Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
28 Ғинуар 2021, 16:00

Яҡын кешеләр. Хәйҙәр Тапаҡов

Бер көн ул эштә саҡта яныма инде, инде лә оло йомош артынан килгән кешеләй эргә-мә ултырыр-ултырмаҫтан һынап ҡарағандай ташбыҡ күҙҙәрен ҡыҫа төшөп һорауын да бирҙе:- Һин, малай аҡтығы, ишетеп-белеүемсә шиғыр яҙып аҙапланаһың шикелле? - Уның өлкән ҡыҙы менән йәштәшмен, шуға эшкә һынамай гел шулай миңә түбәнһетеп мөрәжәғәт итә. Ундай өндәшеүҙәргә күнгәнмен, өйрәнгәнмен, шуға иҫем дә китеп бармай, тупаҫлыҡты һин дә мин ҡабул итәм.- Үҙем өсөн генә инде шунда, - тинем аҡланғандай.- Үҙең өсөн генә булғас, уларҙы ни бысағыма гәзит-журналдарҙа баҫтыраһың, сабакы? - Шырпылай тоҡанып, янып китергә әҙер ир уҫал тексәйҙе.- Ни хәл итмәк, һорап алалар.

Хәйҙәр Тапаҡов
Яҡын кешеләр

Зәлифә еңгә ҡунаҡта сағында күңел асыр мәл етһә, булыр-булмаҫ күбәләй кәүҙәһен дәртле һелкетеп, йомро беләкле ҡыҫҡа ҡулдарын йәйеп ебәреп, шыпа ла аңлайышһыҙ, әйтелеше рәт-яйына тап килмәгән таҡмағын һамаҡлап ебәрер ине гелән:
Ҡулымдағы балдағымдың,
Исемдәре Маһинур.
Ай менән ҡояш түңәрәк,
Ә һин нишләп оҙонса?
Башҡа йүнлерәк таҡмағы юҡмы, йәиһә икенсе берәй моңлораҡ йыр белмәйме, тота ла эсте бошороп шуныһын башлай, теңкәгә тейеп бөттө, ялҡытты билләһи!
Мәрзиә апайға килгәндә бала сағында арба аҫтына ҡолап төшөп, аяғын һындырып, ғүмерлеккә аҡһаҡ булып ҡалғайны. Ә ул инде бейеү көйө тызҡылдау менән ҡул бармаҡтарын көйлө шартлатып, зәғиф аяғы яғына аушайып, әйләнсек һарыҡтай бер урында әйләнгеләргә тотона. Һуң унан башҡа ла бейеүселәр етерлек тә баһа, шуларҙан тартынһасы, оялһасы?! Юҡ бит, көтөүҙән ҡасҡан мөстән һыйыр ише иң беренсе, алдан төшөп элмәңләй, юрғалай. Ысынмы-бушмы, Мәрзиә апай ун ике төрлө бейеү беләм тип ылғый шапырынырға ярата, тик ғиллә шунда, ун икеһе лә һыу тамсыһылай, игеҙҙең һыңарылай береһе икенсеһенә оҡшаған.
Ә тимерсе Хәмит ағай инде, йомаҡ өйгәндәй итеп телдән шиғыр әүәләргә әүәҫ ине. Белеме лә башланғыс ҡына, шиғриәт ҡанундарын бар тип тә белмәй, ғөмүмән, әҙәбиәт өлкәһенән ныҡ алыҫ кеше, мәгәр һәр күргәнен, һәр кисергәнен дүрт юллыҡтарға һалды, шуларҙы онотмай хәтер һандығында һаҡлап, күңеле килгәндә, йә һуҡмыш мәлдәрендә ҡабатлап йөрөүҙе ғәҙәт итте.
Бер көн ул эштә саҡта яныма инде, инде лә оло йомош артынан килгән кешеләй эргә-мә ултырыр-ултырмаҫтан һынап ҡарағандай ташбыҡ күҙҙәрен ҡыҫа төшөп һорауын да бирҙе:
- Һин, малай аҡтығы, ишетеп-белеүемсә шиғыр яҙып аҙапланаһың шикелле? - Уның өлкән ҡыҙы менән йәштәшмен, шуға эшкә һынамай гел шулай миңә түбәнһетеп мөрәжәғәт итә. Ундай өндәшеүҙәргә күнгәнмен, өйрәнгәнмен, шуға иҫем дә китеп бармай, тупаҫлыҡты һин дә мин ҡабул итәм.
- Үҙем өсөн генә инде шунда, - тинем аҡланғандай.
- Үҙең өсөн генә булғас, уларҙы ни бысағыма гәзит-журналдарҙа баҫтыраһың, сабакы? - Шырпылай тоҡанып, янып китергә әҙер ир уҫал тексәйҙе.
- Ни хәл итмәк, һорап алалар.
- Һорап алғастар, ызнашит һиндә лә шауҡымлыҡҡа тартым нимәлер бар, бына шуға килдем дә инде һиңә. - Ғырылдаҡ тауыш баҫыла төшөп һәүетемсә ишетелде.
- Иғтибар менән тыңлайым, Хәмит Йомағужевич! - Мин дә һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып әңгәмәне ыңғай юҫыҡҡа йүнәлттем.
- Бөгөн иртән күңелдә бер шиғыр осмото моронланы, шуны Илдус улыма әйтеп яҙҙырып килтерҙем әле. - Шулай тине лә бойорғандай итеп өҫтәп ҡуйҙы. - Ҡарап сыҡ, баһа бир! - Алдыма һарғайып бөткән шаҡмаҡ дәфтәр битен һалды.
Сатай-ботай яҙылған юлдарҙы ауырлыҡ менән уҡып сыҡтым:
Дуҫ тигәнем асыҡҡанда,
Май төшөрҙө бутҡама.
Кем һине ярата,
Шул һине ҡотҡара!
Биниһая ваҡыт шымтайыуымды үҙенсә ҡабул иткән Хәмит сабырһыҙланып лауылданы:
- Йә, нисек?
- Э-э-э, ағай, шиғриәттә рифма, ритм төшөнсәләре лә бар бит әле.
- Ласылдатҡансы төкөрөп бирәм һинең рифма, ритмдарыңа, бик беләһең килһә!
- Йәнә шиғыр ниндәйҙер, ошоғаса бер кем дә әйтмәгән тос фекерҙе еткерә, мәғәнәле лә була. Килешһеҙ ҡулланылған, йә урынында булмаған һүҙ ҙә боҙа шиғырҙы.
- Кеше һүҙен һөйләмәнем ошоғаса, йәшәүемә килгәндә абзыйың һис кемдән ҡалышмай мәғәнәле көн итә, мәғәнәһеҙ, йүнһеҙ ирҙән биш бала яралмай, донъяға тыумай. Урын, тигән булаһың, ғүмер буйы, иртәнән алып ҡара кискә саҡлы тимерлектән сыҡҡаным юҡ.
- Һеҙгә һүҙ тигеҙергә йыйынмайым!
- Йыйынмағас нимәгә ул сағында юҡ-бар һүҙ сыбалтаһың, буҡ сәйнәйһең ғәйбәтсе бисә һымаҡ?! - Тубығында ятҡан көрәктәй усын суҡмарҙай йоҙроҡҡа йомарлап өҫтәл өҫтөнә һалды. - Хәмит үтә яндырай, яһил кеше, уның алдында уйламайыраҡ хәбәр ысҡындырһаң ауырымай үлергә лә мөмкин, йә тиктомалдан ҡаҡ маңлайыңа алып ғүмереңдең һуңғы көндәренә саҡлы миңрәүләнеп ҡалыуың да бик ихтимал.
- Шиғыр тормошсан булырға ла тейеш бит әле! - Ни булһа ла булыр, тип һипһенеүгә ҡарамай һаман үҙемдекен тылҡыйым.
- Мин гел тормоштан алып баштан үткәргәнде яҙам. Кисә Ивановка тирмәненә он һалдырырға барғайным. Бик арытты, асығылды, өшөттө лә. Аликсәй белешкә һуғылғайным алдыма майлы бутҡаһын ҡуйҙы, первач көмөшкәһен сығарҙы. Әҙәбиәт айыҡлыҡты алға һөрөп, эскелек менән аяуһыҙ көрәшергә әбязан, шуға ул хаҡта яҙып торманым. Шулай ҙа тыңла:
Алдыма ҡуйылды,
Әлүмин көрөшкә.
Көрөшкә эсендә,
Шип-шистый көмөшкә!

Көмөштәй көмөшкә,
Эсемде яндырҙы.
Йөрәкте һикертеп,
Ҡорһаҡты кикертеп.
Һыуһынды ҡандырҙы!

- Ағай, был шараплы шиғырҙы килтермәй һәйбәт иткәнһең.
- Уныһын ғына белмәҫкә, һантый түгелмен дә. - Хәмит бахмурҙан таушалған, шырт баҫҡан биттәрен ыуҙы.
- Әле бер нимә хаҡында уйлап ултырам әле.
- Нимә хаҡында?
- Һин гел шулай күңелеңдән шиғыр яҙып йәшә, йәме?
- Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, тигәндәй, бына быныһын хаҡ әйттең! Шиғыр мине ташлап китмәй һис ҡасан, илһам ҡошо көнө-төнө эргәлә. Ызнамы шулай!
- Йәнендә шиғыр йөрөткән кеше насар кеше булмай ул!
- Әләйгәс ағайың арыумы, дастоин ирме?
- Теләгән берәү беләк йыуанлыҡ тимерҙе ауырлыҡһыҙ бөгә, унан ҡоймаҡ йәймәһе яһай алмай.
- Һай шәп әйттең ошо ерҙә, бир бишеңде! - Хәмит өтәләнеп аяғүрә баҫып, ҡулымды ныҡ ауырттырып көрәктәй усына йомарланы. - Киттем тимерлеккә, эш мәлендә моғайын да берәй шиғыр яралыр әле күңелдә, ә, ҡустым?!
- Уңыштар һиңә, ағай!..
Сәсрәп торған таҡмаҡтарҙы күп тапҡырҙар ишеттем, ҙур сәхнәләрҙә ойота баҫып башҡарылған бейеүҙәрҙе күрҙем, камил яҙылған тос фекерле шиғырҙарға, поэмаларға иҫем китеп һоҡландым, мәгәр улар ваҡыт үтеү менән онотолдо, хәтерҙән сыҡты.
Ә минең күҙ алдымда һаман да Зәлифә еңгә, Мәрзиә апай, Хәмит ағайҙар тере кешеләй баҫып торалар. Уларҙың таҡмағын да, бейеүен дә онотмағанмын, мәғәнә самалы шиғырҙары ла хәтерҙә. Яҡындарың онотолмай икән, уларҙың ҡылғандары, башҡарғандары һәр саҡ камил, матур, ҡабатланмаҫ күренә, ҡылыҡ-фиғелдәре лә йәнгә яҡын.
Читайте нас: