Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
12 Ғинуар 2021, 12:50

Йәшәп танһыҡ ҡанманы. Таңһылыу Ҡарасурина

Көн кисекте. Ҡояш байыуға арҡан буйы ара ҡалып килә. Юл табып, урмандан сығып өлгөрмәһә, эш харап. Аҙашып йөрөй Сәғүрә. Күпме йөрөгәнен дә, ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәй. Арыны, башы ҡаңғырҙы.Ҡайҙа аҙаштың, тип һора инде хәҙер үҙенән. Гиҙеп-йөҙөп үҫкән үҙ ҡарағайлығында. Ошо урман төпкөдөндәге ауылына терәлеп ятҡан, биш бармағы кеүек яттан белгән урманында юлдан яҙлыҡты. Бала саҡта "Һуҡыр мишәр, юл ҡайҙа?" тип бер уйын уйнай инеләр. Сәғүрәне генә алдай алманылар. Күҙен бәйләп, үҙен уңға-һулға бороп, әйләндереп-әйләндереп ебәрһәләр ҙә, бер төпһәгә лә абынмай, бер ағасҡа ла төртөлмәй, таба ине юлды.– Яулыҡ аҫтынан ҡарайһың! Яулыҡ йоҡа, үтә күренә! – тиһәләр ҙә, улай түгел икәнен яҡшы белә әхирәттәре.

Йәшәп танһыҡ ҡанманы
Көн кисекте. Ҡояш байыуға арҡан буйы ара ҡалып килә. Юл табып, урмандан сығып өлгөрмәһә, эш харап. Аҙашып йөрөй Сәғүрә. Күпме йөрөгәнен дә, ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәй. Арыны, башы ҡаңғырҙы.
Ҡайҙа аҙаштың, тип һора инде хәҙер үҙенән. Гиҙеп-йөҙөп үҫкән үҙ ҡарағайлығында. Ошо урман төпкөдөндәге ауылына терәлеп ятҡан, биш бармағы кеүек яттан белгән урманында юлдан яҙлыҡты. Бала саҡта "Һуҡыр мишәр, юл ҡайҙа?" тип бер уйын уйнай инеләр. Сәғүрәне генә алдай алманылар. Күҙен бәйләп, үҙен уңға-һулға бороп, әйләндереп-әйләндереп ебәрһәләр ҙә, бер төпһәгә лә абынмай, бер ағасҡа ла төртөлмәй, таба ине юлды.
– Яулыҡ аҫтынан ҡарайһың! Яулыҡ йоҡа, үтә күренә! – тиһәләр ҙә, улай түгел икәнен яҡшы белә әхирәттәре.
…Һыуһаны, тамағы кипте. Байып барған ҡояштың ҡыя нурҙары күҙҙе сағылйыта, ул яҡҡа ҡарап та булмай. Аяҡ аҫтында сытыр-мытыр ҡалынайһа, кире борола. Килгән еренә төшөп, атлаймы әллә бөтөнләй икенсе яҡҡа ыңғайлаймы – белмәй.
Бер ҙур ғына аҡланға килеп сыҡты шулай ҙа. Бында яҡтыраҡ та һымаҡ хатта. Еңел тын алды. Өҫ-башын һыпырҙы, яулығын ҡағып-ҡағып, яңынан ябынды. Тып-тын. Исмаһам, серәкәй ҙә безелдәмәй. Иптәш булыр ине.
Нурып йығылған, кейеҙ булып түшәлгән йомшаҡ үлән өҫтөнән атлап, аҡлан уртаһынараҡ сыҡты Сәғүрә. Бынан төнгә бер ҡайҙа ла бармаҫ – ошонда таң аттырыр.
Ултырырға булып эйелгәйне, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Юл! Эй Аллам, юл!
– Һуҡыр мишәр, юл бында! – тип шыбырҙаны Сәғүрә һәм һығылып ҡына илап ебәрҙе. Ул башҡаса илай белмәй, гел һығылып, тауышһыҙ илай.
Сәғүрәнең ҡапыл быуындары йомшаны, хәле бөттө. Юл ситендә күпереп үҫкән сирәмгә ултырҙы. Үлән ҡыяҡтарындағы эре-эре ысыҡ тамсыларын усына ҡағып йыйҙы ла ялап алды. Ҡулдары менән еүеш үләнде һыпырҙы, маңлайын, күҙҙәрен һөрттө. Юл бар, ә Сәғүрә атлай алмай. Ташландыҡ юл булһа ла берәй ергә алып сығыр ине лә, Сәғүрәнең ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған. Бер ҡайҙа ла китмәҫ Сәғүрә. Бына ошо юл ситендә... Бына ошолайтып... Ятып хәл алыр ҙа... Тапап китмәҫтәр әле. Үлән араһындағы бынау ҡуңыҙ түгел дә баһа Сәғүрә.
– Табырҙар әле... Тапмаһалар ни, үлер ҙә ҡуйырмын... Берәүгә лә кәрәгем юҡ былай ҙа...
Ултырған килеш йоҡлап киткән Сәғүрә ҡапыл уянды – ниҙелер эшләргә тейеш ине бит ул. Ә, иҫенә төштө. Торҙо ла үҙенә урын йәтешләп әҙерләне. Таштарын сүпләп, ситкә ташланы, ҡалын үләндә үҙенең кәүҙәһе һыймалы итеп урын уйҙы ла ятып ҡараны.
– Юҡ, былай түгел. Ошолай яталар бит.
Бисмиллаһын әйтеп, белгәнен уҡыны ла, һуҙылып ятты. Устарын эскә ҡаратып, ҡулдарын һондо. Ер һыуығы ҡалтыратып ебәрһә лә, бөгәрләнмәне. Тегендә бынанда һыуыҡтыр әле. Берәй саҡ табып алһалар, ап-аҡ һөйәктәре төҙ генә ятһын... Йәшәп, танһыҡ ҡанманы ла ул, ҡалайтаһың. Баш һуҡҡан яҡҡа, тип сығып киткәйне лә аҙашты. Баш һуҡҡан яҡ ошолайыраҡ булалыр ҙа инде.
Эйәген сөйөп, күҙҙәрен йомдо. 35 йәштә үлмәҫкә ине лә ул, йәшәрлек хәл ҡалманы.
Тып-тын урманда. Тынлыҡты тыңлап ятты ла ятты Сәғүрә. Шунан үҙен тыңланы. Аһ-аһ, көнө буйы шаулаған башы шымып ҡалған икән дә баһа. Йөрәге лә тыныс ҡына тибә. Юғиһә, бая, урман эсендә, йөрәге дөп-дөп, мейеһе дөңк-дөңк итәләр ине. Дарыуҙарын эсеп, тынысландырып ала ине тауыш алдырмай шаулаған башы менән күкрәгенә һыймай тулап алып киткән йөрәген. Уларҙың кәрәге бөттө, тип, кеҫәлә йөрөткәндәрен дә ҡалдырып сыҡҡайны.
35 йәштә генә булһа ла, ҡан баҫымы яфалай Сәғүрәне.
– Бала тапмағанға.
– Ҡан түкмәгәнгә.
– Ҡан алыштырмағанға.
– Бер бала баламы?
– Һинең йәшеңдә мин биш бала инәһе инем.
– Ҡыҙ бала кеше кешеһе инде, көнөнә ҡырҡ ҡабат ҡыҙым, тип торһаң да. Малай кәрәк ине Рәсүлемә.
Яйы сыҡҡан һайын ошо һүҙҙәрен теш араһынан ҡыҫып, һығып ҡабатлап ҡына торған ҡәйнәһенән Сәғүрә хәлен йәшереп өйрәнде, дарыуҙы ла күрһәтмәй генә ҡабып ебәрә.
Бер бала бала түгел икәнен әйтеп, сей яраға тоҙ һалып тормаһалар ҙа, Сәғүрә үҙе яҡшы белә, тик нишләһен... Табиптарҙың тыйыуына ла ҡарамаҫ ине. Ҡыҙына ун биш йәш тулды быйыл яҙ. Ҡыҙы ҙурайған һайын өмөтө кәмей бара.
Баш һуҡҡан яҡҡа башымды алып сығайым да китәйем, тигән уй ҡасан инеп ултырҙы икән уның башына? Әллә үлергә лә ҡуйырғамы былайтып йәшәгәнсе, тип уйлаштыра ине һуңғы айҙарҙа. Бөтә нәмәнән ваз иттерә өмөтһөҙлөк. Әле бына үлемен көтөп, япа-яңғыҙ, ҡарағай урманындағы юл ситендә ята. Оҙаҡ көтөргә тура киләсәктер. Бынау шалҡан шикелле тып-тығыҙ, ап-аҡ беләктәренең, балтырҙарының, йоморо ғына янбаштарының ите һөйәгенән ҡасан айырылып төшкәнен...
Сәғүрә ятҡан еренән ырғып килеп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ ҡупшы, тығыҙ күкрәктәрен, янбаштарын һыйпап, тотҡолап торҙо бер килке.
– Йылдар буйы үлә алмай яталар ҡаҡ һөйәккә ҡалып. Кандауай ҡарағай шикелле бынау бисә бер төн эсендә үлә лә китә, имеш!
– Алйот. Сей алйот!
Ҡәйнәһенең яратҡан һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә генә ишетелгәндәй булды.
Ҡәйнәһе күп һөйләмәй хәбәрҙе. Йөрөп-йөрөп бер әйтә лә. Берәгәй әйтә – уныһы бар.
– Әсәй менән таныштырам, – тип алып ҡайтҡанда нимә тине бит тәүгә күреп торған буласаҡ килененә?
– Күҙ өҫтөндә ҡаш юҡ, күт өҫтөндә янбаш юҡ, һинең ҡайһы ереңә ҡыҙыҡҡан икән мынау беҙҙең Рәсүл? Башҡа ҡыҙ тапмағандыр был! Нимәң менән арбағанһыңдыр баламды? Алйот. Сей алйот икән был Рәсүл!..
Тәү күреүҙә үк шулай тине ҡәйнәһе Шәрифә. Хәтер һаҡлап торманы, күҙенә тура ҡарап әйтте. Тик ниңәлер уның был әсе һүҙҙәрен Сәғүрә күңеленә ауыр алманы. Эргәһендә үҙен иңдәренән ҡосоп, тыныс ҡына йылмайып, Рәсүл торғанғамы, ҡәйнәһенең күҙ ҡараштары уҫал булмағанғамы. Шәрифә ябай ғына, тыныс ҡына итеп, үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ әйтте лә әйтерен, боролоп өйгә инеп китте.
– Янбаш хәҙер бар ҙа ул, тик унан ни файҙа?
Ә Рәсүл, төндәрҙә нисә уянһа ла, Сәғүрәне ошо тығыҙ янбаштарын һыйпап һөйә ине.
– Һинең ҡулың өҫкә күтәрелмәй әллә? - тип көлә Сәғүрә.
– Юҡ. Өҫтә миңә нимә бар?
Эй, Рәсүл, Рәсүл... Һағынды Сәғүрә һинең ҡатҡыл ҡулдарыңды, ҡайнар тындарыңды.
Ике ай вахтала эшләп, бер ай өйҙә булғандағы төндәр башҡа ҡабатланмаҫ инде.
Әле бына ҡайтыр көнө етте. Иртәгәләре өйҙә булыр Рәсүл. Бешеренеп, мунсалар яғып, көтөп тора торғайны элек. Был ҡайтҡанында Сәғүрә булмаҫ. Баш һуҡҡан яҡҡа сығып китте кисә. Бер ниндәй документын да алманы. Әллә ҡайҙарға, бөтөнләй ят кешеләр араһына барып сыҡһа, хәтерен юйған кеше булып ҡыланыр. Киноларҙа шулайталар бит.
Ә ауылда хәбәр таралыр.
– Ҡайтмай ҡалған ҡаҙ бөпкәләрен эҙләргә сығып киткән дә зым-зыя юҡ булған да ҡуйған.
– Бисараҡай, аҙашҡан микән? – тиерҙәр. Эҙләп-эҙләп тапмаҫтар ҙа төңөлөрҙәр әле.
Алты ҡаҙ бәпкәһен табып, өй яғына ыңғайлатып ебәреп, үҙе бөтөнләй икенсе яҡҡа атлағанын берәү ҙә белмәй бит.
Ни уйларға ла белмәҫтәр. Сәғүрәме һуң урманда аҙашыр кеше?
Инде кәрәге теймәйәсәк, тип, үҙе ҡалдырып китмәһә, кеҫәһендә дарыуы булып, ҡабып ебәрһә, был тиклем ҡаңғырмаҫ ине ул. Эҫе ине кисә көн. Башы ныҡ шауланы, уҡшып хәле бөттө. Тәүҙә ергә тубыҡланып барып төштө, шунан йөҙтүбән йығылды.
Күпме ятҡандыр – саҡ иҫенә килде. Ят урмандан сығыу юлын эҙләп, аптыранды, арыны, һыуһаны.
... – Һуҡыр мишәр, юл ҡайҙа?.. Ҡайҙа ғына барайым икән?.. – Сәғүрә ең остарын күҙҙәренә баҫты.
Бынан ике ай элек иртә таңдан юлға сығасаҡ төндөң һәр минутын яңынан кисерҙе. Рәсүл Сәғүрәне йоҡлатманы ул төндә. Танһығы ҡанмаҫтай, һуңғы тапҡыр бергә булғандай ҡыланды.
– Һин күҙҙәреңдең ниндәй төҫтә икәнен үҙең беләһеңме ул, Сәғүрә? – тип һорағайны Рәсүл терһәктәрендә ҡалҡынып, Сәғүрәнең күҙҙәренә текәлеп.
– Күк. Йәшел. – Сәғүрә көлгән булды.
– Юҡ. Һинең күҙҙәрең яңы тыуған сабыйҙарҙыҡы һымаҡ. Ямғырҙан һуң ҡаллҡан күк томан төҫөндә. Гөлсибәребеҙҙең күҙҙәре шулай ине тәүҙә. Һуңынан үҙгәрҙе. Ә һинеке һаман шул көйө. Яңы тыуған бәпәйҙеке кеүек. Шулдай күҙҙәрҙе тағы бер күрһәм, ине, Сәғүрә...
Сәғүрә ни эшләһен һуң? Ни тип яуап бирһен? Ул ғәйепле.
– Йоҡлап ал, Рәсүл. Алыҫ юл бит, арырһың.
Рәсүл йоҡлап китһә лә, әйләнде лә тулғанды. Ҡапыл Сәғүрә уның йоҡо аралаш әйткән һүҙҙәрен ишетеп ҡалды. Яңылыш ишеттемме әллә, тип тын да алмай тыңлап ятты. Яңылыш ишетмәгән, Рәсүл руссалап, ҡат-ҡат ҡабатлай ине.
- Гнилое болото. Гнилое... Болото гнилое.
Ана шул һүҙҙәр ике ай буйы йөрәген өйкәй Сәғүрәнең. Тамағына аш бармай, бер нәмәгә лә күңеле төшмәй. Төндәр буйы иркәләп, һөйөп алып ятһа ла, Рәсүл бына бит ниндәй уйҙа булған... Нисек йәшәргә бындай һүҙҙәрҙән һуң? Эсең серек һаҙлыҡ булғас?..
Һаҙлыҡ еҫе танауына бәрелгәндәй булды һәм Сәғүрә хатта уҡшып ҡуйҙы, ауыҙын үт тәме ҡорошторҙо. Үҙ йәнен үҙе алалмаҫ ине Сәғүрә, шуға Рәсүл ҡайтмаҫ элек бына ошолайтып өйҙән сығып китергә ҡарар иткәйне.
Һөйөлөп йәшәп, танһығы ҡанмаһа ла, Рәсүле, Гөлсибәре, ҡәйнәһе өсөн йән атып торһа ла, ошо аяуһыҙ мөһөрҙән һуң артабан нисек йәшәрһең?.
... Дауаханала иҫенә килде Сәғүрә.
– Үҙебеҙҙең кәртә артындағы ғына аҡланға килеп йығылған алай ҙа. Ә беҙ уны бөтә ауыл менән яҙа эҙләгәнбеҙ. Алай ҙа ғына таптыҡ бит. Йә инде, бер түгел, ике кеше һәләк була ине. Хоҙай араланы бит...
Кем менән һөйләшә икән ҡәйнәһе? Тағы кем һәләк булыр ине, ти икән?
Гөлсибәре лә янында ултырған.
– Әсәй, атай телеграмма һуҡҡан. Ике аҙнанан ҡайта. "Гнилое болото нелетная погода" тип яҙған.
– Алйот ул, ҡыҙым, һинең әсәң. Сей алйот...
Сәғүрә телеграмманы йөрәгенә баҫты. Серек һаҙлыҡ еҫе түгел, сикһеҙ бәхет еҫе аңҡый кеүек усындағы ҡағыҙҙан.
Таңһылыу Ҡарасурина-Вәлиева.
Читайте нас: