Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
23 Декабрь 2018, 19:00

Яҡшылыҡтан яҡты эҙ ҡала

Уйлай китһәң, ҡыҙыҡ был донъя: йәш саҡта, ауыл урамында саң туҙҙырып бейеп ҡайтҡанда, һуңғараҡ хеҙмәт юлын башлап көн дә иртән эшкә ашыҡҡанда, мәле еткәс төн уртаһында сәңгелдәктәге сабыйыңды бәүеткәндә “их, бер туйғансы йоҡлаһаң ине!” тип хыялланаһың. Ә инде олоғайып, быларҙың барыһы ла артта ҡалғас, күпме теләйһең – шунса йоҡларға ине лә, юҡ, булмай икән... Дауахана палатаһында танышҡан Миңһылыу исемле апай менән икебеҙҙе йоҡо алманы ул төндө. Һүҙгә әүәҫ күршем, хәтирәләр ебен тағата-тағата, мине үҙенең алыҫта ҡалған яҙмыш өйрөлтмәктәренә алып китте.

Уйлай китһәң, ҡыҙыҡ был донъя: йәш саҡта, ауыл урамында саң туҙҙырып бейеп ҡайтҡанда, һуңғараҡ хеҙмәт юлын башлап көн дә иртән эшкә ашыҡҡанда, мәле еткәс төн уртаһында сәңгелдәктәге сабыйыңды бәүеткәндә “их, бер туйғансы йоҡлаһаң ине!” тип хыялланаһың. Ә инде олоғайып, быларҙың барыһы ла артта ҡалғас, күпме теләйһең – шунса йоҡларға ине лә, юҡ, булмай икән... Дауахана палатаһында танышҡан Миңһылыу исемле апай менән икебеҙҙе йоҡо алманы ул төндө. Һүҙгә әүәҫ күршем, хәтирәләр ебен тағата-тағата, мине үҙенең алыҫта ҡалған яҙмыш өйрөлтмәктәренә алып китте.


– Йәшем ун етелә ине, – тип башланы һүҙен Миңһылыу апай. – Көтмәгәндә тормошто пыран-заран килтергән һуғыш сыҡты. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙағы булған ир-ат ил һаҡларға китте. Ә беҙҙе, яңы иҫ белә башлаған бер нисә үҫмерҙе, Күркәтауға – төпкөлдәге ҡара урманға – һал ағыҙыу эшенә оҙаттылар. Әсәйҙән айырылып өйрәнмәгәс, ҡурҡыта, шомландыра. Ярай әле, арабыҙҙа беҙҙән саҡ ҡына ҙурыраҡ Ҡотлогилде тигән ағай бар, уға таянырбыҙ... Үҙемде шулай йыуатырға тырышып өйҙән сығып киттем. Һай, беҙҙең күргәндәр! Кейем юҡ, ашау яғы наҡыҫ. Ә эште әзмәүерҙәй ирҙәр кеүек ҡолас киреп эшләргә кәрәк. Ниңә тауҙың иң бейек түбәһендә, ҡая таштар өҫтөндә үҫә икән был һомғол, һылыу ҡарағайҙар, тип уйлай-уйлай көнө буйы ҡул менән ағас бысабыҙ. Берәүҙәр йыуан бүрәнәләрҙең ботаҡтарын әрсей, икенселәр бер урынға өйөп бара. Бер аҙҙан уларҙы һыуға этеп төшөрөп ағыҙып ебәрәбеҙ. Берсә тирләп, берсә өшөп, тубыҡтан еүешләнеп, кис етеүгә һыуыҡ барактарға ҡайтып йығылабыҙ. Ҡотлогилде ағай, ысынлап та, беҙгә таяныс ине. Өҫ-башты мейес йылыһына киптерергә ҡуйғанбыҙмы, аяҡ кейемебеҙ түҙерлекме – ул барын да күреп, һәр нәмәне хәстәрләргә тырыша. Уның иғтибарлы ҡарашы аҫтында шаян һүҙҙәрен тыңлап ашағанғамы, шыйыҡ аш та, рәтһеҙ генә бутҡа ла тәмлерәк тойола...

Ваҡыт шулай үтә торҙо. Ҡайһы мәлдә һәм нисегерәк килеп сыҡҡандыр, шул Ҡотлогилдегә үлеп ғашиҡ булғанды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Аслы-туҡлы көндәремдең, өшөп-туңып йоҡлаған төндәремдең ауырлығын күңел түрендәге татлы уйҙар менән еңеләйтәм. Көндән-көн һүрәнерәк йылытҡан ҡояш нурына үҙемдең ҡайнар хисемде өҫтәйем дә, донъям яҡтырып китә. Уны күрһәм, ауылды, әсәйемде һағыныу тойғоһо ла баҫылғандай була. Бик оҫта йырсы ла бит әле үҙе. Моңло тауышы бар донъяны хайран итә, бөтә хәсрәттәрҙе оноттора...

Көҙгө йонсоу көндәрҙең береһендә уның йөҙө нисектер уйсан, бойоҡ күренде. Нимә булды икән? Ниңә ул бик күңелһеҙ? Оҙаҡламай үҙе яныма килде. “Хәлең нисек, Миңһылыу?” – тип өндәште лә күҙҙәремә шундай тултырып ҡараны! Ҡулға ҡорал алырға уға ла сират килеп еткән, һуғышҡа китә икән. “Ауылға ҡайтып хушлашып китергә бер генә көн бирҙеләр, – тине ул. – Айырылғы килмәй һеҙҙән, эҫенгәнмен...” – тип өҫтәне. Ҡайҙа беҙҙең ғүмерҙә лә бойоҡмаҫ, тапҡыр телле ағайыбыҙ? Әле ҡаршымда ауыр эштә сынығып олпатланған, ҡыйғас ҡара ҡашлы, теремек ҡарашлы, үтә лә етди сырайлы ыласындай егет баҫып тора.

– Мин дә ауылға ҡайтам! Һинән ҡалмайым! – тип һалдырҙым.

– Ярамай, һылыу, һеҙгә эшләргә кәрәк. Еңеү өсөн тырышырға. Аңланыңмы?

– Юҡ, аңлағым килмәй! Алып ҡайт мине ауылға, ағай, зинһар өсөн!

– Шулай ҡартмынмы ни, ағай ҙа ағай тиһең, – тип шаяртты ул, маңлайыма төшкән сәс бөртөгөнә бармаҡ остары менән ҡағылып. – Ә мин, үҫә бирһәң кәләш итеп алырмын үҙеңде, тип уйлап йөрөгән булам...

Ҡайттым уның менән ауылға. Һөйгәнем миңә һағышлы, шатлыҡлы, мөхәббәтле, ҡабатланмаҫ серле бер төн бүләк итте. Һәм иртәгеһенә, ергә тәүге ҡырпаҡ ҡар-күбәләктәр һибелгән һалҡын иртәлә, ул алыҫта барған оло яуға, дошманға ҡаршы ҡаты алышҡа юлға сыҡты.

– Яратам һине, Миңһылыу. Мине көтөрһөңмө?

– Мин дә яратам, көтөрмөн...

Уның моңо, беҙҙе ҡауыштырған иң бәхетле төн һәм бер-беребеҙгә биргән антыбыҙ ғүмерлеккә йөрәгемә уйылып ҡалды...


***

Күркәтауға килеп, һал ағыҙыуҙа эшләүемде дауам иттем. Ауыр булһа ла, яҡты өмөттәр менән йылытылған ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте. Йөрәгем аҫтында йөрөткән тере йәнгә лә өйрәндем. Тик тормошомдоң артабан нисек булырын күҙ алдына килтерә алмайым. Күпме көтһәм дә, Ҡотлогилденән ҡош телендәй ҙә хәбәр килмәне. Бер-ике хатынан башҡа өйҙәренә лә хәбәре юҡ, тип ишеткәс, күңелде ҡара шәүлә ҡаплағандай булды. Ә ҡәһәрле һуғыш һаман бөтмәй...

Әҙәм балаһына шатлыҡ килгәндә лә, бәләгә ҡалғанда ла бер нәмә хас, күрәһең: ул үҙенең тыуған еренә, өйөнә ашҡына. Минең менән дә шулай булды. Иртәле-кисле туңдырып, көндөҙ аҙ ғына йылытып яҙ моронлай башлағайны, бер кемгә лә әйтмәйенсә, ҡайтыр юлға сыҡтым. Һепертмә буран төштән һуң бөтөнләй ҡоторондо. Күҙ асҡыһыҙ ғәрәсәтте көскә йырып алға барам. Аҙашмаһам ғына ярар ине, Хоҙайым, ярҙам ит, тип ҡабатлай аслыҡтан, һыуһауҙан кипкән ирендәрем. Бит-ҡулдарым, аяҡтарым өшөүҙе тоймай ҙа башланылар. Бер мәл алда ниндәйҙер ҡара шәүлә күҙгә салынды, шунан уның бәләкәй генә ҡоролма икәнен, хатта ҡайҙандыр нәҙек кенә төтөнмө-быумы сыҡҡанын абайланым. Ни булһа ла булыр, тинем дә, йән көскә ишек бауын тарттым. Йөҙөмә тоноҡ йылылыҡ бәрелде, эстә дөм-ҡараңғы. Мунса икән. Яғылған, ныҡлап һыуынырға өлгөрмәгән. Һәрмәнеп һикене эҙләп таптым, ҡулым һауыт төбөндәге имшеү һыуға ҡағылды. Яҙмышыма күнеп, ошо мунсала ҡунып сығырға булдым.

Иртәнән тәғәм ризыҡ булмаған эс-бауырым өҙөлөп барыуға ҡарамай, йылынып, күҙем эленә башлағайны, тышта аяҡ тауышы ишетелде. Һиҫкәнеп тороп ултырҙым. Йөрәк дарҫлап тибә. Ишек асылыуға, һыуыҡ һауа менән бергә тәпәшерәк буйлы берәү килеп инде. Эске һиҙемләү менән уның ҡатын-ҡыҙ икәнен шәйләнем.

– Апай тип әйтәйемме, инәйме, зинһар, ҡурҡмағыҙ. Зарураттан килеп индем бында, юл кешеһе мин, – тип көс-хәлгә өндәшә алдым.

Ҡатын аптырап ҡалды, шулай ҙа ҡурҡаҡтарҙан түгел икән, тиҙ генә бәләкәй тәҙрә уйымындағы һуҡыр шәмде ҡабыҙып ебәрҙе һәм миңә текәлде:

– Зарураттан тиһеңме? Ҡайҙа юл тотоуың, ниңә бындай көндә яңғыҙ сәфәргә сыҡтың?

– Күркәтауҙан ҡасып ҡайтып барам. Йөклөмөн мин, апай...

– Эй ҡыҙ бала, ҡыҙ бала... Шундай хәлдә юлда йөрөргә яраймы һуң? Шөкөр ит, ауылға килеп етә алғанһың. Урманда ҡалһаң нишләр инең, йә инде! – тип аптырай ят апай.

Шул саҡ күҙем алдында осҡон сәсрәнеме ни, бил тәңгәлендә бығаса тоймаған-белмәгән йән-тән ауыртыуы хасил булды. “Ай-ай!” – тип асырғанып ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

– Бушаныр сағың еткән түгелме? Йә, Хоҙай, еңеллек бир инде... Рәхмәт төшкөрө, кистән танаҡайым быҙаулағайны әле. Таң һыҙыла башлағас, шул малҡайға мунсалағы һыуҙы эсерәйем тип кенә ингәйнем. Бына нисек килеп сыҡты... Ай, Алла... – Апай миңә һикегә уңайлап ятырға ҡушты. – Ошонда ҡайнымдың бәкеһе була торғайны, баланың кендеген ҡырҡырға ярап ҡалыр, – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй, ялғашҡа һыу ҡоя башланы.

Теге ауыртыу бер нисә мәртәбә ҡабатланып күҙҙән ут сәсрәтеп алыуға мунса эсен сағыу, көр илау тауышы тултырҙы.

– Сөбханалла, сабыйың донъяға килде, һылыу, әсәй булдың...

– Апай, миңә бала кәрәкмәй, мин әсәй була алмайым, – тип иланым да ебәрҙем.

– Атаҡ, нисек инде кәрәкмәй? Бына бит ул теп-теремек, бар ағзалары ла теүәл уҫлаптай малай! Хәҙер күкрәгеңә һөт төшөр, сабыйҙы имеҙергә әҙерлән.

– Кәрәкмәй, кәрәкмәй, мин уны көтә алмайым! – үҙем һаман илауҙан туҡтамайым.

– Улай тип ауыҙыңды ла асма, ҡара уны! Матур ғына егет булып үҫеп китер, үҙеңә иш булыр. – Ҡатын әллә ниндәй еңеллек, таһыллыҡ менән баланы тиҙ генә йыуындырып, үҙе кейеп килгән бишмәткә төрҙө лә йәтеш йомарлаҡты эргәмә килтереп тә һалды. – Икегеҙ ҙә бер аҙ хәл алығыҙ, мин өйҙән йылы сәй алып киләйем. Унан малайың имергә таптыра ла башлар, – тине лә апай нисек килеп ингән шулай юҡ булды.

Йылы. Әллә нисек рәхәт һымаҡ. Тәҙрә уйымынан ҡыҙарып ҡояш яҡтыһы төшә, яңы көн тыуып килә. Ҡыҙыҡ, минең улым бар, бөгөндән мин әсәй, көлөп-шаярып йөрөгән Миңһылыу ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Ҡотлогилде беҙҙе күрһәсе ошо минутта, ни әйтер ине икән? Ҡайҙа ул, тереме, әллә үлеме? Улы барлығын уға нисек хәбәр итергә?

Башты йөҙ төрлө һорау быраулай. Ауылға, әсәйемә нисек ҡайтып инермен? Ул ни әйтер? Баланы ҡарай алырмынмы? Әллә ошонда... йылы урында ҡалдырып китергәме? Хәйер, нисек ҡалдырып китәһең, ана бит, күҙен емелдәтеп берсә уға, берсә бына-бына һүнергә торған елпек шәмгә текләп ята. Шундай йомро, йомшаҡ ҡына, әллә ниндәй татлы еҫ килә үҙенән. Оҙаҡ-оҙаҡ ятһаң ине ошо йылыға иҙерәп...

Етеҙ атлап теге апай килеп инде.

– Йә, һылыу, тәмләп кенә сәй эсеп ебәр, бер-икәүҙе ыуыҙ ҡоймағы ҡойоп өлгөрҙөм әле, әйҙә ауыҙ ит. Әлдә абзыйың мейескә ут яғып ебәргән, – тип үҙ күреп хәбәрен теҙә. – Һорарға онотоп торам: исемең нисек, һылыу?

– Миңһылыу, – тим, әллә мәтрүшкә, әллә ҡарағат япрағы һалынған тәмле сәйҙе һемереп.

– Матур икән исемең. Битеңдә миңең бар ҙаһа, әсәйең шуға ошо исемде ҡушҡан инде, – тигән һығымта яһап ҡуя.

Аҙна-ун көн буйы үҙ балаһын көткән үҙ әсәм кеүек ҡараны ул беҙҙе. Мине лә ипле генә итеп малайға эҫендерҙе: “Ҡарасы, бигерәк матур, туп-тумалаҡ бит әле, бик һөйкөмлө кеше булыр, күңелем һиҙә”, – тип әйләнгән һайын баланы һөйөп ала. Мин иһә өркәк тай кеүек мунсала ҡото алынып ултырған Миңһылыуҙан көндән-көн сабыйымды ихлас яратып, ләззәтләнеп күкрәк һөтөн биргән йәш әсәгә әүерелә барам.

Улымдың кендек инәһе Сафия апай беҙҙе бар хәленсә юлға әҙерләп, фатихаһын биреп оҙатты. “Һылыу, был бала һинең тормошоңа ҡот-ырыҫ килтерер, исемен Ырыҫкилде тип ҡуштыр, – тине ул хушлашыр алдынан. Исем миңә лә оҡшаны: Ырыҫкилде Ҡотлогилде улы... Яңғырашы ла, мәғәнәһе лә күңелгә ятышлы. Шулай итеп, беҙ Ырыҫкилде менән имен-һау ауылға ҡайтып төштөк. Әммә унда беҙҙе еңел тормош көтмәй ине.


***

– Кем балаһын күтәреп ҡайттың? Никахһыҙ тыуған баланы ҡарап ултыраһым юҡ! – тип ҡырт киҫте әсәйем мине күреү менән.

– Әсәй, ул бит минең улым, һинең ейәнең... – Донъялағы иң яҡын кешем был һүҙҙәрҙе ишетергә теләмәй ине...

Шулай йәшәлде, үлмәнек. Унан Еңеү яҙы килде. Тереләр әйләнеп ҡайтты, минең һөйөклөм, тормошта таяныр терәгем яу ҡырында ҡалды. Ата-әсәһе бар ине, тик ни өсөндөр ейәндәренә ҡарата уларҙың күңеле бикле булды. Ғәйепләмәйем уларҙы. Быға хаҡым юҡ. Заманы ауыр ине, һәр кемдең үҙ ҡайғыһы үҙенә тигәндәй... Артыҡ тамаҡ яуы кемгә кәрәк?

Шулай, үҙем ауылда мыҫҡыллы ҡараштарҙы, арттан әйтелгән быш-быш хәбәрҙәрҙе күтәреп, балам урамда тиҫтерҙәренең үсекләүҙәрен, кәмһетеүҙәрен татый-татый йәшәүҙе дауам иттек. Колхозда һауынсы булып ең һыҙғанып эшләнем. Алдынғы ла булдым. Тик минең ише йәшлеген һуғыш өҙгән яңғыҙаҡ ҡатындарға яҡшыһынан алда яман дан тиҙерәк йәбеште. Барын да үҙ иңемдә күтәрҙем. Түҙҙем. Парлыларҙан, бәхетлеләрҙән көнләштем, төндәрен һығылып иланым. Шулай ҙа күҙ һалып маташыусыларға яуабым бер булды: “Мин улымдың атаһын көтәм. Ҡайтып инһә, ни әйтермен?” Улыҡайымдың урындыҡта яҫтыҡты гармун итеп тотоп тартҡылап, йырлап ултырыуын күргән һайын уны гармунлы иткем килде. Аҡсамды йыйнап-төйнәп йөрөй торғас, район баҙарына барып ялтырап торған гармун алып ҡайттым. Баламдың ҡыуанғаны шунда! Атҡа атландымы ни?! Көйө лә бит әле симешкә сирткәндәге кеүек бер-бер артлы сығып ҡына тора. Ауылдағы иң шәп гармунсы булып китте улым. Үҙенең тауышы ла моңло, ғәйрәтле – йырлап ебәрһә, тәҙрә быялаһы зыңлап тора. Табындарҙың, сәхнәләрҙең түре тик уныҡы хәҙер.

Мәктәптә уҡыуын тамамлап, колхозға бесән әҙерләүҙә ярҙамлашып йөрөгән мәлендә Рыҫкилдегә армияға саҡырыу ҡағыҙы килде. Улымдың гармунда уйнауын тыңларға күмәк халыҡ йыйылды. Ә ул инәлтеп тормай, һыҙҙыра ғына көйҙәрҙе. Кемдер күңеле нескәреп күҙ йәшен һөрткөләп ҡуя, бәғзеләр: ”Афарин, шәп егет булып сыҡтың, әрменән имен-һау йөрөп ҡайт, көтәбеҙ! – тип гармунсы егеттең арҡаһынан ҡаға.

Ауыл урамынан гармун тартып йырлап армияға киткәнендә улымдың һыу һөлөгөндәй һылыу ир-егет булып үҫеп етеүен, бар булмышы менән атаһына оҡшауын күреп таң ҡалдым. Ошо бала булмаһа тормошом ҡалай шыҡһыҙ, ҡот осҡос буш булыр ине, тип уйланым, Хоҙайҙан уға тәүфиҡ һәм ғүмер һораным.

***

Рыҫкилде әрменән хат артынан хат яҙҙы. Күңел йыуанысы ине улар миңә. Шатлығымды кем менән уртаҡлашырға белмәй йөрөгәндә Сафия апай иҫемә төштө. Оҙаҡ уйлап торманым, күрше районға юлға сыҡтым. Улымдың хаттарын, фоторәсемен алдым. Ҡайҙа йәйәүләп, ҡайҙа үткенсе машиналарға эләгеп, Сафия апайҙың ауылына барып еттем. “Кем әле һин, күргәндәй ҙә булам... Миңең бар битеңдә, бәй, Миңһылыу, һинме был?!” – тип ул мине илай-көлә ҡосаҡлап алды.

Сафия апай апаруҡ олоғайған, йәмәғәте гүр эйәһе булғас, кесе улының ғаиләһе менән ғүмер кисерә икән. Ялан-ҡырҙар гиҙеп емеш-еләк йыя, һәр төрлө дарыу үләндәрен киптереп, ҡышҡы һыуыҡтарҙа күрше килендәрҙең сабый-маҙары ауырып китһә, шифалы сәй эсереп, доғалар уҡып дауалай. Булмышы менән изге йән инде был апай.

Иң иҫтәлеклеһе шул булды: Сафия апайҙың улы ат егеп беҙҙе ҡасандыр мажаралы йәшлегебеҙҙең шаһиты булған Күркәтауға алып барҙы. Хәтирәләрҙе яңырта-яңырта һөйләшеп, серләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Сафия апай улымдың фотоларын ҡарап бигерәк һөйөндө. “Лайыҡлы ул үҫтергәнһең, уның өсөн ғорурланып үткәр ҡартлыҡ көнөңдө, – тине ул миңә. – Атаһын һуғыш тартып алһа ла, мөхәббәт, наҙ менән донъяға яралған бала бит ул. Яҡындарыңа аят уҡытҡанда йәшлек йәрең Ҡотлогилдене телгә алырға онотма, һылыу. Сауабы төшөр үҙеңә...”

Ғүмергә етерлек яҡты, йылы тойғолар менән ҡайттым оло йөрәкле Сафия апайымдан. Ауыр мәлдә уның сабырлығы, мөләйемлеге, ихласлығы күҙ алдына килә лә, тормош яңынан нурланып, йәмләнеп киткәндәй була.

***

Рыҫкилде улым әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, уҡып һөнәр алды. Әсәйем мәрхүмәнән ҡалған иҫке өйөбөҙҙө бөтәйтеп, төкәтмә төкәттек. Мине эшемдән хаҡлы ялға оҙаттылар.

– Әсәй, өйгә килен төшөрһәк, нисек ҡарайһың? – тип ҡайтып инде бер көн улыҡайым.

– Ризамын, балам, ҡуш ҡуллап ризамын! – тинем улымдың тыйнаҡ, ипле уҡытыусы ҡыҙҙы күҙләп йөрөүен белгәс.

Самаға ҡарап туй үткәреп, киленле булдым. Шөкөр, уңдым киленемдән. Нисәмә йыл бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәп, ҡырын ҡарағанын тойғаным юҡ. Биш ейән-ейәнсәр бүләк иттеләр миңә. Барлыҡ күңел йылымды, наҙымды ошо алтын бөртөктәрендәй сабыйҙарға биреп иркәләп-һөйөп үҫтерештем, бар хәлемсә ярҙам иттем. Бергә ҡыуандым, бергә борсолдом балаларым менән. Бер-бер артлы буй еткереп, йорттан осоп китә лә башланы ҡошсоҡтарым. Бәхетем бар, Аллаға шөкөр. Аяҡ-ҡулдарҙың өҙлөкһөҙ һыҙлауы ғына йонсота, уныһы һуғыш касафаты инде.

...Шуны әйтәм әле, һылыу, тормош юлымда Сафия апай кеүек изге фәрештә осрамаһа, бөгөнгөм ниндәй булыр ине икән? Аллам һаҡлаһын, баламды ташлап китһәм, ҡәҙер-хөрмәттә өй түрендә ултырыр инемме? Эйе, бәғзе бәндәләр үҙ туғанынан изгелек күрмәгәндә, ҡайһы саҡ бөтөнләй сит-ят кеше һиңә ярҙам ҡулы һуҙып, йән туғаныңа әйләнә, ғүмер юлында һине уның изгелеге, фатихаһы оҙатып бара. Яҡшы кешенән ерҙә яҡты эҙ ҡала ул...


Иртәнге тынлыҡта Миңһылыу апайҙың йәшлек мөхәббәте Ҡотлогилдегә, Сафия апаһына, үҙенең һәм йәренең ата-әсәһенә бағышлап, уларҙың рухының тыныс булыуын һорап уҡыған доғаһының илаһи тәьҫирендә бәүелеп, татлы йоҡоға талғанмын.
Читайте нас: