Ҡасан, ҡайҙа һөрөнөрөн йәиһә бәхеткә тарырын белмәй кеше. Ҡайсаҡ алтын тип ҡәҙерләгәнең ҡара күмер булып сыға, ҡарға тип ҡулыңдан осороп ебәргәнең аҫыл һандуғас булып ҡуя... Иҫеңә килгәндә инде һуң була.
Утыҙ йәшендә генә киләсәккә яҡты хыялдар менән ғаилә ҡора Рәсилә. Ошоға тиклем ал да гөл, һәүетемсә генә барған тормошо тағы ла бәхетлерәк, яҡшыраҡ булыр тип өмөтләнгән ҡыҙ йәшәүҙәренең беренсе айҙарынан уҡ хаталанғанын аңлай. “Бөркөт тигәнем ҡарсыға булып сыҡты”, – тип йәш аралаш көслөп йылмайғанда уның күҙҙәрендә бөтмәҫ һағыш сағылды. Мин белгән шаян, шаталаҡ Рәсилә түгел ине инде ул.
– Бер рәхәттең бер михнәте лә була, тигәндәре шулдыр, күрәһең, – тип һөйләне ул. – Ошо көнгәсә күргән михнәттәрем, кисергән ауырлыҡтарым бәләкәс түңгәк хәтлем генә булған икән. Шуларҙы ҡайғыға һанап йөрөгән булғанмын тағы. Рәхәтләнеп, үҙең теләгәнсә етәрлек йәшәнең, хәҙер әсе-сөсөһөн таты, тип ошо тауҙай һынауҙарҙы алдыма ҡуйғандыр инде... Зөлфәрҙең үҙен генә яратыуын, етмәһә, араҡы ҡоло булыуын нисек күрмәгәнмендер?.. Теләгенә ирешер, мине үҙенеке итер өсөн ҡайһылай ике йөҙлөләнеп йөрөгән!
Ябығып, кесерәйеп киткән әхирәтемде йәлләйем. Ауға эләккән балыҡтай күрәм мин уны. Сәбәләнә, тулай, ауҙан ҡотолоу юлын таба алмай...
Бала сағы һәр кемдеке кеүек үк бәхетле, бай хәтирәле Рәсиләнең. Урта мәктәпте яҡшы ғына тамамлағас, хыялдары баш ҡалаға алып китә. БДУ-ға уҡырға инә. Уҡыуҙы бөткән йылды әсәһе үлеп ҡалғас, ауылға ҡайтыуҙан толҡа тапмай, ҡала мәктәптәренең береһендә эшкә ҡала.
Кейәү һайларға ашыҡмай ҡыҙ. Сөнки игеҙәктәр кеүек үҫкән апайының ауыр тормошон күреп йөрөй. Еҙнәһенең ялҡау, ғаиләһе өсөн иҫе китмәгән бер кеше булыуына, бөтә ауырлыҡ апайы елкәһенә төшөүенө йәне әрней. Шунан һуң: “Апайым кеүек этләнгәнсе, яңғыҙ рәхәтләнеп йәшәйем”, – тип ҡарар итә. Йөрәген һәм ҡулын тәҡдим иткән егеттәр ишек төбөнән кире яуап менән боролорға мәжбүр була. Әммә тәбиғәт үҙенекен итә. Йәше барған һайын, уның да бала һөйгөһө, үҙ мөйөшөн булдырғыһы, берәү өсөн генә янып-көйгөһө, уның менән ҡайғы-шатлығын уртаҡлашҡыһы килә.
Теләк менән генә барыһын да хәл итеп булмай икән: тиңдәштәренең йүнлеләре инде күптән оя ҡороп бөткән. Уға хәҙер йәш-елкенсәк йә ҡатынынан айырылған ирҙәр мөхәббәт аңлата.
Ыҫпай кейенеп, көн дә эштән ҡаршы алған оҙон буйлы сибәр генә ир яулай Рәсиләнең йөрәген. Эсмәүе бигерәк тә һөйөндөрә. Тәүге ҡатыны Зөлфиәнең “йәшел йылан” менән дуҫ булыуын һәм улдары Фәдисте алып үҙе кеүек эскесе иргә эйәреп сығып китеүен белгәс, яңғыҙ ҡалған ирҙе бигерәк тә йәлләй. Уға тоғро ҡатын булырына ышана. Апайы менән кәңәшләшкәндән һуң, яҙмышын һынап ҡарарға була.
“Кейәү” ҡыҙҙы дөйөм ятаҡтағы өс урынлыҡ бүлмәһенә алып ҡайта. Тәүге мәлдәрҙә һәүетемсә генә йәшәй улар. Бәхетенә һөйөнөп бөтә алмаған ҡатын иренә нисек ярарға ла белмәй. Әсәһе менән киткән Фәдисте лә йәлләй. “Үҙеңә ал һуң, берәй нисек үҫтерербеҙ әле”, – тип тә ысҡындырғылай. Был һүҙҙәрҙән Зөлфәрҙең күҙҙәре йылтырап китә, күренеп тора, улының ҡайтыуын бик теләй.
Рәсиләнең был һүҙҙәре Алланың “амин” тигән сағына тура киләме, Зөлфәрҙең тырышлығы менәнме, әллә сит ояла үҙен ят тойоп, тыуған йортон һағыныпмы, Фәдис бер көн улар менән йәшәргә ҡайта.
Рәсиләгә сит бала тәрбиәләүе еңел тойолған ғына икән. Зөлфәргә булған рәнйеүҙәр ҙә ҡамасаулайҙыр, еңел малай күңеленә яҡын булһа ла, йәлләүҙән үтә алмай, үҙ балаһылай ярата алмай уны.
III класта уҡыған малай эргәһендә бер карауатты бүлешеүҙе уңайһыҙ күреп, төндәрен бүлмәнең икеһе ике яғында үткәрә башлайҙар. Ҡаш аҫтынан барыһын да күҙәтеп йөрөгән малайҙың атаһын ҡыҙғаныуы күренеп тора.
Тиҙҙән Зөлфәр ҙә үҙенең ысын йөҙөн аса: эштән көн дә тигәндәй “һуҡмыш” ҡайта башлай. Өйҙә үҙ ҡағиҙәләрен урынлаштыра. Ашарға ваҡытында бешмәһә, йә ул ҡайтҡанда өйҙә булмаһа, оло янъял ҡуптара. Йоҙроҡ төйнәргә лә оялмай. Бындайҙы көтмәгән Рәсилә аптырап ҡала. Баҡһаң, Зөлфәр араҡы һаҙлығына бата башлағас, туғандары дауаланырға күндергән, эсмәй йөрөүенең бөтә хикмәте лә шунда ғына булған. Үҙе менән ҡушарлап эскән ҡатыны уны: “Һин ир түгел! Ысын ирҙән тәмәке һәм араҡы еҫе аңҡып тора”, – тип сығып китә.
Зөлфиәне яратҡан Зөлфәр. Әле лә ярата, онота алмай – быға шикләнмәй Рәсилә. Һағыныуын, юҡһыныуын баҫыр өсөн көсөн уға төшөргәнен дә аңлай. Илап, үҙен йәлләтеп тә ҡарай, ғауға ҡуптарып та, әрләп тә, инәлеп тә ҡарай – ярҙам итмәй. Яуапҡа тос йоҙроҡ ҡына эләгә. Ҡатынға тормошо менән ризалашырға, сабыр итергә генә ҡала. Түҙмәҫ ине – йөрәк аҫтында үҙен белдереп, сабыйы тулап-тулап ала.
Алданған Рәсиләнең төндәре ғыр-ғыр килеп бер ни белмәй йоҡлаған иҫерек иренә нәфрәт менән ҡарап уҙа башлай. “Хыялдарымды, яҡты көндәремде урланың! Бәхетһеҙ иттең!” – тип үкһеп илауҙар йышая. Тик унан ни файҙа?! Аҙаҡ килеп тағы күңелендә, бәлки, үҙгәрер тигән бәләкәй генә өмөт тә ярала. Шайтан ғына өмөтһөҙ...
– Шул баланы үҙ башыма ғына алдырттым... Бөтә яуаплылыҡ минең өҫтөмә ятты. Урам малайына әйләнеп бөткәйне инде, тәртипкә өйрәтеүе ҡыйын булды. Ваҡытында ашау, таҙа урын-ерҙә йоҡлау, йыуылған кейемдә йөрөү башта уға ят булып тора ине хатта. Зөлфәр эсә башлағас, миңә шул тиклем ныҡ эҫенде. Атаһына ҡарағанда мине яҡыныраҡ күрә. Яҡшыға кеше тиҙ күнегә бит, миндә бығаса татымаған яҡшы ҡараш, тәрбиә, ғаилә йылыһы тойҙо. Мин уның менән дәрес тә әҙерләйем, магазинға, баҙарға ла эйәртеп сығам, юл буйына ҡыҙыҡлы, фәһемле ваҡиғалар һөйләйем. Кәңәшләшкән булам, бөткөһөҙ һорауҙарына йыбанмайынса яуап бирәм. Ә эсемдә ут яна... Ул булмаһа күпкә еңелерәк булыр ине, тип уйлайым. Сөнки Фәдистә Зөлфәр ҙә, мин дә Зөлфиәне күрәбеҙ. Зөлфәрҙең улына ҡарап һағышын баҫыуын аңламайыммы инде... Бөтәһе лә Фәдисте әсәһенә һуйып ҡаплаған кеүек оҡшаған ти.
Ҡәйнәһенә һүҙ тейҙерерлек түгел. Ул да улы өсөн көйә, өҙгөләнә. Әммә Фәдисте тәрбиәләргә үҙенә ала алмаясағын белдерҙе, былай ҙа төпсөгөн – тыумыштан зәғиф улын ҡарай. Унан тағы, әллә ҡайҙа ятҡан Ҡариҙел районындағы ҡарт кешеләрҙән ниндәй ярҙам өмөт итәһең инде...
Зөлфәр тормошонан ҡәнәғәт. Тағы ни кәрәк: ашарға әҙер, Фәдис ҡараулы. Ҡатынын ҡурҡытып алды, ҡулын күтәреү генә лә етә, бар теләген үтәй. Эйе, ҡурҡа Рәсилә, һүҙ әйтергә лә, ҡаршылашырға ла. Мәктәпкә күгәргән йөҙ менән барғыһы, хеҙмәттәштәренә эт тормошонда йәшәгәнен күрһәткеһе килмәй...
Ауырлыҡтарҙың ҙурыһы Рәсилә декретҡа сыҡҡас башлана. Аҡса еткереп булмағас, ашау яғын ныҡ ҡыҫырға тура килә. Үҙ алдына иркен, мул йәшәп өйрәнгән ҡатынға бигерәк ауыр була һоранып тигәндәй көн күреү. Улы тыуыу шатлығын да яңғыҙ кисерә. Атай кеше Низамды сит кешенең балаһы кеүек ҡабул итә.
– Бауаханан ҡайтҡан көндө ғүмерҙә лә онотмайым. Бүлмә бысраҡ, әйберҙәр туҙған, өҫтәлдә йыуылмаған һауыт-һаба теҙелгән, әллә күпме кер өйөлгән. Фәдистең дә өҫтөнә ҡарарлыҡ түгел, – тип аптырап һөйләй Рәсилә.
Бахыр бала уның ҡайтыуына шул тиклем ҡыуана! Хәбәрҙәрен теҙеп, көнө буйы эргәһендә урала.
Зөлфәр ҡайта ла сабыйҙы “йыуырға” сығып китә, Рәсилә өй эштәренә тотона.
– Бала илай, ашарға телем икмәк тә, аҡса ла юҡ. Асбыҙ... Өйҙө йыйыштырып йөрөйөм, үҙем рәнйеүҙән түгелеп илайым. Ярай әле күршеләрем булды. Минең ҡайтыуҙы ишетеп, хәл белергә инделәр. Уларға мәңге бурыслымын.
Рәсиләнең хәтирәләрҙән яралары яңынан ҡуҙғалды, барыһын да яңынан йөрәгенән үткәргәндер, үҙе һөйләй, үҙенең күҙенән субырлап йәш аға...
Бөтә шатлығы, бәхете булған Низамды яратып туя алмай әсәй кеше. Улыҡайын һөйөп, иркәләп күңелен баҫырға, йыуанырға тырыша. Пособие аҡсаһынан үтестәрен түләй, Фәдисте баштан-аяҡ кейендерә Рәсилә. Сабыйҙар кейеме эргәһенән үткәндә йөрәге һыҡтап-һыҡтап ала. “Ниңә мин үҙ балама алмай, сит кешене ҡайғыртам әле?” – тип икеләнеп тә ҡуя. Әммә етем малайҙың уңған футфолкаһына, иҫке салбарына ҡарап, уйҙарынан кире ҡайта. “Хәйер булыр, – тип үҙен йыуата. – Тиҙҙән уҡыу башлана...” Ә ғәзиз сабыйы апайы биргән иҫке йүргәктәргә төрөлгән. Тора-бара Фәдистең урлашыуы һиҙелә башлай. Һораша башлаһа: “Табып алдым”, – ти ҙә ҡуя. Атаһының ғына улының ни эшләп йөрөүендә эше юҡ. Шул баланы уғрылыҡ юлына баҫтырмайым тип тә күпме көйә, күпме нервылары ҡаҡшай Рәсиләнең. Шулай ҙа уҡытыусы бала күңеленә юл таба. Малай үгәй әсәһен ҡосаҡлап: “Мине береһе лә яратмай. Һин дә Низамды ғына яратаһың! Мине әрләйһең генә”, – тип эсендәге аһ-зарын асып һала, күңеле бушағансы илай. Шул мәлдә әсә наҙына һәм аңлауға мохтаж етем малайҙы“Яратам!” тип алдаштырырға көс таба Рәсилә. Үҙенең дә уға эҫенә барыуын тоя. Шунан һуң малай тынысланғандай була, үгәй әсәһенә ярҙам итә башлай.
Рәсиләнең бер генә теләге: тиҙерәк эшкә сығыу. Ул ваҡытта бирешмәйәсәк, үҙ йүнен үҙе күрәсәк. Элекке дөйөм ятағынан бүлмә лә вәғәҙә итәләр. Тик бына Фәдис ни эшләр? Ул нисек кисерер барыһын да? Үҙе лә яҡын күргә малайҙы нисек ҡалдырып китер?
– Йәшәй-йәшәй ошондай һығымтаға килдем, – ти Рәсилә. – Ҡыҙҙыр ваҡытында кейәүгә сығырға, егеттәр ваҡытында кәләш алырға һәм үҙ балаларын үҙҙәре тәрбиәләргә тейеш икән... Һуңға ҡалһаң, уйландыра, икеләндерә, үкендерә. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты...