Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
9 Декабрь 2018, 18:23

Йондоҙ түгел, ул бит Черниковка малайы

Һуңғараҡ ҡулына баян ала башлай Радик. Атаһы мәрхүм була, аҡса еткереп булмай. Иптәш малайҙары менән подъезда гитара ла сиртергә өйрәнә. Эңерҙә, әсәй берәй йыр йырла әле, мин уйнап ҡарайым, тип Нәфисә апайға өндәшә. – Инәлтмәйем, йырлап маташам, ул ҡурайҙа, йә баян-гитарала кәрәкле көйҙө табып уйнап ебәрә. Килеп сыҡҡан да кеүек. Таңғы бишкә тиклем үҙ бүлмәһендә йә кухняла уйнап ултыра торғайны. Тыйманым.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юльяҡшин бөгөн республикала ла, күршеләрҙә, башҡа өлкәләрҙә лә иң популяр персона. Виртуаль донъяла ла, сәнғәт илендә лә, “имеш-мимеш” сарафан радиоһында ла уның тураһындағы һәр мәғлүмәт, һәр хәбәр миллионлаған кеше күҙенән дә, ҡолағынан да ситтә ҡалмай. Айырым атаҡлы сәйәси эшмәкәрҙәргә, сәнғәт йондоҙҙарына ла тәтемәгән ҙур иғтибарға башың әйләнерлек, әлбиттә, тик башҡорт егете Элвин Грей- Радик йондоҙ-дан дауылынан йығылмай, артыҡ сәбәләнмәй үткәрә, күтәрә белде, белә. Уның уңышының асылы, иңенә төшкән киң танылыу алыу йөгөн еңел генә күтәреү сере ниҙә икән? Радиктың атаһы ысынлап та мафиозимы, ул ҡасан кәләш ала, күпме аҡса эшләй?.. – йырсы хаҡындағы ныҡ белге килгән һорауҙар ҙа,туҙға яҙмаҫ ҡыҙыҡһыныуҙар ҙа күп. Кумирға әйләнгән һайын һинең тирәлә табыныусылар һаны менән бергә, шунса ҡараш, шунса имеш-мимеш күбәйә.
Радиктың әсәһе Нәфисә Зәйнулла ҡыҙы менән Яңы йыл алдынан, декабрҙең һуңғы көндәренең береһендә, бер үк ваҡытта осраҡлы ла һәм бер үк ваҡытта... ҡыҫҡаһы, осраштыҡ инде. Резеда исемле синыфташым – уның ауылдашы, бер урам балалары. Нәфисә апай әле Ҡаҙанда йәшәй, уға ҡунаҡҡа тип килгән, дөрөҫөрәге, “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалы тура эфирға саҡырған да, шуға тыуған еренә юлы төшкән. Ә мин йондоҙ Радиктың әсәһе менән һөйләшеп (әгәр риза булһа) ултырыу теләге бар икәнен Резеданың ҡолағына күптән тишеп ҡуйғайным. Һәм бына форсат та сыҡты.
Һабаҡташым табынды мул ғына әҙерләгән, ни тиһәң дә, байрам алды. Өсәүләшеп рәхәтләнеп күңел астыҡ, серләштек, һөйләштек. Өс сәғәтлек әңгәмәнең ҡайһы бер өҙөктәре менән һеҙҙе лә таныштырайым әле, уҡыусылар.
Һиллек эсендәге көс-ҡөҙрәт
Нәфисә апай менән класташым Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан. Минең яҡташтар ҙа. Һүҙ артынан һүҙ китеп тыуған яҡтарға барып төштөк.

– Быйыл 9 майға ауылға ҡайтҡайным, Бөйөк Еңеүгә арналған тантананы ҡарарға тип сыҡтым. Изге байрам бит. “Үлемһеҙ полк” ойошторғандар. Ололар ҙа, балалар ҙа ветерандарҙың, олатай-атайҙарының портреттарын күтәреп алғандар, – тип тыныс ҡына һөйләп алып китте Нәфисә апай. Ғөмүмән, ул кеше менән талғын ғына аралаша, һис ҡабаланмай, һәр һүҙен уйлап әйтә. Уны тыңлағанда хатта донъяны һиллек, моңло һиллек баҫҡан кеүек булып китә. – Минең атайымдың һүрәтен килтереп тотторҙолар, һуғыш ветераны булараҡ уныҡын да эшләткәндәр икән. Эй, һөйөнөүемде белһәгеҙ. Ғорурлыҡ менән тотоп барҙым. Атайым мәрхүмдең үҙен күтәреп барҙыммы ни!

Атаһы Зәйнулла ағай данлы һәм шанлы һуғыш юлдарын батырҙарса үтһә лә, ул йылдарҙы бик иҫләргә яратмай. Ҡурҡыу белмәҫ пулеметчик булып, ауыр яралары арҡаһында бер күҙе зәғифләнә, балалары үҫкәндә ул күҙ урынында быяла күҙ була.”Күңел күҙе быяланмаһын”, тип шаяртыр инее, ти ҡыҙы. Нисә тапҡыр яраланып иҫән ҡайтҡан ветеран, Еңеү көнө етһә, эй һөйөнә, күҙенән йәш эркелә. “Шулай ҙа бер, мәктәпте тамамлар йылдымы икән, миңә сиселә биреп ҡуйҙы. Нисек күҙһеҙ ҡалыуын, немецтарға тоҫҡап атыуын һөйләне. Һуңынан, тормош үҙе лә яу яланы кеүек, һис тә ҡул ҡаушарма, намыҫың нисек ҡуша – шулай эшлә, тигәне ныҡ иҫемдә ҡалды. “

Әсәһе Шәһиҙә лә – иренең һүҙенән сыҡмаған баҫалҡы, егәрле ҡатын. Ул табындарҙа йырлаһа, барыһы ла тынып ҡала, эсе тулы ҡабатланмаҫ моң була.

– Ҡунаҡтарҙа бабайым уны һорап-һорап йырлата торғайны. Шәһиҙәнең тыңлайыҡ әле бер йырын, ул моң һуҙғанда, Ер шары ла туҡтап тора, тынайыҡ, йәмәғәт, тип тынысландырғаны хәтерҙә, – тип һүҙгә ҡушыла синыфташым. – Һе, бер йыр менән күңелдәре буламы һуң. Тағы һорайҙар. Шәһиҙә әбей ишетер-ишетелмәҫ кенә итеп шым ғына һуҙа ине лә ул, ә сыҡҡан моңонда күпме көс, ҡеүәт бар икәне барыбер тойола торғайны. Ҡыҙы-ыҡ...

Ҡыҙыҡ шул, хәҙер айырым йырсыларҙа тау-таш емерер тауыш бар ҙа, эсендә моңо ла, ҡылды өҙөрҙәй дәрте лә юҡ. Тәбиғилек юғалғандан ул. Радикта өләсәһенең шул моңо һиҙелеп ҡала түгелме?!

– Аңлауымса, Нәфисә апай, һеҙ ҙә тыныс кеше.

– Мин балалар менән бала була беләм. Кәрәк икән, үҙ тормош тәжрибәмдән сығып, йүнәлеш тә бирә алам. Теләһәм, мин яуыз эттән дә йомшаҡ ҡуян эшләйем. Бәлки, айыуҙы ла бейетеү һәләтем барҙыр. Ҡандан килә торғандыр, нәҫелебеҙ менән тынысбыҙ, артыҡ сыпранлап бармайбыҙ. Тыныс кеше түҙемле була, тыңлай, хәлде аңлай белә. Балалары алдында ата-әсәләре әрләшһә, мин ҡурҡып ҡалам. Әле лә.

Йәшәй башлағас, төрлө хәлдәр килеп сыҡһа, Мөхәррәм: “Һин әрләшә беләһеңме ул?” – тип аптырап һорап та ҡуя торғайны. Эй, мәрхүмең... – Нәфисә апай тәҙрәгә ҡарап алды. Унда әкрен генә ҡар яуа. Донъяны ҡыш моңо баҫа.

– Шаһиҙә әбей менән Зәйнулла бабай бер тапҡыр ҙа әрләшмәне. Һоҡланғыстар ине, балалары улар өлгөһөндә үҫте, – тип Резеда апайҙың фекерен нығытып ҡуйҙы.

– Ҡәйнәм Мәүлихә ғүмер буйы почтала эшләне, изге бер йән ине, миңә үҙе лә, башҡаларға ла бер ауыр һүҙ әйттертмәй торғайны. Үҙ балаһылай ҡабул итте, яратты. Ғүмерем тыныс мөхиттә үтте. Радик, каникул булһынмы, ял эләкһенме, һәр саҡ Ҡауарҙыға ашҡынып ҡайта торғайны. Бигерәк ярата ул тыуған яғын, Еҙем буйҙарын, Мағаш тауҙарын... Ауыл малайы булып үҫте ул.


“Мин – мужик”
Радиктың атаһы Мөхәррәм менән 86-сы йылда өйләнешәләр. Мәктәпте тамамлап барған ҡыҙ уны йүнләп белмәй ҙә. Бер туған Ғайса ағаһының класташы була, тик һигеҙенсе синыфтан һуң ситкә уҡырға сығып киткән. Шуға белмәүенә аптырайһы ла түгел. Унан бигерәк, беҙҙең Сәйетбаба яғында “Ҡауарҙы Ҡауарҙыны танымай” тигән һүҙ ҙә йөрөй, шуға был хәбәргә мин аптыраманым да. Кемдер Стәрле баҙарында ауылдашын танымаған да, шунан ҡалған был лаҡап.

Нәфисә апай лаҡапҡа торошло икенсе хәлде көлөп һөйләп алып китте:

– Бер мәл клубта байрамдан һуң Мөхәррәм мине оҙатырға сыҡты. Беҙҙең ауылға ниндәй ят сибәр аҡҡош килгән ул, тигән була. Мин өндәшмәй генә атлауымды беләм. Егеттең ауылым хаҡындағы юҡ-бар хәбәрен тыңлап ҡайтып еттем. “Һе, Ғайсаларға килдеңме ни, һылыу?” – тип һорағас, “Һеңлеһе мин уның”, – тинем. Аптыраны был. Мин инеп киттем. Шулай булды ауылдашым менән танышыу.

Йәнле һөйләшеүгә Резеда ҡушыла.

– Нәфисәләр ғаиләләре менән үтә тыныс, үтә тыйнаҡ бит ул. Үҙҙәре егәрле, тырыш. Яҡын йәшәгәс, беләм. Ул Мөхәррәмгә нисек ауыҙ асып һүҙ әйтергә баҙнатсылыҡ иткәнһеңдер, күҙ алдына килтерә алмайым, – тип утҡа кәрәсин һибә.

– Йәшлек бит, минең дә танау еҫ һиҙә башлағандыр инде, – тип рәхәтләнеп көлә Нәфисә апай. Ул көлһә, тағы ла күркәмләнеп китә.

Көлөүендә сер ҙә, донъяға яратып бағыу ҙа бар уның. Шашып көлмәй, бында ла әҙәп, сабырлығы күҙгә ташлана.

Буласаҡ ире бик шаян була. Бәлки, артыҡ ирекле лә. Шуға иртәрәк өлгөрә, артыҡ үҙ аллы була. Тәүәккәллеге лә баштан ашҡан. Тыныс баҫалҡы ҡыҙға тәү ҡарашҡа ҡыҙыҡ тойолһа, икенсенән ят та. Ләкин атаһының, һәйбәт нәҫелдән, борсолма, тигәнен ҡыҙ фатиха тип ҡабул итә, шикелле. Сөнки һылыу ҡыҙға күҙ һалыусылар әҙ булмай.

– Мөхәррәмдең шаянлығы битлек кенә булған, ул аҡыллы, тормошсан зат булды. Дөрөҫөн әйткәндә, ул мине йәшәргә өйрәтте. Бешерергә лә өйрәтте, – тағы ла серле итеп йылмайып ҡуя апай. – Тик иртә китте. Ғәриплек алып ауырый башлағас та, һиҙенделер, туғандарына ла, яҡындарына ла, Нәфисәгә һүҙ әйтмәгеҙ, һаҡлағыҙ, тип ятты. Ә инде 11 йәшлек Радикҡа, улыбыҙға, оло кеше итеп ҡараны. Һин ир кеше, ғаиләләге бар йөк һинең өҫтөңдә, тиер ине. Радик шуға бәләкәйҙән үк: “Мин – мужик!” ти торғайны. Атаһының ышанысы уға көс биргәндер, әле лә бирәлер.

Ысынында, Радик бөгөн әсәһен дә, бер туған апаһын да ҡурсалап, һаҡлап, яҡлап, ярҙам итеп йәшәй.


Илаҡ Радик
Унынсыны бөткәс Өфөгә юллана Нәфисә. Мөхәррәм ул саҡта ауылда комсорг та, тракторҙа ла эшләй. Заманы шулай, һәр ерҙә ил эшсе көсөнә мохтаж, шуға уларға хөрмәт тә ҙур. Йәшәү шарты булһын тип, ҡыҙ ГПТу-ға уҡырға инә. Иҫләйһегеҙҙер әле, училищела уҡығандарға ятаҡ та, бушлай ашау ҙа, стипендияһы ла булды. Белем, һөнәр алғас, тиҙ үк эше лә табыла.

Һөйгәненең уҡыуы бөтөүгә, Мөхәррәм дә түҙмәй, баш ҡалаға юллана. Ауылда бик ҡалғыһы килә лә бит, нишләйһең, мөхәббәт көслөрәк,үҙенекен эшләй шул, артынан эйәртә. Ул саҡта Нәфисә төҙөлөштә һыуыҡ тимәй, ел тимәй ең һыҙғанып эшләп йөрөгән була. Мөхәррәм ювелир балта оҫтаһы булып һөйгәне янына урынлаша. Һәм күп тә үтмәй, туй яһап өйләнешәләр ҙә.

– Элек эшселәр бик ҡәҙерле булды. Бер йыл эшләүебеҙгә фатир бирҙеләр. Эй беҙҙең бәхетте күрһәгеҙ, 23 апрель Мөхәррәм фатир асҡысы тотоп ҡайтты, ә 25-е мин ҡыҙ таптым. Балалар баҡсаһы ла өй эргәһендә генә. Бар шарттар бар ине, – тип һөйөнөп хәтерләй Нәфисә апай. Күҙҙәрендә һағыш билдәләрен дә шәйләйем. – Беҙ бәхетле инек.

Ике балам да мөхәббәт емеше булып донъяға тыуҙы. Аталары балаларын бигерәк яратты. Ә әсә өсөн шунан да ҡәҙерле нәмә юҡ: һөйөклө ирең, һөймәлекле балаларың. Балала һөймәлеклелек, тирә-йүнгә мөхәббәт ата-әсә һөйөүенән ярала. Һөймәлеклелек үҙ артынан бәрәкәт, бәхет алып килә. Ҡайһы бер әсәләр,ҡатындар шуны аңламай нишләптер. Ә Радик тыуғас атаһының шатланғанын күрһәгеҙ. Балалар йорто алдында бейей генә.

Май айы, тәбиғәттең теле асылған мәл. Ямғыр ныҡ яуҙы. Ике аҙна туҡтамай. Күктең төбө тишелде. Ямғыр түгел, күктән бәрәкәт яуа, тиер ине был саҡта атайым. Радик ныҡ илаҡ булды. – ямғыр, ҡулымда – илаҡ бала. Муйылдар сәскә атҡан, ә мин барыбер шат, шул тиклем шат.

Радик йәш ярымға тиклем илап йонсотто. Атаһы ла ҡулына ала, мин дә. Апаһы ла әүрәтеп ҡарай. Тынмай торғайны.

Ҡойоп ямғыр яуғанда тыуғас, бәрәкәте менән килде, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәһен инде, тип теләк теләй әсә. Илап ятҡан балаһына ҡарап, бигерәк моңло бала булырһың инде, улым, тип атаһы сәңгелдәген бәүетә.

Ана шулай фани донъяға ауаз биргәндә үк илап-йырлап тыуа Радик.

– Илаҡ бала моңло була, тигәндәре хаҡтыр, улайһа, – тип нығытып ҡуя класташым. Ғүмере лә оҙон, бәрәкәтле булһын, тип мин дә нығытып ҡуям.


Шатлыҡтан яралған исем
– Мин бала таптым, ә аталары исем ҡуша торҙо. Беренсе балаға уҙғас, ул, ҡыҙ буласаҡ, исемен Регина тип ҡушырбыҙ, тине. Ҡайҙан беләһең, тим, үҙе ауыҙын йыя алмай, беренсеһе ғәҙәттә ҡыҙ була инде, тигән була. Ул әйткәнсә булды ла. Элек исем ҡағыҙы килтермәйсә, бала табыу йортонан сығарыу юҡ ине бит. Улым тыуҙы. Дауаханала ятам. Мөхәррәмгә замансараҡ, йәштәрсә берәй исем тап та исем ҡағыҙы алып кил, тип “записка” ебәрҙем. Үҙемә оҡшаған исемдәрҙе лә яҙҙым. Алдан уйламаныҡ түгел, уйландыҡ ул, фараздар бар ине. Ҡыҙмы-малаймы, кем тыуырын алдан белеп тә булмай. УЗИ-фәлән юҡ ул саҡта. Унан бигерәк, иң мөһиме – имен-аман, дүрт һаны теүәл булып, яҙған ризығы менән яҡты донъяға килһен, тип алдан “ҡолондоң билен һындырмайыраҡ” тораһың.
Мөхәррәм барған да Радик тип яҙҙырған да ҡайтҡан. Беҙ фаразлаған исемдәр араһында ул бөтөнләй юҡ ине. Малай минеке тип, ирҙәрсә хәл иткән. Һәм ҡағыҙ киҫәгенә, Радик тип ҡуштым, ғүмер буйы улым беҙҙең РАДОСТЬ булһын өсөн, тигән.
Бына шулай, шатлыҡ та, бәхет тә, ҡот та булып донъяға килә майлы ямғырлы көндәрҙә илаҡ, хәҙер һеҙ белгән йырлы Радик.
Улының бөгөнгө уңыштарын күрһә, Мөхәррәм ҡалай һөйөнөр ине. Ысынлап та, шатлыҡ таратыр өсөн тыуған, тиер инеме икән?
– Һөйөнә, күктән бағып, мужик бул, үҙ юлың менән бар, тип тора ул бөгөн дә. Уның маҡтаныу ғәҙәте булманы, шуға Радиктың данын да еңел кисерер ине, – тип ҡуйҙы әсәй кеше.
Моң тигән сир
Яңы танышымды тыңлап, уйланып китәм дә, Моң тигәне серле бер сир, илаһи мөғжизә икән ул, тип ҡуям. Эйе, ысынлап та сир, хәҙер үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ. Ул сирҙең дауаһы берәү генә, ул...
Өфөләге, анығыраҡ әйткәндә, Черниковкала урынлашҡан 48-се башҡорт лийецында уҡый башлай малай. Башланғыс кластарҙа Радик ҡәҙимге бала булып уҡый, үҫә, бер ни менән дә башҡаларҙан айырылмай.
Йылы тәьҫораттар менән иҫләй балаһының ул йылдарын әсә:
– Өсөнсө класта был ҡурай түңәрәгенә яҙылып ҡайтҡан булған. Мин ни, йөрөр ҙә онотор, тигән булам, шулай ҙа ҡурай алдыҡ. Бишенселә ныҡлы һыҙғыра башланы был, нотаға ҡарап көйҙәр уйнай. Бер мәл түңәрәк етәксеһе Ирғәле Сафа улы мине осратты ла: ”Улығыҙ талантлы, музыкаға тартымы бар, шул йүнәлешкә аңлы ғына иғтибар бирһәгеҙ, киләсәге өмөтлө”, – тигәс тәүҙә аптырап ҡалдым. Ул саҡта атаһы ауырыу ине. Һәр шатлыҡ осҡонона мохтаж булып йәшәгән мәл булғандыр, был һүҙҙәрҙән эсемә йылы булып китте. Етәксегеҙ һинән бик ҡәнәғәт, тигәс, Радик та дәртләнде. Ятҡан атаһы, бының ҡурайҙа уйнағанын күреп, илап тауышың асылғайны, ҡурай тағы киңәйтте, тип ҡуйҙы.
– Киләсәген, бәлки, тойғандыр? – тим ҡыҙыҡһынып.
– Белмәйем. Мин үҙем уның был шөғөлдәрен сәхнәгә сыҡҡанда ла етди ҡабул итмәнем, шикелле. Шулай уйнап-йырлап йөрөр ҙә, берәй эшкә сығыр, бер ҙә булмаһа, минең менән төҙөлөшкә китер тип уйлай торғайным. Ул йырсы, артист булыр, тип башыма ла инмәне.
Һуңғараҡ ҡулына баян ала башлай Радик. Атаһы мәрхүм була, аҡса еткереп булмай. Иптәш малайҙары менән подъезда гитара ла сиртергә өйрәнә. Эңерҙә, әсәй берәй йыр йырла әле, мин уйнап ҡарайым, тип Нәфисә апайға өндәшә.
– Инәлтмәйем, йырлап маташам, ул ҡурайҙа, йә баян-гитарала кәрәкле көйҙө табып уйнап ебәрә. Килеп сыҡҡан да кеүек. Таңғы бишкә тиклем үҙ бүлмәһендә йә кухняла уйнап ултыра торғайны. Тыйманым.
– Таңғы бишкә тиклем? – күҙем аҡая. – Нисек тыйманығыҙ?
Нәфисә апай сәйен уртлап ҡуйҙы. Минең һорау тертләтте шикелле.
– Мин уның күҙҙәрендә осҡондо шәйләнем. Яҡты осҡон ине ул. Насар уйлы кешенең ҡарашында күләгә була, ә баламдың күҙҙәренә бағам да... таңғы биш, йоҡламаған, күҙҙәрендә барыбер нур уйнай, ҡыҙыҡһыныумы, ниндәйҙер семтем ҡәнәғәтлек, шатлыҡмы ул, белмәйем, яғымлы, яҡты нур уйнай. Үҙ өйөндә, күҙ алдымда, нимә менәндер шөғөлләнә, урамда һәптәнләп йөрөмәй, насар компанияларға ҡатнашмай, тип уйлағанмындыр. Эйе, бәлки дөрөҫ тә булмағандыр бындай тәрбиә. Ләкин мин ҡаршы булманым. Уның хыялына, шөғөлөнә кәртә ҡуйғым килмәне. Шулай итеп улымдың миңә, әсәһенә, булған ышанысын тәрбиәләй алғанмындыр. Ул да миңә ныҡ ышанды, мин дә уға. Минең ҡағиҙәм бер: бала ҡыйыш юлда йөрөмәһен өсөн тура юлды күрһәтә белергә кәрәк.
Ваҡыт хаким да, хөкөмсө лә, әсә кеше дөрөҫ эшләгәнме, дөрөҫ тәрбиә биргәнме, ул ғына әйтә ала. Әлегә ваҡыт әсәнең ҡылыҡтарынан риза ғына түгел, татлы емештәр ҙә бирә, буғай.
– Етенселә уҡығанда кредитҡа компьютер алдыҡ. Унан – кәрәк-ярағы. Юҡты бар тип табырға тырышҡан булам инде. Осто-осҡа ялғап йәшәһәм дә, синтезатор тигәнен дә алдыҡ. Уныһы ла кредитҡа. Былай тип яҙһаң, эй, былар бигерәк ярлы йәшәгәндәр, тип әйтмәҫтәрме? – һораулы ҡарашын миңә төбәне әсәй кеше.
– Бар донъя кредитҡа йәшәй, – тип йыуата уны класташым. – Штукатур-маляр булып эшләгән әсәй, “аҡса юҡ” тип ултырмаған, нисек тә юлын тапҡан әле.
– Эйе шул. Шунан Радик ысын мәғәнәһендә моң донъяһына сумды. Йырҙарға аранжировкалар эшләп маташа, серҙәренә төшөнөүе булғандыр. 8-9 синыфта көй яҙа башланы. Төнгө өс-дүрттәрҙә минең яныма килә лә, әсәй тыңлап ҡара әле, бер нәмә килеп сыҡты ла ул, тип мине һаҡ ҡына уята. Үлтереп йоҡом килһә лә торам, эргәһенә ултырып тыңлайым. Дөрөҫөн әйткәндә, бер ни аңламаһам да, килеп сыҡҡан шикелле, тип ҡуям. Эштән бушаған арала, былай ғына янына ултырып тыңлайым. Радик төндә тыуҙы, шуға уның әүҙем сағы төнгә тура килә ине.
Ана ҡайҙа әсә сабырлығы, әсә күңеленең һиҙгерлеге. “Төн убыры, эштән арып ҡайтҡан әсәңде ниңә әҙерәк йәлләмәйһең һин, ә?” – шундай уйланылмаған бер өн сыҡһа, Радик Юльяҡшин тигән моң эйәһе бөгөн, бәлки, тыумаған да булыр ине.
– Уҡыуы нисек булды һуң?
– Уҡыуы ни, артыҡ шәп булманы инде, – рәхәтләнеп көлә Нәфисә апай. – Ул бит үҙ донъяһында йәшәй – улымдың хәлен аңлайым. Дәрескә әҙерләнә инде үҙенсә. Шуныһы ҡыҙыҡ, шиғырҙарҙы былай ятлай алмай торғайны. Тексты көйгә һалһа, һә тигәнсә ятлай инде.
Музыкаға һәләте асылғандан-асыла малайҙың. Быны мәктәптә лә һиҙәләр, әлбиттә. Ирғәле Сафа улы, улыңдың йыр-моңға “слух”ы һәйбәт, йырлатырға бирәйек, тигәс, тағы аптырай әсәй: кемдең балаһы йырламаҫ. Шулай ҙа УМПО мәҙәниәт һарайындағы йыр түңәрәгенә йөрөтә башлай. Синыф етәксеһе Венера Кәлимулла ҡыҙына ла (һәйбәт кешеләр донъяла барыбер күп ул), уҡыуҙа бик алдыра алмаһа ла, егет сәхнәлә үҙен күрһәтә алырға мөмкин дәһә, тигән уй килә. Бәлки, уға йырҙарын таҫмаға яҙҙырып ҡарарғалыр? Радиола эшләүсе музыкаль мөхәррир, үҙе лә ул саҡта йырсы Ғәлинур Юламановтың телефон һанын табып бирә, уға барып йыр яҙҙыртып ҡарағыҙ әле, моғайын, ярҙам итер, тип Нәфисә апайға кәңәш итә ул. Бына һиңә, тағы яңы донъя, яңы һынау тигәндәй. Тере йырсыларҙы телевидениенан ғына күргән әсә улы менән ҡаланың теге башына, Телеүҙәккә юл тота. Балаға кәрәк, тәүәккәлләмәйсә булмай.
– Автобуста китеп барабыҙ. Үҙе яратып йырлаған башҡа композиторҙарҙың йырҙарына аранжировка эшләтеү – хыялыбыҙ. Үҙенең йырҙарын һуңғараҡ сәхнәгә сығарҙы ул. Улым үҙенсә хыялланып килә: ”Нисә йыр яҙҙырырбыҙ икән, әсәй? – тигән була. –Бишме, әллә унмы?” Ә мин эстән генә аҡсамды һанайым. Биш йырға аранжировка эшләтергә етерме икән? “Бәлки, унға ла етер”, – тигән булам.
Керҙек. Таныштыҡ. Бер йырҙы бирҙек. Аранжировка өсөн ғәҙәттә мең ярым алам, бала кешегә 900 һумға төшәйек, тине Ғәлинур. Улым менән бер-беребеҙгә ҡарашып алдыҡ: бигерәк ҡыйбат икән. Ул саҡта эш хаҡым 4 мең тирәһе. Бер йырға аҡса етте. Ҡайтырға сыҡҡас, икебеҙ ҙә рәхәтләнеп көләбеҙ, күңелгә рәхәт ине. Улым, күккә ҡулдарын һуҙып, әсәй, беҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ, тине шул саҡ.
Әсә шул осорҙағы ауырлыҡтарҙы иҫләп, бөгөн аҙағы шәп, һәйбәт бөтәсәк татлы бер әкиәт итеп кенә һөйләп ултырғанда, “был донъяла барыбер ҙә бер бейеклек тә, бер бәләкәй генә түбә лә еңел бирелмәй”, тип уйлайым. Ул саҡтағы кисерештәре, ут йотоуҙары бары уға ғына билдәле.
Ғәлинур эшләп бирә. Йыр шәп килеп сыға. Радиктың репертуарында ул йыр ныҡлы урын алған инде. Ошонан һуң буласаҡ йырсының икенсе һулышы асыла. Унынсы синыфта уҡығанда мәктәп менән Финляндияға мәҙәни хеҙмәттәшлек сәйәхәтенә Радик ҡурайсы булараҡ бара һәм... йырсы булып ҡайта. Эйе, унда ул йырҙар йырлап барыһын да таң ҡалдыра. Бөгөнгө данлыҡлы Элвин Грейға эстрадаға иң беренсе ишек асыусыларҙың береһе Юламановҡа ла, улының синыф етәксеһенә лә, Ирғәле Сафа улына ла бөгөн дә рәхмәтле әсә кеше. Был хәлдән һуң үҙе лә аранжировка эшләүгә етди тотона Радик. Хәҙер инде мәктәптәге бер тамаша ла унһыҙ үтмәй. Улай ғына түгел, егетебеҙ мәктәп сәхнәһенең ысын хужаһына әйләнә.
– Финляндия сәфәре уны ныҡ үҙгәртте. Радик башы-муйыны менән моңдаръяға сумды. Шул саҡ мин дә уның йырҙан мәңге айырыла алмаясағын аңланым. Башҡа һөнәр һайлаһа ла... Әлеге сәфәрҙән ҡайтҡас та, әсәй, үҫеп аҡса эшләгәс тә, һинең менән Регина апайымды Санкт-Петербург, Мәскәү, Финляндияларҙы күрһәтеп алып ҡайтам, тип бөтмәҫ дәрт менән ҡайтты.
Радик һүҙендә тора. Нәфисә апай Мәскәү, Санкт- Петербургты күреү генә түгел, унда улы менән бергә йәшәп тә ҡайта. Ул һәр саҡ улы янында була. Унынсы синыфта егет таңға тиклем көй яҙа, аранжировка эшләй. Мөкиббән бирелмәйсә тороп хыялды тормошҡа ашырып та булмайҙыр. Уңышлы кешеләрҙең биографияһына ҡараһаң, барыбер ҙә оло ҡаҙаныш артында Хоҙай биргән талант менән бергә, тырышлыҡ, мөкиббән бирелеп эшләү һәм шул шөғөлөңдө йәндән артыҡ күреп яратыу ята бит. Радик та, ысынлап та, тик моң донъяһында ғына йәшәй башлай.
– Иртән торғанда ла йоҡламай һаман ҡоралдары, компьютеры менән була, йыр тип һаташа ине. Иҫәрләнеп кенә китмәһен инде балам, тип борсолоп та ҡуям. Тик ҡаршы торманым һаман. Ял көндәре йоҡлап кешесә хәлгә килә торғайны.
Улай ялһыҙ-ниһеҙ эшләп, үҙеңде бөтөрәһең бит, улым, тиһәм, моң килгәндә эшләп ҡалайым тигәйнем, әсәй, тигән була. Ғүмер алда бит, ял итергә өлгөрөрбеҙ, ти. Шиғырҙар яҙа башланы. Төнөн ҡай саҡ, ошо һүҙ башҡортса нисек була әле, йә ошо һүҙҙең мәғәнәһен бирерҙәй икенсе һүҙ әйт әле, тип уята. Бергәләп уйлайбыҙ.
Ныҡыш хеҙмәт барыбер үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай. Айырым сольный концерттар ҡуя. 10-сы синыфта уҡ беренсе альбомы сыға. Башҡорт эстрада тарихында был хәл сенсация кеүек ҡабул ителергә тейеш булғандыр ҙа. 18 йәшендә иһә “Өфө уттары” залында республика кимәлендә беренсе үҙ аллы концерты шаулап-гөрләп үтә. Һәм шул мәлдән алып Радиктың сәхнәнән дә, шоу олимпының түбәһенән дә, тамашасы күңеленән дә төшкәне юҡ.
– Радик , аңлауымса, иртә өлгөргән?
– Уҡымышлы, фәндә, ғилемдә асыш яһағандарҙы иртә өлгөргән, вундеркинд тиҙәр түгелме? Юҡтыр, юлын дөрөҫ һайлаған – бар уңышы шунда. Ул миңә һаман сабый кеүек әле.
Дөрөҫ йүнәлеш тә бирелгән, тип өҫтәргә генә ҡала. Моң сиренән ваҡытында дауаламағанһығыҙ. Дөрөҫ тә эшләгәнһегеҙ. Улығыҙҙың был сире ғүмерлек шикелле.
Күҙгә күренмәгән бәйләнеш
Радиктың, әлбиттә, төп тамашасыһы – әсәһе. Мәктәп йылдарынан алып һәр сығышына әсәһенең килеүен һорай ул.
– Бала сағында уҡ һәр сығышына, әсәй килеп ҡара инде, тип һорай торғайны. Эштән һорап булһа ла китеп, ҡарай торғайным. Бына хәҙер ҡай саҡ гастролдәрендә лә оҙатып йөрөйөм.
Һәм шуныһы ҡыҙыҡ: йырсы һәр концертынан һуң: “Оҡшанымы ул һиңә, әсәй?” – тигән һорауҙы уға бирмәй ҡалмай. Йә: “Нимә етмәгән кеүек булды?” – ти. Ул йөҙ, мең тапҡыр ҡабатлай был һорауҙарын. Һәр концерттан, һәр сығыштан һуң.
Шул саҡ Резеда ҡушыла һүҙгә:
– Мин ул Радикҡа аптырайым. Кирбес, плита тотҡан әсәһенән шоу тамашаһының нескәлектәренә тиклем һораһын әле. Ни өсөн шулай, беләһеңме?
– Әсәй һүҙе, фекере уға ҡәҙерле, шуғалыр.
– Эйе, сөнки әсә менән улдың рухи бәйләнеше шул тиклем көслө, бер-береһен ярты һүҙҙән, ярты ҡараштан аңлайҙар. Күҙгә күренмәгән бәйләнеш бар улар араһында.
Шулайҙыр ҙа. Ҡасандыр, бала саҡта, төн уртаһында уятып, әсәй, ошо ерен генә тыңлап ҡара әле, тип бирелгән һорау бөгөн, шаулы тормош юлын, шоулы сәнғәт юлын үткәндә, иң популяр саҡта, башҡасараҡ та яңғырайҙыр: “Әсәй, тыңлап ҡара әле, улың тормош, ғүмер моңон дөрөҫ һуҙамы икән?” Шуға Нәфисә апай төп тамашасы ла.
Радиктың концертында һигеҙ меңдән ашыу кеше һыйҙырышлы “Өфө-Арена” шығырым тулы булды. Башҡорт эстрадаһында бындай ҡаҙаныш менән әлегә берәү ҙә маҡтана алмай. Ысын йондоҙҙар, халыҡ мөхәббәтен яулаған ысын йырсылар ғына майҙан тултырып тамашасыһын йыя ала. Әсә кешегә лә был оло байрамдыр. “Өфө һарайында үткән тамашала ниндәй уй-тойғолар кисерҙегеҙ? Һөйөндөгөҙме?” – тип ҡыҙыҡһынам.
– Маҡтаныу, ғорурланып йөрөү беҙгә хас түгел. Улым үҙенә ышанғас, халыҡ йыя алды, тим. Һәр кемгә балаһы ҡәҙерле. Мин дә концерт ҡараным, кинәнес алдым. Сәхнәлә йырлаған, күп алҡыштарға күмелгән артистан бигерәк, ғәзиз балам булыуы менән ҡәҙерле ул миңә. Шуға һөйөнәм. Һаулыҡтарын бирһен, тип теләп ултырҙым.
– Ә шулай ҙа иң иҫтә ҡалған концерты?
– Бала саҡта, 10-сы синыфты тамамлағас, Колхоз баҙарында асыҡ һауала концерт ҡуйҙы. Әле улай билдәле түгел, тәжрибәһе лә самалы. Халыҡ йыйылды, йылы ҡабул итте. Иң беренсе булғанғамы, күңелгә нығыраҡ уйылып ҡалған. Һуңынан һабантуйҙарға саҡыра башланылар.
Дөрөҫөн әйткәндә, мин уның бер концертында ла халтура, йә исем өсөн генә сыҡҡанын күргәнем юҡ. Бар йәнен бирерҙәй булып тамашасыһы алдына килеп баҫа ул. Шуның менән бәхетле лә. Айырым профессионал етешһеҙлектәрен минән башҡа ла еткереүселәр булыр. Минең фекерем башҡасараҡ. Ул шуны белә, – тип серле генә йылмая төп тамашасы.
Кәләше Гөлназмы?
Кеше популяр булған һайын, уның хаҡында легендалар, кеше ышанмаҫ тарихтар та күберәк тыуып тора. Радиктың атаһы мафиози, ул уны аҡса түләп сәхнәгә сығарған, тигәнен үҙем дә ишетеп ер тырнап көлгәнем бар. Ә уның күренекле Татарстан йырсыһы Салауат Фәтхетдинов менән, йәнәһе лә, бөгөн халыҡ кемде нығыраҡ ярата ла кемде күберәк тыңлай тип тартҡылашыуын кемдәр генә белмәй. Ул хәбәр ҙә дөрөҫме-юҡмы икәнен бер кем дә белмәй, ләкин күп кенә киң мәғлүмәт саралары ла, электрон баҫмалар ҙа был имеш-мимеште ҡабартып, үҙҙәренең рейтингын күтәреп ҡалды былай. Эштәр былай барһа, һары матбуғатты әйтәм, оҙаҡламай Радик йәш талантлы йырсы Гөлназ Асаеваны кәләш итеп алырға тейеш. Шуға был мәсьәләгә лә асыҡлыҡ индергем килде:
– Радикҡа ҡасан кәләш алып бирәһегеҙ? – тим. Нәфисә апайға был һорауҙы йыш бирәләрҙер, күрәһең, уйлап та торманы:
– Әлегә уның кәләше берәү – ул Музыка. Кемде алып ҡайтһа ла, ҡабул итергә, яратырға тейеш әсә кеше. Бына шуны беләм, – тип яуапланы.
– Гөлназ Асаева менән ҡауыштыра алмай бер була бит тамашасы. Әллә ысынлап та йөрөйҙәрме? – тип һорамайса булдыра алмайым.
– Интернеттан һеҙ ниҙәр күреп уҡыйһығыҙ, мин дә шунса ғына хәбәрҙармын. Улар бит ижадташ дуҫтар. Ә Радик дуҫтарына һәр саҡ тоғро. Дуҫлыҡ мөхәббәткә әйләнеп китергә лә мөмкин, уныһы – Хоҙай эше.
– Ә уны ҡабул итер инегеҙме?
– Әсә кеше һәр балаһына бәхет теләй. Улымдың эшен, ижадын, күңелен аңлаһа, улай ғына түгел, йыр-моңо менән, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре менән йәшәргә риза булһа, әлбиттә, үҙ ҡыҙым кеүек күрәсәкмен. Популярлыҡтың да, дандың да йөрәк түҙмәҫ, иң күтәрмәҫ үҙ ауырлығы бар. Күптәр уны күтәрә алмай. Хоҙай ебәргән үҙ яртыңды табыу – тормошта оло бәхет ул.
Аҡса һәм арбау тылсымы
Күптәрҙе һәм үҙемде лә ҡыҙыҡһындырған һорауға ла килеп еттек.
– Радик күп аҡса эшләйме?
– Миңә уның аҡсаһы кәрәкмәй, иҫәнлеге кәрәк. Күпме аҡса эшләгәнен һорағаным да юҡ. Берәй эшкә сығам тиһәм, сығармай. Мохтажлығың булһа, әйт, әсәй, тип кенә тора. Һин хәҙер донъяның рәхәтен татып йәшә, ял ит, ти. Бына Яңы йыл бүләге итеп Таиландҡа юллама алған.
Минең дә кеше кеҫәһен улай уҡ ҡапшап ҡарағым килеп тормай, шулай ҙа һуңғы яңылыҡтарҙан шуны беләм: Радик әле Ҡаҙанда йорт төҙөй, Таиландта фатир һатып алған икән... Белмәйем, бәлки, былары ла имеш-мимештер. Нисек кенә булмаһын, бындай тырыш башҡорт егете бай ҙа булырға тейеш. Байлығы моңон юҡҡа сығармаҫ әле...
– Беләм, Радик маҡтансыҡ та, танауын күккә сөйөп йөрөгән егет тә түгел, шулай ҙа үҙен йондоҙ итеп хис итәме? Уны ҡайҙа ла таныйҙарҙыр...
– Юҡ, ниндәй йондоҙ ти, ул бит ауыл кешеһе, Черниковка малайы. Таныйҙар, Башҡортостанда әйтәһе лә түгел. Мәскәү, Санкт-Петербургта ла магазиндарҙа рәхәтләнеп йөрөй алмай.
Эйе, Радик Юлъяҡшин ябайлығы, ихласлығы менән, киреһенсә, һәр тамашасыһын үҙе пәйғәмбәр итергә әҙер. Шуға күрә уны тамашасы ярата, “уның телендә” һөйләшә. Ҡайҙа ла, Өфөлә лә, Шишмәлә лә, Ҡаҙанда ла, Мәскәүҙә лә... Унан килгән йылы энергетика, арбау тылсымы ана шул халҡын, уның моңон яратыуынан киләлер ҙә.
– Насар уйҙа булмаһаң, һинән һәр саҡ нур, энергетика ағыла. Һәм халыҡ та эйәрә, – әсә кешенең үҙенең күҙҙәрендә лә ҡояш уйнап киттеме. – Радик көнләшә белмәй. Мин уны шулай өйрәттем: ошо өс ҡағиҙәне иҫеңдә тот, улым: йырла-эшлә, сағыштырма-көнләшмә, үҙ баһаңды бел – түбәнһенмә!
“Ҙур эштәргә тотонһам, шул һүҙҙәрең иҫкә төшә, әсәй”, – ти икән бөгөн Радик.
Энергетика тигәндән. Залда ла төрлө кешеләр була. Ҡайһы бер айырым тамашасылар, киреһенсә, энергетиканы һурыуы ла мөмкин. Ул үҙе белмәҫкә лә мөмкин, ҡул сабып, кинәнеп тамаша ҡылырға ла мөмкин.
– Ҡаҙандағы бер концертында хәле бөтөп килеп сыҡты. Һулыны ла төштө. Нимәлер көсөмдө һура, ти. Уға ипләп кенә массаж эшләйем, аяҡтарын ыуам. Ана шул кире энергетиканы сығара белергә лә кәрәк.
Ә инде әсә энергетикаһы, әсәнең ҡул, йөрәк йылыһы былай ҙа шифа!
Читайте нас: