Шоңҡар
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
26 Ғинуар 2021, 19:55

Йән дауаһы. Хәйҙәр Тапаҡов.

Мәмдүҙә миңә, амбулаторияға, ҡабул итеүгә килде. Иркен үк залдың бер яҡ мөйөшөндә таҡта менән бүленгән аптекаға, йә башҡа йомош табып унда-бында үткән арала ҡаралыр-ға, процедураға килеүселәрҙе абайлап-байҡап йөрөйөм. Бөгөнгө сират апаруҡ оҙон ғына, ҡарт-ҡоро, ҡатын ҡыҙ стена ҡырындағы имән ағасынан һумалтыр әтмәләнгән, ҡара йәшел буяҡ менән шалланған оҙон эскәмйәлә теҙелгән, йәш-елкенсәк, ир-ат аяғөҫтө, асыҡ ишектән бер нисәүҙең солан тупһаһының күтәрмәһендә тәмәке быҫҡытҡаны күҙгә ташлана. Апай ашыҡмай, ипле генә баҫып күренде лә эскәмйәнең бер ситендә ҡалған урынды бил-әне, шунан сабырлыҡ күрһәтеп үҙенән алдағыларға һуңлағандарын ҡушып үткәреп бөткәс иң аҙаҡҡа ҡалып инеп ултырғыс ситенә һаҡты. Ҡаҡшауы еткән, арҡа терәй, ултыра торған ерҙәрендәге йышылып бөткән буҫтауы һиҙерәп туҙған, тояҡтар беркетелгән урыны яҫы ҡалай тартып нығытылған ултырғыс ауырлыҡҡа зарланғандай ризаһыҙ ыңғырашып ҡуйҙы.

Йән дауаһы
Хикәйә
Мәмдүҙә миңә, амбулаторияға, ҡабул итеүгә килде. Иркен үк залдың бер яҡ мөйөшөндә таҡта менән бүленгән аптекаға, йә башҡа йомош табып унда-бында үткән арала ҡаралыр-ға, процедураға килеүселәрҙе абайлап-байҡап йөрөйөм. Бөгөнгө сират апаруҡ оҙон ғына, ҡарт-ҡоро, ҡатын ҡыҙ стена ҡырындағы имән ағасынан һумалтыр әтмәләнгән, ҡара йәшел буяҡ менән шалланған оҙон эскәмйәлә теҙелгән, йәш-елкенсәк, ир-ат аяғөҫтө, асыҡ ишектән бер нисәүҙең солан тупһаһының күтәрмәһендә тәмәке быҫҡытҡаны күҙгә ташлана. Апай ашыҡмай, ипле генә баҫып күренде лә эскәмйәнең бер ситендә ҡалған урынды бил-әне, шунан сабырлыҡ күрһәтеп үҙенән алдағыларға һуңлағандарын ҡушып үткәреп бөткәс иң аҙаҡҡа ҡалып инеп ултырғыс ситенә һаҡты. Ҡаҡшауы еткән, арҡа терәй, ултыра торған ерҙәрендәге йышылып бөткән буҫтауы һиҙерәп туҙған, тояҡтар беркетелгән урыны яҫы ҡалай тартып нығытылған ултырғыс ауырлыҡҡа зарланғандай ризаһыҙ ыңғырашып ҡуйҙы. Әйтерһең дә уға ултырыусы түгел, ул үҙе сырхай, үҙе һыҙлана.
Элек беҙҙең ауылдың үрге яҡ түңендә, урманға терәлгән ҡаҡланда тирә-яҡта киң билдәле ҙур участка дауаханаһы урынлашҡайны. Унда баш табип вазифаһын Өфөнөң үҙенән йүнәлтмә менән килгән Мотаһир Ғәлләмов ағай үтәне, тәғәйен ваҡытын тултырып ҡайтып киткәйне, уны ауылыбыҙ кешеһе, тәжрибәле фельдшер Сания апай алыштырҙы. Аҡбалсыҡ менән ағартылған ҙур йорт, аҡ халатлы хеҙмәткәрҙәр тирә-яҡҡа аҡлыҡ, паклыҡ сафлыҡ, сәләмәтлек таратҡан төҫлө ине. Бара-тора йорт иҫкерҙе, харабаға ҡалып емерелеү хәленә етте, мәгәр юғарылағы етәкселек дауахананы ремонтларға ашыҡманы, ауырыуҙар һаны ҡырҡа кәмеүгә, тағы насар отчет күрһәткестәренә һылтанып уны ябып, медицина, хужалыҡ ҡаралтыларын бер нисә йөк машинаһына тейәп юл эсендә ятҡан Юлдыбай ауылына күсерҙе. Мәктәп бөтһә--ауыл бөтә, һаулыҡ һаҡлау йорто ябылһа сәләмәтлек китә, тигәндәре ысындыр, ауылыбыҙ әүәлге күрмәлеген юғалтып миктәп ҡалғандай итте. Шөғөлһөҙ ҡалған, сит яҡтарҙан йыйылған медперсонал да оҙаҡ торламай таралышты. Ни ҡылмаҡ, күп нимәне ус аяһылай ҡағыҙ, унда түбәнән алып яҙылған һандар хәл итә күп осраҡта. Халыҡ ризаһыҙ шаулап, сход үткәреп дауахананы кире ҡайтарыуҙы талап итә башлағас бында ла әмәле табылды; йорттоң ауырыуҙар ятҡан палаталарын килгән-киткәндәр өсөн ятаҡ иттеләр ҙә ҡыҫынҡы яғында урынлашҡан медпунктты табип амбулаторияһына әүерелдерҙеләр, бары алтаҡталағы яҙыуҙы үҙгәртеү менән генә сикләнгәс был сара ла артыҡ сығымдар талап итмәне, бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа иҫән, тик әтнәкә шунда, был юлһыҙ йәһәннәм төпкөлөнә ниндәй генә табип ҡутараһынан вәғәҙәләнгән ҙур аҡсаға алданып килһен инде, башы икеме?! Табипты, дауахана күсеү менән пенсияға киткән Сания апайҙың урынына юҡ тигәндә лә уны алыштырырлыҡ лайыҡлы кешене ҡайҙан табырға? Эҙләгән юлыға, йүнләгән таба, урында эшләп йөрөгәндәрҙе, райондан сығып ситтә һибелгән кадрҙарҙы берәмләп теүәлләгәндәрҙер, Иҫәнғол район дауаханаһында “Тиҙ ярҙам” станцияһындағы мине уйламаған ерҙә, кинәт, көтмәгәндә иҫтәренә төшөрөп, ауылдаштарың һорайҙан һалдырып, килешеү өсөн сапҡынсы ебәреп ҡайтарып алдылар. Ни сәбәптән кандидатурамда туҡталғандарҙыр, билдәһеҙ, сөнки махсус урта белемле, урта ҡул фельдшерҙар аҙым һайын, ҡайҙа ла етерлек, мәгәр исеме есеменә, силәгенә ҡапҡасы тап килмәне был үҙгәрештең, участка дауаханаһынан ҡалған иҫке-боҫҡо, ҡалған-боҫҡандан әүәләнгән фельдшер пункты тик торғанда табип амбулаторияһы булып китмәне. Буйҙаҡ кеше етеҙ була, мин дә һәләт йыйынып, бар мөлкәтемде бер сумаҙанға һыйҙырып тиҙ арала ҡайтып та төштөм. Берәҙәк, елғыуар, вайымһыҙ улының, ниһайәт, аҡылға ултырып ҡайтып ауылда төпләнергә йыйыныуы әсәйем өсөн көтөлмәгән оло ҡыуаныс булды. Ауылдаштар эшкә һынап ышаныс күрһәткәс ҡулдан килгәнсе тырышҡан булам тағы, ни тиһәң дә борон ярты ауылдың балаларын яҡты донъяға тыуҙырышҡан кендек әбейенең, билдәле имсенең ейәне бит әле мин! Күренергә тип беҙҙекеләр генә түгел, күрше ауылдарҙан да күпләп киләләр, ҡарамағымда акушерка, прививка, процедуралар өсөн яуаплы шәфҡәт туташтары, ә мин көн барышында иҫке ултырғысты сыйнатып, уфтандырып ауырыуҙар ҡабул итәм, төндәрен иһә саҡырыуҙарға сығам.
Бына алдымда сираттағы, бөгөнгө ҡабул итеүгә иң һуңлап ингән ауырыу--иллене үткән, ҡаҡса кәүҙәле, тәбәнәк буйлы, йәйен-ҡышын совхоз бүлексәһендә төрлө эштәрҙә йөрөгән Мәмдүҙә апай. Ауылдың түбәнге осонда ҙурлығы усаҡлыҡтан ары китмәгән соланһыҙ йортта яңғыҙы ғына көн итә ул. Йәй көндәре ырҙын табағына, ҡыш фермаға барып ҡайтыуын, кибеткә шәкәр-сәй артынан сығып әйләнеүен иҫәпкә алмаһаң урам араһында ла һирәк күренә, ҡунаҡ саҡырышыуҙы ла үҙһенмәй, шыршы байрамында шыршы тирәләй әйләнеп бейергә әүәҫ, тимәһәң күңел асыу сараларын да ҡабул итеп бөтмәй, бер һүҙ менән әйткәндә йомоҡ, ҡырыҫ, ҡырағайыраҡ зат. Бер бөртөк ҡыҙы мәктәпте тамамлағас район үҙәгендә асылған һатыусылар курсын бөтөрҙө лә Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһына эшкә китте һәм ят тарафта һыуға ырғытылған таштай батты. Шунда әйттереүһеҙ, туйһыҙ-ниһеҙ сеп-сей урыҫҡа кейәүгә сыҡҡан икән, тип һөйләнеләр аҙаҡ. Хәҙер нисә йыл инде, ҡайтып күренгәне лә юҡ.
Тышта томра йәйге томра селлә булыуға ҡарамаҫтан апай кесейә туҡыманан тегелгән күлдәге өҫтөнән ни сәбәптәндер йылы кофта кейеп алған, сөм галошлы аяҡтарында ла йылы ойоҡбаштар, һиҙелеп салланған сәсле башында кешмир яулыҡ. Һынаулы ҡарашымды һиҙепмелер ул ойоғандай ултырған еренән айнып әйтә ҡуйҙы:
--Һаумы, ҡустым?--Балауыҙға ҡалған маңлайын сырыштырып, йоҡа ирендәрен ялап ҡуйҙы.--Нишләптер өшөткөн һымаҡ. Әллә тән өшөүе, әллә йән ҡалтырауы--белмәҫһең...--Артҡа ҡалып инеүҙең сәбәбе асыҡланды һымаҡ, тимәк Мәмдүҙә етди сирләй, шуға күҙгә күҙ ҡарашып аулаҡта һөйләшергәлер иҫәбе.
--Иҫәнлекме, апай, нисек йәшәп ятаһығыҙ?--тигән булдым һәүетемсә, ауылса мөрәжәғәт итеп.
--Нисек тип, тырышып-тырмашып шунда, мәгәр һере холҡомдо, беләһең, ығырлаған-шығырлағанды кем етте шуға еткерә, ишеттерә һалып бармайым.
--Ныҡ булыуығыҙ, бирешмәүегеҙ һәйбәт.
--Бирешмәйһең, тиһәң дә ырҙын табағы мөдире Ғиниәт ҡусты ике аҙна элек, ял итеп ал бер аҙ, управляющий Сәлихйән менән һөйләшеп-килешеп эш көнөн яҙырмын, тип ҡайтарып ебәрҙе.
--Гел эштәһегеҙ, бер аҙ ял итеп алырға ла кәрәк.
--Ыстаж тигәне етерлек, ә бына пинсе йәшенә олғашып булмай ҙа ҡуя. Үҙең ҡымғырламаһаң кем килтереп тотторһон, аҡсаһы ла кәрәк!
Әңгәмә барышын үҙгәрттем:
--Гөлбикәнән хәбәр-хәтер юҡмы?
Орҙо-бәрҙе, уйламайыраҡ бирелгән һорауым оҡшаманы Мәмдүҙәгә, ул теше һыҙлағандай итеп һурылып киткән йөҙөн йыйырҙы:
--Көтә көтә көтөк булынды инде, ул ҡайтып күренә ҡалһа тип еләк сүпләштереп ҡайнатма ҡайнатып алған булдым. Ҡайтмаҫын белһәм дә, бала бауыр ите бит, көтәм. Баштараҡ Гөлбикә эше тығыҙлыҡҡа һылтана ине, хәҙер кейәүең урыҫ, уны ҡайһылайтып башҡорт ауылына алып килмәк, тар ергә таяу, ҡайҙа йоҡлатырбыҙ, тип сәбәбен таба. Бер нисә йыл элек уларҙың хәлен белергә тип Урскиға барғайным, кеше аҙ ултыра күп һынай, тигәндәй, Андрей кейәү оҡшаны былай: һүҙе ипле, мөғәмәләһе тыйнаҡ, тәүфикле балаға оҡшаған. Еләк, тинем бит әле, уны ауыл тирәһендәге сауҡалыҡтан сүпләштерҙем, алыҫҡа ынтылырға ҡарыу ҡалмай бара...--Оҙон һүҙгә төшкән Мәмдүҙә ҡаҡ бармаҡтары менән башынан соңҡа яҡҡа шылыңҡыраған яулығын төҙәтеп ябынды. Күҙ--күңелдең көҙгөһө, күҙҙәре көлгә батып һиҙелер-һиҙелмәҫ йызлаған ҡуҙ ише һүнгәйне, улар һәммәһенә битараф ҡарайҙар, әле текәлеп ултырһа ла мине күрәме икән ул?!.
--Сәләмәтлек ҡаҡшап барамы әллә, апай, тыңлайым, һөйләгеҙ!
--Һине борсоғансы тип, тура район балнисына барып урағайным аҙна элек. Тиҙ генә ҡайтарып ебәрмәне тикшергән враш, төрлө анализдар тапшырырға ҡушып ике көн самаһы унда-бында йүгертте, шунан осона тумалаҡ тимер беркетелгән резина эсәк йоттороп йонсотто, беләк буйы нәмә тамаҡтан үтәме--уҡшып бөттөм, ҡоҫоп ебәрер хәлгә еттем. Иң аҙаҡ рингиндан ҡаранылар. Эсергә дарыуҙар яҙып бирерҙәрме, тип өмөтләнһәм враш ус аяһылай ҡағыҙ киҫәге яҙып тоттороу менән генә сикләнде, урындағы фильш-ерегеҙ дауалар, тип ҡайтырға ҡушты, белекһеҙ.
--Кемдә булдығыҙ?
--Ишеккә беркетелгән яҙыуҙы кем уҡыған, хәтерләгән тиһең, биттәрен сиртһәң ҡаны сығырлыҡ, кәүҙәһе булыр-булмаҫ күбәләк ҡабарынҡы, осаһы ағас тирмәндәй ҙур бер мәрйә. Үҙенең тотошоноң, һөйләшеүенең рәт-сүрәте юҡ, тарһынғандай ҡылана, әйтерһең урынһыҙ маҙаһыҙлайым, балнисҡа кеше үҙ ирке менән барамы тағы, зарураттан, аптыраған көндән мөрәжәғәт итә.
--Кемлеген төшөндөм. Һәйбәт табип ҡараған!
--Әлләсе, әйттем дә баһа, арыулығын бер ҙә күрмәнем.
--Алып килдегеҙме, ҡана бирегеҙ әле, уның яҙған ҡағыҙын?
--Әпкимәгән ҡайҙа, әпкилдем, мына!--Мәмдүҙә кофта еңенә йәшергәнен сығарҙы.
Табип диагнозы бары ике генә һүҙҙән тора ине: “Заболевание желудка”.
Аныҡ аңлатмаһы яҙылмаған диагноздарҙы күп күрҙем. Ана шундайҙар ҡурҡыта, шик-шөбһәгә һала. Ни әйтергә белмәгәс һандырағандай һуҙҙым:
--Алай икән...
--Шулай шул. Мин дә уҡыным. Ашҡаҙанымдың ауыртҡанын ул яҙып бирмәһә лә
белә инем, шуның өсөн барҙым да. Зерә дыуамалланғанмын аҡса туҙҙырып, ваҡыт уҙғарып. Баштан уҡ һиңә килһәм әллә ҡасан сәләмәтләндерер инең. Һиңә ышанам мин ҡустым, шуға өмөтөмдө йәнемә төйнәп, аулаҡта һөйләшәйек тип килдем дә.
--Ышанысты аҡларға ла кәрәк бит әле, апай...
--Бәй аҡларһың, ошоға саҡлы аҡланың да инде, һиңә күҙ терәп торғаныбыҙҙы беләһең.
Мәмдүҙәне кабинет түрендәге шаршау артына керетеп тыңлап, ҡан баҫымын үлсәп, эс яҡҡа тартыла төшкән ашҡаҙан, ҡорһаҡ тирәһен баҫҡыслап ҡарағандан һуң кире өҫтәл артынан урын алғайным, ашыҡ-бошоҡ кейенә һалып артымдан ашыҡҡан Мәмдүҙә ултырғысына ултырған ыңғайы ҡабаланып һорай һалды.
--Йә?!.
Ҡыҫҡа яҙылған диагноздың айышына бер аҙ төшөнөп өлгөргәйнем инде, шунда ла тауышыма көрлөк өҫтәп ышаныслы һығымта яһаным:
--Апай, һеҙҙә хроник гасрит, шунығыҙ ҡуҙғыған.
--Ул ҡырын гәстритеңде дауалап буламы?
--Була!
--Ана бит, сиремде асыҡлап та ҡуйҙың, юғиһә белекһеҙ мәрйә әллә ниндәй һүҙҙәр яҙып башты ҡатыра.
--Аптекала кәрәкле дарыуҙар бар, алаһығыҙмы?
--Һорап тораһың тағы!
Арзанлы ашҡаҙан таблеткалары, үҙәк көйгәндә эсә торған шыйыҡса биреп Мәмдүҙәне тамам тынысландырып ҡайтарып ебәргәс баш табип урынбаҫары вазифаһын үтәгән теге ҡатынға шылтыраттым. Яңыраҡ уны ошо вазифаға тәғәйенләнеләр. Кешенең кемлеген беләһең килһә уны түрә итеп һына, тиҙәр бит, башҡаларҙан бер яғы менән дә айырылмаған табип күҙ менән ҡаш араһында үҙгәрҙе лә китте, коллегаларын танымай башланы, урта медицина персоналы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, юғарынан түбәнгә, түбәнһетеп баға, һауалы ҡылана. Ғәҙеллек өсөн шуны өҫтәргә кәрәк, яҡшы белгес ул, тик карьера яратыуы ғына эште боҙа.
Трубканы ҡабул итеү бүлмәһендәге секретары алды:
--Приемная заместителя главного врача…
--Здравствуйте, из села Сабырово фельдшер беспокоит, Галина Анатольевна у себя?
Оҙаҡ ҡына өндәшмәне теге, шунан ҡәтғи, тупаҫ тонда үтенесемде кире ҡаҡты:
--Она занята!
--Мы все заняты, соедините!
--Неужели вам не понятно, сказала же, она очень занята, позвоните послезавтра,
завтра у нее оперативка, потом совещание.
--Нет, сегодня, сейчас! Жду!
Трубканы һалмай биниһая ваҡыт ултырҙым. Бына теге оста екереүгә тартым тауыш ишетелде:
--Слушаю!
--Добрый день, Галина Анатольевна?
--Скорее всего вечер. Ну и?
--У вас на приеме была больная из моего участка.
--Как вам известно я заместитель главного врача, в настоящий момент решаю более
важные вопросы.
--Вы одновременно терапевт, в поликлинике ведете прием больных. Самым важным
вопросом для нас всегда остается человек!
Яуабым урынбаҫарға оҡшаманы булыр, ул шундуҡ дорфа бүлдерҙе:
--Решили учить меня уму-разуму, молодой человек?
--Вовсе нет. Меня интересует точный диагноз моего пациента!
--Как его фамилия?
Мәмдүҙә апайҙың тулы исем-шәрифен атаным, теүәллек өсөн йәшен, йәшәгән ерен, эшләгән эшен дә өҫтәнем.
--А-а-а, та женщина что ли? Вспомнила. У нее рак желудка. Она не операбельна, слишком поздно обратилась.
--Что мне делать?
--Ничего! Ждать!
--Чего ждать?
--Молодой человек, вижу вы не очень понятливы!
--Ведь что-нибудь да надо предпринять, делать, мы же с вами медицинские работни-
ки!
--Правильно говорите, медицинские работники, но не сам господь Бог! В этом, конкретном случае мы бессильны, понимаете, бессильны, против этой болезни еще не найдены лекарства, средства профилактики. Ей осталось жить максимум два месяца. Больше по этому вопросу мне не звоните!
--До свидания, Галина Анатольевна, новых успехов и побед в должности заместителя главного врача!--Әсе телләндем, урынлы ғына итеп семеттем, сағып алдым.
--И вы не хворайте!
Теге оста ҡыҫа гудоктар ишетелде.
Башымды ҡушуслап өҫтәлгә терһәкләндем дә тынып ҡалдым. Тыштағы көн яҡтыһы һүрәнләнгәндәй итте, мәгәр асыҡ ишектән бында эт өрөүе, күрше өйҙәге тауыҡтар ҡытҡылдауы, тамаҡ ярып ҡысҡырған әтәс тауышы үтеп инде. Ошоларға күмәк һарыҡтар ба-ҡырыуы ҡушылды, тимәк көтөү ауылға ингән. Донъяла ниндәй генә алама сирҙәр, үлемесле сырхауҙар булыуға ҡарамаҫтан тормош дауам итә, үҙ ағышы менән аға. Мейелә бары Мәмдүҙәнең әйткәндәре һулҡый: “Һиңә ышанып, өмөтләнеп килдем, ҡустым, сәләмәтләндер мине... сәләмәтләндер... сәләмәтләндер.... сәләмәтләндер...” “Ҡайһылайтып?! Нисегерәк итеп? Галина Анатольевна дөрөҫ әйтә, бар нимә ҡулымдан килергә мин Аллаһы Тәғәлә, хатта табип та түгелмен, бары фельдшер ғына... Ике ай. Бәлки уны өс айға саҡлы һуҙа алырмын? Бер айҙа утыҙ көн. Әгәр уны сәғәттәргә, минуттарға бүлһәң апаруҡ ваҡыт, секундтарға ваҡлаһаң бигерәк оҙон... Тимәк, шул арауыҡты һуҙырға, нисек тә оҙағыраҡҡа һуҙырға...” Гел үҙем менән йөрөткән, ике тәҙрә араһына кнопкалар менән беркетеп ҡуй-ылған Гиппократҡа күҙ аттым. Ҙурлығы бер бит ҡағыҙҙан ары китмәгән портреттан аҡыл эйәһе ҡырыҫ ҡарап: “Лечи больного, а не болезнь!” тип талап итә төҫлө. Зиһенде ҡорша-ған, булмышты албырғатҡан һорауға ниһайәт яуап таптым һымаҡ: нисек тә, ҡулдан кил-гәнсе ауырыуҙы дауаларға кәрәк. Дауаларға!
Иртәгеһен санитарканы ебәреп, әлегә ҡымғырлай, хәрәкәттә--бәрәкәт тип, Мәмдүҙәне саҡыртып алдым. Килде. Был юлы артҡа ҡалмайынса ышаныслы атлап яныма инде. Инде лә күҙҙәрен осҡонландырып ғәҙәтенсә һүҙҙе үҙе башланы:
--Һинең ҡулыңдан килмәгән шөғөл юҡ, моғайын да берәй әмәлен тапҡанһыңдыр әле ошо ултырыуыңда!
--Яйын яйлаһаң әмәле лә табыла ул, апай! Район үҙәгендәге аптеканан дарыуҙар ебәргәндәр ине кисә. Һиңә кәрәклеләре лә бар. Шулар һиңә ярҙам итер!
--Рәхмәт яуғыры!
Хәҙер эш аҙағында ауырыуға үҙем барам, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырабыҙ. Гел яҡты үткәндәр, матур хәтирәләр хаҡында. Яңғыҙ кешегә бына ошолай аралашыу үҙе бер ҡыуаныс, үҙе бер кинәнес. Кәрәк тирәкте йыҡтыра, тамам алдыҡҡа баттым, бер барыуымда шешәгә ҡоҙоҡ һыуын тултырып алып барып былай тинем: “Бик шифалы дарыу, апай, берәр аш ҡалағы менән көнөнә өс тапҡыр эс!--Шунан ыңғайы бер һорай ҡуйҙым.--Миңә Гөлбикәнең адресы кәрәк ине?” “Нимәгә ул һиңә?” Класташы Орск ҡалаһына йыйына, шул һорай ине.”
Гөлбикәгә хәлде аңлатып яҙғайным, ваҡыт табып тиҙҙән ҡайтып урармын, тигән яуап килде.
Мәмдүҙәне ҡыуандыра һалдым:
--Гөлбикә ҡунаҡҡа ҡайтам, тип әйтеп ебәргән класташынан!
--Иманлы ауыҙыңдан! Ҡасан?
--Берәй ай тирәһенән!
--Бер ай?! Һе, ул һә, тигәнсе үтә лә китә инде ул!
Ысынлап та мин әйткән ваҡытҡа Гөлбикә ҡайтып төштө. Урыҫ кейәүе менән. Тегеләрҙе саҡыртып алдым. Ире ҡарап тороуға ирәбе генә кеше күренә.
--У меня к вам такая просьба, побудьте здесь, как можно дольше.
--Значит весь отпуск провести здесь? – тип ҡыҙыҡһынды ир.
--Вы меня правильно поняли. Это очень важно!
--Если надо, значит надо!
Аңлы кеше менән аңлашыуы ла еңел шул.
Тағы ла биш ай үтте.
Клубта шыршы байрамы бара. Аяҡтарын көскә һөйрәп атлаған Мәмдүҙә ишек ауы-ҙында күренде, күренде лә бейеү көйөнә аяҡтарын ышырып баҫып, бәхетле, йәшәйеше теүәл кешеләй күҙҙәрен яндырып шыршыны урап сыҡты, шунан минең эргәмдә туҡталды:
--Рәхмәт һиңә, ҡустым, хыялымды тормошҡа ашырышҡан өсөн, нисә ай шыршыны
урап бейергә хыяллана инем, хыялым тормошҡа ашты, тәки. Рәхмәт һиңә! Ә мин һиңә ышанам бит, һаман да ышанам. Бәлки беренсе яҙ сәскәләрен күрә алырмын, ә?--Ялбарғандай итеп ҡарай.
--Тормош дауам итә!
--Шәп фильшерһең һин, тәнде генә түгел, йәнде лә дауалай беләһең.
Яңғыҙ ҡатын--яланда үҫкән, олоно ныҡ, ботаҡтары көслө, тәлгәштәре беше ҡайынға оҡшаш. Мәмдүҙә лә шулар затынан ине, ел-дауылдарға баш эйгәндәрҙе, ыҙғырыҡҡа бирешкәндәрҙе, ямғырҙа күшеккәндәрҙе яратманы.
Ҡышҡы байрамдарҙан һуң Галина Анатольевнаның үлеп ҡалыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Улай ҡапыл ғына, көтмәгәндә киткәс ышаныслы табибы булмағандыр күрәһең, дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙ әйтеп йәшәргә өмөтләндерә белгән, йән дауаһы менән сихәтләндереүсе табибы...
Читайте нас: