Минзәлә Сирғәлина
Әллә ни булды ла ҡуйҙы Ғәбиҙәгә. Үҙе лә аптырап ҡуя. Олоғайып түшәктә әллә ни ятмаҫтан әсәһе үлгәне бирле, әйтерһең дә алмашынды ла ҡуйҙы. Ашағаны аш түгел, әҙерәк кенә "төшөрөп " алыуҙы көһәп тик тора эстә ниҙер.Ҡайғыра тиер инең, әллә ни ҡайнар ҙа булманы аралары әсәһе менән, һалҡыныраҡ булды шул бар яҡындары менән дә.Әллә бер ауылда, бер урамда йәшәгәнгәмелер?!
Әле лә, сәй яһап алды ла, эскеһе килмәгәс, ирен -Шәрифен өҫтәлдә яңғыҙ ҡалдырып, һылтау табып урамға сыҡты. Июнь ҡояшы ҡарағай еҫе аңҡып торған өр яңы өйҙөң тупһаларын ҡыҙҙырып сайырын һығып сығарып та ҡуйған. Ойоғона йәбешеп һылашҡан ҡарағай йәшенә йәне көйә биреп һарай яғына атлауына, ҡапҡа яғынан бер тауыш ишетеп боролорға мәжбүр булды.
-Ғәбиҙә еңгәй, һаумыһығыҙ!
Ҡулына ниндәйҙер төйөрсәк тотҡан килендәше Мәрзиәне күреп, яһалма йылмайыу сығарып ҡаршы атлаған булды.
-Еңгәй, бынауы бесәй һеҙҙеке лә инде,ивет?!
Иҫке кәпәс эсенә өс дүрт көсөгөн һалып бесәйен тотҡан килендәше, әйтерһең дә юғалған иң ҡиммәтле әйберен тотоп алған , ҡулынан үҙе лә аңғармаҫтан йолҡоп тигәндәй тартып алып, үҙ ҡуйынына һылаштырған булды:
-Эйе, минеке шул, әсәйемдең бесәйе бит! Мыяулап рәнйеп йөрөмәһен тип апҡайтҡайным да әсәй үлгәс тә, әллә ҡайҙа юғалып тик йөрөнө бит...Ә ҡайҙа булған һуң?Көсөкләгән икән...
Йәшертен "йөҙ " ни сүрәттә икәнен хатта һиҙемләмәгән дә йәш килен ихлас хәбәрҙәрен теҙҙе лә теҙҙе
-Беҙҙең өйҙөң төндөгө асыҡ торған икән, бөгөн шунан килеп сыҡты, бәләкәстәрен эйәртеп.Өй эсенә ишетелмәнеләр ҙә бит әле.Их, матурҡастар!Беҙҙең бесәй юҡ бит, еңгәй, бынауһын беҙгә бирерһегеҙ йәме. Әлегә бәләкәйерәк, һуңғараҡ алырмын...
Эй күрә алмай көнләшә лә инде Ғәбиҙә ошо алсаҡ килендәшенән. Әллә ҡайҙан тап итеп алып ҡайтты ҡәйнеше, тыныс көн бөттө. Ҡәйнә менән дә уртаҡ тел таптылар, сөкөрләшеп сәй эскәндәрендә генә инеп өҫтөнә ҡайнар самауырын ауҙарып сығырҙай була ла ҡайһы саҡ. Ҡайтам тип тә ҡырталашмай, ер емереп эшләп тик йөрөй. Ҡалайтып шул ҡан дошмандай күргәненә бесәй биреп кинәндермәк кәрәк?
-Ярай, ярай, алырһың!,-тип ихлас "йөҙ "менән оҙатып ҡалған булды. Ә эстә әйтерһең дә лава -ҡайнар вулкан урғылырға йыйынды.
Ҡапҡанан Мәрзиәнең сығып киткәненә ышанғас, кәпәсе ние менән бесәйҙе тупһаға быраҡтырҙы , эстән генә "алла, мал булһа шулайтып артып ятмаҫ ине инде! ",тине.Йылы ҡосаҡта һыйпап торған хужабикәнең ҡырҡа үҙгәреп ҡаты иҙәнгә һелтәүенә һиҫкәнгән бесәй, бәләкәстәрен берәм берәм мырлап еҫкәй еҫкәй Ғәбиҙә яғына ҡарап алғас, тупһа аҫтына "саҡырыу командаһы " бирҙе...
Йәшереп ҡуйған сәкүшкәне самалап ҡына сығып тәмләп йөрөп кенә үҙен эшкә күнектереү ғәҙәтен һис ташламаны. Шәрифе һиҙәлер кеүек, тик өндәшмәне, ҡайғыһын аңлай. Бәлки был ғәҙәте үтер тиеп көттө шул Шәриф тә.
Бер көн шулай киске һауын үтеп киске эңер йәйелгәс, тулы биҙерәләр менән тупһала уйнаған өс "йомарлаҡҡа" эләгеп Ғәбиҙә саҡ әрәм итмәне ағын. Асыуы былай ҙа алҡымына тығылған мәл ине, иртәгәнән дә ҡалмай аҙаштырырға ҡарар итте бесәй балаларын.Еләк ҡарап килергә һылтанып, полиэтилен моҡсайға шаян бесәй балаларын тығып, биҙрәһе эсенә йәшерҙе. Мотоцикл менән тау үренә килеп еткәнсе ҡулы менән һыға тотоп саҡ килеп етте, ярай Шәрифе һиҙмәне. Биҙрәһен тотоп ситкә киткән булып, ағас араһына тағатып ебәрҙе моҡсайҙы.Аптыранған бесәй балаларының шаянлыҡтары юғалып, шиңеп ҡалдылар. Йәлләү ҙә,бер ни ҙә тоймаҫтан Ғәбиҙә шәп шәп атлап ире яғына атланы.Билдәһеҙлек ҡосағында ҡалған был йән эйәләренең киләсәгенән бигерәк, килендәшен бесәйле итмәүенә ҡыуанып уҡ ҡуйҙы ул...
Һәр көн,һәр сәғәт тиерлек мыяулап балаларын эҙләгән бесәй, сысҡан тотоп әпкилеп теҙеп һалһа ла, балалары сабышып килеренә тамам өмөтөн өҙөп, өнһөҙ генә һыҙып, тупһанан көн дә инеп төшөп "төшөрөп " йөрөгән хужабикәһенә көфөрөнөң төшөрөн теләп талғын ғына ҡойроғон болғап рәнйене. Һөт төшөп һыҙлатҡан түшен ара тирә ялап ҡараһа ла, һыҙлау эстән үҙәккә үтеп, хатта атлауға ауырлаштыра ине...
Йәмле йәй үтеп, көҙ ҙә етте. Тик Ғәбиҙәлә бер үҙгәреш һиҙелмәне, һарай тарафына һуҡмаҡ көндән көн таҡырайып, яңғыҙ "төшөрөүҙәр " оҡшамай башланы. Күңелле иптәштәр, серҙәштәр шешәне генә түгел, күңелде лә бушатҡандай тойолдо. Бесән мәлендә лә ҡасып, ауырыуға һылтанып ҡалыуҙар күп булды.
Ҡош ҡорт өмәләре үтеп, һуғым һуйыу мәлдәрен яҡынайтты. Туған тыумасалы булғас ней, көн дә тиерлек табын артында һыйланыуҙар хатта килешеп ҡалды Ғәбиҙәнең яралы йәненә.
Балалар тәрбиәһен дә, мал ҡарауҙы ла тулыһынса ир өҫтөнә йөкмәтеп ҡайтмай ғына күңел асыу хыялдары өттө күңелен.Ярайһы уҡ һыйланып алғас сираттағы табындан ҡайтмаҫҡа ҡырталашып, ҡайтырға тип йүнәлгән иренә Шәрифенә ҡаршы торҙо. Айыҡ тормошто үҙ иткән ире Ғәбиҙәне беләгенән матҡып ҡайтырға саҡырҙы. Шайтан шауҡымы көсәйттеме, ниҙер инде, айҡашып тигәндәй машина ишегенән һикереп төшөп көрткә сума сума ситкә ҡасырға тотондо.Һыңғар ҡулы менән рульгә тотонған Шәриф ҡатынын ҡулынан ысҡындырмайым тип ынтылған ыңғайға, машина тар юлда ситкә үк төшөп көрткә шөңгөнө. Ни Ғәбиҙәнең артынан китә алмай, ней машинаһын сығара алмай арыуыҡ ҡына хиталана торғас, ҡар тотҡононан ҡотолоп кире табын булған өйгә йүнәлде лә бит, әллә барып етмәгән Ғәбиҙәһе, әллә йәшенгәнме, таба алманы ла ҡуйҙы. Һыуыҡ ғинуар төнө, тынды ҡурып барған һыуыҡ төнгө ҡасҡынды үҙ бығауына сырмаған икәнен хатта уйлап та бирмәгән Шәриф, ҡайтып улдары менән уяулы йоҡоло төн уҙғарҙы.
Ә был мәлдә...
Еңелсә генә кейенгән Ғәбиҙә йылы машинанан төшөп көрткә сумыуы булды, юҡ айныманы, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ градус өҫтәлгәнен һиҙемләп ҡар диңгеҙен кисеп алға ынтылды. Итек ҡуңысынан иреп эскә, табанға уҡ ҡар һыуы йыбырлап үткәне һиҙелә, һалҡын Һаҡмар еле эскә үтеп, кистән һөрткән хушбуйы еҫен өйрөлтөп танауға бәреп еҫкәтә."Йымылдап янған анауы утҡа барып етһәм, урам юлына төшәм шикелде..."
Билдән тиерлек баҫҡан ҡар еңел атларға бирмәй Ғәбиҙәгә, аяҡ балтырҙары талып, тамам хәле бөтөп саҡ ҡына сүгәләп хәл алырға сүкәйҙе.
"Саҡ ҡына, саҡ ҡына тын алайым да..."
Күҙ алдында урам лампочкаһы булып йымылдаған ут, әле берәү, әле икәү, әле өсәү үк булып күҙ алдында һикереште. Күҙҙәрен сытырлатып йомған Ғәбиҙә, рәхәтләнеп иҙырап, йылы усаҡ янында ултырғандай һиҙҙе. Һалҡын тойолған ел дә, йылы ғына һыйпап үткәндәй тойола башланы.Хатта торғо ла, атлағы ла килмәй, ошо килеш "усаҡҡа " йылынып тик ултырғыһы килде.Кистән ҡалҡа биргән буран, балаларын эҙләгән бесәй кеүек мырылдап мырылдап ҡуя.Керпектәрҙең ауырайыуып ҡатыуына һиҫкәнеп, йыбаныс ҡына күҙ ҡабағын күтәреүгә янында йомшаҡ ҡына бесәй балалары балтырына һырылғандай тойоп, ҡосоп алғандай итеп үҙ үҙен ҡосто. Тағы ла йылыраҡ булған һымаҡ тойолдо Ғәбиҙәгә. Күҙ алдында усаҡ, усаҡ янында бесәй балалары, ҡолаҡ төбөндә генә буран "мырлауы"... "Хәҙер, хәҙер, әҙерәк кенә йылынып хәл алам да..."
Ултырған килеш шыҡырайып ҡатҡан ҡатын һынын, тик бер тәүлек үткәс кенә һаҙлыҡта күреп ҡалалар. Эҙләмәй түгел, эҙләй Шәриф, тик юлһыҙ ниһеҙ һаҙлыҡта ултырыр тип Ғәбиҙәһе һис уйлап та бирмәй, берәйһендә йәшенеп яталыр тип өмөт итеп өйберенсә тиерлек эҙләй...
Әсәләрен юғалтҡан улдарының һыҙланып һыҡтап илауын, ҡышҡа хас булмағанса ебеткәк ҡар яуып шәре ҡалҡытҡан көн торошо ла туҡтата алмаҫ бесәй туйының шыҡһыҙ тауыштары тоноҡландырғандай ине...