Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
8 Июнь 2020, 22:25

“Эй, ошо Сәлимйәндең етемдәре"

Әсәйебеҙ беҙҙе кеше араһында кәм-хур итмәҫкә тырышһа ла, атайһыҙлыҡ, етемлек ғүмер буйына үҙен ныҡ һиҙҙертте.

Билдәле шағирә, талантлы журналист, бөтә ғүмерен балалар матбуғатына арнаған Зөһрә Ҡотлогилдина:
– Эш менән үтте бала саҡ. Ауылда бөтәме ни инде, бәрәңгеһе, бесәне тигәндәй. Атай булмағас, бөтә эш апайым менән икебеҙгә төштө, әсәйгә ярҙамсы булырға тырыштыҡ. Колхозда ла эшләнек. Көнө буйы ҡайнар ҡояш аҫтында икешәр гектар сөгөлдөр утаныҡ, көҙгөһөн эшкәртеп тапшырҙыҡ. Ямғырҙа, һыуыҡта, ҡул өшөтә-өшөтә бысаҡ менән сөгөлдөрҙө һабағынан таҙартып ултырыуы үҙәктәргә төшә ине. Уның ҡарауы шул аҡсаға ауылда беренселәрҙән булып апайым менән икебеҙ велосипед һатып алдыҡ. Ауылдан ете саҡрым алыҫлыҡтағы күрше Таймаҫ ауылына урта мәктәпкә йәйәү йөрөп уҡый инек. Көтөүҙән алда тороп сығып китәбеҙ, таймаҫтарҙан алда барып ултырабыҙ. Хәҙер атайлы балаларға ла тәтемәгән велосипедта ғына елдерәбеҙ – нисек шатланмаҫһың! Етмәһә –үҙең эшләгән аҡсаға алынған.
– Атайһыҙ үҫтегеҙме ни?
–Атайыбыҙ ауыр һуғыш яраларынан 28 йәшендә генә донъялыҡтан китеп барған. Ул саҡта апайыма дүрт, миңә йәш ярым ғына булған. Әсәйебеҙ беҙҙе кеше араһында кәм-хур итмәҫкә тырышһа ла, атайһыҙлыҡ, етемлек ғүмер буйына үҙен ныҡ һиҙҙертте. Урамда бала-сағалар ҡайһы ваҡыт, яҡлаусыһы юҡ тип, рәнйетергә әҙер тора. "Эй, ошо Сәлимйәндең етемдәре" тип Өммөкамал инәйҙең баштан һыйпап китеүе әле һаман иҫтә.
Ошо тойғо гел күңелде иҙеп, баҫып торған һымаҡ. Етемлек кешенең киләсәк тормошона ла йоғонто яһай. Кәмһенеп үҫеү уңыштар яулауға ҡамасаулай. Сөнки һин бүтәндәр кеүек түгел, һин кәм, һиңә әҙ булһа ла ярай. Ошо тойғо йәнгә оялай ҙа тыйып тора. Иркәләнеп, арҡаланып, ата-әсәле, етеш тормошта үҫкән бала үҙе тураһында юғары фекерҙә була.
Читайте нас: