Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
4 Февраль 2021, 22:50

Вәсилә Фәттәхованың балалары ни хәлдә?

Ҡыҙыбыҙҙың иҫән ҡалыуы үҙе бер мөғжизә.

26 ғинуарҙа Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Василә Фәттәхованың арабыҙҙан китеүенә биш йыл тулды. Йырсының тормош иптәше
Илгиз Абдраҡипов "Башинформ" агентлығына биргән әңгәмәһендә ғаиләһе хаҡында һөйләгән. "8 февралдә улыбыҙ Кәримгә 10 йәш тула. Ул футбол, хоккей, йөҙөү менән мауыға, фильмдар ҡарарға ярата. Күптән түгел «Титаник» фильмын ҡараны, тыуған көнөндә хатта тортҡа заказ бирә.
Камилә ауырыу, ул - инвалид. 800 грамм ғына булып тыуҙы, иҫән ҡалыуы үҙе бер мөғжизә булды. Уға оперция кәрәк. Ҡурған ҡалаһында операция яһарға мөмкин, ләкин әлегә был сәфәр пандемия менән бәйле кисектерелеп тора".
Читайте нас: