Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
8 Июнь 2020, 21:55

ӘКИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ (детдом хикәйәләре)

Бындай ҙа танһыҡ һыйҙы күргәс, уларҙың ауыҙы йырылып китте.

Һөйәк
Айгиз Баймәхәмәтов
Уф, асыҡтым! Нимә булһа ла табып ашарға ине! Эстә ас бүреләр олой ғына! Шуның өсөн дә ял көнөн яратмайым.
Бөгөн иртәнге һигеҙҙә торҙоҡ. Бутҡа ашаттылар, сәй, икешәр телем икмәк эләкте. Шунан һуң дөйөм йыйылыш булды. Бынан һуң малайҙарҙы ҡар таҙартырға сығарҙылар. Уны эшләп бөткәс, йәшәгән бүлмәләребеҙҙе йыйыштырырға ҡуштылар. Балаҫты сығарып ҡаҡтыҡ, шефоньерҙарҙы, дивандарҙы шылдырып бөтә ерҙәге саңды һөртөп сыҡтыҡ, аҙаҡ иҙән йыуҙыҡ. Эй, хәл бөттө ошо эштәр менән. Етмәһә, шул тиклем асығылды. Иртәнге ризыҡ тамаҡҡа ла барып етмәне тигәндәй. Мәктәптә булһаҡ, дүртенсе дәрестән һуң ашаталар. Шуға башҡа көндә бирешеп бармайбыҙ. Ә бына ял иткәндә, мәктәпкә бармағасыбыҙ, уныһы юҡ. Хәҙер сәғәт икегә тиклем төшкө ашты көтөр кәрәк. Әле 12 генә... Нисек түҙергә икән? Их, хәҙер берәй нисек тамаҡ ялғап алғанда...
Шул саҡ бүлмәгә Айнур атылып килеп инде:
- Ильяс, әйҙә ашханаға барып киләйек!
- Унда нимәгә?
- Ашнаҡсы Зилә апайҙан һөйәк һорап алабыҙ...
- Юҡ, бармайым. Ул барыбер бирмәйәсәк, – тип ҡулымды һелтәп ҡуйҙым.
Детдом балаларының шундай ғәҙәте бар. Әгәр ял көнөндә ныҡ асыҡһалар, ашхана ишеге алдында өйрөлә башлайҙар. Төшкө ашҡа әле иртә, ә бына ул ваҡытта ит бешкән була. Итен айырып алғас, һөйәген барыбер ташлайҙар. Ана шуға өмөт итәләр ҙә инде малайҙар. Төшкә тиклем шул һөйәкте кимереп, тамаҡ ялғайҙар. Тик ул һөйәкте лә былай ғына алып булмай. Кешеһенә генә ҡарап бирәләр.
Бөгөн Зилә апай бешерә. Ул эшләгәнен белгәс, бармайым тип ҡырт киҫтем. Барыбер кире бороп сығарасаҡ. Анау көндә һуң:
- Директор ҡушмай! Әгәр шул һөйәккә ҡарлығып ятһағыҙ, башымды ашарҙар. Йөрөмәгеҙ теләнселәп! – тип ҡыуып ебәрҙе.
Шулай ҡырыҫыраҡ булғаны өсөн балалар уға ҡушамат та таҡҡан – Карлсон. Эйе, ул әкиәт геройына Зилә апай нисектер буй-һыны менән оҡшаған.
Үткән аҙнала бер төркөм малайҙар һөйәк һорап барған. Ул бирмәгәс, малайҙар үсектерергә тотонған. Астың асыуы яман тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер.
- Пропеллерың емерелһә ярар ине...
- Гел осоп йөрөп нисек аккумуляторы ултырмай икән?
- Пыр-пыр-пыр, - тип пропеллер тауышына оҡшатып, мыҫҡыл итеп сығып киткәндәр.
Ошо хәлдәр хаҡында хәбәрҙәрҙе белә тороп, нисек уға бараһың инде? Ләкин Айнур өҙмәй ҙә ҡуймай:
- Мин әйтте тиерһең, бирәсәк! – ти ул ныҡышып.
- Нисек инде бүтәндәргә кукиш күрһәткәндә, беҙгә һөйәк тоттороп ҡуйһын!?
- Ә минең уға сюрпризым бар, - ти йылмайып дуҫым. – Хәҙер барғас үҙең күрерһең.
Барыбер күндерҙе Айнур. Киттем уның артынан эйәреп. Ашханаға инеүебеҙ булды, Зилә апай һөйләнергә тотондо:
- Һеҙгә нимә кәрәк? Әле генә бишенсе төркөм малайҙарынан саҡ ҡотолғайным. Ишек төбөнә хет охрана ҡуй...
Мин инде һүҙһеҙ генә сығыу яғына ыңғайлағайным. Ә Айнур юғалып ҡалманы:
- Апай, ә мин һеҙгә йыр бүләк итәм! – тине ғорур ғына.
- Ниндәй йыр? – ашнаҡсы йомшара биреп китте. Был уның тауышынан һиҙелә ине.
- Һеҙгә арналған. Быны радионан отоп алғайным...
Айнур бер аҙ тынып торҙо ла, яңғыратып йырлап ебәрҙе:
“Бер ҡарайһың йөрәгемә
Мөхәббәт күҙҙәреңдә.
Күңелемдә тик һин генә
Һағышлы йөрәгемдә.
Һине гел күрәһем килә,
ылмайып йәшә, Зилә.
Үҙәгемде өҙмә генә -
Гүзәлем Зилә, Зилә!”
Ашнаҡсы ла, мин дә тын ҡалып тыңланыҡ.
Ҡалай тауышы матур икән! Етмәһә, тап Зилә апайға тип шул йырҙы отоп алыуын әйт әле. Ә Айнур туҡтарға ла уйламай, бирелеп китеп йырлай. Берәү ҙә бүлдерергә, һүҙ әйтергә ҡыйманы.
“Һине генә өҙөлөп һөйәм –
Йөрәгем Зилә, Зилә!” – тип тамамлап ҡуйғас ҡына беҙ ҡул сабып ебәрҙек. Был бүләк, ысынлап та, оҡшаны ашнаҡсыға. Кәйефе йөҙөнә сыҡҡайны. Уңдыҡ былай булғас, тип эстән генә уйлап ҡуйҙым.
- Рәхмәт, Айнур! Эсең тулы моң икән. Һиңә йырсы булыр кәрәк, - тип маҡтап алды Зилә апай.
Шунан беҙҙең алға бер алдырҙы килтереп ҡуйҙы. Эсе тулы һөйәк! Белгән инде беҙҙең нимәгә килгәнде:
- Ипләп кенә кимерегеҙ. Бүтәндәр күреп ҡалмаһын.
Үәт, исмаһам, байлыҡ! Хәҙер туйғансы һыйланасаҡбыҙ. Башҡалар күреп ҡалмаһын тип, шатлығыбыҙҙан көлөшә-көлөшә йәһәт кенә бүлмәбеҙгә һыпырттыҡ.
***
Их, белһәгеҙсе ни тиклем ҡыуанғаныбыҙҙы! Бер алдыр һөйәк! Хәҙер беҙ уны рәхәтләнеп, тәмен белеп кенә кимерәсәкбеҙ. Ныу, баш та инде Айнурҙа!
Беҙ бүлмәгә ингәндә, унда дүрт малай көтөп ултыра ине. Ҡайҙан белеп ҡалғандар икән? Бындай ҙа танһыҡ һыйҙы күргәс, уларҙың ауыҙы йырылып китте. Шатлығын йәшерә алмай, төрлө тауыштар
сығарып, дүртеһе дүрт яҡтан уратып та алды. Кемеһелер иң эре һөйәкте тиҙерәк эләктерергә тырышып, ҡулын алдырға һуҙып маташты. Әммә Айнур бындай тәртипһеҙлеккә юл ҡуйманы. Сәп итеп теге состоң ҡулына һуғып ебәрҙе:
- Ҡомһоҙланмағыҙ! Үҙем бүлеп бирәм! – Айнур яйлап ҡына карауатына барып ултырҙы, алдырҙы тумбочкаһына ҡуйҙы. Шунан яйлап ҡына һөйәк өләшергә тотондо. Бүлмәгә тәмле еҫ таралды.
Ризыҡты тапҡан кеше үҙен мәхрүм итергә тейеш түгел. Шуғалыр ҙа Айнур иң итле, ҙур һөйәкте үҙенә тәғәйенләп, ситкә һалып ҡуйҙы. Ашханаға бергә барғас, миңә лә арыу өлөш сыҡты.
- Ильяс менән барғас, юл уңды, - тип шаштырып алырға ла өлгөрҙө.
Ҡалғандары ҡасан уға сират етер тип түҙемһеҙләнеп, усын-усҡа ышҡып ала. һәр кемдең күҙе бәзләп яна, бар уйҙары – тиҙерәк һөйәк кимереү. Бөтәһенә лә өлөш сыҡҡас, тәүҙә шым ғына туйына башланыҡ. Бының сәбәбе лә аңлашыла. Йә һөйләйһең, йә тамаҡ ялғайһың. Әгәр мин шул ваҡытта лаҡап һатып ултырһам, бүтәне шул арала күберәк һөйәкте кимереп өлгөрә. Ә һин, хәбәргә алданып, ас ҡалаһың. Шуға беҙҙең детдомда аш ваҡытында шым ғына ултыра.
Алдырҙағы һый кәмей барҙы. Береһе бер өн сығармай кимереүен белде. Тик беҙҙең аралағы иң кесе Руслан ғына шым ултырып түҙмәне:
- Айнур ағай, һин һөйәкте дөрөҫ кимерә белмәйһең, - тине ул.
- Уның нимәһен белергә? Тотаһың да ашайһың. Бер семтем итен дә ҡалдырманым шикелле...
Руслан йылмая биреп, яңы ғына кимерелеп, ситкә һалынған һөйәкте ҡулына алды:
- Бына хәҙер һеҙгә бер нәмә өйрәтәм. Үҙем белдем тиерһегеҙ.
“Уҡытыусыбыҙ” бүлмә уртаһына барып баҫты:
- Һөйәкте дөрөҫ кимерә белеү – үҙе ҙур оҫталыҡ. Һеҙ уның итен генә ашайһығыҙ, һуңынан бер нәмә лә ҡалманы тип ташлайһығыҙ. Ә был дөрөҫ түгел. Уның иң тәмлеһе һөйәктең эсенә йәшенгән.
Руслан һөйәкте шаҡ та шоҡ итеп тумбочкаға һуға башланы. Шунан һөйәк эсенән ап-аҡ ҡуйы май ағып сыҡты.
- Бына ошо була инде иң тәмлеһе! – ҙур асыш яһағандай көлөп һығымта яһаны Руслан, – ә һеҙ шуны ла белмәйһегеҙ.
Ҡара һин уны! Бәләкәй булһа ла, белмәгән нәмәһе юҡ. Әллә шул Русландың тауышын ишетеп сит бүлмәнән, ике малай килеп инде
- О-һо! Һеҙҙә байрам икән дәһә! – тип һөрәнләне көтөлмәгән ҡунаҡтарҙың береһе. Уға икенсеһе лә ҡушылды:
- Ҡайҙа, беҙгә лә бирегеҙ әле.
Тик алдырҙа бер генә киҫәк ҡалғайны. Был байлыҡҡа Айнур хужа. Беҙ унһыҙ бер нимә лә эшләй алмайбыҙ.
- Ашханаға барығыҙ ҙа, үҙегеҙ һорап алығыҙ! Бында үҙемә тигән генәһе ҡалды.
- Эй, ул Карлсондан алырһың! Һаран бит ул, – тип ауыҙын ослайтты ҡунаҡ.
- Ипләп һораһаң - ниңә бирмәһен, - тип һүҙгә ҡушылды кесебеҙ Рөстәм. Кире яуап алһалар ҙа, былар сығырға ашыҡманы:
- Ә анау тумбочкала ниндәй һөйәктәр ята ул? – ҡунаҡ әрһеҙләшеүен дауам итте.
- Улар кимерелгән инде... – тип яуапланыҡ.
- Ҡалай насар кимергәнһегеҙ. Иттәре ҡалған бит! – әллә үпкәләү, әллә шатлыҡлы булды был һүҙе. - Ҡайҙа шуны кимерергә бирегеҙ.
- Ал, - тине Айнур.
- Тегеләр кемуҙарҙан шул һөйәктәрҙе кимерергә тотондо. Беҙ хәҙер бүлмәлә һигеҙ кеше булып киттек. Һөйләнгән һәр һүҙебеҙ ҙә шул ашау хаҡында ине.
- Ҡасан ғына ошо детдомдан ҡотолам икән! – Айнур ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. – Исмаһам, туйғансы бер ашап алыр инем.
Уның һүҙен ҡунаҡтарҙың береһе ҡеүәтләне:
- Әйтмә лә инде. Ней Карлсон йүнләп бешерә белмәй. Анау көндә аштан оҙон сәс килеп сыҡты. Ә уны шуның өсөн бер кем дә әрләмәй. Сөнки ул директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевнаның яҡын ғына туғаны...
- Көн дә кәбеҫтә бирәләр. Биҙҙем унан...
- Күңелеңде киң тот. Бөгөн кисен дә кәбеҫтә була, - тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
- Беҙ бына әле һөйәк өсөн талашабыҙ, ә өйҙә йәшәгәндәр аштың ҡәҙерен белмәй, – тип ололарса әйтеп ҡуйҙы Айнур.
- Аштан оло булған кешеләр бармы һуң?
- Бар шул ундай иҫәрҙәр, - бөгөнгө һый хужаһы һүҙен дауам итте. – Бына беҙҙең класта бер малай бар. Эй, ҡупыҡ та инде. “Әсәйем көн дә иттән аш бешерә, ялҡтым. Хәҙер иткә ҡарай ҙа алмайым” тип һөйләнгән була. Ну, йәнем көйҙө шул сүмесбашҡа. Бәреп осорорҙай булдым. Үҙе сусҡа һымаҡ һимеҙ бит әле. Йүгергәндә ҡорһағы һелкенеп-һелкенеп ҡуя.
- Беҙҙең класта ла бар шундай һантый. – Мин дә белгәнемде уртаҡлашырға булдым. – Мәктәп ашханаһына барһаҡ – ҡылана
башлай. Ашта һуған булһа – ерәнә. Тәрилкәне ситкә этеп ебәрә. Ярай әле үҙе генә ашамаһа! “Фу-у, бындай помойҙы нисек ашайһығыҙ ул” тип беҙҙән мыҫҡыл итә.
- Уныһы әле пүстәк! – Рөстәм дә хәбәрҙән ситтә ҡалманы, – ә минең класташым тураһында һөйләһәм – ышанмаҫһығыҙ. Ул бөтөнләй туйып ҡоторған. Ашағаны өсөн аҡса һорай!
- Нисек була инде улай? Бер ҙә аңлашылмай!
- Ул шул тиклем шашҡан! Иртәнсәк әсәһе бутҡа бешерһә – ашамай инәлтә икән. Төшкөһөн дә йүнләп ашамай тей. Ризыҡта ныҡ һайлана икән. Бар белгәне – кәнфит, печенье. Ахырҙа, ата-әсәһе бер хәйлә уйлап тапҡан. Әгәр класташым бутҡаны ашаһа - уға ун һум бирәләр. Төшкө ашҡа ла шулай...
Көтөлмәгән хәлде ишетеп, һәр кем хөкөмөн сығарырға ашыҡты:
- Мин уның атаһы булһам, түҙмәҫ инем. Иманын уҡытыр инем...
- Мәктәпкә барһаҡ, күрһәт уны. Кәрәген бирермен...
- Үәт, уны берәй айға детдомға бирһендәр ине. Талашып ашай башлағанын һиҙмәй ҙә ҡалыр. – Күрше бүлмәнән килгән малай асыулы итеп әйтеп ҡуйҙы. Шунан минең яныма килеп баҫты:
- Ҡайҙа, Ильяс, миңә лә ҡалдыр әле. Һин күп кимерҙең бит. – Ахырҙа, мөнйөй башлаған һөйәкте уға бирҙем.
Тәүҙә күңелле генә башланған табыныбыҙ шулай тоноҡланып китте.
***
Бүлмәбеҙҙең ишеген кемдер шап итеп тибеп ебәрҙе. Тәүҙә Даяндың башы күренде, уның артынан эйәреп ярҙамсыһы Динар пәйҙә булды.
- О-һо-о! Һеҙ бында ресторан асып ебәргәнһегеҙ икән! – Башлыҡҡа яуап биреүсе булманы.
- Даян ағайҙан алда һөйәкте ниңә алдығыҙ? – тип сәңкелдәне Динар. – Кем һеҙгә ҡушты?
Даяндың асыуы ҡабарған. Ауыҙы ослайған, бөтәбеҙҙе лә һөҙөрҙәй итеп ҡарай. Ул ҡыйыу аҙымдар менән бүлмә уртаһына килеп баҫты. Шунан тумбочкала ултырған алдырҙың эсенә күҙ һалды.
- Крысалар! – “башлыҡ” йән асыуына ҡысҡырып, алдырҙы осора тибеп ебәрҙе. Уның эсендә ятҡан бер кимерелмәгән һөйәк карауат аҫтына тәгәрәп китте. Динар иҙәнгә ятып теге һөйәкте килтереп сығарҙы ла, үҙе кимерә башланы.
- Беҙгә Зилә апай үҙе бирҙе бит... – Айнур ҡалтыраулы тауышы менән аҡланырға итте.
- Ә мин рөхсәт иттемме һеҙгә, салагалар? Туймаҫтай булып вис алып киткәндәр бит әле, – тип һөйләнде Даян.
- Беҙ генә ул һөйәктәрҙе алырға тейеш инек. Эйе бит, Даян ағай? - ти ауыҙы шапылдап Динар. Ул да шым тормай, утҡа кәрәсинде өҫтәй белә.
“Көсөк”төң был һүҙҙәре уның асыуын арттырҙы ғына.
- Кемегеҙ шундай ҡыйыу? Кем барып алды? – Даян яуап эҙләгәндәй, һәр беребеҙгә ҡарап алды.
- Мин, - тине лә шым ғына Айнур, ҡарашын түбән төшөрҙө.
- Бик яҡшы! Хәҙер аҡылға өйрәтәм! – тине көлөмһөрәп башлыҡ. Шунан Динарҙың теге һөйәген ҡулына алды.– Нисә һөйәк ашағанһығыҙ, шул ҡәҙәр башығыҙға ошоноң менән һуғам. Ә һеҙ “башҡа улайтмайым” тип әйтергә тейешһегеҙ. Тәүҙә атаманығыҙҙан башлайыҡ... Даян Айнурҙың башына һөйәк менән ныҡ итеп һуҡты.
- Башҡа улайтмайым тип әйт! – Ләкин Айнур уның ҡушҡанын үтәмәне. Теге тағы берҙе һуҡты. Ауыртыуҙан дуҫыбыҙ күҙҙәрен йомдо. Даян тағы һуҡты. Ахыры ултырып түҙмәнем.
- Беҙҙең ниндәй ғәйебебеҙ бар? Зилә апай үҙе бирҙе бит, - тинем ҡурҡып ҡына.
- Шым ултыр, Кипкән балыҡ! Әле һиңә сират етмәгән.
Айнурҙың ныҡышҡанына Даяндың асыуы артҡандан-артты:
- Башҡа улайтмайым тип әйтмәйһеңме? Һинән һорайым, маңҡа!
Юҡ, тигәндәй, Айнур башын борғоланы. Даян тағы берҙе шаҡ иттереп башына һуҡты. Айнурҙың түҙемлеге ҡалмағандыр, моғайын. Ырғып килеп торҙо ла, уға ҡысҡырып ебәрҙе:
- Әйтмәйем! Мин шестерка түгел һиңә! Ул һөйәктәрҙе урлап алманым!
Бындай хәлде Даян көтмәгәйне. Уға ҡаршы әйткән, телләшкән малайҙар беҙҙә юҡ тиерлек.
- Ах, паразит, һинең телең асылдымы? – оҙонса һөйәктең иң осло яғы менән Даян Айнурҙың битенә һуғып ебәрҙе. Ҡырт итеп ҡалған тауыштан тертләп киттем. Айнур ауыртыуға түҙә алмай ҡысҡырып илап ебәрҙе.
- Илама тинем! – Даян йәнә йоҙроғон тоҫҡаны.
Был тиклем дә йыртҡыслыҡты күреп, эсемдә ниҙер өҙөлөп киткәндәй булды. Ни өсөн улайтты һуң Даян? Айнур бит урлашманы, хәйләкәрлек менән дә алманы. Һөйәк алыр өсөн ниндәй матур йыр отҡан! Ә быны бит ул беҙҙе һыйлар өсөн тырышҡан. Һәм шуның өсөн, мә...
Айнурҙың бите буйлап туҡтамай ҡан аға. Яраһы ҙур ҡына күренә. Мин таҫтамал менән уның яраһын ҡапланым. Кемдер һыу артынан йүгерҙе. Ә Айнур ауыртыуға түҙә алмай, ыңғыраша ғына.
- Высох! – ғәҙәттә кемдер илаһа, күҙ йәшен түкмәһен тип шулай бойоралар өлкәндәр. – Әгәр берәйһе һораһа, үҙем ҡоланым тиерһең. Попробуй, ошаҡлашып ҡара!
- Был һеҙгә лә ҡағыла, - әшнәһе Динар ҙа ҡыҫылып өлгөрҙө. – Әтеү бөтәгеҙ ҙә туҡмаласаҡһығыҙ.
Бер ни булмағандай, тыныс ҡына Динар менән Даян бүлмәнән сығып китте...
Бынан һуң детдомда малайҙарға һөйәк бирергә бөтөнләй тыйҙылар.
- Эттәр! Кешесә кимерә лә белмәйһегеҙ! Тамаҡ өсөн бер-берегеҙҙе ашап барағыҙ! – тип әрләне беҙҙе Зилә апай.
Ваҡыт үтеү менән был хәл онотолдо. Тик Айнур ғына шул мәлде әсенеп иҫкә ала. Даян һөйәк менән һуҡҡас, битендә ғүмерлеккә яра эҙе ҡалды.
Радионан шул йырҙы ишеткән һайын Айнурҙың битен йәмһеҙләп торған юйылмаҫ яра күҙ алдыма килә...
Читайте нас: