Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
24 Август 2019, 19:30

Тыуған илде һаҡла! Үлгәндә лә үҙ ереңә ятһын һөйәгең

Оло әҙибә, халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның был донъянан китеүенә 23 йыл. Үҙ ваҡытында төрлө милләт уҡыусыларынан уға күп хаттар килер ине. Шуларҙың береһендә: "Хөрмәтле Зәйнәп апай, ниндәй матур халыҡ икән ул башҡорт, - тип яҙғайны Үзбәкстандан бер ханым. - Ундай халыҡтың ҡыҙы булыуы үҙе ҙур бәхет. Шул тиклем йәберләүҙәрҙән, иҙеү-талау аша үтеп тә күңел матурлығын, ғорурлығын, ҡаҡшамаҫ рухын һаҡлап ҡала алған халыҡ - бөйөк ул", - тип яҙғайны. Әммә халҡыңдың бөйөклөгөн күреп, йәшәйешенең асылын төшөнөп яҙыу, уның булмышын бөтә тәрәнлеге менән күрһәтә алыу өсөн яҙыусының үҙенең дә шундай булыуы мөһим бит. Тап бына шулай ине Зәйнәп апай. #Шоңҡаржурналы

Әҙибәнең был донъянан китеүенә лә 23 йыл булып китте. Халыҡ уны, Аллаға шөкөр, онотмай, сөнки ул үҙенең халыҡсан әҫәрҙәрендә айырым шәхестәрҙе һүрәтләү аша тотош бер дәүерҙе – тарих хәрәкәтен, ябай кешеләр тормошон күрһәтеүгә өлгәште.
Эйек йылғаһы буйында урынлашҡан бәләкәй, бик ыҡсым ғына Туйөмбәт ауылында ярлы, ләкин дәүерендә аң-белемгә асыҡ йөҙ менән ҡараған, үҙ көсө менән белем алған һәм шул белемен, күпме ҡаршылыҡтар осраһа ла, халҡына бирергә бөтә йәнен аямаған Абдулла мулла Биишев (Бейешев) ғаиләһендә 1908 йылдың сатлама ғинуар һыуығында бишенсе бала булып йоморо ғына, ҡара сәсле, шоморт ҡара ҙур күҙле ҡыҙ бала донъяға килә. Кендек инәһе Сыуаҡай инәйҙең ҡыҙ бала тыуыуы тураһындағы хәбәренә апалары бик шатлана, тик ағаһы Ғибаҙулланың ғына эне кеше тыумауына күңеле бер аҙ кителә: "Тағы бер үҙем генә булам", - тигәндер. Әсәһе Фәғилә: "Аллаға шөкөр, тағы ҡыҙ бала бирҙе Хоҙайым, өс апаһы араһында иркәләп үҫергә яҙһын. Әлбиттә, улым Ғибәҙуллаға иш булып ир бала тыуһа ла яҡшы булыр ине. Ярар, тик бәхетен, аҡылын бирһен Аллаһы Тәғәлә", - тип һөйләнә үҙ алдына.
Ысынлап та, Зәйнәпте өс апаһы: Йәмилә, Хәлимә, Хафаса ҡулдан төшөрмәй ҡурсаҡ урынына йөрөтөп ҡарайҙар. Бәлки, шуғалыр ҙа буйға бәләкәй генә Зәйнәп ете айҙан йүгереп тә китә. Уның тәүге аҙымдарын яһауы ғаиләлә ҙур ҡыуаныс. Үҙе лә шатлығынан ҡолай-ҡолай бер туҡтауһыҙ тырышып йүгерә. Апалары уға ҡарап көлөшөп ултырғанда, аталары ҡайтып инә: "Бәй, был бала йомғаҡ кеүек йомарланып атлап киткән дә баһа ,- тип киң йылмайып ҡыҙын тәүге тапҡыр күтәреп ала. (Беҙҙең башҡорт ирҙәре борон йәш балаға атлап киткәнсе күҙ ҙә һалмағандар). Әсәһе Фәғиләнең был хәлгә шатлығы ҙур була, сөнки быға тиклем ҡыҙына иғтибар итмәгән атаһы ҡыҙын ҡулына ала, уның атлап китеүенә ысын күңелдән шатлана. Әсә кеше өсөн шунан да бөйөк бәхет бармы икән! Әммә ул ваҡытта ошо ҡыҙ баланың киләсәктә Оло яҙыусы, шағирә һәм драматург булып халыҡтар һөйөүен яулар, тип береһенең дә башына килмәгәндер, моғайын.
Йәшләй етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, Зәйнәптең атаһы Абдулла Биишевтың белемгә ынтылышы көслө була. Йәйен байҙарға ялланып эшләй, ҡышын мәҙрәсәләге бай шәкерттәргә хеҙмәтсе булып булһа ла уҡырға тырыша һәм Ырымбурҙағы заманындағы иң алдынғы булып иҫәпләнгән "Хөсәйениә" мәҙрәсәһендә уҡыу бәхетенә өлгәшә. Уны уңышлы тамамлай һәм үҙ тыуған ауылы Туйөмбәт-кә әйләнеп ҡайта, унда мәҙрәсә аса, балаларҙы йәдитсә уҡыта башлай.
Өй эсендә иң кәрәк ваҡ-төйәк ҡаралтынан башҡа байлыҡ булмаһа ла, ул дәүерҙәге китап, гәзит тигәнең етерлек була ғаиләлә. Етмәһә, Абдулла кистәрен өйҙә үҙ балаларына: улы Ғибаҙуллаға, ҡыҙҙары - Йәмилә, Хәлимә, Хафасаға һабаҡтар бирә, ә Зәйнәпте бәләкәй әле тип дәрескә бик ылыҡтырмайҙар. Ә бәләкәй булһа ла зирәк ҡыҙ шаршау артында атаһы биргән һабаҡты тыңлап ултырып, уҡырға, яҙырға өйрәнә. Шуға ла ул өйҙәге булған китаптарҙы иртә уҡый башлай.
Ағаһы Ғибаҙулла ла "ҡырҡтартмасы"нан китаптар алып йәшереп ҡуйыуы була, Зәйнәп уларҙы табып алып ҡасып уҡырға ғәҙәтләнә. (Ағаһы иҫтәлектәренән.) Шулай итеп, бала саҡтан китап, гәзиткә мауыҡҡан һәм заманының алдынғы ҡарашлы атаһы Абдулла Биишев тәрбиәһендә үҫкән ҡыҙ, әлбиттә, уҡырға ынтыла, һәр минутын белем алыуға бағышлай.
Әсәһе Фәғилә әле тере саҡта бәләкәй Зәйнәп урамға тиҫтерҙәре менән уйнарға ла сыға торған булған. Унда ла ул үҙенең аҡылы менән башҡа тиҫтерҙәренән айырылып торған. Йәштәше Мәрхәбә апай элек: "Зәйнәп төрлө уйындар ойоштороуға оҫта булды. Бәләкәй генә булһа ла бөтә- беҙҙе өйөрөп йөрөттө. Тик уға әҙ генә ҡырын һүҙ әйттеңме, пыр туҙып ҡайтып китер ине", - тип һөйләй торғайны.
Фәғилә - Зәйнәп апайҙың әсәһе - Сапыҡ ауылындағы урта хәлле генә, әммә бик уҡымышлы Ғөмәр исемле кешенең ҡыҙы була. Уның улы Ғәбделғәлләм күп уҡый. Ул имам мөдәррис хәҙрәт дәрәжәһенә күтәрелә, дин ғалимы була. Ауылында мәҙрәсә асып, дәрес әйтә, муллалар әҙерләй. Ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белә, әммә русса насар булһа ла һупалап һөйләшә. Ғәрәпсә шиғырҙар яҙа. Ләкин ул ҡәдимсә уҡыта, иҫке ҡарашлы була. Ә инде кейәү булып өлгөргән Абдулла Биишев йәдитсә уҡыта. Шуға улар араһында һәр ваҡыт бәхәс сыға торған булған. Ләкин улар үҙҙәре өсөн түгел, береһе ҡәдимсә уҡытыу өсөн, икенсеһе йәдиттәр фекерен алға һөрөү өсөн тырышҡан. Икеһе лә үҙ юлын хаҡ тип һанаған. Береһен дә ғәйепләрлек түгел, сөнки улар икеһе лә халҡына аң-белем биреү өсөн йәшәгән, халҡына икенсеһе йәдиттәр фекерен алға һөрөү өсөн тырышҡан. Икеһе лә үҙ юлын хаҡ тип һанаған. Береһен дә ғәйепләрлек түгел, сөнки улар икеһе лә халҡына аң-белем биреү өсөн йәшәгән, халҡына хеҙмәт иткән.
Ләкин балалыҡ оҙаҡҡа бармай. Уға өс йәш тә тулмаҫ элек әсәһе вафат була. Ағаһы Ғибаҙулланың көндәлек дәфтәренән: "Әсәйем донъя ҡуйҙы. Беҙ, балалары, бәләкәй булһаҡ та бер күҙ йәше күрһәтмәй, эстән һыҡтайбыҙ. Ике йәш ярымпыҡ Зәйнәп һылыуым урындыҡҡа менгән дә әсәйемдең кәүҙәһе эргәһенә яҡыныраҡ килеп ҡарап тора ине. Шул ваҡыт инәйҙәрҙең береһе: "Зәйнәп ҡыҙым, әсәйеңә бик яҡын барма, ул ял итә, йоҡлай",- тине. Ә ул: "Ә, ә, һиңә. Үлгән кеше йоҡлайҙыр шул. Ул үлгән бит", - тип яуап бирҙе лә илап ебәрҙе. Әбейҙәр Зәйнәптең зирәклегенә хайран ҡалды".
Оҙаҡламай өйгә Һылыубикә исемле үгәй әсәй килә. Үгәй инәй бәләкәй Зәйнәпте үҙ балаһы кеүек яратырға тырыша. Ләкин бала уның яратыуын ҡабул итмәй, сөнки ул үгәй инәйҙең ағаһына, апаларына булған мөнәсәбәтен тиҙ аңлап ала.
Аталары Абдулла Төхфәтулла улы Биишев төрлө яңылыҡтарҙы гәзит, журналдарҙан уҡырға яратҡан, уларҙы хатта аш алдында ла уҡып ғаиләһен һуңғы хәбәрҙәр менән таныштыра торған ғәҙәте булған. Үгәй инәй уның уҡыу менән мәшғүл булыуынан файҙаланып, ашъяулыҡҡа ултыртҡан майға, иткә тейеүҙе, Зәйнәптән башҡаларға тыйған. Бәләкәй Зәйнәп тә, уларға тыйылғас ашамай. Әммә тороп киткәндә бармаҡ осо менән май эләктереп алып ҡашына, ауыҙына һөртә лә: "Май ашаған икән тиһендәр", - тип сығып китә торған булған.
Бер килһә килә бит ул. 1919 йылдың декбрендә атаһы Абдулла Төхфәт улы ла вафат була. Апалары Йәмилә, Хәлимә инде кейәүҙә булалар. 11 йәшлек Зәйнәп, 13 йәшлек Хафаса, 20 йәшлек ағаһы Ғибаҙулла ҡулында ҡалалар. “Атай юҡ. Үгәй әсәй бөтә донъяны тейәп китеп барҙы. Уның һүҙҙәре һаман ҡолғымда зеңләп тора: Бына мин китәм. Өсөгөҙ өс мөйөштә яты асҡа үлерһегеҙ әле", - тип сығып китте. Инде өсәү генә ҡалдыҡ: Хафаса, Зәйнәп һәм мин. Ике һеңлемде лә үҙемсә, уҡытып ҡайтҡандан һуң, ҡараған булам, уларҙы уҡытам да , - тип яҙа ағаһы Ғибаҙулла көндәлектәрендә.
Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, күп тә үтмәй Хафаса ла, Зәйнәп тә ныҡ ауырып китәләр. Ағалары ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләй, ләкин егет кеше һеңлеләрен йыуындырырға баҙнат итә алмағандыр. Тик 1920 йылдың көҙөндә ағалары Сапыҡ ауылынан (минең әсәйемә) Миңлебикәгә әйләнә. Әсәйемдең һөйләгәндәренән: "Мин килгәндә Хафаса менән Зәйнәп иҫһеҙ-осһоҙ ауырып яталар ине. Икеһе бер ҡораулы юрған ябынып түрбашта яталар. Тиҙ генә мунса яғып, балаларҙы күтәреп тигәндәй алып барып йыуындырып, сәстәрен ҡайсылап ташланым да ашатып, мәтрүшкә сәйе эсереп, ҡаралтыларын ҡағып-һуғып йоҡларға һалдым. Иҙерәп йоҡлап киттеләр. Иртәнгә тиклем бер уянһаларсы", - тип иҫенә төшөрә ине әсәйем. Бына шулай ике үкһеҙ етем ҡыҙ ағаһы Ғибаҙулла һәм еңгәһе Миңлебикә ҡарамағында ҡалалар.
Ғаиләгә еңгә килеү менән тыныслыҡ урынлашҡас, Зәйнәп күп ваҡытын уҡыу-яҙыуға, ваҡ-төйәк өй эштәрендә ярҙам итеүгә бағышлай. Зәйнәптең белемгә ынтылыуына ағаһы Ғибаҙулла һәм апалары битараф булмайҙар, һәр яҡлап ярҙам итәләр. Сөнки ағаһы Ғибаҙулла Биишев һәм апаһы Хәлимә Биишева инде һылыуҙарына уҡырға форсат булғанда үҙҙәре лә ысын уҡытыусы булып өлгөргән булалар.
Ғибаҙулла ла, Хәлимә лә атаһы Абдулланан алған ныҡлы белемде дауам итәләр. Ғибаҙулланы дәүеренең иң белемле кешеһе булараҡ революциянан һуң төрлө педкурстарға ебәрәләр. Ул хатта Өфөләге рабфакты тамамлай һәм аспирант курстарында ла уҡып, совет уҡытыусыһы булып китә.
Хәлимә элек тирә-яҡҡа билдәле Ырымбур губернияһындағы Ҡарғалы ауылында Бағбостан абыстайҙың мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн асҡан ике йыллыҡ мөғәллимәләр әҙерләү мәктәбен бөтөп, мөғәллимә исеменә лайыҡ була һәм һуңынан институт тамамлай.
1920-1921 уҡыу йылы. Ағаһы Ғибаҙулла Биишев Ҡыпсаҡ-Етерыу кантонына ҡараған Тума (Исем) ауылына уҡытыусы итеп тәғәйенләнһә, апаһы Хәлимә хәҙерге Күгәрсен районы Аҡман мәктәбендә уҡыта башлай, һәм апаһы булараҡ ул һеңлеһе Зәйнәпте үҙе менән Аҡманға алып китә. Бәләкәйҙән өйҙә уҡыу-яҙыуға өйрәнгәнлектән, шунда Зәйнәп икенсе төркөмдәуҡый башлай һәм 1924 йыл Хәлимә апаһы ҡулында инде Ыуары мәктәбендә 4-се класты тамамлай. 4-се класты тамамлағандар ул ваҡытта бик һирәк була. Туғандары тырыш Зәйнәпте артабан уҡытыу юлдарын эҙләй. Бәхеткә күрә, хәҙерге Ырымбур өлкәһенә ҡараған Ташлы ауылына 4 класс тамамлаған башҡорт балалары өсөн йәй мәлендә ай ярымлыҡ техникумға әҙерлек курсы асыла. Быны белеп ҡалған иң оло алаһы Йәмиләнең ире Зәйнәпте курсҡа урынлаштыра. Шул уҡ йылдың көҙөнә Зәйнәпте ағаһы Ғибаҙулла пар ат егеп башҡорт балалары өсөн асылған Карауанһарайҙағы педтехникумға килтереп урынлаштыра.
Ағаһы көндәлегенән: "Ырымбурға йыйынабыҙ Бер мискә көнбағыш майы ла тейәп алдым. Уйлауымса, Ырымбурҙа шул майҙы һатам да Зәйнәпте кейендерәм. Сөнки үткән ҡыш Хәлимә тегеп биргән ситса күлдәге Ташлыла уҡыған сағында тете бөткәйне. Шуның өсөн үҙебеҙгә кеүек, еңгәһе Зәйнәпкә лә киндер күлдәк тегеп кейҙергәйне.
Фазлый номерына төшкәйнек. Шунда ебәккә нгән бер туташ осраны ла Зәйнәпкә: "Син нәрсә, шәһәргә кеше киндер күлдәк белән киләме?" - тине. Зәйнәп күп уйлап торманы: “Мин кейем эҙләп килмәнем, белем алырға килдем. Бер ваҡыт кейем мине үҙе эҙләп табыр. Ә һин бөгөн 1 ебәккә төрөнһәң дә башың тулы кәбәк, - тине ҡаты ғына. Туташ телһеҙ ҡалды”.
Бына ошо Карауанһарай педтехникумынан башлана ла инде Зәйнәп апай Биишева тормошонда боролош йылдары.
Бәләкәй генә ауылдан ул ваҡытта данлыҡлы булып һаналған Ырымбурға уҡыу өсөн барыу Зәйнәптә ғүмергә онотолмаҫ бер ваҡиға булып ҡала.
Карауанһарай - башҡорт халҡының азатлыҡ Һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн күп быуатлыҡ көрәш тарихына инеп ҡалған бер йорт. Заманында башҡорт халҡының хеҙмәтсән интеллигенцияһын әҙерләүҙә ул оло урын тота. Ул ғына ла түгел башҡорт әҙәбиәтендә артабан күренекле яҙыусылар: Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, күп кенә тәүге башҡорт журналистары, артистар тәрбиәләй Карауанһарай. Ҡыҫҡаһы, бик күп башҡорт зыялылары | халыҡҡа хеҙмәт итеү юлындағы тәүге аҙымдарын ; ошо техникумдан башлай.
Бында ул ваҡытта, күбеһенсә, әҙәбиәт, йә булмаһа ғилми хеҙмәттәре менән инде күптән матбуғатта танылып өлгөргән Фатих Кәрим, Ибраһим Ҡыпсаҡ, Ғәлим Айҙаров, Ибраһим Биксәнтәев кеүек дәүеренең юғары культуралы, белемле уҡытыусылары уҡыта. Һуңынан Зәйнәп апай: "Уларҙың һәр бер дәресе минең өсөн оло байрам, яңы донъя асыу менән бер була торғайны. Ә инде әҙәбиәт уҡытыусыһы Ғәлим Айҙаров беҙҙе сихри донъяға алып инер ине. Уның дәресе сикһеҙ гүзәл даръя булып йәш йөрәктәрҙе эшкә, хеҙмәткә ярһыта, дәртләндерә торғайны", - тип яҙа күп йылдар үткәс Зәйнәп апай.
Ысынлап та, революциянан һуң әҙәбиәт әлкәһендә күтәрелеш йылдарына тура килә буласаҡ яҙыусының студент саҡтары. Башҡорт әҙәбиәтендә - Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Афзал Таһиров, Төхфәт Йәнәби, Батыр Вәлит әҫәрҙәре менән бер рәттән рус, татар әҙәбиәтен дә төплө өйрәнәләр ул ваҡытта, һәм был, әлбиттә, иҫке тормоштан яңыға күсеү осоронда аң-белемгә ынтылыу йәш йөрәктәргә ныҡ тәьҫир яһай. Сөнки бөтә өлкәлә лә алға ынтылыш, яҡтыға өмөт уянған саҡ.
Карауанһарайҙа Лев Толстойҙың "Һуғыш һәм солох китабы ҡулыма килеп эләкте, - тип һөйләне ул миңә, - бөтә донъямды онотоп, уны аңлағансы бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтым. Һәм уның үҙ халҡының күңел матурлығын ғына түгел, уға булған сикһеҙ яратыуын һәм романында ҡатмарлы образдар аша матур итеп күрһәтеүенә ғәжәпләнгәйнем. Күп уйланып йөрөп, мин дә башҡортомдоң бөйөклөгөн, телемдең сафлығын китап аша бөтә донъяға күрһәтергә тейешмен тигән уй килде башыма, һәм ошо хыялым мине романдар яҙыуға килтерҙе", - тип ярһып һөйләгәйне.
Ысынлап та, Зәйнәп апай туған халҡының бер ниндәй халыҡтан да кәм булмауын, уның бөйөклөгөн асып һала алды. Ул башҡорт халҡының ер йөҙөндә тотҡан урынын, ролен башҡа халыҡтарға күрһәтте.
Үҙ ваҡытында төрлө милләт уҡыусыларынан уға күп хаттар килер ине. Шуларҙың береһендә: "Хөрмәтле Зәйнәп апай, ниндәй матур халыҡ икән ул башҡорт, - тип яҙғайны Үзбәкстандан бер ханым. - Ундай халыҡтың ҡыҙы булыуы үҙе ҙур бәхет. Шул тиклем йәберләүҙәрҙән, иҙеү-талау аша үтеп тә күңел матурлығын, ғорурлығын, ҡаҡшамаҫ рухын һаҡлап ҡала алған халыҡ - бөйөк ул", - тип яҙғайны. Әммә халҡыңдың бөйөклөгөн күреп, йәшәйешенең асылын төшөнөп яҙыу, уның булмышын бөтә тәрәнлеге менән күрһәтә алыу өсөн яҙыусының үҙенең дә шундай булыуы мөһим бит. Тап бына шулай ине Зәйнәп апай.
Ул бәләкәйҙән халҡының аһ-зарын ишетеп, йыр-моңонан, әкиәттәренән һут йотоп үҫкән. Әммә ул һутты ла бәләкәй генә баланың йота белеүе, иғтибар менән тыңлап, айышына төшөнөп, күңел түренә һалып ҡуйыу үҙе бер сихри булмыш. Шуға ла уның әҫәрҙәре халыҡсан. Һәр образының үҙенең холҡо, шөғөлө бар, һәр береһе үҙенсә йәшәй, көрәшә, тын ала.
Карауанһарайҙа уҡыу ваҡыты онотолмаҫ ваҡиғалар менән бик тиҙ үтә. "Биш йыл техникумда уҡыу йылдары минең тормошомда иң яҡты, иң ҡәҙерле мәлдәр булды", - тип йыш ҡына иҫкә алыр ине ул. Гөрләп-шаулап үткән уҡыу йылдары буласаҡ яҙыусының киләсәгенә, бигерәк тә әҙәбиәткә нигеҙ ташы һалыу сағы була. Бәләкәйҙән уҡыуға әүәҫ ҡыҙ техникумдағы әҙәби хәрәкәттә, эштә әү- ҙем ҡатнаша.
1929 йылда Зәйнәп Биишева техникумды тамамлай һәм үҙ теләге менән ул ваҡыттағы Темәс волосы Билал ауылына уҡытыусы булып китергә тәғәйенләү ҡағыҙы ала. Ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар араһында махсус белемле уҡытыусы булыу әле бик һирәк була.
Зәйнәп апай ең һыҙғанып эшкә тотона. Ул ваҡытта ауыл уҡытыусыһына уҡыусылар араһында ғына түгел, бөтә ауыл менән ағартыу эштәре лә йөкмәтелгән. Былай ҙа үҙ эшенә яуаплы ҡарап өйрәнгән ҡыҙ балаға сит ерҙә лә ҡыйын булғандыр. Шуға ла ул ағаһы Ғибаҙуллаға: "Ағай, миңә ярҙамға Хафаса апайымды ебәр, зинһар ", - тип хат яҙа. Әлбиттә, бәләкәй һеңлеһенең һүҙен кире ҡаҡмай ағаһы: ат егеп, һеңлеһе Хафасаны Билал ауылына алып бара һәм Зәйнәп эргәһендә ҡалдыра. Шул көндән башлап Зәйнәптең иң яҡын ярҙамсыһы, уң ҡанаты була Хафаса апаһы. Ул кейәүгә сығып, балалары булғас та, Хафаса апай һеңлеһенә тоғро ҡала. Ҡайҙа күсенһәләр ҙә, гел бергә булалар.
Һуғыш... Зәйнәп апайҙың инде өс улы бар. Иптәше Ғәзиз һуғышҡа киткәс, Зәйнәп апай көнө-тө- нө редакцияла, ә балалары менән апаһы Хафаса ултыра, һуғыштың бөтә михнәттәрен улар икәү күтәрә. Улар елкәһенә, бөтә кешеләргә кеүек, ғаиләһен аҫрау, балаларын уҡытыу кеүек ауырлыҡ төшә. Шуға ла ул йылдарҙа яҙыусыға яҙыу эше менән булыу арттараҡ планда була. Әммә Зәйнәп апай яҙыуҙан туҡтамай. Көндөҙ ул хөкүмәт эшендә, ә төндәрен төнө буйы кухняла ултырып яҙыша.
Шулай ҙа уның ижадындағы иң ырамлы йылдары һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Уның бөтә тормошо, булмышы, ижады халҡына, тыуған иленә, теленә бағышланған. Оло, тынғыһыҙ хеҙмәттә ул бәхетен тапты. Йәшәйешенең барлыҡ асылы, мәғәнәһе лә халҡына хеҙмәт итеүҙә булды, сөнки ул ябай халыҡты өҙөлөп яратты.
Мин белмәйем, ҡәнәғәтме Ерем?
Ҡәнәғәтме халҡым, дуҫтарым?
Тик ышанам, бушҡа йәшәне, тип
Әйтә алмаҫ хатта дошманым.
Мин рухымдың аҫыл хазинаһын,
Илем, һиңә биреп ҡалдырҙым,
Беләгемде тик бер һинең өсөн,
Һинең өсөн генә талдырҙым, - тип яҙҙы.
Үлеүҙән бер нисә көн элек кенә: "Һылыу, һинең менән эшләй торған эштәр бик күп әле. Мин әҙерәк кенә арыуланғас, архивты рәткә килтерербеҙ, бигерәк тә хаттарҙы ҡарарбыҙ. Йәй ауылдарға сығып китербеҙ", - тип пландар ҡорҙоҡ. Ләкин был эштәр, киләсәккә өмөттәр хыялда ғына тороп ҡалды. Тәбиғәт аяуһыҙ шул, үҙенекен итә. Оло әҙибә, халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Зәйнәп апай Биишева менән дә шулай булды. Тәбиғәт еңде, әммә уның тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәре халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр.
Ғүмер ҡыҫҡа, улым, мол, дон кыума.
Осһоҙ уңыштарға һөйөнмә.
Ахмоҡ мохтар, яуыз батырам, тип
Соҡор ҡаҙыр, ә һин көйөнмә.
Тыуған илде ярат. Ул бит – һинең
Йәшәү һуты биргән төйәгең.
Тыуған илде һаҡла. Үлгәндә лә
Үҙ ереңә ятһын һөйәгең, - тип васыят әйтеп ҡалдыра ул "Атайымдың васыяты" шиғырында.
Ниндәй көслө илһөйәрлек, тәрбиәүи һүҙҙәр, һәр заманға тура килә торған өгөт-нәсихәт. Уның һәр шиғырында булмышы, эске донъяһы, күңел яраһы, йөрәк тибеше ята.
Зәйнәп апайҙың күп яҡлы, тәрән мәғәнәле ижадына тәнҡитселәр, әҙәбиәт белгестәре баһа биреп киләләр. Шуға күрә мин ошо мәҡәләмдә уҡыусыларға уның шәхси тормошондағы ҡайһы бер билдәһеҙ яҡтарын ҡыҫҡаса ғына асып китергә булдым. Әлбиттә, уның бала сағындағы бик күп ҡыҙыҡлы ваҡиғалары, йәшлек йылдарындағы әле уҡыусыларға билдәле булмаған осраҡтары ағаһы Ғибаҙулла Биишевтың көндәлектәрендә күп. Был алда эшләнә торған эштәрҙең береһе.

Һеңлеһе Ләлә БИИШЕВА.
Читайте нас: