Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
23 Ғинуар 2021, 13:15

Мужик. Мөҙәрис Багаев.

Кәйефе бик күтәренке ине Ғәрәфиҙең. Шулай булырға тейеш тә, сөнки байтаҡтан тулҡынланып көткән көн дә килеп етте. Иртәгә ҡыҙы-ның - берҙән-беренең, ал-тынҡайының туйы һәм бөгөн буласаҡ кейәү менән кәләш кисләтеп кенә ҡайтып, Сәби-ләһе менән уны Өфөгә алып китәсәк. Көн алырға ла иҫәбе бар ине Ғәрәфиҙең, әммә ферма мөдире Хызыр: «Ҡайҙан ғына кеше табайым, үҙең берәйһе менән һөйләшеп ҡара», - тигәс өлгөрөрмөн әле тип, көтөүгә үҙе сығырға булды. Иң мөһиме алдағы көндәргә кеше табылды. Торна Мостафа: оҙон муйынына сиртеп: «Күстәнәсте мулыраҡ апҡайтһаң бер-ике көн көтөрмөн быҙауҙарыңды», - тип ризалығын бирҙе.Кис өлгөрөп булмаҫ, тип таңдан тороп мунсаһын да яғып ҡуйҙы Ғәрәфи. Ҡайтыуына эҫеһе ҡалмаһа ла, йәйге көндә һыуы бик һыуынып бармаҫ, йыуынып сығырға таман ғына булыр, моғайын. Иртәрәк ҡайтһалар, өҫтәп, ҡыҙы менән буласаҡ кейәү ҙә мунса инеп сығырҙар, бәлки. Хәйер, кейәүҙе буласаҡ, тип тә әйтеп булмай инде хәҙер. Ҡыҙы мәсеткә барып никах уҡыттыҡ, тине бит. Тимәк, Хоҙай алдында бурыстарын үтәгәндәр, ир менән ҡатын, тип аталырға тулы хоҡуҡтары бар. Әлбиттә, атай кешенең матур табын ҡороп, мулла саҡырып никахты өйөндә уҡытаһы, берҙән-бер ҡыҙының оло байрамында төп шаһит булаһы бик килгәйне лә бит. Нишләйһең, ул уйлағанса килеп сыҡманы.

Мөҙәрис Багаев. "Мужик"
Бөгөн Ғәрәфи ялан кәртәлә торған быҙауҙары янына ғәҙәттәгенән иртәрәк килде. Малҡайҙары ла быны һиҙенгәндәй, көйшәүҙәренән туҡтап, аптырай биреберәк йомро күҙҙәрен уға төбәне. Сығырға әйҙәгәндә лә, урындарынан теләр-теләмәҫ кенә тороп, атлар-атламаҫ ҡына баҫып, ҡапҡаға йүнәлделәр. «Әйҙәгеҙ, әйҙә, безәүкәйҙәр, бөгөн иртәрәк сығып, иртәрәк ҡайтырһығыҙ, - тип көтөүсе һуңғы быҙау сыҡҡанын көтөп торҙо ла, ҡапҡаны япты һәм эйәрле күк бейәһенә атланып, эстәрен бушата-бушата үҙәнгә төшөп барған малдары артынан эйәрҙе.
Кәйефе бик күтәренке ине Ғәрәфиҙең. Шулай булырға тейеш тә, сөнки байтаҡтан тулҡынланып көткән көн дә килеп етте. Иртәгә ҡыҙы-ның - берҙән-беренең, ал-тынҡайының туйы һәм бөгөн буласаҡ кейәү менән кәләш кисләтеп кенә ҡайтып, Сәби-ләһе менән уны Өфөгә алып китәсәк. Көн алырға ла иҫәбе бар ине Ғәрәфиҙең, әммә ферма мөдире Хызыр: «Ҡайҙан ғына кеше табайым, үҙең берәйһе менән һөйләшеп ҡара», - тигәс өлгөрөрмөн әле тип, көтөүгә үҙе сығырға булды. Иң мөһиме алдағы көндәргә кеше табылды. Торна Мостафа: оҙон муйынына сиртеп: «Күстәнәсте мулыраҡ апҡайтһаң бер-ике көн көтөрмөн быҙауҙарыңды», - тип ризалығын бирҙе.
Кис өлгөрөп булмаҫ, тип таңдан тороп мунсаһын да яғып ҡуйҙы Ғәрәфи. Ҡайтыуына эҫеһе ҡалмаһа ла, йәйге көндә һыуы бик һыуынып бармаҫ, йыуынып сығырға таман ғына булыр, моғайын. Иртәрәк ҡайтһалар, өҫтәп, ҡыҙы менән буласаҡ кейәү ҙә мунса инеп сығырҙар, бәлки. Хәйер, кейәүҙе буласаҡ, тип тә әйтеп булмай инде хәҙер. Ҡыҙы мәсеткә барып никах уҡыттыҡ, тине бит. Тимәк, Хоҙай алдында бурыстарын үтәгәндәр, ир менән ҡатын, тип аталырға тулы хоҡуҡтары бар. Әлбиттә, атай кешенең матур табын ҡороп, мулла саҡырып никахты өйөндә уҡытаһы, берҙән-бер ҡыҙының оло байрамында төп шаһит булаһы бик килгәйне лә бит. Нишләйһең, ул уйлағанса килеп сыҡманы. Ишеткәс, йәштәр үҙҙәре белә-лер әле, тип бары үҙ-үҙен йыуата биреп кенә ҡуйған булды.
Уның ҡарауы иртәгә туйҙа төп ҡоҙа булып ултырасаҡ. Етмәһә, кемдәр янында бит әле! Кейәүең атаһы билдәле профессор икән, нәҫелдәрендә лә уҡымышлылар байтаҡ, ти. Бына кемдәр менән ҡоҙала-шасаҡ, артабан кемдәр ме-нән аралашып йәшәйәсәк ул. Әл-биттә, үҙенең ябай бер көтөүсе генә булыуы кәйефте ҡыра-ҡырыуын, бына шуға туйҙа ла оялып ултырасаҡ әле ул.
- Ниңә, көтөүсе лә кеше, етмәһә миҙаллы көтөүсе әле мин, - тип аҡланғандай ҡысҡыра биреп әйтеп ҡуйҙы Ғәрәфи. Аты, был миңә өн-дәшәме, тигәндәй ҡолаҡта-рын ҡайсылап алып, башын борғоланы ла, аҙымдарын тиҙләтә һалды. Көтөүсе атын һыу буйында туҡтатып, эйәренән төштө һәм ярына ултырып, тыныс ҡына аҡҡан йылғаға текләнде лә, тағы уйға батты.
Ябай көтөүсе булһа ла ниндәй ҡыҙ үҫтерҙе әле ул! Айгөлдәре университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, аспирантураға уҡырға кер-ҙе. Шул уҡ университетта уҡытып та йөрөй, хатта. Кем белә, бәлки ул да ҡоҙалары һымаҡ атаҡлы профессор булып ҡуйыр. Уҡыһа, Ғәрәфи үҙе лә берәй арыу һөнәр алып, шәп кенә кеше булып китер ине, моғайын. Бына шул уҡыу эләкмәне шул. Нужа уны бик иртә атҡа мендереп, ҡулына сыбыртҡы тоттороп ҡуйҙы. Уның ҡарауы бик иртә тол ҡалған әсәһе менән икәүләшеп ҡустыһын да, һеңлеһен дә уҡытып сығарып, кеше итә алдылар. Зариф хәҙер билдәле генә хирург. Әҡлимә иһә мәктәп директоры. Туйҙа ҡыҙ яғынан да күрһәтерлек кешеләре бар. Миҙалын тағып шулар менән бер тирәрәк ултырһа, көтөүселеге бик күренмәҫ әле. Ул байтаҡ йылдар элек үк бирелгән «Фи-ҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн» тигән миҙалды соҡоп сығарып, һөрткөләп, костюмы кеҫәһенә һалып ҡуйғайны инде. «Быны таҡһам килешерме, ҡупырсыҡ, тип әйтмәҫтәрме икән?» - тип ҡатынына өндәшкәйне, уныһы, үҙең беләһең, тигәндәй яурындарын ғына һикертеп ҡуйҙы. Башҡа күрһәтерлек нәмәң булмағас, нишләйһең инде. Тик бына костюмы ғына иҫкерәк. Яңыһын алыуға рәттәре лә ҡалманы. Айгөл: «Туй ресторанда үтәсәк, аҡса бик мул кәрәк буласаҡ», - тигәс, бар мал - тыуарҙарын, хатта нәҫелгә ҡалдырырмын, тип йөрөгән матур ғына танаһын да һуйып һатырға тура килде. Кешенән дә бурысҡа байтаҡ ҡына аҡса алдылар. Һарайҙа бер һыйыр менән ошо күк бейәһе генә ҡалды хәҙер. Ҡарт атына алмашҡа, тип тотҡан ипле генә холоҡло тайы бар ине, ҡыҙҙары: «Төп ҡоҙағыҙ ҡаҙы менән ат итенән бешерелгән бишбармаҡты яратам, туй өҫтәлендә лә шулар булырға тейеш, ҡоҙаның һуйырҙай йәш ат фәләне юҡмы икән, тип әйтә», - тигәс, шундай ҙур кешенең үтенесен кире ҡаҡ-майыҡ, тип тайҙы ла тотондолар. Сыҡҡанса ҡаҙы әҙерләп, һум иттәрен, ҡабырғаларын сапҡылап туңдырғысҡа тултырып ҡуйҙылар. Ҡыҙҙары бөгөн бына шулар артынан да ҡайтып, бер ыңғай әсәһе менән уны ла алып китергә тейештәр.
Был ғүмеркәйҙәр, ай-һай, тиҙ үтә икән. Сәбиләһе менән кисә генә ҡауышҡан һымаҡ тойолһа ла, егерме дүрт йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Үҙе ул һуң, утыҙ йәшен тултырып ҡына өйләнде. Һуңға ҡалыуына әлеге лә баяғы оялсанлығы ғәйепле инде. Йәш сағында бер ҡыҙға күҙе төшкәйне Ғәрәфиҙең. Әммә уға өндәшергә байтаҡ ҡына баҙнат итмәй йөрөнө. Инде ҡыйыулығы етеп һүҙ ҡушам тип йөрөгәндә генә ҡыҙ башҡа берәүгә кейәүгә сыҡты ла китте. Бына шунан һуң үҙең мәмәй ауыҙ, тип оҙаҡ ҡына әрләп, ҡыҙҙарға күҙ һалыуҙан төңөлә биреп тә ҡуйҙы. Насип аш ауыҙҙы йырып килеп инә тиҙәр бит. Сәбиләһе менән дә шулайыраҡ булды. Уҡытыусы булып ауылға килгәс, уны Ғәрәфиҙәргә күрше Көнһылыу инәйгә фатирға ҡуйҙылар. Инде бик үк йәш тә, төҫ-башҡа ла әллә ни булмаған ҡыҙҙы Ғәрәфи тәү күргәс тә нисектер оҡшата һалды. Күршеләре менән аралашып йәшәйҙәр ине улар. Көнһылыу инәйгә ир-ат ҡулы талап иткән эштәрҙе башҡарырға ла күп ярҙам итте Ғәрәфи. Сәбилә килгәс тә ваҡ-төйәк эш табылып торҙо. Егет уларҙы бик теләп башҡарҙы. Ни тиһәң дә ҡыҙҙы күрергә, уға бер-ике ауыҙ һүҙ ҡушырға мөмкинселек тыуа. Сәбилә уны башта бик өнәп етмәне, шикелле. Егеткә тәкәббер генә ҡарашын ташлап, уны күрмәмешкә һалышҡан кеше кеүек ҡыланды. Ғәрәфи бының өсөн ҡыҙға асыуланманы ла. Уҡытыусы башы менән нин-дәйҙер бер көтөүсегә йәбешеп ятмаҫ инде. Ләкин яңылышҡан булып сыҡты Ғәрәфи. Килеүенә бер ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, Сәбилә һарайҙары янында ниҙер эшләп йөрөгән егет янына килде лә, уны ентекләп ҡараштырғылап сыҡҡас: «Былай нисауа күренәһең, әллә һиңә кейәүгә сығырға ла ҡуйырға инде», - тине. Ғәрәфи уның һүҙҙәрен ишеткәс, шаңҡып, ни әйтергә лә белмәй ауыҙын асты ла ҡалды. Шулай ҙа ике-өс ай самаһы ваҡыт үткәс, ҡыйыулығын йыйып, телгә бөткән дуҫы Харисты яусы итеп, барып инде ул ҡыҙ йәшәгән өйгә. Сәбилә: «Мин һиңә теге ваҡытта уҡ әйттем бит инде», - тип шунда уҡ риза булды ла ҡуйҙы, оҡшаттымы, әллә инде ҡарт ҡыҙға әйләнеп барам, тип ризалаштымы икән. - Ғәрәфи әле һаман уның ғилләһенә төшөнөп етә алмай. Тиҙ арала туй һымаҡ нимә лә үткәреп ташланылар. Ул көн, дөрөҫөрәге төн иҫкә төшһә Ғәрәфи әле лә ҡыҙарынып китә. Икеһен келәткә индереп япҡас ул ни эшләргә лә белмәй ятыр урын йәйелгән һике ситендә оҙаҡ ултырҙы. Аптыраған көнөнәндер инде, Сәбилә: «Әллә быҙауҙарың араһында йөрөп быҙауға әй-ләнеп бөткәнһең, егет», - тип шунда дилбегәне үҙ ҡулына алды. Ғәрәфи ни булғанын да, нисек булғанын да аңғармай ҡалды. Иртән мунсаға барғас та кәләшенең йыуынып сыҡ-ҡанын соланда көтөп тороп, һуңынан үҙе инде. Аҙаҡ ояты ҡасып, ҡатынына эйәләшеп китте - китеүен.
Ғәрәфи урынынан тороп малдары йөрөгән туғайға күҙ һалды. Быҙауҙары туйынып, йылғаға төшөп һыу эсеп, ял итергә ятҡайны инде. Бер-нисәһе генә иренә биреп үлән һәрмәштергеләп йөрөй. Күк бейәһе лә ағас күләгәһенә инеп, йә башын, йә ҡойроғон һелкеп, себен-серәкәйҙәрҙе ҡыуып маташа. Ғәрәфи баш осона етеп килгән ҡояшҡа күҙ ташлап алды ла, рюкзагынан һөтлө шешә менән икмәк сығарып, тамаҡ ялғарға тотондо. Аҙаҡ бер аҙ серем итеп алайым, тип йомшаҡ үләнгә һуҙылып ятты. Ләкин бындай көндө күҙгә йоҡо инәме ни ул - уйҙары баштан ашҡан һәм улары тағы үткәндәргә барып терәлде.
Ғәрәфи өйләнгәнсе үк бәләкәй генә иҫке өйҙәрен һүтеп, эшләп тә, күпләп мал аҫрап та тапҡан аҡсаһына әсәһе бөртөкләп йыйғанды ла ҡушып, иркен генә өй төҙөп ултыртҡайны инде. Карьерҙан таш сығарып, һарай менән келәт тә һалып ҡуйҙы. Ҡустыһы менән һеңлеһе Өфөгә уҡырға киткәс, өй бушап ҡалған һымаҡ ине. Кәләш төшөргәс ул тағын тулыланып, күркәмләнеп китте. Ә инде сабыйы тыуғас бөтөнләй йәмләнде. Һағынып, көтөп алды ул Айгөлөн. Ҡыҙы барлығын ишеткәс шатлығынан ауыҙы йырылып, аҙна буйы ябылмай йөрөнө, тиһәң дә ярай. Фермала эшен тиҙ генә тамамлап, һәр көн сабыйы янына ашыҡты. «Нишләптер ялҡауландың, егет, быҙауҙарыңдың привесы кәмегәндән-кәмей», - тип шелтәләп тә алғайны уны ферма мөдире ул саҡ.
Сәбиләһе менән матур ғына йәшәп алып киткән һымаҡтар ине башта. Ләкин ул аҡрынлап холҡон күрһәтә башланы. Бигерәк тә әсәһе ҡапылдан ғына үлеп киткәс мыжыуҙары, юҡ-бар ғына сәбәптән тауыш сығарырға маташыуҙары йышайҙы. Холҡо шулай булғас нишләһен инде, тип Ғәрәфи ҡаршы өндәшмәҫкә, түҙергә тырышты. Эштән ҡайтып инһә, ҡатынының: «Уф, силос менән тиреҫ еҫе өйҙө алды, кейемдәргә һеңеп бөттө, балаға яҡын барма, «хушбуйыңды» уға ла һеңдерәһең», - тип ҡыҙы янына яҡын ебәрмәҫкә маташыуҙары сығырынан-сығара яҙа ине шулай ҙа. Айгөлө тел белә башлағас,«Атаң кәкәс - барма эргәһенә», - тип баланы тыйыуын, уныһының танауын сирыштырғылап: «Фу-у, кәкәс!» - тип янынан китә һалыуы ҡыҙын ҡосағына алып яратырға ынтылған атайҙың йөрәген семетмәй ҡалманы, әлбиттә. Ҡатынының ҡыланыштарына ҡарап, әллә балам менән минең араға кәртә ҡорорға маташа инде, тип уйлап та ҡуя ине Ғәрәфи. Уҡырға төшкәс ҡыҙы берәй нимә һорарға тип атаһына өндәшкән саҡта әсәй кешенең: «Ул наҙан көтөүсе нимә белһен, кил үҙем аңлатам», - тип әйтеүҙәре, бала алдында башҡасараҡ та мыҫҡыллауҙары, ул кәртәне нығытҡандан-нығытты, буғай.
Үҫә төшкәс, Айгөлө әсәһе ыңғайына атаһына ҡысҡырырға ла тартынмай башланы, хатта. Ҡыҙының ҡылыҡтарына асыуланмай, минең «кәкәс», наҙан, көтөүсе булыуыма бала ғәйепле түгел бит инде, тип уны аҡларға ғына тырышты Ғәрәфи.
Нисек кенә булмаһын ҡыҙын ысын күңелдән, бар йөрәге менән яратты, уның өсөн йәнен бирергә әҙер ине атай кеше. Айгөлө университетҡа уҡырға кергәс, түбәһе күккә тейә яҙҙы уның. «Завферма Хызырҙың ҡыҙы ла, бухгалтер Мәҙинәнең улы ла буш ҡайтты, ә минең, ябай бер көтөүсенең балаһы инде бит тәки», - тип ҡайһылай ҡыуанды ул. Маҡтанырға яратмаһа ла, башҡалар менән аралашҡанда юҡтан ғына һүҙҙе ҡыҙына борорға тырышты. Баланы уҡытып сығарыу өсөн, ай-һай, күп кәрәк. Ғәрәфи ҡураһындағы малдарын да ишәйтте, ҡош-ҡортон да күпләп аҫраны, үҙенсә бар көсөн һалып тырышты. Ҡыҙы эшләй башлағас, бер аҙ тын алып ҡалғайнылар, бына хәҙер туйы оло мәшәҡәт тыуҙырып, ыштанһыҙ ҡалдыра яҙҙы. Ярай, баш иҫән булһа мал табылыр, главный туй кешесә, ҡыҙы теләгәнсә үтһен, тип күптән үҙ-үҙен йыуатып ҡуйғайны инде Ғәрәфи. Ана бит, тырышҡас, күптәнге теләге тормошҡа ашып, ҡыҙына туй бүләге әҙерләй алды.
Бер каникулына ҡайтҡанда Айгөлдөң әсәһенә: «Беҙҙең күп ҡыҙҙар алтын алҡа таға, ә минеке копеечный», - тип әйткәнен ишетеп ҡыҙына шул алтын алҡаны алып бүләк итәһе, уны шатландыраһы бик килгәйне. Ләкин, ҡатыны әйтмешләй, икмәк-тоҙлоҡ ҡына аҡса эшләп йөрөгән кешенең ундай алҡа алырлыҡ рәте юҡ ине шул. Бары теләк кенә булып күңеленә һеңеп ҡалғайны. Яйы уйламаған ерҙән килеп сыҡты.
Бер ай самаһы элек быҙау-ҙарын таш сығарған карьер туғайында көтөп йөрөй ине, янына үҙен эшҡыуар тип йөрөткән Наил машинаһы менән килеп туҡтаны.
- Бына, таҡта ярыу цехы төҙөргә ине иҫәп. Һин, Ғәрәфи ағай, ташты күп сығарған кеше, ҡайҙа арыуырағы барын беләһеңдер, - тип һораны ул күрешеп.
- Анау остараҡ матур сыға, түлкә тракторың менән әҙерәк тупрағын ышыртырһың, - тине Ғәрәфи ҡулын һуҙып күрһәтеп һәм һорап та ҡуйҙы. - Кешең бармы һуң таш сығарырҙай.
Наил елкәһен тырнап алды ла:
- Бик юҡ шул. Әллә үҙең сығарып бирәһеңме, хаҡын йәлләмәм, - тип үтенесле ҡара-шын уға төбәне.
Шунда ҡапыл ғына Ғәрә-фиҙең иҫенә алтын алҡа төштө. Теге ваҡыт булдыра алманы, хәҙер ҡыҙының туйында бүләк итһә ҡайһылай шәп буласаҡ.
- Ярай, сығарырмын, түлкә эш хаҡына бер матур ғына алтын алҡа алып бир, - тине ул.
- Килештек!.. Туҡта, туҡта, әллә любовницаң бармы, Ғәрәфи ағай? - тип һораны эшҡыуар.
- Уныһы кем була тағы? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе Ғәрәфи.
- Ну-у… беҙҙеңсә әйтһәң, һөйәркә инде - Наилдең әйткә-нен ишеткәс ҡыҙарып уҡ киткәйне ул саҡ Ғәрәфи һәм ҡыҙына туй бүләге икәнен аңлата һалғайны.
Көн дә быҙауҙарын карьер янына ҡыуып, бер аҙна тигәндә Наилгә етерлек таш сығара алды ул. Уныһы ҡулына бик матур алтын алҡа менән, юллыҡ булыр, тип бер аҙ аҡса ла тотторғас, ҡыуанысы эсенә һыйманы Ғәрәфиҙең. Туйында көтөлмәгән бүләк менән нисек ҡыуандырасаҡ ҡыҙын! Ҡатынына әйтмәй генә алҡаларҙы таҙа ҡулъяулыҡҡа төрөп костюмының эске кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ул.
Ғәрәфи башын күтәреп ҡояшҡа күҙ ташлап алды. Уныһы кискә ауышҡан булһа ла көтөүҙе алып ҡайтырға иртәрәк ине. Шулай ҙа көтөүсе уйһыулыҡ буйлап таралышҡан быҙауҙарын йыйып алып, ҡайтыу яғына ыңғайлатты. Бер ҙә ҡыҙы менән кейәүен көттөрәһе килмәй ине уның. Әйткәндәй, кейәүен беренсе тапҡыр күрәсәк әле Ғәрәфи. Уныһы ҡулын ғына бирерме, әллә ҡосаҡлап күрешерме икән? Ҡайным, тиерме, әллә Мортазаның кейәүе һымаҡ, папа, тип өндәшерме? Ярай, ҡайһылай әйтһә лә ул риза, бары уларҙы ситкә ҡаҡмай, ҡыҙы менән бер-береһен ихтирам итеп, матур йәшәһендәр.
Бына ошолай эйәрендә бәүелә-бәүелә килгәндә, Ғә-рәфи, их, улым булып, уны алдыма ултыртып йөрөтһәм ине, тип хыяллана ине. Бер саҡ Сәбиләһенә: «Берәй малай табып бирәһеңме әллә?» - тигәс, ҡатыны күҙҙәрен аҡайтып ҡарап: «Һиңә оҡшап тыуһа нишләрһең, бер тупой көтөүсе лә башымдан ашҡан!» - тигәс, ҡабат ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Хоҙай насип итһә, ҡыҙы берәй ейән бүләк итер ҙә, шуны ултыртып йөрөтөр әле ул.
Ғәрәфи быҙауҙарын ялан кәртәгә индереп япты ла, күк бейәһен шунда уҡ тышап ҡалдырып, йүгәнен һелтәй-һелтәй өйөнә ашыҡты. Ҡапҡалары алдында ҡояшта ялтырап торған ҡара төҫтәге бейек машинаны алыҫтан уҡ шәйләп ҡалды ул. Бына ниндәй машинаға ултырып китәсәк көтөүсе Ғәрәфи! Ауылдаштарының һәр береһе ҡапҡа алдына сығып, уларҙың киткәнен ҡарап ҡалһа ине лә бит, тик урамда һирәк-мирәк кенә кеше күҙгә ташлана.
Яҡын килеп машинаның тәҙрәләре тоноҡландырылып, үтә күренмәле булмауы күҙенә сағылғас та Ғәрәфиҙең кәйефе ҡырыла биреп ҡуйғайны ла, шунда уҡ ярай, күрһәләр - күрерҙәр, күрмәһәләр - ише-терҙәр, тип үҙ-үҙен тынысландыра һалды.
Ҡапҡанан инеп барғанда ҡаршыһына ҡулына ике ҙур сумка тотоп сығып барған таҙа кәүҙәле егет осраны. Ғәрәфи: «Кейәү ошомо икән?» - тип уйлап та өлгөрмәне уныһы: «Привет, как дела?» - тип эргәһенән үтеп тә китте. Артынан уҡ пакеттар күтәргән Айгөлө сығып килә ине.
- Сәләм, атай. Таныш бул, кейәүең, - тип багажнигын асып булашҡан егеткә ымланы. Ләкин кейәүҙең танышырға уйында ла юҡ ине шикелле, сумкаларын багажнигына урын-лаштырҙы ла, сепрәк алып ма-шинаһының тәҙрәләрен һөр-төргә үк керешеп китте.
Ғәрәфи, былар юлға сы-ғырға уҡ әҙерләнә, мин дә көттөрмәйем, тип өйгә лә кереп тормай йүгерә-атлай мунсаға инеп китте. Таҙа эске кейемдәрен иртән үк әҙер-ләп мунса соланына һалып киткәйне, тиҙ генә сайҡанып, шуларҙы кейә һалып та сыҡ-ты. Юлға әҙерләнеп алған Сәбиләһе уны солан ишеге янында көтөп тора ине.
- Мин хәҙер.., - тип өйгә инергә ынтылған ирен ул беләгенән тотоп туҡтатты.
- Ни, бит әле.., Ғәрәфи… - тине ул күҙҙәрен йәшерә биреп, бығаса ишетелмәгән ғәйепле тауыш менән.
Ғәрәфи: «Нәмә, ни?» – тип һорап та өлгөрмәне эргә-ләренә Айгөл килеп баҫты.
- Әсәй, әйтмәнеңме ни һа-ман? - тине лә ул, Сәбиләнең
«юҡ» тигәнде аңлатып башын һелккәнен күргәс, матур, йәшел күҙҙәрен Ғәрәфигә төбәне. - Аңла, атай, шундай дәрәжәле ҙур кешеләр алдында үҙемде позорит итеп, ауыл мужигын, көтөүсене төп ҡоҙағыҙ, тип уларға таныштыра алмайым бит инде. Һине Зариф ағай алмаштырып торор.
Ҡыҙының әйткәне Ғәрә-фигә башта барып етмәй торҙо. Аңлап алғас, күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, тамағына оло төйөн килеп тығылды. Сәбиләһенең күҙҙәрендә йәш бөртөктәре ялтырауын да, ғәйепле ҡарашын ташлап артына боролоп ҡарай-ҡарай сығып барыуын да томан аша ғына шәйләп ҡалғандай булды. Бары ирендәре генә: «Ярай улайһа...» - тип ҡыбырҙаны уның.
Машина ҡыҙҙырған тауышты ишетеү Ғәрәфиҙе ҡапыл айнытып ебәрҙе. «Ах, бүләгем!» - тип ул ҡапыл өйгә ташланды. Костюмы кеҫәһенән алтын алҡалар төрөлгән ҡулъяулыҡты ала һалып, йү-гереп урамға сыҡҡанда машина ҡуҙғалып киткәйне инде. Ғәрәфи ҡулын болғай-болғай артынан йүгерһә лә, уға иғтибар итеп, машинаны туҡтатыусы булманы.
- Ҡыҙыма, бәпесемә, алтыныма бүләгемде тапшыра алманым бит... - тип өҙгөләнде Ғәрәфи, күҙенән сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәрен алтын алҡа уралған ҡулъяулыҡ менән һөртә-һөртә.
Читайте нас в