Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
3 Сентябрь 2020, 14:00

ИҢ ҠӘҘЕРЛЕ БҮЛӘК...

Икенсе барыуыбыҙға теге сәғәтебеҙ телдәре туҡтаған ине инде.

…Әсәйем ҡайҙа йөрөһә лә бер әйберен ҡалдырмай. Барыр еренә барып еткәс, олоғара сумкаһынан иң тәүҙә ҡәҙерләп кенә ошо әйберен сығарып, өҫтәлгә ҡуя.
Ябай ғына сәғәт ул. Хәйер, бик ябай ҙа түгел – 40 йылдан ашыу әсәйемдең айырылғыһыҙ юлдашы. Ағас корпусы ла ҡырылып бөткән инде. Аҙнаһына берҙе бороп ҡуйһаң, текелдәп эшләп тик ултыра үҙе. Совет заманындағы ныҡлы әйбер.
Әсәйем фермала эшләгән ваҡытында бүләк итеп бирелгән ул сәғәт.
-Быҙау ҡараған сағымда Тарыуалға саҡырып тороп, ошо сәғәтте һәм инде матур ҡәймәтле күлдәк биргәйнеләр. Ул ваҡытта Тарыуал (күрше ауыл) менән Байғаҙы бер “Бөрйән” совхозына ҡараны бит. Совещаниела кеше алдында бирҙеләр ишеү. Аҙаҡ, кәүҙәм тулыланыбыраҡ киткәс, ул күлдәкте йәтешерәк кәүҙәле бер туған апайыма бирҙем. Ул балаларының туйҙарында кейҙе, - тип һөйләне әсәй был сәғәт тарихы тураһында.
Бынан ҡырҡ йыл элек бүләк ителгән сәғәт бөгөн дә әсәйемдең иң ҡәҙерле әйберҙәренең береһе – өҫтәленән төшмәй. Хәтеремдә, бала саҡта йәйәүләп бесәнгә йөрөгәндә лә ошо ауыр ғына сәғәт беҙҙең моҡсай төбөндә булыр ине. Бесәнлектәге сәй эскән урында йә түмбәш өҫтөндә, йә муйыл төбөндә текелдәп ултырыр ине. Беҙҙең менән бергә ямғыр аҫтында ла ҡалған саҡтары булды.
Ошо бүләк-сәғәтенең тарихын һуңғы ваҡытта айырыуса йыш ҡабатлай туҡһанын ҡыуыусы әсәйем.
Шул сәғәт, әсәйемдең һөйләгәндәре уйҙарға уйылтты. Хеҙмәттәре өсөн ҙурыраҡ бүләк алыусылар ҙа булған һәм бар. Әйтәйек, миҙал, орден... Ул бүләктәр эйәләре өсөн шулай уҡ ҡәҙерлеме икән?.. Бәлки, һандыҡ төптәрендә онотолоп яталарҙыр. Ә бына әсәйемдең сәғәте 40 йыл инде уға өҙлөкһөҙ хеҙмәт итә.
Ә бөгөнгө сәғәттәр... Бер ай элек әсәй намаҙ уҡыған ергә апайым һандары асыҡ ҡына күренеп торған ҙур стена сәғәте алып барып элде. Юғиһә, намаҙлығы янында намаҙ мәле ингәнен көтөп ултырғанында, әллә нисә тапҡыр тороп, өҫтәлендәге теге “тарихлы” сәғәтте күҙенә терәп тигәндәй ҡарап ала. Ә яңы сәғәт эргәһендә күренеп кенә тора. Икенсе барыуыбыҙға теге сәғәтебеҙ телдәре туҡтаған ине инде.
...Уйға ҡалаһың: теге замандарҙа эшләй белгәндәр әйберҙе, бөгөн – юҡ. Әллә кирегә табан китеп барабыҙмы?.. Бәлки, тап шуға иҫәп тотолалыр ҙа: боҙола һалһын да кеше яңыһын алһын. Бик яһалма, алдаҡсы заманда йәшәйбеҙ шул бөгөн.
Теге замандың девизы “Барыһы ла кеше өсөн, барыһы ла кеше хаҡына” булһа, бөгөнгө замандыҡы, ахыры: “Барыһы ла кешене талау, барыһы ла кешене алдау өсөн”...
Уйландыра...
Ә теге сәғәт, шөкөр, ана, бөгөн дә әсәйемдең өҫтәлендә үҙен тыуҙырған заманға һәм кешеләргә рәхмәт әйтеп текелдәп ултыра...
Таңһылыу Баһауетдинова.
Читайте нас: