Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
19 Ғинуар 2021, 13:15

Ситән әбей. Таңһылыу Ҡарасурина

Ҡолағына терәгән телефонының ҡотон осора яҙҙы әбей.- Килегеҙ, килегеҙ! Сәғәт нисәләр тирәһенә килеп етерһегеҙ икән? Бабай! Сирғәле! Уй, мүк ҡолаҡ! Ана Фиданың иртәгә килен күрһәтергә әпкилә!Әбейҙең был һөрәне күршеләре өсөн оран булып яңғырай, әлбиттә. Ярай, уның нимәһе ҡыйын - Сирғәле бабайҙары һуйған тыу бәрәндең эс - ҡарынын хәҙер үк тәрбиәләшеп бирерҙәр. Бешеренешерҙәр. Ситән әбейҙең фарманын улар күптән белеп бөткән. Һулаҡай ҡул менән генә ни майтарһын әбей, уң ҡулы терһәктән яҙылмай ҡалды анау йылы һеңере өҙөлөп. Уң аяғын да арҡырыраҡ баҫып, һөйрәңкерәп атлай шунан бирле. Ярҙам буйтым кәрәк бындай саҡта.

Үҙ исеме - Хәйерниса. Мулла ҡушҡан исеме. Ҡасан Ситән булып киткәнен көнө - сәғәте менән әйтеп бирә үҙе. Тик Ситән килендән Ситән әбейгә әйләнгәнгә тиклемге ғүмер ҡиссаһын (үҙе әйтмешләй) түкмәй - сәсмәй һөйләгәнен тыңларға риза булһаң ғына һөйләй. Ә былай - юҡ.
Анау бер йылды Ситән әбей тураһында тапшырыу эшләмәксе булып телевидениенан килгәндәрҙе:
- Инәй, ҡыҫҡартыбыраҡ һөйләрһегеҙ инде, тапшырыу ваҡыты сикләнгән, - тигәндәре өсөн генә бороп сығарҙы ла ебәрҙе бер һүҙле Ситән.
Ҡартының да һүҙе үтмәне хатта.
- Алдан әйтмәгенмен икән һеҙгә, вис һөйләтеп яҙҙырығыҙ ҙа, аҙаҡ үҙегеҙ ҡыҫҡартырһығыҙ әле, тип. Ғәфү итегеҙ инде, уландар.
Уларҙы оҙатып ҡалғандан һуң өйгә ингән Сирғәле ҡарт ауыҙын да асып өлгәрмәне:
- Бер сантиметырын да ҡыҫҡартмайым ғүмеремде лә, ситәнемде лә, - тип ҡырт киҫте.
Кеше ялҡытып, гел һөйләй ҙә йөрөй икән был әбей үҙ тормошон, тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Кеше айырып ҡына тағата ул йомғағын, бик һирәк кенә.

Хәҙергесә, заманса йәшәй был икәү.
— Беҙ кемдән кәм?
Хәйернисаның баш һүҙе шул. Ауылға газ үткәрелә башлағас:
- Әҙәм аҙағына ҡалып тормаҫбыҙ инде. Кахулдар, аҡсалары юҡтыр шул, тиерҙәр! - тип тәүгеләрҙән булып газ төшөрҙөләр. Кахул тигәне уныңса - һыҡмыр, һаран кеше.Урам эсендә ҡоҙоҡ, кәртә - ҡура төҙөк. Аласыҡ, ҙур аҡ мунса, келәт, мал өйө - нимә кәрәк ауыл ерендә, барыһы ла бар. Сирғәле ҡарттың ихатаһы әйләнеп сыҡҡыһыҙ, Хәйернисаһының өй эсе ҡыйып баҡҡыһыҙ. Бер ҙә кахул түгел үҙҙәре - күрше - тирәнең ике йомошоноң береһе быларҙа. Берәүҙең дә буш сыҡҡаны юҡ.
- Һинең арҡала уҡып сыҡты инде беҙҙең балалар, еңгә. Ҡасан һорама - аҡса һиндә генә булды. Ҡул өҙөктә ялғап ебәрә торғайның. Юлына кәрәк булһа - һин, ятағына кәрәк булһа - һин. Рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ, еңгә.
Яйы сыҡҡанда шулайтып иҫтәренә алып торалар ҡатындар Хәйернисанан күргән изгелектәрен. Хәйерниса ла риза - фатихалы ҡол арымай тигәнде белә.
Сәмләнеп йәшәне Хәйерниса ғүмер буйы. Ауыр түләк Сирғәлеһе ҡайсаҡ яйыраҡ ҡуҙғалһа:
- Их, ир булып тыуылмаған! - тип ебәрә торғайны.
- Ҡабаланып ҡайҙа етмәк булаң? Арбаның ат алдынан барғанын күргән юҡ әле. Ызнай бисә булыуыңды бел, ситән!
Хәйерниса үсекмәй иренең был һүҙһәренә. Ситән тиһәң йәне сыға шул Хәйернисаның Ана, бөтә ҡыйыҡтары, ҡапҡалары, урам ҡоймалары тимерҙән. Ә кәртәһе, картуфлығы ҡайын таҡта менән уратып алынған. Сирғәле ҡарт ҡайын таҡтаны ярата.
- Ҡаҡ ҡайын таҡта үлем тейгеһеҙ була ул, ҡарағайың ары торһон, - ти ул гел. - Бер бешегеп алһа, любый сөйөңдө кәкерәйтә!
Ә аҡ мунсаның соланы - ситән. Тауыҡтарҙың йәйге төнәге - ситән. Аласыҡтың соланына төкөтөп эшләгән келәт - ситән. Хәйерниса уларҙы эстән - тыштан Аҡбалсыҡтың балсығы менән һылап алған. Ҡубып төшкән ерҙәрен йәй һайын яңыртып һылап, ап - аҡ итеп ағартып ҡуя. Ҡаҙ - өйрәктәренең, тауыҡтарының оялары ла ла - ситәүкә, иләнгән йомғаҡтарының һауыты ла - эреле - ваҡлы ситәүкә. Ә Сирғәленең ситәндәре лә, ситәүкәләре лә кәртинкәме ни! Иң ҡәҙерлеһе - талсыбыҡтан үрелгән ылаш. Сирғәлеһе яңынан эшләп бирәйем, тиһә лә ошоноһон тотона һаман.
- Тәүге һыйырыбыҙҙың, Билдәшебеҙҙең төҫө бит ул!
- Өләсәй, һеҙ икәүҙә ситәномания! - тип гел көлә бер бөртөк ейәндәре Фидан. - Ситән әбей, Ситән әбей!
Килендәре лә, Хәйернисаның үҙе кеүек, берҙе генә бәпәйләне лә башҡаса тапманы ла ҡуйҙы. Операция менән алғандар ҙа әллә нимәһендер төйнәгәндәр, ти.
Ә Хәйерниса табыр ине, табыр ҙа табыр ине арығансы. Ихсанынан һуң буйға уҙа алманы ла ҡуйҙы. Ярай, ошоларының - Ихсаны менән Фиданының - ғүмерҙәрен бирһен.

- Өләсәй, мин буласаҡ киленеңде күрһәтергә алып киләйем, тигәйнем. Киләйекме? Атайҙар килә алмай, дачаға барабыҙ, тиҙәр.
- Сөбеханалла!
Ҡолағына терәгән телефонының ҡотон осора яҙҙы әбей.
- Килегеҙ, килегеҙ! Сәғәт нисәләр тирәһенә килеп етерһегеҙ икән? Бабай! Сирғәле! Уй, мүк ҡолаҡ! Ана Фиданың иртәгә килен күрһәтергә әпкилә!
Әбейҙең был һөрәне күршеләре өсөн оран булып яңғырай, әлбиттә. Ярай, уның нимәһе ҡыйын - Сирғәле бабайҙары һуйған тыу бәрәндең эс - ҡарынын хәҙер үк тәрбиәләшеп бирерҙәр. Бешеренешерҙәр. Ситән әбейҙең фарманын улар күптән белеп бөткән. Һулаҡай ҡул менән генә ни майтарһын әбей, уң ҡулы терһәктән яҙылмай ҡалды анау йылы һеңере өҙөлөп. Уң аяғын да арҡырыраҡ баҫып, һөйрәңкерәп атлай шунан бирле. Ярҙам буйтым кәрәк бындай саҡта.

Йәш кенә ҡыҙ икән. Уҡый, ти. Киләһе йыл бөтә, ти. Диплом эше яҙа, ти. Кешеләрҙең ялған исемдәре тураһында, тиме шул.
Һынсыл ауыл ҡатындары буласаҡ ейән киленде, ҡыҙ уларҙың үҙҙәрен бер береһенә һиҙҙермәй генә энә күҙәүенән үткәрҙеләр. Ашап - эсеп, әңгәмә ҡороп, көн кисеккәнсе ултырҙылар.
- Барамы киленлеккә, алайыммы, еңгәйҙәр?
Геүләшеп яуапланылар:
- Бармаған ҡайҙа! Ал, ал, ҡәйнеш!
- Ҡунағыңды күрҙек, Ситән еңгә, бынан кискә беребеҙ булһа ла саҡырып алайыҡ, - тиһәләр ҙә, Фидан да, ҡыҙ ҙа, ашығыуҙарын, эштәре күплеген әйтеп, ипле генә баш тарттылар.
- Әләйгәс, ярар. Алдағы өмөттә Алла бирһә. Әсәңдәргә сәләм әйт, - тип таралыштылар.

- Арыныңмы, өләсәй?
- Юууҡ, балаҡайым, арырға ҡайҙа? Күрҙең бит, памушниктарымды.Ҡулыма танһыҡ өсөн дә эш тейгеҙмәйҙәр бит.
- Улай булғас, өләсәй, минең һиңә бер үтенес бар. Бына Заринаға диплом яҙырға ярҙам итеп ебәр инде, өләс.
- Ҡалайтып? Нисек?
Һүҙҙе Зарина үҙе дауам итте.
- Мин филология бүлегендә уҡыйым, өләсәй. Минең диплом эшемдең темаһы - кешеләрҙең ҡушаматтары, йәғни, мулла ҡушҡан түгел, ә ялған исемдәр. Байтаҡ мәғлүмәт йыйҙым да ул, тик улар мин теләгәнсә түгел. Нисектер ябай, ғәҙәти. Ә минең һирәк осраған йәки бөтөнләй берәү генә булған ҡушаматлы кешене тапҡым килгәйне. Ҡушамат кешегә бушҡа ғына тағылмайҙыр, тип уйлайым. Кешенең тормошонда уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәреп ебәргән йә үкенесле, йә фажиғәле, йә көтөлмәгән берәй мажараға, йә көлкөлө ваҡиғаға бәйле рәүештә бирелә бит ғәҙәттә, ҡушамат. Шулайҙыр бит, өләсәй, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Ситән әбей ҡыҙҙың һүҙҙәрен иҫе китеп тыңланы. Ҡалай дөрөҫ һөйләй. Яҙмышты үҙгәреп ебәрә, тип тороп әйтә бит әле... Өләсәй, ти бит әле Фидан ыңғайына. Тауышы ҡалай яҙымлы. Һөйләмәҫ ерҙән һөйләрһең - матур ҡуңыр күҙҙәре менән күҙеңә инеп бара, шилма.
- Фидан улым әйттеме? Өләсәйемдең ҡушаматы Ситән әбей, тип?
- Эйе. Ғәфү итегеҙ мине, әгәр ҙә.
- Йә, йыбанмаһаң тыңла, балаҡай.
Заринаға Ситән өләсәһенең һөйләгәндәрен яҙҙырып алырға көйләп бирҙе лә Фидан да тыңларға әҙерләнде. Зарина шуға иғтибар итте: йәш сағында бик сибәр булған Ситән өләсәйгә Фидан ике тамсы һыу кеүек оҡшаған икән дә баһа!

Әбейҙең ҡиссаһын Зарина быға тиклем бер ерҙә лә баҫылмаған, ҡайһы бер ерҙәре хатта уйҙырмаға тартым мажаралы китаптың аҙағы ни менән бөтөрөн тиҙерәк белер өсөн ашығып та, йотлоғоп та бер тында уҡып сыҡҡан әҫәре кеүек ҡабул итте. Уҡып сыҡҡас та һушына килә алмай, күҙ йәштәрен һөртөп алырға хәле лә ҡалмаған кеше итеп тойҙо үҙен ҡыҙ.

Бесән өҫтөндә ҡыуышҡа килен булып оҙатылып килә ун ете йәшлек етем ҡыҙ Хәйерниса. Ағаһы менән еңгәһе ҡулында буй еткергән. Һеперелеп хеҙмәт итһә лә еңгәһенә бер нисек тә ярай алмаған. Ун дүрт йәштәр тирәһендә микән ағаһы менән урманға утын ҡырҡырға барғанда, һуҡмыш ағаһы тумырып һалған түмәрҙәрҙе бер урынға өйөп йөрөгән ҡарындашы өҫтөнә ағас ҡолата. Һуштан яҙып, ҡанһырап ятҡан Хәйернисанан алда арбаһына утын тейәп ала - колхоздан атты бер генә көнгә һорап алған бит. Үң ҡулы, уң аяғы зәғиф булып уңалған Хәйернисаның. Ҡулын һона алмағас, һыйыр һауһа ла, икмәк баҫһа ла, кер, иҙән йыуһа ла яурыны менән ҡуша ынтыла. Һылтыҡлауын да белгертмәҫкә тырышып атлай һыу ташығанда. Ә Сирғәлеләр был тирәнеке түгел, ниндәйҙер урман районынан күсеп килгәндәр әсәһе, ике апайы менән. Иген иккән ерҙә астан үлмәҫбеҙ әле, тип килгәндәр булған ғына мөлкәттәрен ике ҡул арбаһына тейәп. Мыҡты кәүҙәле, оҙон буйлы, көслө егетте кәбәнселәр бригадаһына алалар. Әмәлгә ҡалғандай, йәшәргә лә урын табыла - Йәрмәт тигән кеше өй һалып сыҡҡан да, мунсалай ғына өйөн быларға ҡалдырып торған. Ана шул ятып инер өйө лә булмаған зат - ырыуһыҙ егеткә "тимдәп" бирә һалып, Хәйернисанан ҡотола еңгәһе. Зәғиф ҡыҙға кейәү сыҡмай ҡуйыр, тип ҡурҡҡандыр. Сирғәле лә дыуамал булған: ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп тора, ә ул кәләш әйттерә.
Һуғыштан һуңғы юҡсыллыҡ йылдары ине шул.

Бесән мәлендә ҡыуыш эсенә килен булып төштө шулайтып Хәйерниса. Бәләкәй генә бер һандыҡ монаяты, ябыныр - түшәнер ҡаралдыһы менән. Өҫтәндә бер ҡат күлдәге, һандығында тағы берәүһе бар. Аяғында тәпәш ялтыр калуш.
Уны ҡаҙансы ҡатынға йомошсо итеп беркеттеләр. Һыу ташыуҙың ҡанын ҡойҙо Хәйерниса, иң күп киткәне һыу бит.
Бесән бөткәс, ауылға күсенде бесәнселәр.. Мунсалай ғына өй, биш ыздарауай кеше. Бер урындыҡ булып йоҡларға яталар. Сирғәле, йәш ир, тик кенә ятмай, Хәйернисаның да эсендә йәне бар.
Нишләргә?
Сирғәле тал, йәш муйыл ҡырҡып ташый, йышлап текмә үрә башланы бер заман. Ул үрә, ә Хәйерниса, аяҡ - ҡулым зәғиф, тип тормай, көйәнтәләп балсыҡ ташый, һалам, әкем, үлән ҡушып, балсыҡ баҫа, ситән текмәне эсле - тышлы ҡалын итеп һылай. Икәүләшеп йылға ярында кирбес һуғалар. Ул кирбес ҡалыбы хәҙер мәктәп музейында. Нимә икәнен хәҙерге балалар беләме икән? Үҙҙәре һуҡҡан кирбестән Сирғәле мейес сығарҙы.
Ситән өйөнөң башын Сирғәле ҡалын итеп күрән менән көпләне, күрән өҫтөнә туҙ һуйып япты. Урындыҡ һалды, бәләкәй генә тәҙрә уйҙы.
Ҡара көҙҙөң ҡара һыуыҡтары башлнғанда йәштәр ер иҙәнле ситән өйлө инеләр.
Сирғәлеһе менән колхоздан ат һорап алып, ауылына, ағаһы менән еңгәһенә киттеләр. Әсәһенән ҡалған самауырҙы, ҡула ҡаҙанды, бер - ике тәрилкә, сәйнүк алып ҡайтмаҡ ине Хәйерниса. Биреүен бирҙе Сәмиға еңгәһе Хәйернисаға тейеш нәмәләрҙе, тик эт тиреһен башына ҡаплап әрләп, ҡарғап тороп ҡалды.
- Сатан! Сулаҡ! Берәүҙең өйө бар икән! Ситәндән өй һалған ирҙе күргән юҡ ине әле!
Мәңге һуҡмыш ағаһы ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәне.
Юл буйы иланы Хәйерниса.
- Ауылдың ҡыҙыл байы булмаһаммы! Исемем Ситән булмаҫ! Мына ошо яулығымды быҙау муйынына бәйҙәп ебәрермен! Минән бай кеше булмаясаҡ яҡын тирәлә!
- Ярай, илама. Мин ауылда иң ҙур, иң матур өй һалырмын. Тым инде. Ситәнде шешендерәһең.
Ситән өйгә килен булып төшкән Хәйерниса Ситән килен исеме алды шул көҙҙә үк. Уның ҡарауы, унан бәхетле кәләш юҡ ине ауылда ул ҡыш. Тик ҡышы ҡарышҡан шикелле үтә һыуыҡ булды. Ер иҙәнгә ҡалын итеп һалам түшәһәң дә ер ер инде. Ҡар йоҡа булғас ер үҙе лә ярылып бөттө. Шул ҡыш аҡса йыя башланы Ситән килен. Йөн, дебет иләне кешегә, ойоҡ-бейәләй, шәл бәйләне. Сирғәле колхоз эшенән бушаған арала ситәүкәләр үрҙе, көйәнтә бөктө, кешегә быйма табанланы. Төшкән бер кәпик аҡсаны йыйҙылар. Икенсе йылы яҙ башынан аласыҡлыҡ бура һатып алып, көҙгөлөккә өй бөтөрөп инделәр. Ә тегене мунса иттеләр. Ошо өйҙә тыуҙы Ихсандары. Башҡа балалары булманы. Өҫтөнә ағас ҡолау ҙа эҙһеҙ үтмәгәндер, ер иҙәнле ситән өйҙә һыуыҡ тейеп тә бөткәндер.
Кәзә үрсетеп алды аҙаҡ Ситән. Мәғнит баҙарына йөрөнө ул саҡ бисәләр. Дебет көйө лә һатты, шәл итеп бәйләп тә һатты.
Ауылдан күсеп киткән уҡытыусыларҙың өйөн һатып алдылар шул йыйған аҡсаларын.
Шунан Сирғәле үҙе өй һалды. Ҙууур итеп, матууур итеп.
Ситән өй менән сағыштырғанда, был өйҙәре - батша һарайы ине Хәйернисаға. Байығып тулдылар Ситән менән Ситәүкә. Ситән килендән Ситән еңгәйгә, хәҙер Ситән әбейгә әйләнгән Хәйерниса ситән тиһәң, йәнен бирергә әҙер.

- Һөйләп бөттөңмө ҡиссаңды, Ситән?
- Йоҡоң туйҙымы, Ситәүкә?
Фидан менән Зарина шарҡылдап көлөп ебәрҙеләр.
- Быҙау муйынына бәйҙәп ебәрәм, тигән яулығыңды һандыҡ төбөнән алып күрһәтмәйһеңме йәштәргә?
- Әйҙә һуң.

- Һоҡланғыс кешеләр, Фидан, өләсәйең менән олатайың. Рәхмәт һиңә, теге, нимә әле? Рәхмәт һиңә, Ситәүкә!
Читайте нас в