Бер ваҡыт күрше ауылда йәшәгән Гөлдәр апайыма ҡорбан ашына барҙыҡ. Туғандар бергә йыйылып алғас, һый тулы табында һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй: яңылыҡтарыбыҙҙы уртаҡлашабыҙ йә хәтирәләргә төшөп китәбеҙ. Оло ғына йәштәге Хәмдиә инәйем дә килгәйне. Тик үҙе ниңәлер бер ҙә һүҙгә ҡыҫылмай, матур ғына йылмайып ҡарап тик ултыра. “Хәмдиә инәй, апам* үлгәс, ныҡ биреште әле ул. Ҡолаҡҡа ла ҡатты, хәбәрегеҙҙе янына барып һөйләгеҙ!”, ̶ тип хәлгә асыҡлыҡ индерә һалды ҡунаҡ йыйған апайым. Ысынлап та, әсәйем уның эргәһенә яҡынлап ултырып, ҡысҡырыңҡырап өндәшкәйне, ошоғаса шым ғына ултырған инәйемдең теле асылды ла китте. Бала-сағаны һорашып, донъя хәлдәре тураһында ихлас ҡына әңгәмәләшеп алғас, әсәйем, мәрәкәләп:
– Апай, Әхәт еҙнәм ҡолағыңды үҙе менән “тегендә” алып киткән түгелме? ̶– тине. Инәйем ауыр итеп көрһөндө лә әсәйемә шулай тип яуапланы:
– Эх, һеңлем, һеңлем... Ҡолаҡты ғына алып китһә, бер хәл әле, йөрәгемде алып китте еҙнәң үҙе менән, йөрәгемде...
Уның һағышлы күҙҙәренән ысыҡ тамсыһындай ғына ике бөртөк йәше һығылып сыҡты ла йылдар һалған бураҙналы сикәһе буйлап ағып төшөп китте. Ә мин ул тамсыларҙа инәйемдең мәрхүм иренә булған саф мөхәббәтен, ихтирамын һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыныу тойғоһон уҡып өлгөрҙөм.
*Апа – атай-әсәйҙән олораҡ ир туған (диалект).
ЗӨЛФИӘ МУЛЛАҒОЛОВА-СӘЛИХОВА.