҙы – ауылда, икенсеһе Силәбе өлкәһендә йәшәй.
Утыҙ йәшкә лә етмәгән бер ейәнсәре, ҡаты ауырыуҙан һуң, гүр эйәһе. Ниндәй генә
ауырлыҡтар, ҡайғылар кисермәһен, Рыҫбикә еңгәй бирешмәне, үҙенең тырышлығы һәм
балаларының, ауылдаштарының ярҙамы менән әллә ҡасан өйөн яңыртты. Бер-ике класс
ҡына белемле кеше ғәрәп алфавитын үҙләштерҙе, Ҡөрьән уҡый һәм бөгөнгө Мөхәмәт
ауылында иң оло уҡымышлы ағинәй, уны күп сараға алып йөрөйҙәр.
Беҙ Мөхәмәт ауылында, Рыҫбикә еңгәй йортонда,
дүрт көн булдыҡ, зыяратҡа барып, унда мәңгелек йорттарын тапҡан туғандарға,
бала саҡ иптәштәргә, аралашып йәшәгән ағай-апайҙарға башыбыҙҙы эйҙек. Беҙҙең
әсәй Нәсихә Баймырҙа ҡыҙының тыуыуына 100 йәш тулыуға (ошо ауылда тыуған)
арналған аят уҡыттыҡ. Ул Асҡар мәктәбенең ете класын тамамлай (күренекле
композитор Рафиҡ Сәлмәнов менән бер йылдарҙа уҡый), район мәктәптәрендә
уҡытыусы була, Әлмөхәмәт ауылы, Ҡыҙыл Армияның кадрҙағы офицеры Айса Өмөтбаевҡа
тормошҡа сыға, 1938 — 1941 йылдарҙа ғаиләһе менән Көнбайыш Украинала йәшәй,
һуғыш башланғас, Башҡортостанға эвакуациялана, ҡыҫҡа ваҡыт Асҡарҙа йәшәй,
һуңынан тыуған ауылына — әсәһе янына ҡайта. Бында ул колхозда, артелдә, ауыл
советы секретары, хисапсы булып эшләй, ирҙәре, улдары һуғышҡа киткән ғаиләләрҙе
уларға тәғәйенләнгән матди ярҙам менән тәьмин итеү буйынса бик ауыр һәм
ҡатмарлы эштәр башҡара. Бының өсөн уға йылдың төрлө миҙгелендә көнөн дә, төнөн
дә ат менән Асҡар, Ташбулат ауылдарына, Белорет, Магнитогорск ҡалаларына
йөрөргә тура килә. Ике балаһын тәрбиәләй, һуғыштан II төркөм инвалиды булып
ҡайтҡан ҡустыһының, башҡа туғандарының ғаиләләренә ярҙам итә. Атайыбыҙҙан 24
йәше лә тулмай ҡалып (атайыбыҙ 1941 йылдың июль айында хәбәрһеҙ юғала), бөтә
ғүмерен балаларына бағышлай. Ул “1941—1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы
фиҙакәр хеҙмәте өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнде, 1966—1984 йылдарҙа
беҙҙең менән Өфөлә йәшәне.
Бөгөн Мөхәмәт ауылында яҡын туғаным һәм бала
саҡтан дуҫым Ғениәт Таһиров һәм уның
бик иғтибарлы хәләл ефете Зәмһәрә, шулай уҡ яҡын туғаным һәм дуҫым Ҡунаҡбай
Низамовтың тол ҡатыны Ҡанифа, Әхмәҙи ҡорҙаш һәм Зөһрә генә ҡалғандар бала саҡ
иптәштәремдән. Ғениәт үтә ҡыҙыҡ әңгәмәсе,
электән килгән күп мәрәкәләрҙе иҫендә тота, элекке ауыл кешеләренең йәшәү
күренештәре тураһында мауыҡтырғыс һүҙ йөрөтә. Мөхәмәттә булған дүрт көн беҙгә
дүрт сәғәт кеүек кенә күренде. Ни бары Ләпәк тауы башына менеп төшөргә ваҡыт
булды, тау юғарылығынан түбәнгә ҡараһаң, ҡарт та, йәш тә Мөхәмәт ауылы йәйелеп
ята, арыраҡ боролоп-боролоп Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһы аға, тағы ла арыраҡ —
ҡалҡыулыҡта үҙенең арҡаһы менән матур ҡайынлыҡ урманына терәлгән Аръяҡ (электән
халыҡ биргән исем) яландары һуҙылған. Тик ундағы алып китергә әҙерләнгән ағас,
өймә-өймә ярым серек ағас ҡалдыҡтары, һатырға әҙерләнгән буралар ғына кәйефте
боҙа. Шуны ла әйтергә кәрәк, был урындарҙың тәбиғи байлығы, халыҡ таянысы
һәм ғорурлығы булған урман саманан тыш һирәкләнә, ауыл халҡының күбеһе ул
ағастың ҡайҙа киткәнен дә аңламай, үтә лә әүҙемләшкән кәсептең файҙаһын да әллә
ни тоймай кеүек.
Бына ҡайтыр көн дә килеп етте, Рыҫбикә еңгәй
өйө янында туғандар йыйылған, фотоға төшәбеҙ, ҡосаҡлашып һаубуллашабыҙ, күҙҙәр
еүешләнә, тағы ла күрешербеҙме икән, тигән уйҙар башты солғай. Һеңлем Лена
менән машинаға ултырып, юлға ҡуҙғалабыҙ, Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһы күпере аша
сығабыҙ, Аръяҡҡа күтәрелеп, пилорама янында машинаны туҡтатабыҙ, һаман да өй
эргәһендә торған туғандарға ҡул болғайбыҙ (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике айҙан һуң
Рыҫбикә еңгәй ҡаты ауырып китә, Белорет дауаханаһында ята, һуңынан ейәнсәрҙәре
ҡулына ҡала; баһадир кәүҙәле, бик иғтибарлы һәм мәрхәмәтле Фирғәт туғаныбыҙҙы
урманда ағас баҫа, уға 56 йәш тә тулмай ҡала). Райхан сауҡаһының яңғыҙ ҡалған
бөҙрә ҡайыны эргәһендә тағы ла туҡтайбыҙ, бер саҡрым артта ҡалған, күреп
туймаҫлыҡ, 70 йылдан ашыу үҙенә тартып торған, беҙҙең ауыр, ләкин күбәләк кеүек
осоп йөрөгән бала сағыбыҙға — Мөхәмәт ауылына был сәйәхәттә һуңғы тапҡыр еүеш
күҙҙәребеҙҙе ташлайбыҙ.

Юлда

Бишенсе-алтынсы кластарҙа уҡыған осорҙа ял
көндәрендә, байрамдарҙа күберәк йәйәү йөрөгән Мөхәмәт — Абҙаҡ юлынан барабыҙ.
Нисек, арыу-талыу белмәй, йәй ҙә, ҡыш та был 20 саҡрым араны йәйәү үтеп
йөрөгәнбеҙ икән, ҡайҙан көс табылғандыр. Дәрт тигәнең баштан ашыу булғандыр,
күрәһең, сөнки бының нигеҙендә “донъяла берәү генә булған” ауыл ҡосағына, уның
һоҡланғыс тәбиғәтенә, әсәй, өләсәй, туғандар, дуҫтар эргәһенә тиҙерәк ҡайтып
етеү теләге булғандыр. Элек был юлдан машиналар бик һирәк, ҡоро һауа
шарттарында ғына йөрөй ине. Бөгөн был юлға таш түшәлгән (шоссе), бөтә төрлө
еңел машиналар йөрөрлөк. Шулай ҙа, былтырғыға ҡарағанда, юлда соҡор-саҡыр
күбәйгән. Кеше әйтеүенсә, юлды яҙ көндәре йыш йөрөгән ҙур йөк машиналары боҙоп
бөткән. Уларға килем генә кәрәк, ә юлды төҙөкләндереү мәсьәләһе урындағы
хакимиәт хәстәре булып ҡала, ә уның мөмкинлеге сикләнгән, бигерәк тә һуңғы
көрсөк, санкция йылдарында.

Яҡтыкүл

Абҙаҡ ауылында һеңлем Лена менән айырылышабыҙ
— ул Өфөгә ҡайта, ә мин юлды “Яҡтыкүл” шифаханаһына тотам һәм киске сәғәт
һигеҙҙә бишенсе йорттоң икенсе этажындағы 205-се бүлмәһенә урынлашам. Бүлмә
тәҙрәһе, балконы күл яғына ҡарай, күлгә матур күренеш асыла. Бында мин 14 көн
буласаҡмын. Быйыл “Яҡтыкүл”гә рәттән өсөнсө тапҡыр киләм, сөнки тыуған ерем
Әбйәлил һәм уның иҫ киткес тәбиғәте тартып тора. Ҡырҡты тауҙарына ҡараһам, күңелдә ғорурлыҡ тойғолары уяна, дәрт өҫтәй, әгәр ҙә
шағир булһам, ул тауҙарға әҫәрҙәр бағышлар инем. Ошондай
минуттарҙа 50-се йылдарҙағы, был тауҙар аша (халыҡ уларҙы Ҡандығай Ҡырҡтыһы тип
йөрөтә) урыҫ ауылы Спасскийға онға алмаштырыу өсөн арбаға таҡта тейәп барған
ваҡиға иҫкә төшә. Тауҙарҙың һарҡыулығы утыҙ градустан кәм түгел, ат арба
ауырлығын тота алмай, сөнки юлда күбә ҙурлығында таштар. Ошо сәбәпле арбаның
алдағы бер тәгәрмәсенә тимер тығып, тормозлайҙар. Бынан һуң тәгәрмәс өйрөлмәй,
ә таш өҫтөнән, ныҡ тауыш сығарып, шыуа, атҡа ауырлыҡ еңеләйә. Ике-өс арба
араһында береһе минеке ине. Ҡыҫҡаһы, мин 12 — 13 йәшлек малай, йөк хужаһы
ролендә барам. Ҡандығай Ҡырҡтыһы аша ялан яҡҡа (Күсем, Ташбулат ауылдары)
төшкәс тә, минең арбаның күсәре емерелде. Өлкән ағайҙар арбаларҙағы булған
тимерсыбығы менән ул күсәрҙе ашығыс ҡына сырманылар, сөнки Ташбулат ауылынан
таң атмаҫтан алда үтеп китергә кәрәк, урман ҡарауылсыһына эләкмәҫ өсөн.
Имен-аман тәғәйенләнгән урынға барып етеп, арбаларға он тейәп (минең арбалағы
таҡтаға ике тоҡ самаһы он килде), кире ҡайтыу юлына сыҡтыҡ. Оло ағайҙар,
сәйәхәттең уңышлы булыуына шатланып, Ҡырҡты тауҙары итәгендә урынлашҡан ҡымыҙ
әҙерләү урынында туҡтанылар, ҡымыҙ һәм бүтән төрлө шыйыҡсаны ла “ҡабул”
иттеләр. Көн бик эҫе булыу сәбәпле, мин арып, арбала йоҡлап киткәнмен. Ике тоҡ
он алып ҡайтҡан малайҙы туғандарым “герой” кеүек ҡаршы алдылар.
Был яҡтарҙың оҡшауының өсөнсө сәбәбе: таҙа
һауа, тыныс мөхит, шифахана табиптары һәм башҡа эшмәкәрҙәр
иғтибарлы, үҙ эштәренең профессионалдары, кәрәк дауалау ысулдары ла етерлек һәм
файҙалы, туҡланыу яғы ла һәйбәт. Бынан тыш, ял итеүселәрҙең буш ваҡытында
шифахана клубында концерттар, төрлө ҡыҙыҡ кисәләр ойошторола, экскурсия
маршруттары тәҡдим ителә. Күл буйында ваҡ һәм йомшаҡ ҡомло пляж, кәмә, һыу
велосипедтары прокаты эшләй. Күл яры буйлап 300 метр тирәһе оҙонлоҡта
таш плиткалар түшәлгән йәйәү йөрөү юлы. Иртән, кис был
юлдан ял итеүселәр өҙөлмәй, улар араһында мин дә булырға тырыштым. Прогулка
ваҡытында күҙҙәр күлдән айырылмай. Башҡортостандың иң тәрән (28 метр) күленең хозурлығы,
кәмәлә йөҙөп балыҡ тотоусылар, елкәнселәр, күлдең ялан яғындағы
әкиәттәгесә сихырлы тауҙар, ә шифахананың үр яғында урманлы мөһабәт тау. Уның
итәгенән шифахана хеҙмәткәрҙәре йәшәгән урынға асфальт юл үтә. Был урындағы
коттедждар аптырата, улар бик күп, күлдең ярына үтә лә яҡын төҙөлгәндәре лә аҙ
түгел. Был инде башта төрлө һорауҙар тыуҙыра.
Шифахана корпустары ыҡсым урынлашҡан,
бишенсе, беренсе корпустар һәм ашхана үҙ-ара тоташҡан. Был ял итеүселәр өсөн
уңайлы, бигерәк тә йонсоу һәм һалҡын ҡыш көндәрендә. Бәлки, алдағы ваҡытта
дауаланыу корпусы ла башҡалары менән тоташыр. Бер үк урында матур, тәмле һәм
арзан кафе, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары һәм сувенирҙар магазиндары,
дарыухана урынлашҡан, банкомат та бар. Бишенсе корпустан урамға сыҡмай, туранан
китапханаға, ял итергә килеүселәрҙе теркәү урынына, клубҡа барып була, ошонда
уҡ медпункт урынлашҡан.

Күсем

Шифахананан дүрт саҡрым тирәһе алыҫлыҡта
матур, бай тарихлы һәм мәғәнәле исемле Күсем ауылы ята. Килгән һайын был
ауылдың шәхси ҡымыҙ етештереүсеһе, мулла Йәмил ҡустынан ҡымыҙ һатып алам (ҡымыҙ
шифахана магазинында ла һатыла, ләкин ауылда үҙең теләгән сифатлыны алып була). Ауыл үҫә, эсте бер әйбер өйкәй — ҡырҙан
килгән кешеләр күбәйә. Ауылдың иң иҫтәлекле урыны — Советтар Союзы Геройы,
генерал-майор Таһир Таип улы Күсимовтың
музейы. Бында мин беренсе тапҡыр 2015 йылда булдым, баһалама китабында
үҙемдең тәьҫораттарҙы яҙып ҡалдырҙым. Был юлы ла бурысымды ҙур ҡәнәғәтләнеү
хистәре менән башҡарҙым, башҡорт халҡының ошондай улы булғанлығы менән ғорурландым, ауыл ерендә
бындай тыштан күркәм, эстән күп экспонат тупланған мәҙәниәт, хәтер усағы
булдырыуға өлгәшкән урындағы халыҡҡа, уларға ярҙам иткән хакимиәт органдарына
рәхмәтемде белдерҙем. Билдәле булыуынса, был музейҙы төҙөүҙә күп көс түккән,
унда экспонаттар туплаусы, күп йылдар уны ҡурсалаусы, танылған шәхес, уҡытыусы,
әүҙем йәмәғәтсе, һуғыш ветераны Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов булған. Рәхмәт уға,
үҙенән һуң юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған. Ул Таһир Күсимов менән йылы мөнәсәбәттә,
төрлө сараларҙа күрешеп, уның менән яҡшы мөғәмәләлә булған, уның тураһында
гәзит, журнал биттәрендә лә яҙған.
Быйыл да үҙемдең былтыр осраҡлы ғына танышҡан
туғанымдың хәлен белдем. Ул – Тәслимә Батырғәле ҡыҙы Вәлитова, сентябрь айында
уға 80 йәш тулды. Иҫке генә өйҙә бер үҙе йәшәй, бер бөртөк улын бер нисә йыл элек үлтереп киткәндәр, килене ҡаты
ауырыуға дусар булған, тыуған ауылы Рауилгә алып ҡайтҡандар, ике ейәнсәре Өфөлә
уҡый, эшләй. Уның янына бер кем килмәй, урындағы йәмғиәт тә уны онотҡан. “Үлеп
ятһам, бер кем дә белмәҫ инде”, — тип ҡайғыра апай. Ғүмер буйы ауыр физик эштә эшләгән, хәҙер
бер кемгә лә кәрәкмәй. Бик матур итеп башҡорт орнаменттарын сигә, түшелдеректәр
һәм башҡа әйберҙәр оҫтаһы. Быйыл үҙенең ҡулы менән эшләнгән әйберҙәрҙе тағып,
кейеп, “Яҡтыкүл” шифаханаһы янында үткән һабантуйҙа ҡатнашҡан. Өфөнән килгән
ҡунаҡтар (артистар, башҡа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре) уның әйберҙәре менән бик
ҡыҙыҡһынған, һатып алырға ла әҙер булғандар. Ләкин Тәслимә апай уларҙы хәҙергә
таратмай, берәй күргәҙмәлә күрһәтеүенә өмөт итә. Бындай кешеләр үҙҙәренең рух
байлыҡтары менән һоҡландыра. Юҡҡа ғына “йәшәү — күҙ асып йомғансы”
тигән фекер йөрөмәй.

Таштимер

Минең дә шифаханалағы 14 көн үтеп
китте, Асҡар яғына юл тоттом. Бына Таштимер ауылы, уның менән байтаҡ йәшлек
хәтирәһе бәйләнгән — 1962 йылдың декабрь айында бында хәләл ефетем Наилә менән
минең баш балабыҙ Вадим донъяға килде. Ул дәүерҙә беҙ Көньяҡ Ҡаҙағстандабыҙ, ә Таштимерҙә
һеңлем Лена, БДУ-ны тамамлап, рус теле уҡытыусыһы булып беренсе йыл
эшләй ине. Әсәйем дә уның менән йәшәне был осорҙа. Көтмәгәндә Ленаның ныҡ
ауырып китеүе тураһында алыҫ Ҡаҙағстанда беҙ телеграмма алдыҡ. Икеләнмәйенсә
юлға сыҡтыҡ (мин отпуск алдым), Наилә бала көтә ине. Таштимергә килһәк, бер кем
дә ауырымай, Аллаға шөкөр, тип ҡыуандыҡ, телеграмманы әсәйем ебәргән, беҙҙе
һағынған. Бер нисә көндән мин Ҡаҙағстанға эш урынына киттем, Наилә Таштимерҙә
ҡалды. Ул ваҡытта Таштимер ауылы ситендә (хәҙер был биләмә Әбйәлил ауылына инә)
бер ҡатлы табип-акушер пункты бар ине, унда йәш табип Рауза Әбделхаҡ ҡыҙы
Ғибәҙәтова эшләне. Беҙҙең баланың кендек инәһе ул булды. Ҡасандыр минең класташым, ә һуңынан
республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Рафиҡ Ғибәҙәтовтың бер туған апаһы ҡулында,
беҙҙе ҡыуандырып, беренсе балабыҙ тыуыр тип, кем уйлаһын ул саҡта. Бөгөн элекке
“больница” тип аталған йорт ишектәрендә йоҙаҡ эленгән, стеналағы штукатурка
емерелә башлаған, түбәһендәге тимер йомарланған. Ауыл кешеләре әйтеүенсә,
йортто бөтөнләй емерергә йыйыналар, сөнки уның бөгөн кәрәге юҡ, тик тирә-яҡтағы
күренеште боҙоп ҡына ултыра. Шулай ҙа минең өсөн табип-акушер пункты ҡәҙерле лә, иҫтәлекле лә. Был урындан алыҫ түгел
яңы дауахана төҙөлгән, ул матур ҡыҙыл кирбестән һалынған, ике ҡатлы, тыш яғынан
күҙҙең яуын алып тора. Улым Вадимға һәм уның балаларына, ейән-ейәнсәрҙәремә
күрһәтермен тип, иҫке дауахананы фотоға төшөрөп алдым.

Юлда

Ярты сәғәттән Ҡужан ауылында йәшәүсе
класташым Ғәйфулла Хәйруллиндың матур өйө ҡапҡаһы янына килеп туҡтаным, дуҫым
менән ҡосаҡлашып күрештек, ул ғаиләһе — ҡыҙы Фәниә, ейәнсәре Хизәлиә менән
таныштырҙы (хәләл ефете баҡыйлыҡҡа күскән). Донъяһы таҙа, тәрбиәле. Мал тота,
унан етештерелгән продукцияның артығын Магнитогорск ҡалаһына алып барып
һаталар, был инде Ғәйфулланың пенсияһына әҙерәк өҫтәмә була. Натураль булмаған аҙыҡ-түлекте ауыҙына ла алмаған ауыл халҡы шулай итеп
көр йәшәй, ҡулын ҡаушырып, бәлә һалып, “алма беш,
ауыҙыма төш” тип ултырмай. Сәй эсеп алғас, Ғәйфулла менән район үҙәге Асҡарға
юл тоттоҡ. Сифатлы асфальт юл, 80 саҡрым
менән елдерәбеҙ. Асҡар мәктәбендә уҡыған йылдарҙа (1953 — 1956) был юлдарҙан
йәйәү, велосипед менән 50 саҡрым алыҫлыҡтағы Мөхәмәт ауылына (ул ваҡытта ауыл
Әбйәлил районына ҡарай ине) байрамдарҙа ҡайтып йөрөгән миҙгелдәр иҫкә төштө. Ул
дәүерҙә асфальт юл төштә лә күренмәгәндер, ләкин юл тирәһе яландар иркен булды,
унда иген үҫтерәләр, бесән сабалар ине. Бөгөн был яландарҙы ваҡ ағас ҡаплаған,
улар эшкәртелмәй, уларҙа көтөүһеҙ йәғни
ҡарауһыҙ мал
йөрөй.
Асҡар алдынан Дауыт ауылын үтәбеҙ, уның бер
яғы Ҡужан ауылына йүнәлгән, икенсе яғы Асҡар менән тоташҡан тиерлек. Мин эстән
тулҡынланам, бында тыуғанмын, бынан илебеҙҙең көнбайышына минең “сәйәхәт”
башланған, дәһшәтле 1941 йылдың июль айында Асҡарға әйләнеп ҡайтҡанмын (был
турала үрҙә яҙылды). Ул саҡтағы Асҡарҙы мин күҙ алдына килтерә алмайым, бәләкәй
булғанмын, ләкин 1956 йыл менән сағыштырғанда, минең уйымса, Асҡар бер бәләкәй
ҡалаға әйләнгән. Магнитогорск ҡалаһына киткән юлдың ике яҡ тау буйҙары, Иҙәш
йылғаһы тирәһе, элекке һабантуй яланы, машина-трактор станцияһы урынлашҡан
урындар өйҙәр менән тулған, өйҙәр генә түгел, ә икешәр-өсәр ҡатлы коттедждар
ҡалҡып сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта Асҡарҙың үҙәк урамдарында иҫке ағас йорттар ҙа
һаҡланған. Улар инде беҙҙең мәктәп йылдарын, үткәндәрҙе һағыныу тойғоларын
уята.
Был көн беҙ класташтарыбыҙ Зөлфәр Ғарипов һәм Луиза Нафиҡова (Сафиуллина)
өйҙәрендә булдыҡ, сәй эстек, иртәгә, мәктәпте тамамлауға 61 йыллыҡта күрешеү
сараларын хәстәрләнек, ике зыяратта булып, Фирғәт Зәйнуллин, Марат Сәйфиев,
Таһир Ғабдуллин ҡәберҙәренә сәскә һалдыҡ. Асҡарҙан ҡайтышлай, Ҡужандан дүрт-биш
саҡрымдағы тәбиғәт мөғжизәһе — өлтөк ҡарағастарҙы барып күрҙек, фотоға төштөк.
Юҡҡа ғына түгел — “Яҡтыкүл” шифаханаһының бер экскурсия маршруты ошо урын менән
бәйле. Иҫ киткес матур, бөҙрә ағастар (әллә ни ғәҙәти ҡарағасҡа ла
оҡшамағандар), улар күп түгел. Ҡайҙарҙан осоп килгәндер ул ағастар орлоҡтары,
аңлауы ауыр. Икенсе яҡтан, ниндәй шарттарҙа ғәҙәти ҡарағас йәки икенсе ағас
үҙенең тышҡы күренешен үҙгәртә алған? Тағы ла бер мөғжизә — Ғимран ташын да
барып күрҙек. Ул – Ҡырҡты тауҙары араһында барлыҡҡа килгән текә таш-тау. Мин
уны диңгеҙ портында якорҙа торған ҙур карапҡа оҡшаттым. “Яҡтыкүл” шифаханаһының
экскурсия маршрутында был ташҡа ла сәйәхәт бар. Беҙҙең Башҡортостан, ысынлап та, туризм иле, тик
был турала һөрән һалып ҡына ҡалмай, күп эш башҡарырға кәрәк.
Мин Ҡужан ауылының урман яғына ҙурайыуына
аптыраным. Көрсөк, санкциялар беҙҙең кешегә кәртә түгел, йәшәү шарттарын
яҡшыртырға, ҡала еҫенән алыҫыраҡ китергә тырышалар. Шул уҡ ваҡытта ауыл
төҙөлөшөнөң төп планы булмауы йә уның үтәлмәүе күҙгә салына. Ҡайһы бер өйҙәр
буталсыҡ урынлашҡан, ҡайһы урындан яңы урам үтәсәген аңлауы ауыр. Тәбиғәттең
матурыраҡ урынында (ҡайынлыҡ, урманға яҡын, хатта уның эсендә) өй төҙөүгә
ынтылыш күҙәтелә. Тәбиғәттең матурлығы бөтәбеҙгә лә кәрәк бит, был инде уның
менән дуҫ булырға, уны ҡурсаларға, уға күберәк иғтибар бүлергә өндәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күренеш бөтә яңы төҙөлөш барған урындарҙа ла.

Асҡар

Класташтар менән осрашыу көнө килеп етте.
Асҡар мәктәбенең 10-сы башҡорт класын 1956 йылда 34 уҡыусы тамамланы,
иҫән-һауҙары 15 кеше, уларҙың 12-һе – Әбйәлил районында, берәр кеше
Магнитогорскиҙа, Туймазыла, Өфөлә йәшәй. Рус класын 11 бала тамамланы, уларҙың
береһе – Вәкил Тайсин осрашыуҙа булды. Бөтәһен дә алдан уҡ беҙҙең бик хәстәрле
ойоштороусыбыҙ Ғәйфулла иҫкәрткән. Көндөҙгө сәғәт 12-лә Асҡарҙың “Тамъян”
исемле кафеһына йыйылдыҡ. Күрешеүебеҙҙе хуплап,
ямғыр ҙа яуып ебәрҙе. Төрлө сәбәптәр (күбеһе һаулығы буйынса) менән биш
иптәшебеҙ осрашыуға килә алманы. Күркәм бүлмәлә, матур итеп йыһазланған, төрлө
һәм тәмле ашамлыҡтарға бай өҫтәл артында 14 кеше урын алдыҡ (дүртеһе
класташтарыбыҙҙың икенсе яртыһы). Бынан саҡ ҡына алда фотоға төштөк.
Осрашыуҙы ҡыҫҡа, ләкин мәғәнәле
инеш һүҙ менән Ғәйфулла асып ебәрҙе. Ул 34 класташыбыҙҙың исем-фамилияһын уҡып
ишеттерҙе, беҙҙең аранан мәңгелеккә киткән иптәштәребеҙҙе тороп, бер минут
тынлыҡта иҫкә алырға тәҡдим итте. Класташыбыҙ Ғәлиә Нурғәлинаның (Яхинаның)
тормош иптәше, хәҙрәт Салауат аят уҡыны. Артабан мәктәп йылдарының
ҡыҙыҡ-мәҙәктәрен иҫкә алыуҙар барҙы, уҡытыусыларыбыҙҙы ла ҡәҙерләп иҫкә алдыҡ. Бынан һуң класташтарыбыҙ мәктәптән һуңғы тормош юлдары тураһында
һөйләне. Түбәндә, класташтарымды яҡынданыраҡ таныштырыу ниәте менән, был
сығыштарҙың ҡыҫҡа йөкмәткеһен килтереп китәм.
Нәҡиә Баянова (Ильясова) 17 йәшендә атаһын юғалта, ғаиләлә тағы ла өс
бала була. Нәҡиә уларҙы уҡытырға тырыша, үҙенең 10-сы кластан һуң
артабан уҡыу мөмкинлеге булмай. Бер йыллыҡ
бухгалтерҙар курсын тамалағандан һуң Сибай совхозында
эшләй, 1969 йылдан Сибай ҡалаһында йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы баш
белгес-товаровед булып эшләй. Тормош иптәше хаҡлы ялға сыға карьерҙа БелАЗ
машинаһы водителе була, үкенескә күрә, бөгөн ул баҡыйлыҡта. Нәҡиә һәр ваҡыт
эшен намыҫ менән башҡара, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны, өс ир бала тәрбиәләп
үҫтергән: беренсе улы Сибай тау колледжын тамамлаған, хәҙер Красноярск крайында
алтын сығарыу предприятиеһында вахта ысулы менән эшләй; икенсе улы –
Магнитогорск ҡалаһындағы тау институтын, өсөнсөһө Мәскәү иҡтисад институтын
тамамлаған, юғары вазифалы урындарҙа эшләйҙәр. Нәҡиәнең алты ейәне һәм өс
ейәнсәре бар. Ул бөгөн үҙенең йөкмәткеле тормошо һәм илебеҙгә хеҙмәт итеү
бурысын тулыһынса атҡарыуы менән ғорурлана ала.
Луиза Нафиҡова (Сафиуллина) тетрәндергес тормош юлы үткән. Донъяға килеүенә
өс көн тигәндә, 1937 йылдың декабрь аҙағында, атаһын “ҡара ҡоҙғон” (“черный ворон”) машинаһы алып китә һәм ул
мәңгелеккә ғаиләһенән айырыла. Ошо көнгә тиклем ул РАЙЗО мөдире була. Луиза,
уның ағаһы һәм апаһы әсәһе ҡулында ҡалалар, “халыҡ дошманы” балаларына
әйләнәләр. Һуғыш башланғанда Луизаға дүрт йәш тә тулмаған була. Был осорҙа
Луизаның һәм уның яҡындарының тормошон күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс сит
кешегә, ә ул үҙе барыһын да хәтерләй. Унынсы класты тамамлағас, уға артабан
уҡырға мөмкинлек булмай, тормошҡа сыға, Әбйәлил районы комсомол комитетында
машинистка булып эшкә урынлаша, ҡыҙы һәм ике улы тыуа. Йылдар аҡҡан һыу кеүек
үтә бара, тормош та еңеләйгән кеүек күренә. Ләкин ҡайғы-хәсрәттәр ҙә Луизаны
урап үтмәй. Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайтҡан кесе улы вафат була. Хоҙай бер
кемгә лә бирмәһен бала ҡайғыһын. Алда тағы ла тетрәндергес һынауҙар — ҡаты
ауырыуҙан һуң тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күсә. Тиҙҙән башына төшкән ҡайғыларҙы
кисерә алмай, өлкән улының йөрәге туҡтай. Һуңғы йылдарҙа Чечен Республикаһында һәм
Владивостокта хеҙмәт иткән ейәндәре үлә... Луиза ирҙәрҙән дә нығыраҡ тота үҙен,
биш ғаилә урынына бер ғаиләгә биргән үтә лә яуыз ҡайғыларға бирешмәҫкә тырыша.
Үҙенең эске кисерештәрен Луиза түбәндәге шиғыр юлдары аша еткерә: “Һалҡын
томандар һырыла иртәләрен таңдарға, Хоҙай сабырлыҡтар бирһен яңғыҙ ҡалған
йәрҙәргә”. Афарин, Луиза, һинең сабырлыҡ иҫ киткес, йылдар һәм
ҡайғылар баҫымы аҫтында бөгөлөп төшмәгәнһең, тышҡы яғымлы ҡиәфәтеңде лә
юғалтмағанһың, иғтибарың беҙгә — класташтарыңа ла етә. Бөгөн Луиза үҙенең матур
донъяһында йәшәй, үҙ ғаиләһе менән йәшәгән ҡыҙы, ейән-ейәнсәрҙәрен күҙ нуры
кеүек күрә, уларға таяна, үҙе лә улар өсөн таяныс.
Мәҙинә Уйылданова Хәлил ауылынан, мәктәпте тамамлағас, Йоматау
техникумында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә, Әбйәлил районының “Красная Башкирия”
совхозында бухгалтер булып эшләй. Хәлил ауылы егетенә тормошҡа сыға һәм
урындағы колхозда үҙ һөнәре буйынса эшен дауам итә. Көтмәгәндә тормош иптәшен
юғалта, беренсе улы тыуа. Бынан һуң
Мәҙинәнең уҡытыусылыҡ тормошо башлана. Ул ситтән тороп Магнитогорск
пединститутын тамамлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы Хәлил мәктәбендә 33 йыл рус теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Икенсе тормош иптәше менән Мәҙинә ун йыл йәшәй,
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уныһы ла баҡыйлыҡҡа күсә. Утыҙ биш йәшлек Мәҙинә дүрт бала
менән тороп ҡала. Ләкин ул бирешмәй, бөтә ғүмерен балаларына бағышлай. Өлкән
улы ике юғары уҡыу йортон тамамлай, подполковник, Өфөлә ҙур вазифалы урында
эшләй, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы. Оло ҡыҙы – районда физика һәм
математика уҡытыусыһы, кесе ҡыҙы – фельдшер, кесе улы Сибай педучилищеһын
тамамлаған, икенсе һөнәр үҙләштергән. Мәҙинәнең биш ейәнсәре һәм ике ейәне бар.
Уларҙың бишеһе юғары белемле белгестәр. Мәҙинә
ауылда бер үҙе көн күрә, балаларының килеүен һағынып көтә, улар менән бергә
булған сәғәттәренә, көндәренә ҡыуана. Ул үҫтергән балалары менән ғорурланып
йәшәй. Бындай
ғаиләләр йәмғиәтте үҫтерә лә, байыта ла. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк —
Мәҙинәнең профессиональ ҡаҙаныштары йәмғиәт тарафынан юғары баһаланған, ул
БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, “Хеҙмәт ветераны”
миҙалы эйәһе.
Хөрбәк Суфьянов Асҡарҙа тыуған, мәктәптән һуң Асҡар РТС-ында
локомотив машинисы, бер аҙ райондың эске эштәр бүлегендә эшләй. Свердловск
ҡалаһындағы юридик институтты тамамлай, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында
тәфтишсе була. Бынан һуң һигеҙ йылға яҡын Баймаҡ районында халыҡ судьяһы булып
эшләй. Ғаилә хәле буйынса ул Асҡарға әйләнеп ҡайта һәм хаҡлы ялға
сыҡҡансы Әбйәлил районы ауыл хужалығы идаралығында юрисконсультант була, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә.
Шулай итеп, бөтә ғүмерен ул халыҡ хоҡуғын яҡлауға бағышлай. Тормош иптәше Нина
менән бер ҡыҙ һәм бер ир бала тәрбиәләп үҫтерәләр, улар медицина һәм
механизация өлкәһендә эшләйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәре лә дөрөҫ тормош юлы һайлағандар.
Зөлфир Гаррапов Буранғол ауылынан, һуғыш балаһы — атаһы 1942 йылда
хәбәрһеҙ юғала, әсәһе биш бала менән тороп ҡала, ғаилә Асҡарға күсеп килә.
Балаларын үҫтерергә бөтә ҡыйынлыҡтарҙы үҙ башынан үткәргән әсәһе фажиғәле
рәүештә гүр эйәһе була, биш баланы (Зөлфир – өсөнсөһө) Ҡусҡар ауылындағы
балалар йортона урынлаштыралар. Балалар йортондағы ауыр тормошто Зөлфир үҙ елкәһендә татый. Мәктәпте
тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһында
экскаваторсы курсында уҡый, өйләнә, бер аҙҙан Дәүләт ауылына күсеп килә, бында
үҙ һөнәре буйынса эшен дауам итә. Оҫта
ҡуллы егетте күреп, уны мәктәпкә хеҙмәт уҡытыусыһы итеп эшкә
саҡыралар. Ошо осорҙағы уның хеҙмәте район күләмендә ҙур баһа
ала. Ул ситтән тороп БДУ-ның химия факультетын тамамлай. Алты йылдан һуң
Зөлфирҙе ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлайҙар, артабан ул
Әбйәлил район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһына үрләтелә.
Был юғары вазифала 18 йылға яҡын уңышлы эшләй, бөтә яҡтан да райондың үҫешенә
үҙенең тос өлөшөн индерә. Артабан 13 йыл буйы Асҡар ауыл советын етәкләй, күп
күрһәткестәр буйынса уны алдынғылар рәтенә сығара, ә инде 2004 йылда Асҡар ауыл
биләмәһе республикала беренсе урын яулай, Министрҙар кабинетының дипломын
алыуға ирешә. Ҡайғылар ҙа Зөлфирҙе урап үтмәй, ул 40 йыл бергә йәшәгән тормош
иптәшен юғалта, ләкин бирешмәй, был ауыр ваҡыттарҙы ысын ир-затына хас булған
һыр бирмәүсәнлек менән үткәрә. Балалары, икенсе тормош иптәше, иптәштәре,
хеҙмәттәштәре яғынан таяныс-терәк таба. Зөлфир һәр эш урынында сағыу эҙ
ҡалдырҙы, хеҙмәте район һәм республика кимәлендә ҙур баһаға лайыҡ булды, уның
исеме төрлө иҫтәлекле һәм абруйлы баҫмаларға индерелде. Бөгөн Зөлфир – бәхетле атай, олатай, балалары район
хакимиәтендә яуаплы вазифалы урындарҙа хеҙмәт итә, бер улы, килене һәм ейәне –
табиптар.
Ғәйфулла Хәйруллин Ҡужан ауылынан. Уның бөтә ғүмере тыуған еренә,
ауылдаштарына, үҙенең ихтыярынан сығып һәм көсө еткәнсә, хеҙмәт итеүгә
арналған. Ниәтенә ирешеү өсөн ул 10-сы класты тамамлау алдынан ғына комсомол
сафына инә, сөнки комсомол путевкаһы буйынса үҙенең колхозына ҡайтыуҙы
планлаштыра. Бар эштәрҙе лә күңел һалып башҡара Ғәйфулла. Тәүҙә
ауылында клуб мөдире була, бер үк ваҡытта халыҡтан һөт йыя, уны күрше Таштимер
ауылына алып барып тапшыра. Картуф үҫтереү буйынса звено етәксеһе вазифаһын
башҡара, йәшелсә үрсетмәләрен үҫтереү өсөн органик көршәктәр һуға. Тракторсылар курсын
тамамлай, был һөнәре буйынса эшләп ала, колхозға утын ҡырҡа, һалам ташый, һалам
турау машинаһында, котельныйҙа эшләй, ҡарауылсы ла, һарыҡ көтөүсеһе лә, ферма
мөдире лә була. Ҡырмыҫҡалыла бухгалтерҙар курсында уҡып ҡайтып, колхозда
хисапсы булып эшләй башлай, экономист була. Ул ваҡытта был вазифа колхозда яңы
индерелеү сәбәпле, “ниндәй эшкә ҡушһалар, шуны эшләп йөрөнөм” тип иҫкә ала
Ғәйфулла бөгөн. Артабан бер йыл дауамында колхоздың баш бухгалтеры урынбаҫары
була. Хеҙмәт юлының һуңғы 13 йылында ул “Госстрах” агенты булып эшләй, дүрт
кешенән торған төркөм етәксеһе була, эш һөҙөмтәләре буйынса районда беренсе
урынды яулайҙар. Бер үк ваҡытта колхоздың, сельпоның һәм райондың ревизия
комиссияһы ағзаһы була. Был эшендә ул бер кемгә лә мутлашырға юл бирмәй,
түрәләргә, һәр замандағыса, оҡшамаһа ла.
Ғәйфулла, 2012 йылда баҡыйлыҡҡа күскән тормош
иптәше менән дүрт ир бала һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Оло улы – БДУ-ны тамамлап,
районда адвокат булып эшләй, бер улы фажиғәле
рәүештә был донъянан китеп барған, ике улы үҙ тыуған ерендә хеҙмәт итә. Ғәйфулланың бер ейәне һәм ике ейәнсәре бар.
Ул бөгөн дә ауылдаштарының иғтибарын, уларға кәрәклеген тойоп, йәмәғәтселек
эштәрендә ҡатнашып, тынғыһыҙ, ләкин ҡәнәғәт тормош юлын дауам итә. Һуңғы
йылдарҙа класташтарыбыҙ менән осрашыуҙарҙы ойоштороу эшен дә ул үҙ өҫтөнә ала
һәм уларҙы йөкмәткеле итеп үткәреүҙә
мөһим роль уйнай, рәхмәт уға.
Рафиҡ Ғибәҙәтов тураһында минең матбуғатта сығыш яһағаным булды. Мәктәптән һуң Рафиҡ тәүге
эшен Асҡарҙа комсомол райкомы инструкторы булып башлай, район суды секретары
була. Артабан Һарытау юридик институтын тамамлай. Дипломлы юрист Дыуан һәм
Салауат райондарына тәфтишсе итеп тәғәйенләнә, үҙе теләп тигәндәй әрмегә китә,
ике йыл Львов ҡалаһында Тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, Асҡарға әйләнеп
ҡайта, өйләнә, партия сафына инә. Партияның район комитетында инструктор,
парткабинет етәксеһе булып эшләй. Артабан уны район советы башҡарма комитеты
рәйесе урынбаҫары итеп үрләтәләр, ә ул ваҡытта уның рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышы
ветераны Сәғит ағай Ишберҙин була. Ул республикабыҙҙа билдәле шәхес, йәмәғәт
эшмәкәре, бөгөн дә ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙем ҡатнаша.
Рафиҡтың уңышлы эш һөҙөмтәһе, халыҡ менән
ябай һәм эскерһеҙ аралаша белеүе етәкселектең иғтибарынан ситтә ҡалмай, уны
Свердловск ҡалаһына ике йыллыҡ өлкә-ара партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр.
Уҡыуын тамамлаған ваҡытта Рафиҡты ул саҡтағы БАССР Юғары Советы Президиумы
рәйесе Фәйзулла Вәли улы Солтанов үҙ аппаратына эшкә саҡыра. Бында Рафиҡ юрисконсультант вазифаһын башҡара, бер аҙҙан канцелярия мөдире итеп
тәғәйенләнә. Артабан ул Өфө ҡалаһы Киров районы судында судья, суд рәйесе,
юстиция министры урынбаҫары һәм ун йыл дауамында юстиция министры булып эшләй,
юстиция органдарының үҫешенә үҙенең тос өлөшөн индерә. Шул йылдарҙа ул БАССР
Юғары Советы депутаты итеп һайлана, III класлы дәүләт юстиция советнигы
(генерал-майор) дәрәжәһенә эйә була.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Рафиҡ
ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша, шул иҫәптән республика Конституцияһын
төҙөүҙә, Башҡортостан менән Рәсәй араһындағы килешеүҙәр әҙерләүҙә. Миәкә һәм
Йәрмәкәй райондарынан Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, бер үк ваҡытта
Башҡортостан юристар союзына етәкселек итә. Шулай итеп, беҙҙең класташыбыҙҙың
төрлө яҡлы, күп һәм файҙалы эшмәкәрлеге Башҡортостан тарихында юйылмаҫлыҡ эҙ
ҡалдырҙы. Бөгөн Рафиҡ үҙенең тормош иптәше Луиза Әҙеһәм ҡыҙы менән Әбйәлил
районы Ташбулат ауылы эргәһендәге матур Ҡарабалыҡлы күле буйында үҙҙәре һалып
сыҡҡан мөһабәт йортта йәшәй. Улар бер ҡыҙ бала (табип), бер ир бала (юрист)
тәрбиәләп үҫтерҙеләр, берәр ейәне, ейәнсәре, бер бүләсәре бар.
Байрам Лотфуллин Асҡарҙа тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск
ҡалаһында техник училищела электромонтер һөнәренә ике йыл уҡый, үҙ һөнәре
буйынса тау-металлургия комбинатында эшләй, урындағы тау институтының киске
бүлеген тамамлай, Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы һылыуы
Зәкирәгә өйләнә. Асҡарға күсеп
ҡайталар. Ул 45 йыл дауамында Асҡарҙа ауыл хужалығы техникаһы өлкәһендә
инженер, район электр селтәрҙәре етәксеһе, техника менән хеҙмәтләндереү
станцияһы етәксеһе, район элемтә үҙәгендә инженер булып эшләй. Һөйкөмлө,
мөһабәт кәүҙәле, физик яҡтан мыҡты ир уҙаманы спорт менән әүҙем шөғөлләнә
(саңғы, бокс, волейбол), 70 йәшенә тиклем төрлө волейбол командаларында уйнай.
Эшендә Байрам үҙен юғары квалификациялы белгес, абруйлы хеҙмәткәр итеп
таныта, күп Маҡтау
грамотаһына, башҡа бүләктәргә, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ була. Байрам
тормош иптәше Зәкирә менән ике ҡыҙ һәм бер ир бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Өлкән
ҡыҙҙары Магнитогорск тау-металлургия комбинатында инженер (юғары белемле),
икенсе ҡыҙҙары балалар дауаханаһында баш шәфҡәт туташы (медучилище, пединститут
тамамлаған), малайҙары – ВГИК-ты тамамлап, Мәскәүҙә режиссер. Байрамдың өс
ейәнсәре һәм өс ейәне бар.
Өҫтәп шуны әйтке килә — Байрам СССР-ҙың халыҡ
рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың ике туған ҡустыһы. Байрамдың ғаиләһендә Әхмәт ағай
тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана.
Зоя Кәримова
Хәлил ауылынан. Ул – беҙ уҡыған мәлдәге Асҡар мәктәбе директоры, бик хәстәрле
һәм абруйлы Фазыл Фазыл улы Кәримовтың яҡын туғаны. Мәктәпте тамамлағас, Зоя
Асҡарҙа башланғыс кластарҙа уҡыта, Асҡарҙа эшләгән Хәлил ауылы ир-заты Ғәли
Дәүләтовҡа тормошҡа сыға (Ғәли – Советтар Союзы Геройы Ғәбделрәүеф Ғәни улы
Дәүләтовтың туғаны), Хәлилгә ҡайталар. Зоя ситтән тороп Магнитогорск
пединститутын тамамлай, хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл мәктәбендә башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы була, биш улға әсәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,
тормош иптәшен иртәрәк юғалта. Хәлилдә улдарында
йәшәй. Беҙҙең класташыбыҙ Зоя иң “бай” ҡатын-ҡыҙҙар рәтендә: биш малай
тәрбиәләп үҫтергән, ун ейән-ейәнсәре бар, улар төрлө уҡыу йорттарында
уҡығандар, эшләйҙәр, әле мәктәптә уҡығандары ла бар.
Ғәлиә Нурғәлина (Яхина) Әбйәлил районының матур урман эсендә
урынлашҡан Әбделғәзе ауылынан. Ул биш йыллыҡ Стәрлетамаҡ педагогия институтының
физика-математика факультетын тамамлай (класта иң көслө математик булды,
математика уҡытыусыһы Әдип Усман улы Ниязғоловтың яратҡан уҡыусыһы ине), биш
йыл Ташбулат ауылы мәктәбендә физиканан уҡыта, Салауат Нурғәлинға (филология
фәндәре докторы Зиннур Нурғәлиндың бер туған ҡустыһы) тормошҡа сыға, Йәнгел
ауылына киләләр, бында Ғәлиә туғыҙ йыл математика уҡытыусыһы була. Артабан
һигеҙ йылдан ашыу Йәнгел ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй, үҙен
йәлләмәй халыҡҡа хеҙмәт итә, уның ихтирамын яулай. Кире мәктәпкә ҡайта, туғыҙ
йыл самаһы математика дәресен алып бара, ләкин, һаулығы насарайыу сәбәпле,
мәктәптән китергә мәжбүр була. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ауыл советында әүҙем
йәмәғәтселек эшенә сума. Шулай итеп, Ғәлиә 23 йыл ғүмерен уҡытыусылыҡҡа
бағышлай, ә 12 йылға яҡынын ижтимағи-сәйәси эштәрҙә ҡайнап, үҙенең төрлө яҡтан
һәләтлеген иҫбатлай.
Ғәлиә тормош иптәше Салауат (ул 22 йыл тарих
уҡытыусыһы, 15 йыл фермер була) менән өс ир бала үҫтерә. Өлкән малайҙары Өфө
дәүләт авиация техник институтын тамамлаған, Өфөлә йәшәй. Икенсе улдары –
Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, 18-се дауаханала бүлек мөдире
(хирург), медицина фәндәре кандидаты. Уның тормош иптәше – ошо уҡ дауаханала
невропатолог, фән дәрәжәһенә эйә. Өсөнсө улдары ауылда, механизация өлкәһендә
эшләй. Ғәлиәнең ике ейәне һәм ике ейәнсәре бар. Быйыл тормош иптәше менән
бергә йәшәүҙәренә 55 йыл тула. Икәүләп мәсеткә йөрөйҙәр, үҙ аңдары менән дин
юлына баҫҡандар.
Вәкил Тайсин
Амангилде ауылынан (Социалистик Хеҙмәт Геройы Вафир Нурислам улының бер туған
ҡустыһы), Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механизация факультетын
тамамлай. Ғүмер буйы баш инженер булып эшләй: “Йылайыр” совхозында ике йыл,
Киров исемендәге колхозда (Хәлил ауылы) бер йыл, “Заветы Ильича” колхозында
(Гусев ауылы) 33 йыл. Бик уңышлы эшләй, даны тирә-яҡҡа тарала, Башҡортостан ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре
исеменә лайыҡ була. Тормош иптәше, Көйөргәҙе районы һылыуы Мөслимә Ғениәт ҡыҙы менән бер ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләп
үҫтерәләр. Ҡыҙҙары БДУ-ның химия факультетын тамамлаған, әсәһе кеүек уҡытыусы,
малайҙары атаһы юлын ҡыуа — ауыл хужалығы институтын тамамлаған, Магнитогорск
ҡалаһында инженер-механик. Дүрт ейәндәре бар.
Вәкилдең техника менән ҡыҙығыуы мәктәп
йылдарында уҡ күренде. Беҙҙең класта уның
ғына “кәзә” тип аталған бәләкәй генә
мотоциклы булды. Уны төҙөк тотоу, кәрәк ваҡытта ремонтлау менән Вәкил кинәнеп
шөғөлләнә ине.
Был юлдарҙың авторы Өфө дәүләт нефть институтын тамамлап, дүрт йыл Көньяҡ
Ҡаҙағстанда нефть эҙләү экспедицияһында эшләй (институт тамамлағас та өйләнә),
ябай быраулаусынан экспедицияның баш инженерына тиклем хәҙмәт
юлы үтә, 1965 йылда ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта, 38 йыл Башнипинефть институтында
өлкән инженер, сектор, лаборатория мөдире вазифаларын башҡара, кандидатлыҡ һәм
докторлыҡ диссертацияларын яҡлай, профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре
академияһының почетлы академигы исеменә лайыҡ була. Бынан һуң 12 йыл
“Геофизика” ғилми-етештереү фирмаһында эшләй, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм
техника эшмәкәре, Рәсәй яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған
хеҙмәткәре. Ике улы, өс ейәнсәре, ике бүләһе һәм ике бүләсәре бар. Өлкән улы
Өфө нефть институтын тамамлаған, техник фәндәр кандидаты, “Башнефть”
берекмәһендә сектор мөдире, бер ейәнсәре юғары белемле геолог, Башнипинефть
институтында алып барыусы геолог, икенсе ейәнсәре — табип-терапевт, өлкән
бүләсәре икенсе класта уҡый. Бөгөн Вил Өфө дәүләт нефть техник университетының
геология кафедраһы профессоры.
Осрашыуҙа булмаған һәм баҡыйлыҡҡа күскән 19
онотолмаҫлыҡ класташыбыҙ тураһында, форсат булһа, киләсәктә яҙылыр тигән өмөттә
ҡалайыҡ.
Бына класташтарыбыҙ менән хушлашыу ваҡыты
килеп тә етте. Күрешкәндән дә нығыраҡ тулҡынланабыҙ. Төркөм-төркөм булып фотоға
төшәбеҙ, бер-беребеҙгә нимәлер һөйләргә тырышабыҙ, телефон номерҙарын, адрестарҙы
аныҡлайбыҙ, телефон аша булһа ла бәйләнеште өҙмәҫкә бер-беребеҙгә һүҙ бирәбеҙ,
киләһе йыл да осрашырға насип булыуын теләйбеҙ.

Юлда

Миңә Өфө юлына сығыу көнө килеп етте. Ғәйфулла һәм уның балалары менән һаубуллашып,
Асҡарға юл тотам. Артабан мөһабәт тауҙар итәгенән аҡҡан матур Оло Ҡыҙыл
йылғаһы, береһенең артынан икенсе ауылдар үтәм, һул яҡта Ҡаҙмаш, Амангилде
ауылдары ҡала. Был тирәне үткәндә көслө томан төшкән ине, рулдә барыуы
хәүефлерәк булһа ла, үҙеңде әкиәттең персонажы кеүек тояһың. Буранғол ауылы
(танылған артист Әхтәм Әбүшаһмановтың ауылы) ситтәрәк уң яҡта ҡала, юл һулға
ҡайырыла, Мәйгәште, Хәмит ауылдарына юл боролмалары артта ҡала. Тағы ла
үткәндәр иҫкә төшә. Хәмит ауылында ике сирек дүртенсе класта уҡыным. Был ауылға
минең әсәйҙе (Нәсиха Өмөтбаеваны) бухгалтер итеп эшкә ебәргәндәр ине. Беҙ
Мамлеева фамилиялы инәйҙә фатирҙа йәшәнек. Минең әсәйҙең ғүмер буйы үҙ өйө
булмағанлыҡтан һәм төрлө урындарҙа йәшәү сәбәпле, фатирҙа йәшәүҙең яҙылмаған
ҡағиҙәләре минең башҡа һеңеп ҡалған. Фатирсының иң беренсе бурысы хужаға ярау.
Мин бала саҡтан йоҡонан иртә тороп өйрәнгәнмен. Мәктәпкә барыу алдынан фатир
хужабикәһе инәйҙең мал һарайын таҙартып, тиҙәкте сана менән бәрәңге ултырта
торған баҡсаға алып барам, малға бесән һалам. Бынан һуң стенаға беркетелгән йыуынғыс
аҫтында әҙ-мәҙ ҡулдарҙы һәм битте һыйпаштырып, икмәк менән бер сынаяҡ сәй эсеп,
мәктәпкә йүгерә инем. Мәктәптән ҡайтҡас, утын өсөн ағас түмәрҙәре ярыу, ярылған
утынды өйгә ташыу кеүек эштәр минең елкәлә. Тағы ла бер әйбер иҫтә ҡалған —
әсәйемдең ауыл мәктәбе уҡытыусылары һәм йәштәре менән бергә пьесала ҡатнашыуы
(уға 33 — 34 йәш ине). Иҫләүемсә, “Ҡарлуғас” пьесаһында минең әсәй төп ролде
уйнаны. Мин уның уйынын шәм менән яҡтыртылған
ауыл клубында бик тулҡынланып ҡарап ултырҙым, был ваҡиғалар бөгөн минең өсөн
тәмле төш кеүек.
Бына минең бала саҡта йыш тапаған Үҙән Башы
ауылы. Бында 1941 — 1948 йылдар тирәһендә Магнитогорск леспромхозы барлыҡҡа
килде. Салауат Ҡырҡтыһы тауҙары аша Әбйәлил районының Күсем руднигы тигән
ауылға тиклем юл һалынды, ағас ташыу машиналары көнө-төнө ағас ташыны. Бында
тәүге ҡулланылған машиналар студебеккерҙар ине, улар һуғыш ваҡытында Американан
ленд-лиз буйынса алынған булғандар, һуғыштан һуң хужалыҡтың төрлө
тармаҡтарында, бигерәк тә юл насар йәки булмаған урындарҙа, ҡулланылды. Ябай
ауыл халҡын был машинаның алғы яғында лебедка булыуы аптырата ла, һоҡландыра ла
ине (ул бысраҡ юлда батҡан машинаны үҙен-үҙе һөйрәп сығарырға ярҙам итә).
Леспромхозда урман ҡырҡыусылар ролендә күбеһенсә тирә-яҡтағы башҡорт ауылдары
кешеләре эшләне, шул иҫәптән Мөхәмәт ауылы кешеләре, улар араһында минең яҡын
туғандар ҙа булды. Ул ваҡытта кем уйлаһын ошо урманлы тау араһындағы көтөлмәй
асылған леспромхозда мин үҙ бәхетемде осратырмын тип. Беҙ, кисәге ике студент:
ул Белорет медицина училищеһынан, мин Өфө нефть институтынан, өс көн араһында
бер-беребеҙгә баштан аяҡҡа тиклем ғашиҡ булып, Белорет районы Сосновка ауылы
советында загсҡа теркәлеп, Ҡаҙаҡ ССР-ына миңә тәғәйенләнгән эш урынына
юлландыҡ, 50 йыл бәхетле йәшәнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яратҡан тормош иптәшем,
минең терәгем һәм ҡурсалаусым Наилә алты йыл элек гүр эйәһе булды. Ул
республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлау һәм профсоюз өлкәһендә билдәле шәхес булды, 40
йылдан ашыу Ғ. Ҡыуатов исемендәге
республика клиник дауаханаһында лаборатория табибы булып эшләне, 25 йыл
дауахананың профсоюз ойошмаһын етәкләне. Эшләгән йорто стенаһында Наиләгә
бағышланған таҡтаташ урынлаштырылған.
Үҙән Башы зыяратына барып, бында ерләнгән
туғандарымдың ҡәберҙәренә баш эйеп, эстән генә уларҙың тышҡы ҡиәфәттәрен,
аралашып йәшәгән изге, матур, ләкин кире ҡайтмаҫлыҡ дәүерҙәрҙе күҙ алдына
килтереп, минең тормошта уларҙың булыуына рәхмәт әйтеп, зыярат ҡапҡаһын яптым.
Инде Белорет ҡалаһына юл тоттом, бер ыңғайҙан Сосновка ауылына инеп, Наилә
менән загсҡа теркәлгән ауыл советы йортон таптым. Ул элекке урында, шул уҡ өй.
Эсенә инеп, үҙемдең бында килеү маҡсатымды аңлаттым. Бөгөнгө ауыл советы
хеҙмәткәрҙәре 1961 йылда беҙҙе теркәгән апай яҙмышын белмәнеләр, ҡыҙғанысҡа
ҡаршы.
Артабан ике тапҡыр Ағиҙел йылғаһы аша үтеп
(Өфөгә тиклем тағы ла ике тапҡыр үтелә), больницала ятҡан ике туған ҡустым
менән күрешеп, 21 көн элек үткән бормалы-бормалы, Урал тауҙары араһынан
һуҙылған юлдар менән Өфөгә юл тоттом. Күңел бойоҡ, йөрәк
һүлпән тибә. Уйҙарымда 2018 йылдың йәй
айҙарының тиҙерәк килеп етеүен теләйем,
хәтирәләрҙе тирбәтеүсе Урал аръяғының хозур тәбиғәте, тыуған төйәгем менән
ҡабаттан күрешеү тойғолары мине тағы ла юлға
саҡырасаҡ..
Шул уҡ ваҡытта Өфөгә тартып тороусы көстәр ҙә әҙ түгел: бында минең ике балам,
уларҙың балалары — минең ейәнсәрҙәр, бүләләр, бүләсәрҙәр, башҡа туғандар,
хеҙмәттәштәр, дуҫтар, таныштар һәм... Наиләнең мәңгелек
йорто. Өфөлә 60 йыл самаһы тапаған урамдарым, парктарым һәм башҡа иҫтәлекле
урындарым. Тыуған төйәк һәм бөгөнгө йәшәү урыны йөрәкте ике яҡҡа тарта. Бәлки,
тыуған төйәгенән айырылмаған кешеләр үҙҙәрен икенсерәк итеп тоялыр, ләкин
яҙмыштан уҙмыш юҡ.
Хәтирәле яҙмамды
минең эске донъяма хуш килгән, Миннира Бикәнәсованың шиғыр юлдары менән
тамамлағым килә:
“...Тыуып үҫкән ерҙәр ҡәҙерле инде,
Мөғжизәле һәр бер мөйөшө.
Аҫыл бишек булып мәңге ҡала
Туҡтағансы йөрәк тибеше”.

Читайте нас: