Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
5 Февраль 2021, 23:35

Вәсилә Фәттәхованың балалары әсәһенең йырын тыңлаймы?

Әсәһенең йырлағаны Камиләгә бик оҡшай.

Яратҡан йырсыбыҙҙың беҙҙең аранан киткәндә улы Кәримгә ни бары биш йәш булһа, ә ҡыҙы Камилә тыуып ҡына ҡала. Балалары әсәйҙәренең йырын тыңлаймы? “Башинформ” агентлығы биргән һорауға тормош иптәше Илгиз былай тип яуап биргән. “Эйе, тыңлайҙар. Әсәһенең йырлағаны Камиләгә бик оҡшай. Айырыуса әсәһенең Ландыш Ниғмәтйәноваға ҡушылып йырлаған клибы килеп сыҡһа, шашырға тотона. Ә һүндерһәң, холоҡһоҙлана башлай. Телевизорҙан әсәһен күрһә, күреп белгән кеүек, тынысланып тыңлап ултыра".
Читайте нас: