Гөлсирə Шафиҡова.
Черепашка
Автобус вокзал алдында туҡтаны. Район үҙəгенə йомоштары менəн ашыҡҡан кешелəр, ишек асылыуменəн, төрлө яҡҡа тарала башланы, кемдер – дауахана яғына, кемдер баҙарға ашыҡты.
Иң һуңғы булып автобустан Рəмилə инəй төштө, ауыр сумкаһын күтəреп тау үренə табан атланы. Инəй Ыҡтамаҡҡа ейəнен күрергə тип килə. Бына нисəнсе көн Иршатын төшөндə күреп һаташа, ул, кескəй генə ҡулдарын һуҙып, ҡош шикелле уға ҡарап талпына ла ҡапыл юҡҡа сыға.
– Беҙҙе уйлап күңеле болоҡһой, – тип юрай инəй, ҡасандан бирле ауылда булғаны юҡ ейəненең.
Атаһы Себерҙə эшлəй, əсəһе менəн икəүлəп ике ҡатлы кирбес йорттоң бəлəкəй генə бүлмəһендə йəшəйҙəр. Килене мəктəптə эшлəй, башланғыс синыфты уҡыта. Иршат балалар баҡсаһына йөрөй. «Колосок» тиҙəрме? Инəйҙең бар телəге – ейəнен күреү, ейəнен һөйөү,күстəнəс тə алған үҙенə. Сумкаһын көскə күтəреп, ул ейəне йөрөгəн балалар баҡсаһына яҡынлашты. Йөгөнəн бигерəк, күңелен баҫҡан ауыр уйҙарынан арыны. Улы Себергə эшкə китеү менəн тормошо боҙолдо йəштəрҙең: күп аҡса ҡыуаныс килтермəне, матур күлдəктəр, заманса костюмдар, тундар өсөн килененең бурыстары тау кеүек үҫте, уны түлəйем тип, Дамиры ҡайта алмай ялһыҙ эшлəне. ҡатынының нəфсеһен күреп, ир аҡса бирмəй башлағас, ыҙғыш сыҡты. Шул арҡала хəҙер килене лə ҡəйнə йортона ҡайтмаҫ булды, ейəнен дə күрһəтмəй.
«Баланың балаһы балдан татлы», – тиҙəр бит, бигерəк ныҡ яратты шул инəй тəүге ейəнен. Исемен дə үҙе ҡушты, гел шат булһын тип телəгəйне.
Ана, үҙҙəре лə килə. Иршаты йүгерə-йүгерə алдан атлай, əсəһе арттараҡ. Малай шат, күҙҙəре балҡый, өлəсəһенең ҡосағына һыйынды:
– Мин бөгөн көн буйы өлəсəйем менəн булам. Уны һағындым. Садикка инмəйем. Килене ситтəрəк өндəшмəй тора ине, нишлəптер риза
булды:
– Ярай. Өлəсəйең ҡайтҡансы йөрөп тор. Һине үҙембарып алырмын.
Шатлығы тауҙай ине инəйҙең, килененең һытыҡсырайына ла иғтибар итмəй, төргəген тотторҙо ла, ейəнен етəклəп алды. Оло Ыҡтың тигеҙ матур юлынан ике бəхетле кеше атлай: уның береһе – Рəмилə инəй, икенсеһе – Иршат. Көндөң һалҡынса, күңелһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, был икəүҙең кəйефтəре шат, күтəренке. Малай туҡтауһыҙ һорауҙарын яуҙыра:
– Өлəсəй, мине лə Йоносҡа алып ҡайтаһыңмы?
– Эйе, улым.
– Миңə əкиəт, шиғырҙар уҡырһыңмы? Əй буйына ла сығырбыҙмы?
– Эйе, бəлəкəсем, эйе. Айыубаш тауын барып урарбыҙ, Сейəлетауға ла күтəрелербеҙ.
– Ə мине əсəйем ауылға ебəрерме?
Етəклəшеп атлайҙар, өлəсəһе ҡулын ысҡындырып, ейəнен һөйөп-һөйөп ала. ҡыуаныстарының сиге юҡ, бербереһенə ҡарап, ҡоштар шикелле сутылдашалар, əйтерһең, донъяла уларҙан башҡа бер кем дə, бер ни ҙə юҡ. Үтеп барыусылар был икəүҙең дуҫлығына һоҡланып, йылмайып ҡарай, инəйҙе белгəндəре иһə, көлөмһөрəп: «Ейəнең тас үҙең, бигерəк ныҡ оҡшаған», – тип тə ҡыуандыра. Инəй ҡыуанысынан ни эшлəргə белмəй, һоро ҙур күҙҙəренəн яғымлы нурҙар бөркөп, ейəненең ҡулын усында ҡыҫҡан була.
Бер аҙҙан ейəненең йөҙөнə борсолоу сыҡты, ҙур күҙҙəре ҡыҫылып, шатлыҡ нурҙары һүрелде.
– Өлəсəй, əгəр əсəйем мине ауылға ҡайтармаһа? Ул риза булмаһа? Өлəсəй, һин əсəйемə əйтеп ҡара, йəме.
– ҡайтырбыҙ, улым, ҡайтырбыҙ, бына, тиҙҙəн автобусҡа ултырырбыҙ.
– Əйҙə, тиҙерəк ҡайтайыҡ, өлəсəй, əсəйем килеп еткəнсе. Мин олатайымды һағындым. Барығыҙҙы ла һағындым.
– Əйҙə, улым, əйҙə. Автобус китергə күп тə ҡалманы инде, бəлки, əсəйең килеп өлгөрмəҫ.
Əле генə ҡояштай балҡыған йөҙҙəргə күлəгə төштө, өлəсəй ейəне менəн өндəшмəй, күңелһеҙ генə вокзалға табан атланы.
– Йə, Хоҙай, əсəйең күренмəй шикелле, – инəй ейəнен етəклəп, халыҡ менəн ярты өлөшө тулған автобусҡа инде, алғы урындарҙың береһенə ултырҙылар. Ейəне өлəсəһенең алдында, инəйҙең йылы ҡулдары уны биленəн уратып ҡыҫҡан. Малай түҙемһеҙлəнə башланы, иламһырап, өлəсəһенə боролдо:
– Ниңə автобус һаман китмəй? Китмəй ҙə китмəй.
Инəй өндəшмəне, тик күңеле һиҙҙе, бына-бына килене килеп етер, бəпкəне типкəн төйлөгəндəй ҡыланыр, ейəнен ҡулынан тартып алыр... Ул ҡалтыранып ҡуйҙы, күңелен бөтмəҫлек һағыш билəне, ейəне йəл, нишлəһен инде. Шул саҡ автобустың асыҡ ишеге янында килене күренде. Малай тыпырсынып иларға тотондо:
– Мин һинең менəн бармайым. Йоносҡа ҡайтам, өлəсəйем, олатайым янына.
– Улай икəн. Бар, өлəсəйең менəн йəшə. Инəй өндəшмəне, кешелəр ни булырын көтөп, был өсəүгə төбəлде.
– Əйҙə, һин дə ҡайт беҙгə. Иртəн Ыҡтамаҡҡа килерһегеҙ, бала һағынған, ауылда иптəштəре лə көтə, – өлəсəһе, ейəнен бирергə тəлəмəгəнлеген белдереп, уны үҙенə нығыраҡ ҡыҫып, килененə өндəште.
– Эйе, шулай булып йөрөргə ҡалғайны. Иршат, төш əйҙə, мин һиңə ысын, тере черепашка һатып алырмын. Һиңə черепашка кəрəк ине бит!
Малай икелəнде, телəр-телəмəҫ кенə өлəсəһенең ҡулдарын ысҡындырҙы ла əсəһенең артынан атланы. Йөҙө менəн халыҡҡа ҡаршы ултырған инəй ситкə боролдо, ейəне менəн киленен тəҙрəнəн күҙəтə башланы. Иршаты туҡтаған, боролоп автобусҡа ҡарап тора. Үҙенəн бигерəк ейəнен йəллəүҙəн күңеле йомшара барыуын һиҙҙе инəй, күҙ ҡабаҡтары аҫтында тулышҡан тамсы йəште нисек тə кешелəргə күрһəтмəү, тышҡа сығармау ине уйы, тик уныһы тулыша барҙы һəм сөбөрлəп ағып төштө. Автобуста ауыр тынлыҡ урынлашты. Инəй һаман юлды күҙəтте, һəйбəтлəп ейəненə ҡарар ине лə, күҙ алдын томан баҫҡандай, бармағы менəн йəш тулы күҙен һыпырҙы. Автобус ҡуҙғалыр алдынан асыҡ ишектəн ейəненең яңғырауыҡлы саф тауышын ишетте, əсəһенең ҡулынан ысҡынырға телəп, малай артҡа ынтыла, көсө етмəгəс, əрнеп ҡысҡыра:
– Өлəсəй, өлəсəй! Миңə черепашка кəрəкмəй. Һин кəрəк. Мин һеҙгə килермен!
Инəйҙең һағышлы йөҙөнə саҡ ҡына нур йүгергəндəй булды, ул, ниҙер əйтергə телəп, ирендəрен ҡыймылдатты, йəшле күҙҙəрендə ҡыуаныс сатҡыһы сағылды. Халыҡ менəн тулы автобус алға, ауылға табан елдерҙе.
+11 °С
Болотло