Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
23 Декабрь 2018, 13:17

Яҙмыштар, яҙмыштар...

Йөрөгән ерҙә берәй төрлө мажараға тарымаһам, исемем Миңлегөл буламы ни минең?! Инде электричканан сыҡтым да, сумкам арттараҡ ҡалды, уны алайым ғына тиһәм, ике ишек араһында ҡыҫылып ҡалды бит теге, электричка бара бирә, мин эргәнән йүгерәм, сумкаһыҙ нишләйем һуң? Эргәлә оло йәштәге Мәскәү ханымдары ла бар ине – был ике ханым ҡысҡырып ҡул болғай башланы, машинист ишетһен, йәнәһе. Хоҙайҙың шәфҡәте ярҙам иттеме, электричка тиҙлеген шәбәйтмәгәйне әле, ҡапыл туҡтаны һәм мин сумкамды тартып алдым. Бына шулай. Юлым мажаранан башланды, аҙағы имен бөтһөн. Шулай уйлап киләм тимер юлы буйлап. Ижад йортона мин йәкшәмбе көн иртәнге сәғәттәрҙә барып индем.

Переделкинола

Йәшермәйем, кешеләрҙе ижад йорттарына барып яҙышып ҡайтыуҙарына бер аҙ көнләшеп ҡуя торғайным. Йәшерәк саҡта, яҙышһаң да, ундай мөмкинлек тәтемәне, сөнки унда барыу өсөн иң беренсе нәүбәттә союз ағзаһы булыуың мотлаҡ ине. Ниһайәт, ошондай бәхет тип әйтәйемме, миңә лә эләкте. Әҙәби фонд председателе Марс Әһлиулла улы Әхмәтшинға мөрәжәғәт иткәс, ул миңә Переделкино ижад йортон тәҡдим итте һәм мин ҡыуанып үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр Мәскәү ҡалаһына юлландым. Мәскәү Өфө ҡалаһы һымаҡ түгел шул ул – бындағы ығы-зығыға, кешенең күплегенә, туҡтауһыҙ тулҡын кеүек халыҡтың төрлө яҡҡа ағылыуына хайран ҡалырлыҡ. Бер кемдең дә бер кемдә лә эше юҡ. Ер йөҙөндә сәскә атҡан цивилизацияның иң кире, һөмһөҙ күренештәренең береһе, тип әйтһәм, яңылышмамдыр. Был бит һиңә тыуған ауылың Ялсыҡай түгел. Нишләргә белмәй аптырап торғандан һуң, Ҡазан вокзалының дежур пунктынан артабан нисек барыу тураһында белештем дә, кәрәкле метроны табып, Переделкиноға бара торған электричкаға сыҡтым.

Йөрөгән ерҙә берәй төрлө мажараға тарымаһам, исемем Миңлегөл буламы ни минең?! Инде электричканан сыҡтым да, сумкам арттараҡ ҡалды, уны алайым ғына тиһәм, ике ишек араһында ҡыҫылып ҡалды бит теге, электричка бара бирә, мин эргәнән йүгерәм, сумкаһыҙ нишләйем һуң? Эргәлә оло йәштәге Мәскәү ханымдары ла бар ине – был ике ханым ҡысҡырып ҡул болғай башланы, машинист ишетһен, йәнәһе. Хоҙайҙың шәфҡәте ярҙам иттеме, электричка тиҙлеген шәбәйтмәгәйне әле, ҡапыл туҡтаны һәм мин сумкамды тартып алдым. Бына шулай. Юлым мажаранан башланды, аҙағы имен бөтһөн. Шулай уйлап киләм тимер юлы буйлап. Ижад йортона мин йәкшәмбе көн иртәнге сәғәттәрҙә барып индем. Кеше булырмы икән ял көнөндә тигән хафаларым шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Ишеккә яҡын ғына бер бүлмәлә ҡаршы алыусы ханым миңә тәғәйен бүлмәгә асҡыс тотторҙо. Шуныһы ғәжәп – иҫ китмәле илаһи тынлыҡ хөкөм һөрә был йортта. Әйҙә эшлә, ижад ит кенә. Таушалып бөткән бәрхәт балаҫтар түшәлгән баҫҡыстар буйлап өҫкө ҡатҡа менеп киттем...

Ғәҙәттә, ҡайҙа барһам да, иң тәүҙә китапханаға юлланырға күнеккәнмен. Был юлы ла шулай булды. Китапханасы бындағы китаптар кәштәһенә яңыларының өҫтәлеү мөмкинлеге булмауы хаҡында борсолоп һөйләне. Һәр ҡайҙағы шикелле матди ҡытлыҡ был изге урынды ла урап үтмәгән. Әммә, минең уйымса, һәр кемгә лә һайлап алып уҡырлыҡ әҫәрҙәр ҙә, яңы сыҡҡан журналдар ҙа етерлек бында. Мин үҙем электән яратып уҡыған шағирә Светлана Кузнецованың һайланма шиғырҙарҙан торған китабын эҙләп тапҡас, күңелем йәнә кинәнес кисерҙе. Ниндәй ғәҙәттер ул – яратҡан авторҙарымдың әҫәрҙәрен ваҡыт үтеү менән тағы ла яңынан күңелемә һеңдереп, үҙемә генә аңлайышлы тойғолар кисереп, күктең етенсеме, йөҙөнсөмө ҡатында ҡанат елпеп, осорға әҙерләнеп ултырам. Осоп китеп, мәңгегә юғалһаң да, үкенесле түгел. Әҙәм күңелендә иҫтә ҡалырлыҡ, исмаһам, берәй шиғырың онотолмаһын ине ул. Булмаҫ, уныһы ла булмаҫ кеүек... Бына шунан һуң килә инде башҡа төрлө эс бошорғос уйҙар. Нимәгә яҙып маташырға артабан да? Яҙғандарыңдың исмаһам берәй өлөшө уҡыла микән? Әлеге замандың ҡапма-ҡаршылыҡтары, аяуһыҙ ҡанундары, йәберһетеүе – ҡәләм тибрәтеүсе йәш кешене генә түгел, күптән быуынын нығытҡан, ал-ял белмәй алышҡа әҙер торғандарҙың да һынын ҡатыра, упҡындарға ырғытырға әҙер тора, көсөң етһә, ныҡышмаллығың, ихтыяр көсөңдө юғалтмаһаң, өҫкә ҡалҡып сығырға өмөтөңдө ҡалдырыр, бәлки, ә бәлки, юҡ... Миңә «пессимист был» тип ғәйеп ташлаусылар табылыр. Пессимист түгел мин, был – тормоштоң ысынбарлығы. Алһыу күҙлегемде мин күптән алып ырғытҡанмын.

Шулай ҙа йәнең тере икән, йәмғиәттә булып торған ваҡиғалар һине йә ҡыуандыра, йә һыҙландыра, уйландыра. Был тәбиғи һәм ошо күренештәргә ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде тыуҙыра, ә инде һин әҙип икәнһең – һиңә икеләтә, өсләтә яуаплылыҡ йөкмәтелә, теләйбеҙме- юҡмы, ошо йәмғиәттә ҡайнап йәшәйбеҙ ҙә баһа.

Ижад йортонда ғәжәйеп шәхестәр, исемдәре билдәле оло йәштәге шағирҙар, яҙыусылар менән аралашып йөрөүем үҙе үк һоҡландырғыс минуттар, онотолмаҫлыҡ мәлдәр бүләк итте миңә. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап йәшәү ижад кешеһе өсөн емергес көс булмағанда ла, күп нәмәләрҙән мәхрүм итәлер, тим. «Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер бит. Аралашыу ҡеүәһе зиһенеңде яңы уйҙар менән байыта, йәнеңдәге әллә ниндәй аңлата алмаҫлыҡ һиллек минуттарының, ошо арауыҡтың һис ҡасан да ҡабатланмаясағын белеп тороуың үҙеңде моңһоуландыра, һағышландыра ла. Шулай шул. Бер нәмә лә ҡабатланмай фани донъяла, әгәр инде ҡабатлана ҡалһа, ҡәҙерле лә булмаҫ ине...

Сит ил әҙәбиәтен тәржемә итеүсе, яҙыусы Николай Иванович Балашов һәм уның ҡатыны (ул да тәржемә менән шөғөлләнә) – ихлас, һөйкөмлө кеше Татьяна Дәүләтовна менән әңгәмәләшеп, һөйләшеп йөрөнөм.

– Мәскәүгә бер үҙем генә сығырға ниңәлер баҙнат итә алмайым бит әле, – тигәс, Татьяна Дәүләт ҡыҙы миңә Мәскәүҙе күрһәтергә, экскурсияларҙа йөрөргә үҙе теләп тәҡдим итте. Уйламаған ерҙән беҙгә Мәскәү шоферы тап булды, бына бәхет! (Беҙ Татьяна Дәүләт ҡыҙы менән ижад йортоноң алдына сығып, үткән машиналарға ҡул күтәреп тора инек.) Бәхет бер килһә, килә бит ул! Был туҡталышҡа тиклем генә тип ултырғайныҡ, был шофер беҙҙе Мәскәүгә тиклем алып китте. Беҙ Татьяна Дәүләтовна менән ҡыуанышып ултырабыҙ, һүҙ араһында юлдашым минең шағирә икәнде, Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан килгәнемде әйткәс, шофер ағайыбыҙ былай ти һалды:

– Улай булғас, шиғыр һөйләп ебәрегеҙ әле үҙ телегеҙҙә. Мин һеҙҙе бушҡа ғына йөрөтәмме ни, – тип шаяртып та алды.

Мин ни ҡапыл ҡыйынһынып киттем. Уйлайым. Берәй ҡыҫҡарағын ғына һайларға ине. Татьяна Дәүләтовна ла ҡыҫтап тора. Нишләргә һуң? Һөйләргә тура килә инде. «Ҡышҡы ҡыуаҡ» тигән шиғырымды һөйләп ишеттерҙем. Тирләп киттем хатта уңайһыҙланыуҙан.

– Мелодично звучит, – тигән булды ағай.

– Йә, хәҙер руссаға тәржемә итегеҙ, – тип талап итә машина хужаһы.

Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың, тигәндәй, мин шиғырымды тәржемәләп аңлаттым. Ағайыбыҙ әллә ысын, әллә юрый, ҡәнәғәт ҡалған кеүек тойолдо. Шулай итеп, беҙ Мәскәүгә килеп еттек. Беҙгә бөтөнләй таныш булмаған был яҡшы кешегә рәхмәттәр әйтеп, Мәскәү урамдарының береһенә йүнәлдек.

Мәскәү ҡалаһы буйлап тәүгә йөрөүем. Кремль майҙанында төрлө маршруттар буйлап экскурсияға билеттар һатыла икән. Оҙаҡламай беҙ автобуста елдерә инек. Әлбиттә, оҡшаны Мәскәү, оҡшамай буламы?! Мәскәү буйлап иң иҫтәлекле урындарҙы күрһәттеләр беҙгә. Экскурсовод, күренеп тора, Мәскәү кешеһе, бик ентекле итеп, үҙ халҡына һөйөү тойғоһо менән үткән тарихты яңыһы менән бәйләп һөйләп барҙы. Бер туҡталышта төшкәс, мин түҙмәнем, экскурсоводҡа:

– Һеҙ патриот икән, – тигәс, уның йөҙөндә ғорур, ҡәнәғәт йылмайыу хасил булды. Кискә табан Татьяна Дәүләт ҡыҙы менән күргәндәрҙән йәнгә бер дауа алғандай, ҡыуанышып арып ҡайтып еттек торған еребеҙгә. Беҙҙең был сәйәхәт әле лә минең күңел түрендә иң иҫтәлекле көн булып һаҡлана...

* * *

Кеше – һөйләшеп, ат кешнәшеп таныша тигәндәй, бер көндө ижад йортонда йыйыштырыусы булып эшләүсе оло йәштәге апай менән һөйләшеп киттем. Ошо ижад йорто асылғандан алып эшләүсе Елена Васильевна булып сыҡты яңы танышым. Һүҙҙән һүҙ сығып, мин бында яҡташым, Ермолаевкала тыуып үҫкән шағирә Людмила Васильевна Шикинаның ошондағы дачаларҙың береһендә йәшәгәнен белдем. Бик күргем килде данлыҡлы яҡташымды, китаптары һәм шиғриәте менән күптән таныш инем. Бик ҡыйынһынһам да, Елена Васильевна аша, ҡабул итә алырмы-юҡмы икәнлеген белешеп тороп, шағирә яҡташым менән осрашыуға барҙым. Людмила Васильевна ихлас ҡабул итте, ире Борис Дмитриевич Михалков менән (ул да яҙыусы, прозаик) һорауҙар менән күмеп ташланылар. Тәмле сәй эскәндә, әңгәмәбеҙҙе дауам иттек. Яҙыусы беҙҙең Өфөлә булғанын һәм унда хәтерендә ҡалған иң йылы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Людмила Васильевнаның яңы ғына дауахананан сыҡҡан ваҡыты ине. Күҙҙәренә операция яһатҡанға күрә, ятып ҡына торһа ла, минең менән әңгәмәләшергә, тыуған яҡтар тураһында һағынып һөйләшеп ултырыуҙан баш тартманы. Аҙағыраҡ бөтөнләй йәнләнеп китте.

Дачаларында үҫкән йәсмин ҡыуағына һоҡланыуҙан иҫем китте. Ап-аҡ сәскәлә ине ул ҡыуаҡтар! Йәсмин сәскәһенең еҫен хушбый еҫтәренән дә беләһегеҙҙер – шул тиклем дә һушты алырлыҡ еҫ таралған баҡсаға. Борис Дмитриевич, Людмила Васильевна, уларҙа тағы бер ҡунаҡ ҡатын бар ине – бергәләп баҡсаға сыҡтыҡ. Яҡташымдың ире усаҡ яғып ебәрҙе. Ҡоро утын дөрләп янып та китте. Ошо тойғоларҙан һуң шиғыр яҙмай ҡара әле! Ҡайтҡас та күңелемә килгән юлдарҙы блокнотҡа теркәп ҡуйҙым.


Усаҡ йылыһында

Усаҡ йылыһында бер серләшеп,

Ултырыуы ниндәй күңелле!

Аҡ томанға оҡшаш йәнәш йәсмин,

Үтә күренмәле еңеллек!


Усаҡ яна, усаҡ сыртлап яна,

Әллә ожмах, әллә йырмы был,

Ҡуйыныма һарыла киске һиллек,

Үҙ яғымдан килгән ҡырмы был?


Тынлыҡтарҙы тыңлап тороуҙары,

Усаҡ яныуҙары күңелле!

Йәсмин сәскәһеләй аҡ балҡышта

Үтә күренмәле еңеллек!

Иҫ киткес кешеләр, һоҡланғыс яҙмыштар…


* * *

Ижад йортоноң эргәһендә генә бөтә донъя балаларының яратҡан яҙыусыһы Корней Иванович Чуковскийҙың йорт-музейы урынлашҡан. Был йортҡа бер ваҡытта ла кеше аяғы өҙөлмәй. Бигерәк тә балалар күп йөрөй. Балалар баҡсаһынан экскурсияға килгәйнеләр мин барған көндө. Бөтә бүлмәләренә лә йөрөтөп күрһәтеп сыҡтылар. К. И. Чуковскийҙың эш бүлмәһе балаларҙа ғына түгел, оло кешеләрҙә лә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, яңынан-яңы тәьҫораттар уяталыр, моғайын. Яҙыусының өҫтәлендә ятҡан бәләкәй крокодилдарға, төрлө йәнлек фигураларына бәләкәстәр ауыҙҙарын асып, иҫтәре китеп ҡарай, китаптан таныш геройҙарҙы ҡул менән тотоп ҡарағылары ла киләлер, тип уйлайым – балалар балалар инде. Кабинетта уйынсыҡтар – китап геройҙары байтаҡ, хатта сит илдәрҙән дә яҙыусыға төрлө персонаждарҙың уйынсыҡтарын бүләк итеп ебәргәндәр. Был бүләктәр ошо бүлмәлә һаҡлана. Һәр бүлмәлә шкафтарҙа үҙе ҡулланған һәм уҡыған китаптары ҡуйылған. Яҙыусының китапханаһы ла бик бай. Теләгән ваҡытта Чуковский ул китаптарҙы эшендә файҙалана алған. Ғәжәп кеше һәм яҙыусы... Иҫ китмәле бай тойғолар кисереп, һулыштарым иркенәйеп, ҡыуаныслы хистәргә тулышып сығып киттем был изге йорттан. Кешелек донъяһы йәшәгәндә, бәләкәстәр күңелен яулаған, улар өсөн һәйбәт әҫәрҙәр яҙып, кескәйҙәрҙе ҡыуандырып йәшәгән яҙыусының йорт-музейына бер ҡасан да һуҡмаҡ юйылмаҫ....


* * *

Мәскәү яҡтарына сәфәр юлдары гел генә төшөп тормаҫ ул, тип мин яҙышыуҙан ҡалған буш ваҡытта тирә-яҡтарҙы йәйәүләргә, Яңы Переделкиноға ла барып йөрөргә әүәҫ булып киттем. Яңы Переделкино ҙур ғына ҡала булып үҫеп сыҡҡан. Барған һайын ошондағы китап магазинына инмәй ҡалмай инем. Бындағы китаптарҙың тематика яғынан төрлөлөгөнә иҫең китерлек! Инеп-сығып йөрөгән кеше лә өҙөлмәй. Ҡарап йөрөй торғас, әллә күпме ваҡыт үтә лә китә, һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Элек-электән ҡыҙыҡһынып уҡыған шағирә Белла Ахмадуллинаның өр-яңы «Влечет меня старинный слог» тигән әҫәрҙәр йыйынтығын шатланып һатып алдым, беҙҙең китап кәштәләрендә элек бик үк күренмәй торғайны, хәҙер инде (әллә хаҡтары арыу уҡ булғанға) йәнең теләгәнен һатып алырға була. Шулай бер китаптың биттәрен ҡутарғылап торғанда, иң артҡы битендә анонста Нина Садурҙың пьесалары сығасаҡ, тигән мәғлүмәт уҡығас, аптырап киттем, бәй, был ханым беҙҙең менән бергә өҫтәл артында ултыра ла баһа! Үҙе килеп-китеп йөрөй, әсәһе менән ейәнсәре һәр ваҡыт бергә киләләр ашханаға, бына бер заман ошо әҙибәнең ҡыҙы ла күренгеләй башланы. Һүҙҙән-һүҙ сығып, һөйләшкән арала Нина Садурҙың ҡыҙы Екатерина Садурҙың яҙыусы икәнен белдем. Әсәһе – драматург, прозаик, ҡыҙы – прозаик. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, уға 30 йәштәр самаһылыр (булһа әле) тәүге китабын сығарырға ла өлгөргән. Утыҙ йәшкә тиклем әҙип китабын сығарырға тейештер инде, тип уйлаусылар булыр. Әлбиттә, ижад менән йәштән даими шөғөлләнгән кешегә был йәш тә аҙ түгелдер. Әммә ниндәй китап бит. Әлеге йәш әҙибәнең «Праздник старух на море» (Вологда, 1998) исемле әҫәрҙәр йыйынтығы бағымсылыҡ ярҙамында нәшер ителгән. Унда бер роман, ике повесть һәм хикәйәләр бирелгән. Ошо хаҡта ҡыҙҙың өләсәһенән ишеткәс, ижад йортоноң китапханаһынан был китапты эҙләп таптым. Йәш яҙыусы уны китапханаға бүләк иткән һәм ул «Бүләк-китаптар» тигән айырым бүлмәлә һаҡлана, унда үҙебеҙҙең оло шағирыбыҙ Муса Ғәлиҙең әҫәрҙәр йыйынтығына тап булдым. Күңелгә йылы булып китте. Бүлмәгә ҡайтҡас, Екатерина Садурҙың ижад емеше менән ҡыҙыҡһынып таныштым. Йәш әҙибәнең ябай ғына деталдәрҙе лә тормошсан итеп үҙенең әҫәрҙәрендә оҫта күрһәтә белеүе һоҡландырҙы. «Дед Аполлонский» тигән хикәйәһендә үҙенең бала сағы күҙлегенән һуғыш ветеранының ғәҙәти тормош-көнкүрешен һүрәтләргә йөрьәт итә һәм уҡыусыны ышандыра алған, тип фаразлайым.

Күренекле әҙәбиәт белгесе һәм тәнҡитсе Лидия Гинзбург үҙенең «Человек за письменным столом» тигән күләмле хеҙмәтендә кеше үҙ ғүмерендә ниндәйҙер әрнеүҙәр запасы тупламай тороп, яҙа башламай ул, тигән фекере зиһенемде яҡтыртып ебәргәндәй булды. Ошонан да асыҡ итеп әйтеп буламы һуң?! Ғөмүмән, яҙыусы йөрәгендә тыуған әрнеү-һыҙланыуҙарын, шатлығын-ҡыуанысын, һоҡланыуын шулай уҡ башҡалар күңеленә үтеп инерҙәй һүҙ менән әйтеп бирә ала икән, ошо ябай, әммә тылсымлы һүҙе менән кешене йыуата, өмөтләндерә алыу ҡеүәһенә эйә икән, тимәк, яҙыусы үҙ маҡсатына ниндәйҙер дәрәжәлә иреште, тигән һүҙ. Был йәһәттән мин йәш прозаик Екатерина Садурҙы ошондайҙар рәтенә индерергә баҙнат итәм.

Пределкинонан йырағыраҡ ерҙә, урман эсендә көмөш быуат шағирҙарының күренекле бер вәкиле Борис Леонидович Пастернактың йорт-музейы урынлашҡан. Иҫ киткес илаһи тынлыҡ тора һауаһында был урындың, хатта тирә-яғындағы ағастарҙа ла, атлап барған һуҡмаҡтарҙа ла...

Йорт-музейға китеп барған юлдың һул яғында йәшелсә-емештәр ултыртылған, тирә-яҡта ағастар үҫә. Бында шағир үҙе эшләргә яратҡан булған, үҙе тере сағында уҡ баҡса нисек булһа, ул шул көйө ҡалдырылған. Үҫеп ултырған йәшелсә-емеш баҡсаһын Пастернактың нәҫел-нәсәптәре тәрбиәләп тора, тип һөйләне экскурсовод хеҙмәткәр.

Шағирҙың йорт-музейы үҙенең рухына тап килеп торған кеүек, сөнки шағир артыҡ әйберҙәр яратмаған; бөтә бүлмәләрҙә ябайлыҡ һәм бөхтәлек күңелде арбай. Шағир иркенлекте йәненә яҡын иткән. Бүлмәләрҙә китаптарынан һәм кәрәкле мебелдән башҡа артыҡ бер ни ҙә юҡ. Яҙышып арығандан һуң, ул теләк менән үҙ баҡсаһында соҡонорға яратҡан. Йорт-музейҙың эргәһендә өс ағастың бер-береһенә һарылып үҫеүенә иғтибар иттем. Ғәжәп! Әллә был тәбиғәттең мөғжизәле тылсымымы?! Аптыраным, ғәжәп иттем. Ни булһа ла, өс ағас һыны бергә үрелгән, бергә үҫкән, бергә күрерҙәр баш осондағы аҫыл ҡояш нурын, дауыллы елдәренән һығылырҙар-бөгөлөрҙәр. Әммә өсәүгә ауыр булмаҫтыр, еңелме-ҡыйынмы, уныһын үҙҙәре генә белер, үҙҙәре һиҙер, ни тураһындалыр шыбырҙашыр... Бер аҙҙан уйланып йөрөүҙәрем һөҙөмтәһе булып ике шиғыр яҙылды, өс ағас һыны – өс кеше яҙмышы кеүек...

Шуныһы ғына үкенескә ҡалды: йырсы-шағир (бард), күптәрҙең яратҡан шағиры, легендар шәхес Булат Окуджаваның йорт-музейын күрә алмауым эсемде бошорҙо. Бәлки, әле был изге ерҙәргә юлым тағы төшөр, бәлки, тағы ла бер ҡабат күргән-кисергәндәрҙе яңыртырға насип булыр, тигән уй күңелемде йылыта. Амин, шулай булырға яҙһын ине...

Миңлегөл Хисамова.