Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
15 Август 2020, 12:30

Рәнйеш

2 сәғәт самаһы уҙғас ҡына хужабикә бесәй балаларын “тотҡонлоҡтан” ҡотҡарҙы.

Рәнйеш алыуҙан да ҡурмай, тиҙәр ғәҙәттә “кеше башы аша” йөрөүселәр хаҡында. Миңә ҡалһа, был тойғо ысынлап та бар, етмәһә кешенең генә түгел, башҡа тере йән эйәләренең дә рәнйеше төшөүе ихтимал.
Уҙған йәй инәйемдең бесәйе балаланы. Эҫе йәй көнө булыуға ҡарамаҫтан, нишләптер мыраубикә балаларын өйгә индерергә теләне. Инәйем уларҙы һарай башына, бесәй ҡабат өйгә ташып байтаҡ маташтылар. Бер аҙҙан йәне көйгән хужабикә “күп аптыратһағыҙ әле” тип, күҙҙәре лә асылмаған йән эйәләрен тотто ла бәйҙә торған эте эргәһенә алып барып һалды.
Көнө буйы сынйырҙа тороп, эҫе ҡояш аҫтында әлһерәгән Аҡтүш, әлбиттә, был мырылдаҡтар менән ауыҙ бысратып торманы, бесәй иһә тештәрен ыржайтҡан эт янына яҡын барырға шөрләне. 2 сәғәт самаһы уҙғас ҡына хужабикә бесәй балаларын “тотҡонлоҡтан” ҡотҡарҙы.
Бер-ике көндән инәйем “шул бесәйҙең генә ҡәһәре төштө инде, Стәрле баҙарында сумкамды ҡырҡып, көшөлөгөмдө урлағандар” тип шылтыратмаһынмы! Был хәлде осраҡлы ғына тип уйлар инең дә бит, инәйгә бесәй балаларын ташышҡан улының шул уҡ көндө машина менән еңелсә аварияға эләгеүен нисек аңлатырға? Шунан һуң инәйҙең дә, улының да был йән эйәһен “изге” күреүҙәрен әйтеп тороу артыҡтыр, моғайын.
Гөлназ Сәйетбатталова.
Читайте нас: