Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
10 Август 2020, 21:35

Кисә – инженер, бөгөн - шағир

Ә бына шундай шәп шиғырҙарҙың авторы кем тиһегеҙме?

Салауат Фәтхетдинов “Аллаға шөкөр” (Р. Хәкимов көйө), Фәдис Ғәниев “Әйтмә һин ауыр һүҙ”, Айҙар Ғәлимов “Моңдар ҡайтһын ауылға” йырҙары менән оло эстрадала танылыу тапты. Ә бына шундай шәп шиғырҙарҙың авторы кем тиһегеҙме? Ул, әлбиттә, Рәмил Сурағол. Үҙенең йыр сәнғәтенә килеп инеүен былай хәтерләй Рәмил Мотаһир улы.
—Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында Өфөнөң Ленин районы торлаҡ хужалығы тресында инженер булдым, ситтән тороп БДУ-ның филология факультетында уҡыным. Треста композитор Ризуан Хәкимов — мастер, мин инженер булып эшләнек. Шул йылдарҙа “Төштәремә керә Кандагар” һәм башҡа йырҙар яҙылды.
“Моңдар ҡайтһын ауылға!”, “Әйтмә һин ауыр һүҙ”, “Күрше хаҡы — Тәңре хаҡы”, “Ер аҫтында юлдар юҡ” халҡыбыҙ йырҙарының алтын фондына инде. Ысынлап та, бәхетле яҙмышлы йырҙар булды улар. “Башҡорт йыры”, “Татар йыры” фестивалдәрендә ҡатнашҡан йырсылар конкурстың иң ҙур бүләктәрен яуланы...
Читайте нас: