Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
27 Декабрь 2020, 18:00

Атай абруйы

Ашығып эштән ҡайтып барһам, зыйылдап машиналар үтеп торған юл аша берәүҙең “Әлфиә!” тип һөрәнләгәненә “терт” итеп ҡалдым. Ҙур сумка тотоп алған таныш түгел бер йәш ҡатын ҡулын болғай-болғай, туҡтап тор әле тип, миңә ишаралай ине унда. Светофор йәшел янғас, ул йүгерә-атлай юлды аша сыға башланы. Бик ҡабаланһам да, туҡтарға мәжбүр булдым. Үҙемдең ике күҙ тегелә, ә башымда бер генә уй “Кем һуң әле ул, кем?”. Бер аҙ яҡынлашҡас ҡына сырамыттым. Айһылыуҙың бүлмәләше Гөлсәскә бит был! География факультетында уҡығайнылар, биш йыл бер бүлмәлә йәшәнеләр икәүһе. Айһылыу миңә сыбыҡ осо туған булғас, мин йыш ҡына уларға барып йөрөнөм, ә улар – минең янға, беренсе ятаҡҡа. Дөрөҫөрәге, Айһылыу миңә тип килһә, Гөлсәскә – Илдарға. Бына һиңә осрашыу!

Зөлфиә МУЛЛАҒОЛОВА-СӘЛИХОВА
Атай абруйы
Ашығып эштән ҡайтып барһам, зыйылдап машиналар үтеп торған юл аша берәүҙең “Әлфиә!” тип һөрәнләгәненә “терт” итеп ҡалдым. Ҙур сумка тотоп алған таныш түгел бер йәш ҡатын ҡулын болғай-болғай, туҡтап тор әле тип, миңә ишаралай ине унда. Светофор йәшел янғас, ул йүгерә-атлай юлды аша сыға башланы. Бик ҡабаланһам да, туҡтарға мәжбүр булдым. Үҙемдең ике күҙ тегелә, ә башымда бер генә уй “Кем һуң әле ул, кем?”. Бер аҙ яҡынлашҡас ҡына сырамыттым. Айһылыуҙың бүлмәләше Гөлсәскә бит был! География факультетында уҡығайнылар, биш йыл бер бүлмәлә йәшәнеләр икәүһе. Айһылыу миңә сыбыҡ осо туған булғас, мин йыш ҡына уларға барып йөрөнөм, ә улар – минең янға, беренсе ятаҡҡа. Дөрөҫөрәге, Айһылыу миңә тип килһә, Гөлсәскә – Илдарға. Бына һиңә осрашыу!
- Һаумы, Әлфиә! Әллә танымай торған була инде бынауы? – Ауыҙы ҡолағына еткән Гөлсәскә, ҡосағын киң йәйеп, мине ҡармап та алды.
- Гөлсәскә? Һаумы! Күҙҙәр хужаһына насарыраҡ хеҙмәт итә башланы шул һуңғы арала, тип шаяртып маташҡан булам, ә үҙем Гөлсәскәнең ҡосағынан ысҡынып, уны тағы баштан-аяҡ байҡайым: “Шул уҡ Гөлсәскә, тамсы ла үҙгәрмәгән. Һылыулығы, шаянлығы менән егеттәрҙең һушын ала торғайны...”.
- Ә мин һине әллә ҡайҙан уҡ таныным! Хас та элекке кеүекһең.
- Һин дә үҙгәрмәгәнһең, Гөлсәскә. Һыуытҡыста ятып торҙоңмо әллә?
- Эй, килештермә әле, Әлфиә! – Мәрәкәләүемә шарҡылдап көлә үҙе.-
Кемдәндер һине Белоретта йәшәй, тип ишетеп ҡалғайным шул. Эштән ҡайтып бараңмы?
- Эйе. Ә һинсе? Һине ниндәй елдәр ташланы бында? Әлшәйҙеке лә инде һин? – Көтөлмәгән осрашыуҙан аңҡы-тиңке булып, тупһыҙ һорау биргәнемә үҙемде үҙем эстән генә әрләп тә өлгөрәм: “Кит, иҫәр, яҙмыш тигәнең кешеләрҙе ҡайҙа ғына илтмәй...”.
- Бәтәс, мин Белорет килене лә инде, Ҡағыла йәшәйем. Ишетмәгәйнеңме ни? Яңы уҡыу йылына балаларға кейем-һалым алырға килгәйнем.
- Юҡсы-ы. Ә Илдар? – Уйымда Гөлсәскә менән Илдар тураһындағы матур хәтирәләр бер-береһенә ялғана: “Беҙҙең курсташ Илдар менән йөрөнө бит Гөлсәскә. Ә ул Дәүләкәндән ине. Шул тиклем яраталар ине бер-береһен!.. Икеһе лә сибәр, шаяндар, етмәһә, береһе гитарала уйнай, икенсеһе ҡушылып йырлай... Бөтә курс менән уларға ҡарап һоҡлана инек. Йыш ҡына үпкәләшеп, “ташлашып” та ала торғайнылар, тик оҙаҡҡа түгел... Һағыныуҙан һарыларға һабышып, илаша-талаша кире ярашырҙар ине. Хас та һинд киноһындағы һымаҡ...”.
Минең һорауға Гөлсәскә, “эй, аптыратма әле” тигәндәй, ҡул һелтәп ҡуйҙы. Шунан бер аҙ шымып торҙо ла туҡталыштағы эскәмйәгә ымлап:
- Ваҡытың булһа, әйҙә, анау эскәмйәгә ултырып һөйләшәйек. Минең автобус китергә ярты сәғәттән ашыу ваҡыт бар әле. Илдар тураһында ла шунда һөйләрмен, - тине.
Өйҙә мине дүрт күҙ менән көтөп ултырған иргә, балаларға киске аш яраштыра һалырға кәрәк булһа ла, Гөлсәскә артынан ыңғайланым. Ун биш йылдан ашыу күрмәгән танышым бит! Унан да бигерәк, уларҙың ялҡынлы мөхәббәт тарихының нисек барып осланғанын бик белге килә ине.
- Ә һинең ғаилә хәлдәрең нисек, Әлфиә? Һөйлә әле, әтеү гел мин ләпелдәйем.
Мин уҡып бөткәс ҡайҙа эшләүем, ҡасан, кемгә кейәүгә сығыуым, балаларым тураһында ҡысҡаса ғына һөйләп биргәс, ул үҙенекен теҙҙе:
- Беләһең бит инде, ҡулыбыҙға дипломдарҙы алыу менән өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡайныҡ Илдар менән. Июнь аҙағында уҡ һоратып килделәр. Ул ҡыуаныуҙарым!.. Бәхетемдең сиге юҡ ине. Никах уҡытып, икенсе көнөнә мине үҙҙәренә оҙатып алып ҡайтылар. Шул кисте, килен күрһәтергә тип, туғандарын йыйғайнылар. Беҙҙә саҡта ипле генә ултырһа ла, ҡайным үҙҙәрендәге ҡунаҡта ныҡ ҡына иҫерҙе. Аҙаҡҡа табан табын артында юҡ-бар хәбәр һөйләй башланы. Илдар ҙа, ҡәйнәм дә тыйып ҡарай – туҡтамай. Һиҙеп торам, Илдар атаһы өсөн минән ныҡ уңайһыҙлана. Ирҙәр “перекурға” сыҡҡайнылар, бына бит тышта ғауға ҡупты! Өйҙәге ҡатын-ҡыҙҙар, сыр-сыу килеп, урамға атылды. Мин дә, нимә булған икән тип, йүгереп сыҡтым. Күрәм – ҡайнымдың ауыҙ-бите тас ҡан, үҙе һөйләнә-һөйләнә илай. Ә ҡәйнештәр, ҡайнағалар ҡыҙған Илдарҙы тынысландырырға тырыша. Баҡтиһәң, ул атаһын төйгөсләп ташлаған икән. Эй, ғәрләнеүем шунда... “Кемде яратып йөрөгәнмен мин!?”- тип үрһәләнеүҙәрем... Атай менән әсәй беҙгә ғүмер биргән икән, беҙ, балалар, уларҙы, ниндәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, хөрмәт итергә тейешбеҙ бит. Хатта эсһәләр ҙә... Илдар шуның өсөн генә атаһына ҡул күтәрмәҫкә тейеш ине. Беҙҙең ғаиләлә атай абруйы ҙур булғас, мин Илдарҙың был ҡылығы менән һис кенә лә килешә алманым. Минең атай ҙа ҡунаҡтарҙа эскеләй торғайны. Тик ағайҙарымдың уға һуғыу түгел, хатта тауыш күтәреп өндәшкәне булманы. Әсәйем дә атайым эсеп алған саҡта “алкаш” тип йөҙөн йыртманы, киреһенсә, ҡоротло һурпалар эсереп, мунса төшөрөп, тиҙерәк айыҡтыра һалыу сараһын күрер ине. Ә инде ғаиләлә берәй проблема килеп тыуһа, “атайығыҙ ни әйтер” тип, һуңғы һүҙҙе гел уға ҡалдырҙы. Атай һүҙе беҙгә закон булды.
- Атаһы өсөн һинең алда уңайһыҙланғандыр инде Илдар... – Ваҡытында беҙ уларҙың мөхәббәтенә һоҡланып, хатта бер аҙ көнләшеп йөрөгәс, мин Илдарҙы яҡлашырға булғайным, Гөлсәскә ҡырт киҫте.
- Иҫләйһеңме, Әлфиә, Илдар миңә күҙ һалған бөтә егеттәр менән дә һуғышып сыҡты. Ҡыҙыулығы баштан уҡ булған, тик мин генә, мөхәббәтемдән күҙем томаланып, уға иғтибар итмәгәнмен. Ҡыҙғана икән, тимәк, ярата, тип йөрөгәнмен инде. Ул үҙенең иң яҡын кешеһе – атаһына ҡул күтәргәс, тора-бара миңә лә сират етмәҫ, тип кем әйтә ала?
- Эйе, шул. Анау Фәһимде былай-алай туҡмағайны бит әле, ивет? Һигеҙенсе мартта беҙгә шоколад бүләк иткән өсөн генә. Ә бер ваҡыт класташың Илгизәр ҡунаҡҡа килгәс, уны ла: “Гөлсәскәгә ымһынып килдеңме?” - тип, бүлмәнән ҡыуып сығарҙы. Етмәһә, аҙағынан һиңә ҡайһы тиктем үсегеп йөрөгәйне, – тип ҡуйҙым.
- Үлеп ҡыҙғанды шул... Ә теге хәлдән һуң мин, туйға әҙерләнергә тип, ауылыма ҡайтып киттем. Оҙаҡ уйландым, илай-илай күҙҙәр ҡалманы. Минең күңелһеҙ йөрөгәнгә атайым менән әсәйем дә аптыраны. Ахырҙа, бер көндө уларға хәлемде һөйләп бирҙем дә, туй булмаясаҡ, тинем. Әсәй илай, “кешенән оят” ти, ә атай бер ни ҙә өндәшмәй. Ике-өс көндән һуң ғына: “Ҡыҙым, атаһын ихтирам итмәгән кеше ҡайны-ҡәйнәһен әҙәмгә һынамаҫы көн кеүек асыҡ. Ярай, һеҙгә беҙҙең менән йәшәргә түгел, тиер инем – һине йәлләйем. Бәлки, дөрөҫ тә эшләйһеңдер уға сыҡмай”, -тине. Ҡатыраҡ һымаҡ күренһә лә, күңеле шул тиклем изге ине атайымдың. Һағынам уны, ныҡ юҡһынам... Әлфиә, атайым былтыр үлеп ҡалды бит. – Гөлсәскәнең күҙҙәре йәшкәҙәне.
- Бирешмә, Гөлсәскә, ныҡ бул. – тиеүҙән башҡа һүҙ таба алманым мин. Ауыр тынлыҡтан һуң, ул йәнә дауам итте:
- Шул аҙнала уҡ бәреп-һуғып Сорғотта йәшәгән ике туған апайым янына сыҡтым да киттем. Илдар шылтыратып, эй, инәлде, эй, ялбарҙы. Хатта килеп тә ҡараны. Әммә уны башҡаса үҙемә яҡын юлатманым. Өҙөлөп яратһам да, үлер сиккә етеп һағынһам да түҙҙем. Сөнки буласаҡ балаларыма ҡыҙыу, дыуамал холоҡло кешенең атай булыуын теләмәй инем. “Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр” тигән бик аҡыллы мәҡәл бар бит халҡыбыҙҙа. Шуны уйланым да, унан мәңгелеккә баш тарттым. Хатта “кейәүгә сығып айырылған” тигән даным сыҡһа ла. Ауылда мине бик оҙаҡ “сәйнәнеләр”. Атай-әсәйемә рәхмәт, дөрөҫ аңланылар, ғәфү иттеләр...
- Ә нисек бында, Белоретҡа, килеп сыҡтың һуң?
- Сит ерҙә яҡташтарың менән осрашһаң, туғаныңды күргәндәй булаһың бит. Эшләгән еремдә Башҡортостандан килгән егет-ҡыҙҙар байтаҡ ине. Үҙ-ара аралашабыҙ, байрамдарҙа ҡунаҡҡа саҡырышабыҙ, ҡыҫҡаһы, бер ғаилә һымаҡ йәшәйбеҙ. Шулар араһында Кәрим тигәндәре миңә айырыуса иғтибарлы булды. Ял булһа, киноға саҡыра, байрамдарҙа бүләк тотоп килә... Илдар менән булған хәлдән һуң, минең егет халҡына ышанысым кәмегәйне. Ҡырыҫ булдым. Тик Кәрим, үтә әрһеҙләшеп йөрөмәй, сабыр ғына күңелемде яулап алды барыбер. Ике йылдан һуң туй үткәрҙек, балалар тыуҙы. Яратам тип, ауыҙ тултырып әйтә алмаһам да, ихтирам итәм иремде. Илдарҙың тап киреһе ул. Тыныс холоҡло. Мин шарҙыуан булған байы, ул өндәшмәҫ. Шуға ла үҙ-ара килешеп, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, матур ғына йәшәп ятабыҙ. Уның ата-әсәһе ныҡ олоғайып киткәс, күптән түгел Белоретҡа күсеп ҡайттыҡ. Күҙ терәп торған бер-бөртөк кенә улдары бит, ярҙамлашыр кәрәк. Ауылда эш юҡ, тип тә аптыраманы ирем, шиномонтаж асты. Бына шулай, Әлфиә, тормошомдан бик ҡәнәғәтмен, Аллаға шөкөр.
Минең күңелде нимә тырнап торғанын аңғарған кеүек, аҙағынан өҫтәп тә ҡуйҙы:
- Ә Илдар минән һуң тағы ике бисәгә өйләнгән. Икеһе лә тормаған, ҡайтып киткән. Холҡо бигерәк алама – түҙмәгәндәр, тинеләр. Хәҙер өйләндеме икән, белмәйем. Һорағаным да, ҡыҙыҡһынғаным да юҡ, кәрәк тә түгел.
Йәшлек дуҫым менән хушлашып, ул вокзал яғына атлағас, артынан байтаҡ ваҡыт ҡарап торҙом әле. Атай абруйын юғары ҡуйып, өҙөлөп һөйгән йәренән баш тартҡан ғорур Гөлсәскәгә ихлас күңелдән һоҡландым мин.
Читайте нас: