Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
11 Май 2020, 15:50

«Ҡәйнәңдең фатиры бар, шунда йәшәгеҙ»

Үҙ көнөн үҙе күрергә тырыша

Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Вәхит Хызыров уҡып йөрөгән саҡта уҡ ғаиләле була. Студент йырсыларҙан төркөм ойоштороп, концерттар менән райондарға ла сығып йөрөйҙәр, төндәрен вагон бушатҡан саҡтары ла була, йөк бушатыуҙан, урам һепереүҙән тартынып тормай.
Сәмле кеше бөтә нәмәлә лә сәмле: үҙ көнөн үҙе күрергә тырыша егет. «Ҡәйнәңдең фатиры бар, шунда йәшәгеҙ», — тип дөйөм ятаҡтан урын бирмәйҙәр. Ни тиклем генә һәйбәт булмаһын, кешелә йәшәү ижад кешеһенең илһамын арттырмай.
Аҙағыраҡ Октябрь проспектында урынлашҡан тәүге фатирҙарына сыҡҡас, күңел ҡанаттары иркенерәк талпына, ижад офоҡтары киңәйә төшә. Сөнки йырсының әҙерлек мәлдәре, яңы әҫәрҙәр өҫтөндә эшләүе өйҙә үтә бит инде.
«Хужаларға ҡамасауламаһам ярар ине» тигән уңайһыҙланыуҙан азатһың, теләгәнсә ижад ит. Концерттарға саҡырһалар, ситтән концертмейстер эҙләп йөрөйһө юҡ. Машенькаһы йырсының бөтә репертуарын белә. Йыр һайлауҙа һәм уны камиллаштырыуҙа иң яҡын кәңәшсе лә, тәнҡитсе лә — яратҡан ҡатыны. Бәхәстәр ҙә булғылай, әлбиттә. Тик бер-береһенә ихтирам тойғоһон юғалтмайҙар. Хызыровтарҙың берҙән-бер улдары Тимур-Тимерхан М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының сит телдәр факультетында белем алһа ла, йыр-музыка сәнғәте нескәлектәрен һәйбәт белә. Заманында музыка мәктәбендә белем алған ул.
Гөлфиә Юнысова.

Читайте нас: