Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
18 Ғинуар 2021, 21:59

Танышым яңғыҙ ир менән таныштырмаҡ булды

Өйөнә алып ҡайтҡас, стенала теге дауаханала бергә ятҡан апайҙың фотоһын күреп ҡалдым.

- Мине яҙмыш гел уның янында йөрөттө. Дауаханала бер апай менән яттым. Әй ҡоҙалай торғайны шул мине. Улыма кәләш итәм һине, тип әйләнгән һайын ҡабатланы. Иҫем китмәне. Байтаҡ ваҡыттан һуң юлда бер апайҙы ултыртып алдым. Һөйләшеп ҡайттыҡ. Ҡустым яңғыҙ, кәләш кәрәк ине, тигәне хәтеремдә. Бер аҙ ваҡыттан һуң шул уҡ ауылға икенсе бер апайҙы ҡайтарып ҡуйҙым. Юлда йөрөгәс, кешеләрҙе байтаҡ ташыным мин. Икенсе юлы теге ауылда бер йәш малайҙы төшөрөп ҡалдырҙым.
Бер көн танышым мине яңғыҙ ир менән таныштырмаҡ булып китте. Бығаса ундай хәбәрҙәргә бөтөнләй иҫем китмәй, ҡолаҡ һалмай торғайным, был юлы ризалаштым. Тәүҙә ситтән генә күрһәтте үҙен. Аҙаҡ яҡындан танышып киттек. Өйөнә алып ҡайтҡас, стенала теге дауаханала бергә ятҡан апайҙың фотоһын күреп ҡалдым. Әсәһе булып сыҡты. Тик ул инде мәрхүмә ине. Теге юлы ултыртып алып ҡайтҡан апайҙар ҙа, йәш малай ҙа уның туғандары икән. Яҙмыш мине уның тирәләй әйләндереп тик йөрөткән бит! Әле килеп шуны аңланым...

Яҙмышыңдан бер нисек тә ҡасып булмайҙыр ул, һиңә яҙған бәхет бары тик һиңә генә насип була торғандыр... Әллә ниндәй һуҡмаҡ һайлаһаң да, борма - борма юлдар һине барыбер бер туҡталышҡа алып киләсәк. Һиңә генә кәрәк туҡталышҡа..

Лена Хайруллина

.

Читайте нас: