Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
2 Февраль 2021, 14:10

ЯУГИРҘӘР ҘӘ ИЛАЙМЫ НИ?

Еңеү исемендәге парк. Аҡ ҡайындар араһында уйынсыҡ мылтыҡ, автомат аҫҡан малайҙар «һуғыш» уйнай. Ҡапыл ғына нимәгәлер низағлашып киттеләр, хатта сәкәләшеп тә алдылар. Берәүһе балауыҙ һығырға тотондо. «Һалдат, үҙе илай!» - тип мыҫҡылланы икенсеһе.

Ап-аҡ сәсле берәүҙең, эшләпәһен ҡулына тотоп баҡсаға килеп инеүе ма-лайҙарҙы шып туҡтатты. Олатай кеше уларға һирпелеп кенә ҡараны ла атлауында булды. Малайҙар шауынан һуң тып-тын булып ҡалған паркта протез шығырлауы менән миҙалдар сыңлауы ҡушылып, әллә ниндәй моңһоу хис ярала.
Исемдәрҙе уҡыпмы, хәтирәләргә батыпмы - ҡарт һалдат обелискка бағып оҙаҡ ҡатып торҙо. Унан, сүгәләп, башын эйҙе. Был саҡта уның күҙҙәренән эре-эре йәштәр тубырлай ине.
- Ана бит, һин һалдаттар иламай тигән булаһың! - тип шыбырланы иптәшенә теге балауыҙ һыҡҡан малай.
Эйе, яугирҙәр ҙә илайҙар һәм теҙ сүгәләр… туғандар ҡәбере янында һәйкәл эргәһендә. Сөнки яу ҡырында һәм дошман алдында быларҙың береһен дә эшләргә ярамай. Ветеран күкрәгендә сыңлаған наградалар һәм Рейнды кискәндә ятып ҡалған һыңар аяҡ шуны раҫлай.
Мөсли Әбсәләмов
Читайте нас: