Был - минең һуҡмағым. Бер кемдеке лә түгел,т ик үҙемдеке! Һәр яһалған эҙем, аҙымым өсөн тик үҙем яуаплы. Башымды артҡа бороп ҡарай алам да... тик һалған эҙемде юйып, яңырта алмайым. Ҡанундар шулай. Кешелек ҡанундары!
Таҡыр түгел юлым, берсә тау, берсә үҙән буйлап үтә, сәнскәкле, билсәнле, әсе әремле, күрәнле ерҙәр - һәр ҡайһыһын үҙ итәм! Күренмәҫ ерҙән аяҡ табандарымды ярырҙай ҡырлы таштар ҙа, бит-йөҙөмәсә бөркөлөр саң-туҙанлы, итәгемә хәтлем мәсендерер ҡойоло батҡаҡтар аша ла үтергә тура килә. Тура килә...Хоҙай шулай минең өсөн генә тәғәйенләгән Ерҙәр буйынса үҙ Һуҡмағымды - Ғүмер Һуҡмағын һуҙам. Осон әле күрмәйем, башым баҫып атлай бирәм, үҙемсә... Юл сатында уҫал саҡҡан кесерткәнгә лә, йәбешеп һырпаланған дегәнәккә лә иғтибар итмәйем... Яҙмышыма яғылырҙай булғастар, барһындар әйҙә, ҡалырҙар төшөп, үҙ мөҙҙәттәре еткәс...
Был - минең һуҡмаҡ, унда мин хужа, эҙҙәрҙе тик мин һалам... Ҡабатламайым, ҡабатланмайым, ҡанатланып та бармайым, Ерҙән атлайым...
Күҙҙәремде сағылдырған " ҡыҫыр нур"