Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
2 Декабрь 2020, 00:00

Йырла, егет, киреп киң күкрәгең!

Шуға ла йәштәрҙең сосораҡ, әүҙемерәк булыуын теләр инем, -– тип һөйләй йәш йырсы.

Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегендә ҡабул итеү имтихандары бара. Республикабыҙҙың төрлө төбәгенән килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр һынау тота. Бына уртаса буйлы, ап-аҡ йөҙлө, сөм-ҡара сәсле егет башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты һуҙа.
Алыҫтарҙан ағарып, ай, күренгән Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы. Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы. Күкрәктән сыҡҡан көслө, моңло тауыш, йылға ташҡыны кеүек, бүлмәгә генә һыймай, коридорға бөркөлә. Комиссия ағзалары әҫәрләнеп, һоҡланып тыңлай егетте, һәм һәр береһе шул мәлдә “тап ошондай таланттар уҡырға тейеш беҙҙә” тигән уй кисерә. Йыр-моң һөйөүселәргә исеме көндән-көн билдәлерәк була барған Айгиз Ханов тураһында һүҙем. Айгиз Ҡыйғы районының Ибрай ауылында тыуһа ла, бала сағы Салауат районының Шәрип ауылында үтә. Бәләкәйҙән сәхнәлә йөрөгән малай төрлө конкурстар, фестивалдәрҙә ҡатнаша, еңеү яулай. Шулай ҙа киләсәктә профессиональ сәнғәт юлынан китермен тип уйламай ҙа егет.
Өлкән кластарҙа Малаяҙ башҡорт гимназияһында белем ала ул. Бында инглиз теле, физика, химия фәндәренә етди иғтибар бирелә, шуға ла үҫмер нефть университетына инергә әҙерләнә. Көндәрҙең береһендә йыр уҡытыусыһы уның ҡайҙа барыуы менән ҡыҙыҡһына ла күңеленә: – Бәлки, сәнғәт юлынан китерһең, – тигән ойотҡо һала. Ә инде райондың “Юлдаш” төркөмөндәге йырсы ағайҙар уның был хыялын дөрләтеп кенә ебәрә. — Сәнғәт училищеһына бар, унда һине лә алмағас, тағы кемде алһындар! Бәләкәйҙән ауыр ҡайғы менән осрашырға тура килә Айгизгә. Ете йәшлек сағында атаһы Раил ағай ҡаты сирҙән вафат була. Әсәһе һеңлеһе менән икеһен яңғыҙы үҫтерә. Айгөл хәҙер үҫкән инде – банкта эшләй.
— Атайымдың үҙ алдына моңланып йөрөгәне хәтерҙә ҡалған, – ти Айгиз. - Айырыуса “Ҡышҡы романс”ты матур йырлай торғайны. Уның яҡты һыны һәр ваҡыт ғәҙел, эшсән булырға өндәп торған кеүек. Бөгөн бигерәк тә ауылдан килгән йәштәргә стипендияға ғына йәшәү мөмкин түгел. – Беренсе курста төҙөлөштә эшләргә, урам таҙартырға ла тура килде. Ә артабан бындағы тормошто аңлап алдым. Әле үҙем вокал серҙәрен ныҡлап белмәһәм дә, үҫмерҙәр клубында йыр дәрестәре бирә башланым. Унда өс йыл уҡыттым. Шуға ла йәштәрҙең сосораҡ, әүҙемерәк булыуын теләр инем, -– тип һөйләй йәш йырсы. Бөгөн берәй шиғырҙан бер юл сәлдереп, унан икенсеһенән, өсөнсөһөнән нимәлер йолҡоп алып, үҙҙәрен “композитор”, “шағир”, “йырсы” тип нарыҡлап йөрөгәндәр бөтәһе түгел. Ундайҙарҙан тыуған “игеҙәк” йырҙар иҫтә лә ҡалмай, күңелгә лә үтеп инмәй. Был йәһәттән үҙенә талапсан, һәләтен арзан йырҙар менән тәләфләмәй йәш йырсы. – Һәр кем үҙенең эшен башҡарырға тейеш, – ти Айгиз. – Нисек инде, махсус белемең булмайынса, йыр яҙырға, бөтә халыҡҡа “мин – композитор” тип һөрән һалырға мөмкин? Башлыса, композитор әҫәрҙәренә, ретро йырҙарға өҫтөнлөк бирәм. Тап шундай йырҙар халыҡтың күңеленә үтеп инә.
Читайте нас: