Салт аяҙ күктең зәңгәрлеге,янда ғына аҡҡан тау йылғаһының ярһыу моңо, ҡоштар йырының илаһи сере, тәбиғәт хозурлығында ултырған Зиләнең күңелендә аңлашылып етмәгән хистәр уята. Әле улар атаһы менән, сират буйынса ҡыуған ауыл малдарын ял иттерә. Йәш ҡыҙ матурлыҡтан тыуған хистәрен уртаҡлашмаҡсы булып, ҡарашын яҡынына йүнәлтә һәм албырғап ҡала .Сөнки атай кешенең күҙҙәрендә шундай тәрән һағыш ятҡан ә ҡараштары, нимәнелер көткән кеүек йыраҡҡа,офоҡҡа төбәлгәйнеләр. Йәш ҡыҙ өсөн был ҡарашты аңлауы, һағышын күтәреүе еңелдән түгел ине. Һәм ул ‘’Марусяның күҙҙәре ошо күк кеүек зәңгәр инеме?“ – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Һорау кинәт яңғырағанғамы һәм дә урынһыҙ булғанғамы, яуап тиҙ генә алынманы. Шулай ҙа ‘’Юҡ, уның күҙҙәре йәшкелт ине’,’ – тигән тоноҡ ҡына яуап килеп етә. Зиләгә был минуттарҙа бик тә ҡыйын ине. Үкенескә ҡушылып, йылға буйына йүнәлгән атаһының күңел кисерештәренең серен белеү теләге лә уянғайны. Шуға ғәфү үтенер өсөн уның янына бармай булдыра алманы. Һәм көтмәгәндә атаһы һүҙҙе үҙе башланы:
– Һин Марусяны һорап күңелемде ҡуҙғатҡаныңды аңлайһыңмы? Бына бында, йөрәгемдә, минең үткәндәрем, кисерештәрем өйөрөлә. Их, ҡыҙым, ниндәй ҡатмарлы замандар, һикәлтәле юлдар аша үттем мин. Һин бер нимә лә белмәйһең. Их, яҙмыш, ниҙәр генә яҙманың һин минең ғүмер юлдарыма.
Уй-кисерештәренән ул күҙ йәштәренә ирек бирҙе:
– Их,атай, йөрәк серҙәреңде бүлешһәң, еңеллек килмәҫме һиңә? Мин бит үҙ ҡаның, һинең дауамың, – тип әйтә һалды Зилә. Ике арала тынлыҡ оҙаҡ дауам итер кеүек ине. Әммә атаһы тыныслана биргәс талғын ғына һүҙ башланы.
– Атай-олатайҙар һәм үҙем хаҡында күптән һөйләргә йыйына инем, әммә ниңәлер кисектерелә киленде. Бөгөн мотлаҡ ошо сәғәт һуҡманымы икән, балаҡайым. Ярай,Аллаһы Тәғәләгә тапшырҙыҡ. Һин тыңла, мин һөйләп ҡарайым. Беҙҙекеләр Һун ырыуынан булыр. Һин дә был хаҡта балаларыңа күндерерһең. Ырыуҙаштар бик киң таралған. Монголияла ла йәшәйҙәр тип уҡыным әле. Миңә билдәле булыуынса, шәжәрә башы Сынмырҙа Этәй улынан башлана. Сынмырҙа, уның улы Яҡуп, унан тыуған Хәлил волость старшиналары булғандар. Был исемлекте Яҡуптың Йосоп исемле улынан тыуған Дәүләтбай дауам иткән. Уның хатта дворян булырлыҡ ун өс синыфҡа ҡәҙәр чины ла булған. Йорт старшинаһы булған Ғәлей Бүләк улы ла Яҡуптың ейәне булғаны билдәле. Ил, милләт хәстәрен хәстәрләп йәшәгән беҙҙекеләр. Мәҙрәсәләрҙә белем алыуҙары, дин әһелдәре булыуҙары ла билдәле. Хәлле йәшәүҙәрен дә билдәләмәү мөмкин түгел. Беҙҙең шәжәрә сылбырында ғорурлыҡтарыбыҙ булған егерме ике бала атаһы (уларҙың ун алтыһы малай булған) Фазыл бабайыбыҙ һәм хажиҙар ҙа бар. Һин инде уларҙың ун икенсе быуыны булаһың.
Миңә ун бер йәштәр самаһы булғандыр, Рәсәйҙә революция болғаныштары башланып китте. Граждандар һуғышы ваҡытында ауыл бер ҡыҙылдар, бер аҡтар ҡулына күсте. Атайҙы ҡайҙалыр саҡыртып йонсоттолар. Уның указлы мулла булыуы, тырышлығы менән хәлле йәшәүе ғаиләбеҙҙе “халыҡ дошманы“ яһаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы власты ҡабул итә алмаған атайыбыҙ, өс ауылдашы менән Колчак армияһына эйәреп китеүҙе хуп күрҙе. Әсәйем был ваҡытта бишенсе балаһын көтә ине. Күп тә тормай тиф ауырыуына юлыҡҡан атайыбыҙ йонсоп төнөн өйгә ҡайтып йығылды һәм, беҙҙе йәтим итеп, баҡыйлыҡҡа күсте. Уның йыназаһы ла ауылдаштарға һиҙҙермәҫ өсөн, ышаныслы бер нисә кеше менән төнөн башҡарылды. Ошо ваҡиғаларҙан күп тә тормай бишенсе туғаныбыҙ – ир бала донъяға килде. Көндәрҙән бер көндө йортобоҙҙо наганлы кешеләр ҡилеп баҫты. Күҙгә күренгән барлыҡ әйберҙәрҙе, ризыҡтарҙы алып, эсер һыуыбыҙҙы түгеп, һәммәбеҙҙе эстә ҡалдырып, бикләп алдылар. Әле бөгөнгөләй күҙ алдымда: йәш балаһын ҡулында тотҡан әсәйем власть кешеләренә ялбара, туғандарым ярһып илай, тышта йыйылып киткән ауылдаштар беҙҙең әйберҙәрҙе үҙләштереү сараһын күрә ине. Ҡыҫҡаһы, үлемгә дусар итеп, йортобоҙҙо зинданға әйләндерҙеләр. Шул ваҡытта әсәйемдең юғалып ҡалмайынса аҡыллы ҡарарға килеүенә әле лә таң ҡалам. Миңә, ун өс йәшлек улына, баҙ төндөгө аша сығып, район үҙәгенә барып етәкселәрҙән ғаиләбеҙҙе ҡоткарыу өсөн ҡағыҙ юллап алып ҡайтырга кәңәш итте. Егерме саҡрым юлды йәйәүләп барып еткәндә ныҡлап ҡараңғы төшкәйне инде. Урманда ағас башына менеп, йығылып төшмәҫ өсөн үҙемде ағасҡа бәйләп, төн үткәрҙем. Икенсе көндө бер һүҙ урысса белмәгән ауыл үҫмеренең кабинеттан кабинетҡа йөрөп, ялбарып, түбәнһетеүҙәренә түҙеп йөрөүҙәрен куҙаллайһыңмы, балаҡайым. Йөрәккә уйылды улар. Шулай ҙа ҡағыҙ алып ҡайтыуға өлгәштем бит мин ул саҡта.Ҡайтыр юлда ауылыма яҡынлашҡас, һеңлеләремә тап булдым.
– Ағай, беҙ ныҡ асыҡтыҡ, һыу эскебеҙ килде.
– Бәпестең илай-илай тауышы ҡарлығып бөттө.
– Беҙ баҙ төндөгө аша сыҡтыҡ. Еләк ашарға әсәй ебәрҙе. Кеше күҙенә салынмасҡа ҡушты.
– Ағай, теге мылтыҡлы уҫал ағайҙар тағын килһә, ни эшләрбеҙ икән? Беҙ ҡуркабыҙ.
Һөйләүҙән илауға күскән туғандарыма сараһыҙҙан мин дә ҡушылдым. Ҡараңғы төшкәнсе урманда йөрөп, төнөн генә йортобоҙға йүнәлдек. Имеҙеүле сабыйы булған, ике тәүлек һыуһыҙ, тәғәм ризыҡ ҡапмаған әсәйебеҙҙең хәлһеҙ генә өндәшеүе беҙгә йән өргәндәй булды. Рәхмәттәр уҡый-уҡый еләктәребеҙҙән ауыҙ иткәс: “Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте киң, беҙҙе ташламаҫ“, – тине. Беҙ йоҡоға талыуға, ул намаҙға баҫты. Ә төпсөгөбөҙ аслыҡтан, күп илауҙан тынып ҡалғайны. Әсәй уны нисек терелткәндер, уныһын иҫләмәйем. Ә иртәнсәк уның илағанын ишетеп ныҡ ҡыуанғанымды хәтерләйем.
Үҙ йортобоҙҙа хужа булып ҡалһаҡ та, ”халыҡ дошманы”, “кулак балаһы“, “мулла балалары“ тигән мөһөр беҙгә мәңгелеккә һуғылып ҡалды. Әсәйемдең йүнселлеге арҡаһында йән аҫраһаҡ та, ауыл урамында күренеүебеҙ ғазапҡа әүерелде. Мыҫҡыллы һүҙҙәр менән кәмһететелеүҙәр ғәҙәти күренеш ине. Балыҡ тоторға теләгән ир туғанымдың тән, йән йәрәхәтенән әрнеп илауҙары. Уңдырышлы ерҙәребеҙҙе тартып алғас та, алыҫ ҡына ерҙән бирелгән ташлы ер беҙҙеке булып сыҡты. Шулай ҙа йыл һайын көрәк менән ҡаҙып картуф ултырттыҡ, арыш, тары сәстек. Уны урыҫ баҙарына һатырға йөрөнөм“. Арыш хорош ,ныҡ хорош“, – тип ҡысҡырып торғандарым да иҫемдә. Йәйен йорт эштәренә егелдем, ә ҡышын күрше хуторҙа байҙарҙа батрак булып йөрөнөм. Ун ете йәшемдә урыҫ телендә иркенләп һөйләшә инем инде. Сираттағы барыуыма Маруся исемле ҡыҙ ҙа эшләй башланы. Уға беренсе күреүҙән үҙ-үҙемде онотоп ғашиҡ булдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршымы, бәхеткәме, ул да миңә битараф булмай сыҡты. Ҡараңғынан-ҡараңғыға башҡарылған ауыр эш тә беҙгә төндәр буйы серләшергә ҡамасауламай ине. Маруся минең өсөн алиһәгә әйләнде, унан башҡа йәшәүҙе, ғүмер кисереүҙе күҙ алдыма ла килтерә алмай башланым. Яратышып йөрөүҙең өсөнсө йәйендә байҙа эшкә ҡалдым. Әлбиттә, әсәйем фатихаһы менән. Бына шул йәйҙе һөйгәнемә тәҡдим яһарға батырсылыҡ иттем.
– Минең иң ҡурыҡҡаным һине юғалтыу, ләкин әсәйең быға нисек ҡарар бит, шулай уҡ туғандарың да, – тип йәштәренә төйөлөп яуап бирҙе. Аҡылымды томалаған тәүге ярһыу хистәрем өсөн кәртәләр бөтөнләй юҡ кеүек ине. Байҙы иҫкәртеп, ай-вайына ҡарамай, Марусяны ауылыма алып ҡайтып киттем.
Ихатала эшләп йөрөгән әсәйемә сәләмемде күндергәс, үҙемдең ниәтемде теҙә башланым. Әсәй мине тын ғына тыңланы ,миңә ул кесерәйеп киткән кеүек тойолдо хатта.
– Был баланы ҡайҙан алып ҡайтҡанһың, шунда илтеп ҡуй. Үҙем иҫән саҡта нәҫелебеҙ ҡанына ҡафыр ҡанын ҡуштырмаясаҡмын. Атайыңдың рухы ла ризалығын бирмәйәсәген тойоп торам. Хуторға ла башҡа бармаҫһыңдыр.
Әсәйемде тыңлап бөтөп артыма әйләнеп ҡараһам, һөйгәнемдән елдәр иҫкән. Уны ҡыуа киттем. Төн буйы йылға буйында хәсрәт эсендә ултырҙыҡ. Бөтәһе лә юҡҡа сыҡты. Иртән ауылыма ҡайтып барғанда күп һорауҙарыма яуап эҙләнем. Әммә улар һауала эленеп ҡалды.
Көндәрем эш менән үтһә лә ,төндәрен йоҡо алмай интектерҙе. Ашау яғына ла битараф инем. Ябығып, һөлдәгә ҡалдым. Йәй еткәс, һағыныуҙарыма түҙә алмайынса, төнөн Марусяма юл алдым. Ул да мине көтөп торғандай бик тиҙ килеп сыҡты һәм уны ҡоҙалап килеүҙәрен, ризалығын биреүен дә йәшермәне. Мине һаман яратыуын, бер ҡасан да онотмаҫын әйтеп ҡабатланы ла ҡабатланы. Йөрәгемдә быҫҡып янған һуңғы өмөт тә юҡҡа сыҡты. Ә өйҙә мине етди һөйләшеү көтә ине.
Әсәйемдең кәңәшен тыңлап, механизаторҙар курсында уҡырға ҡарар иттем. Урынлашып, өсөнсө көнгә уҡырға килеүемә, директорға саҡырҙылар һәм ҡыуып тиерлек ҡайтарып ебәрҙеләр . Сөнки ауылдан “кулак балаһы“ совет мәктәбендә уҡып йөрөй, тигән ошаҡ килгән булған. Күп тә тормай уҡытыусылар әҙерләгән махсус курстарҙа уҡып йөрөгән һеңлем дә илап ҡайтып инде.Уның да мулла балаһы булыуы мәғлүм булған икән. Тырыш та, һәләтле лә булған туғаным ҙур хыялдар менән, ҡанатланып уҡырға киткәйне бит !
Күңелдәрҙе өмөтһөҙлөк, өйҙө тынлыҡ баҫты. Шулай ҙа әсәйем иң беренсе үҙен ҡулға алды һәм күңелемә өмөт сатҡыларын һалырҙай кәңәшен еткерҙе:
– Бөгөнгө менән генә йәшәү бөтмәй. Өфөгә хисапсылар әҙерләгән курсҡа уҡырға барып кара, – тине ныҡ ҡына итеп.
Был ваҡытта латин хәрефтәре урынына яңы алифба инә бшлағайны. Махсус китап табып, төнөн шәм яҡтыһында яңы хәрефтәрҙе өйрәнә башланым.Үҙемдә ышаныс тыуғас, Өфөгә юлландым. Курсташтарым араһында бары мин генә сабата кейеп уҡып сыҡтым.
Был арала колхоздар барлыҡҡа килгәйне. Мине хисапсы итеп эшкә алдылар.Иҫәп-хисап эштәре генә түгел, документ эштәре лә минең яуаплылыҡта булып сыҡты. Сөнки ауыл советының да, колхоздың да рәйестәре наҙан ине. Атайым үҙ көсө менән һалдырған мәсет кисен – клуб, көндөҙ мәктәп булып хеҙмәт итте. Комсомол, пионер ойошмалары барлыҡҡа килде. Йәштәр “Ғәлиәбаныу“ спектаклен әҙерләп, сит ауылдарға ла сығырға ҡыйыулыҡ итте. Мин инде уҡый-яҙа белеүсе булараҡ, суфлер булып йөрөнөм. Марусямды уйлап, Ғәлиәбаныу йырын көйләп йөрөр булып киттем. Ҡыҫкаһы, совет власы алып килгән яңылыҡтарҙы үҙ иттем. Мине иң шатландырғаны наҙанлыҡты бөтөрөү сәйәсәте ине. Ләкин мине күрә алмаусылар ҙа тик ятмаған булып сыҡты. Ауылдың ярлы ғына, аҡылға самалыраҡ кешеһен мине үлтерергә ҡотортҡандар. “Кулак балаһы әллә кем булып идарала ултырмаһын!” – тип аңын томалағандар. Эшкә ныҡ ҡына бирелеп, кинәт башымды күтәреп ебәрһәм, ҙур көрәк амбар кенәгәһенә килеп төштө һәм уны урталай ярып ебәрҙе. Аллаһы ғына һаҡлағандыр инде, кенәгә урынына минең баш ярылырға тейеш булған бит. Шул кенәгәне синфи көрәш дәлиле итеп оҙаҡ йылдар идарала һаҡланылар.
Артабан, ялған ошаҡҡа нигеҙләнеп, комиссия артынан комиссия килде. Сираттағы тикшереүҙең етәксеһе банк директоры ине. Эшен бөтөргәс: “Бөтә эштәрең дә теүәл ,белемең дә көслө икән, әйҙә миңә эшкә күс, бында һиңә барыбер тыныс ҡына эшләргә ирек бирмәйәсәктәр”, – тине. Шулай итеп, уйламаған ерҙән банк хеҙмәткәре булып киттем. Никахланып, атай булыу бәхеттәрен татыным. Һеңлеләрем дә үҙ тиңдәрен табып ғаиләле булып киттеләр. Тормошом артабан да шулай дауам итер кеүек ине. Әммә илде репрессия һөрөмө баҫты. Бер көндө һуңлап ҡына етәксем килеп инде һәм шыбырлап ҡына: ”Төнөн һине ҡулға аласаҡтар, райондан сығып кит“, – тип хәбәр итте. Үҙем атлайым, ә аяҡтар ерҙе уйып барған кеүек. Илемде ташлап ҡасыу миңә мең ғазап ине. Ғаиләм өсөн борсолоу йөрәкте өтә, мейене быраулай, ә күңелдә һорау өҫтөнә һорау:”Ни өсөн?!” Өс тәүлек йәйәүләй торғас, аулаҡ бер станциянан Урта Азияға юлландым. Эшкә урынлашһам да, яҡындарыма үҙемде белдереү ҡурҡыныс ине әле. Ике йылдан һуң ҡәһәрле һуғыш башланып китте. Мин сик буйҙарына хеҙмәткә алындым. Тыуған яҡтар менән бәйләнеш булдырылды. Мин киткәс, икенсе баламдың донъяға килеп, күп тә тормай вафат булыуын ,кейәүҙәремдең һәм кесе ир туғанымдың да һуғышҡа алыныуын белдем. Күп тә тормай ҡатынымдың да вафат булыуы хаҡында хәбәр килде. Быға ҡәҙәр толомдары теҙҙәренә төшөп торған һөйкөмлө хәләлемде һағыныу, уның менән ҡауышырбыҙ тигән хыял мине йәшәтә, түҙемлелеккә әйҙәй ине. Күрәһең, тәҡдиремә уның киреһе яҙылған булып сыҡты.
Резервта торғанлыҡтан, һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап рапорт артынан рапорт яҙа башланым. Япон милитаристарына ҡаршы һуғыш башланғас ҡына приказ булды. Ҡан көҫәгән илбаҫарҙар менән көрәш аяуһыҙ барҙы. Беҙҙекеләр һуғышта сыныҡҡанлығы аша сос та хәйләкәр ҙә булған япондарҙы өнөндә тонсоҡторҙо. Еңеү тантанаһы әсе лә ләззәтле лә ине.
Һуғыш афәтенең бөтә ҡурҡынысын, ауырлығын татып, хеҙмәттәштәремдең күбеһен һуғыш яланында ҡалдырып, 1945 йылдың декабрендә демобилизацияланып, ете йылдан һуң тыуған тупрағыма аяҡ баҫтым. Тыуған йортобоҙ күптән башҡа кешенеке, әсәйем өс балаһы менән тол ҡалған һеңлемдә йәшәй булып сыҡты. Ә берҙән-бер балам мәрхүмә ҡатынымдың туғандарында тәрбиәләнә ине. Яу ҡырынан ҡайткан һалдат булараҡ, бөтә ауыл мине күрергә йыйылды. Мин һуғыштың ҡара ҡанаты ауылыма ла ныҡлап ҡағылғанын аңланым: етемдәрҙең, толдарҙың һанын кем иҫәпләгән һуң? Ауыл осондағы йәштәр менән ултыртылған ҡарағайлыҡ та юҡҡа сыҡҡанға иҫәп ине. Анда-һанда тороп ҡалғандары зәғифләнеп-яраланып ҡатҡан яуҙаштарымды хәтерләтте. Күңел яраларыма дауа алырға ҡайтыуым да аҡланманы, улар тағы ла нығыраҡ ҡанһырай башланы.
Район үҙәгенә барғанда таныштарым Марусяның өс балаһы менән тол ҡалғанын белдерҙеләр. Ниңәлер уны ныҡ күрәһем килә башланы. Шуға ла ауылдарына бармай булдыра алманым. Барһам, ныҡ ҡына үҙгәргән йәшлегем килеп сыҡты. Оҙаҡ итеп һөйләшеп-хәтерләп ултырҙыҡ. Күҙ йәштәренә лә ирек бирелде. Артабан балаларыбыҙҙы бергә тәрбиәләү хыялы менән юлға сыҡҡан инем. Был хаҡта белдергәс: ”Юҡ, һин үҙеңә ҡара ла, миңә ҡара. Бер-беребеҙ өсөн тыумағанды Аллаһы Тәғәлә күптән белдерҙе инде”, – тине. Яҙмыш һынауҙары тағы ла ауыр уйҙарға һалды. Бик һағынып ҡайтһам да, күңелемдең бер урыны гел әрнеп торҙо. Быға минең кулак балаһы“ булыуымды тағы ла иҫкә төшөрөүселәр табылыуы ла сәбәпсе булғандыр. Һеңлемдең зары ла ҡуҙ өҫтәне. Егерме ете йыл элек төнөн ер ҡуйынына тапшырылған атайымдың ҡәберен таба алмауым да бик аяныс ине. Уйланып-ҡаңғырып йөрөй торғас, кире Урта Азияға китергә ҡарар иттем. Был юлы әсәйем менән. Унда ревизор булып эш башланым. Аҙаҡ туғандарым да әкренләп яныма йыйылдылар. Берҙәм булып, хәләл көс менән йәшәп алып киттек. Әсәйегеҙҙе осратып, кәләшле лә булып ҡуйҙым.
Ревизор булараҡ, ҡырын эштәрҙе лә асыҡларға тура килде. Кемдер төрмәгә лә эләкте. Ғәйеплеләрҙән янауҙар йышайҙы. Артабан йәшәү ғаиләм өсөн дә ҡурҡыныс ине. Һәм беҙҙе яҙмыш тағы ла тыуған яҡҡа ташланы. Яңынан таныш банкта эшләй башланым. Ҡасандыр үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып мине ҡотҡарған ағай вафат ине инде. Был изге күңелле, ғәҙел етәксемде мин бер ҡасанда онотманым. Был көнгә ҡәҙәр иҫән-һау булыуым менән уның алдында оло бурыслы бит мин. Ә хәҙер инде ҙур ғаилә башлығы булып, ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә күреп, ғүмеремдең байышына ла китеп барам. Мәңгелеккә күҙҙәремде йомһам да үкенесем юҡ. Балаларым иманлы, беҙгә хөрмәтлеләр. Әммә ғүмер юлында үтелгәндәргә, кисерелгәндәргә бөтә осраҡта ла яуап таба алманым. Сөнки мин табынған ҡиммәттәр минең асылыма ҡаршы булды. Ни өсөн тиһеңме? Беренсенән, бала сағыбыҙ бик иртә өҙөлдө. Кәмһетелеүҙәр, мыҫҡыллауҙар елек майҙарын аҙ һурманы. Ә үҙебеҙ совет власына тоғро хеҙмәт иттек. Уның ҡоролошон үҙ итеп, уны яраттыҡ .Ир туғаным менән илебеҙҙе яҡларға һалдат итеге кейҙек. Ошо ҡәһәрле йылдарҙа оло һеңлем ферма мөдире булды. Ә уртансыһының, ҡараңғынан ҡараңғыға теккән тире тундарын күпме һалдат кейеп йылынғанын кем һанаған да, кем генә баһалаған? Кесеһе лә Бөйөк Еңеүҙе яулашҡан тылдың толомло һалдаты булды. Ир туғанымдың һуғыш яралары ғүмерен йәшләй өҙҙө. Туғанҡайым Урта Азияла тик беренсе урындарҙы ғына яулаған көслө шахматсы ине бит Тағы ла уртансы кейәүебеҙҙең, партия һалдаты булараҡ, ғүмеребеҙ буйы беҙҙе кәмһетеүен нисек онотмаҡ кәрәк. Уйлай китһәң әсәйемдең шундай ҡатмарлы замандарҙа беҙгә рух ныҡлығы биреп, иманыбыҙҙы юғалтмаҫҡа өйрәткәне өсөн һәйкәл ҡуйырлыҡ. Диненән ваз кисмәүен дә өҫтәһәң, быны аңлар өсөн аҡыл етмәҫ кеүек. Ул ғүмере буйына атайымды һағынып, уның тоғро абыстайы булып ҡалды. Дөйөмләп әйткәндә, репрессияның ҡанлы балтаһынан юҡҡа сығарылған иҫәпһеҙ-һанһыҙ аҫыл ирҙәр, ҡыйратылған ғаиләләр, бер ғәйепһеҙгә зәғифләнгән яҙмыштар, беҙҙең ғаиләбеҙҙең ғүмер буйы йөрәгендә йөрөткән һәм һуңғы юлға үҙебеҙ менән алып китәсәк ҡанлы яраһы ул...
Хәтирәләрен яңыртҡан ҡарт яугир тынып ҡалды.
– Ни генә булмаһын, үтелгәнде, кисерелгәндәрҙе бер нисек тә үҙгәртеп булмай. Яҙмышыма шулай яҙылғандыр инде, күрәһең, – тип һөйләүҙәрен ослағандай булды.
Ә Зилә бәйән ителгәндәрҙе нисек итеп баһаларға, нимә тип яуап бирергә белмәй шаңҡып ултыра ине.