Ринат Шәйбәков
ИНШИРАХ
“...Фә иннә мәғәл ғусри йусра,
Иннә мәғәл ғусри йусра “
(Ысынлап та бит, ауырлыҡ менән
Еңеллек бергә йөрөй.
Ысынлап та, ауырлыҡ менән
еңеллек һәр ваҡыт бергә).
“Фә иҙә‘ фәрағтә фәңсаб.
Үә илә‘ раббикә фәрғаб”
(...Тырышып-тырышып намаҙыңды уҡы.
Һәр ғәмәлеңде ихластан
бары тик Аллаһыңа бағышла)
“Әш-шәрх”(Инширах) - ”Күкрәк асыу” (...,Һөйөнөү) сүрәһенән
- Атай, бөгөн тағы ла һаташтың, шул тиклем тынысһыҙ йоҡланың. Әллә больницаға барып ятаһыңмы? Ятып, уколланып алһаң, хәлең һәйбәтләнеп китә бит!
-Эй, балам, ваҡытың етһә, балнис ҡына ҡотҡармаҫ инде ул...
-Үҙеңде бер ҙә ҡарамайһың шул, һаҡланыңғыраһаң була ла, ауырыуың етди бит...
- Ошо арала ниәтләгән эштәремде барлайым да, ҡарармын, ҡыҙым, укылларының файҙаһы тейә торған ҡайсаҡ...
Һуңғы ваҡытта ниңәлер күкрәге ҡыҫып йонсота. Йөрәк стенокардияһы тинеләр врачтар, һәр саҡ дарыуын эргәһендә генә йөрөтә... Бөгөн төндә лә төшөнә теге изге йән кереүе нимәлер иҫкәртеү ине лә, тик иртән торғас, нишләптер, әллә ни иғтибар бирмәне Фәтхулла.
Йыш төшкә кергеләй башланы ул зат, нимәнелер иҫкәрткәндәй, нимәгәлер әҙерләнергә лә ҡушҡандай. Ҡарҙан эҙҙәр ҡалдырып бер-ике аҙым атлай ҙа,оь ҡанаттарын ҡағып күккә ынтыла. Аллаға шөкөр, утыны әҙер - бер нисә ҡышлығы утынлыҡта ярып өйөлгән, бесәне урамда. Ҡарсығы ғына өс йыл элек үҙен яңғыҙын ҡалдырып китте. Оҙаҡ этләнде ул да ауырыуынан, һөйәктәре һыҙланы ғүмер буйы, шул дауалап булмаҫлыҡ сиренән түшәктән тора алмаҫлыҡ булғайны инде... ...Бала сағы бик ауыр ваҡыттарға тура килде уның. Ғаиләлә иң оло бала булғас, бөтә тормош ауырлыҡтары уға төшә торғайны. Атаһын һуғышҡа алдылар, ул - ун ике-ун өс йәштәрҙәге малай. Еҙем буйында утын-бесән әҙерләү, ташыу, сабата үреү, ҡуянға тоҙаҡ ҡороу - барыһы ла ғаиләгә, әсәһенә ярҙам. Сабата үрергә тиҫтере Ғәйнетдин менән өйрәнде Фәтхулла. Мең этлек менән туң йүкәғастан йүкә һыҙыралар, көнө буйына шешәгә һалып алған һөт менән бер ҡыйырсыҡ икмәк. Кистәрен сабата үрәләр, энеһе ярҙамы менән – уныһы сабатаны ҡатларға оҫтарып алды - бер-ике аҙна эсендә байтаҡ сабата әҙер була, һата алһаң, йә контораға тапшырһаң аҙ булһа ла ярҙам. Уның һымаҡ малай-шалайҙы артель эшенә лә ҡушалар. Фәтхулла күп ваҡыт әсәһе менән иртәнән кискә тиклем шунда. Яҙын һалабаш һалалар, көҙөн сығаралар, дегет ҡайнаталар, аттар өсөн бесән әҙерләйҙәр, саңғы, мылтыҡ прикладтары, эйәрҙәр өсөн ағас киҫәләр. Йыла, саған, йүкә, имән ағастары әҙерләй инеләр, ҡышын сабата үрҙеләр, арҡан иштеләр, ҡап, септә һуҡтылар. Ун биш йәше тулғас үҙе һымаҡ тағы ла дүрт-биш үҫмер менән бергә уны ла леспромхоздың алыҫ бүлексәһенә эшкә оҙаттылар. Бында, хатта, ҡатын-ҡыҙҙарҙан да айырым бригадалар бар, береһенә лә ташлама юҡ, өлкәндәр менән типә-тиң эшләргә тура килә. Туғандары йәл, ул да йыраҡта булғас хәлдәре бик ауыр, ҡустыһы, һеңлеһе әле бәләкәйҙәр, әсәһенә ярҙамдары бик юҡ. Биргән аҙыҡ нормаһын үҙенән арттырып яйлап йыя, һаҡлай. Аҙыраҡ йыйылһа, Һырт аша тураға көнөнә генә ҡайтып өйҙәгеләрҙе шатландырып китергә тырыша. Мунса инеп, кейем алмаштырып та килергә кәрәк.
Бер көн эштән һуң, яңғыҙ ғына ҡайтырға сыҡты. Бөтәһен дә ҡайтармайҙар, шулай алмашлап ҡына рөхсәт итәләр ине. Көҙ көнө, һыртта ҡар. Уны кисеп килә торғас, тамам хәле бөттө. Һыртты артылып йылға буйына төшкәндә эңер һиҙелә ине, ә Ҡышлауға етеп Әүлиә ҡәберенә яҡынлашыуға бөтөнләй ҡараңғы төштө. Инде ҡуҙғалырлыҡ та хәле ҡалманы, юл да йүнләп беленмәй, ҡары ныҡлап төшөрә башланы. Өшөтә, аяҡтар ҙа тыңламай: “Хәҙер, берәй ағас төбөн һайлап ял итеп алам да”, - күҙҙәре үҙенән-үҙе йомола, йылы була башлаған һымаҡ...
Шул саҡ алдында ҙур ала ҡаҙ пәйҙә булды ла ҡуйҙы Фәтхулланың. Был хәлгә аптыраған үҫмер ергә сүгәләй башлаған еренән бар көсөн йыйып турайҙы. Тимәк, ауыл яҡын... Ә теге зат уның алдына төшөп алды ла алға ынтылды, үҙе артҡа ҡарап-ҡарап ала. Был ни хәл, тип аптыраһа ла, артынан эйәрҙе: үҫмер яйлаһа - көтөп ала ла, яйлап ҡына тағы алға атлай. Шулай, ул ауылға байтаҡ яҡынлағансы килде лә юғалды. Үҫмерҙең зиһене лә ап-асыҡ булып киткәндәй булды. Быға тиклем булғандар әллә төш булды, әллә ысын...
Был яғына ул аҙашмай ғына ҡайтып етә алды. Уның һөйләгәндәренең ысынлап булғанына ныҡ ышанған әсәһенең ағаһы Сабирйән бабайы: "Ул зыярат янында байтаҡ кешегә күренә ул, бөтәһенә лә бер төрлө күренмәй, төрлө ҡиәфәткә керә, тиҙәр", - тине. Нисек кенә булмаһын, Фәтхулла шул йән эйәһен үҙен ҡотҡарыусы һананы, алдына пәйҙә булмаһа, туңыр ҙа ине, кем белә. Ғүмер буйына ул ҡошҡа рәхмәттәр уҡыны Фәтхулла. Ул турала күп уйланғанғамы икән, төштәренә лә керә изге һанаған йән эйәһе...Тәүҙә хәлен белешкәндәй аңлай ине...
Йәш саҡта ауыр донъя хәлдәре ташламаны ғаиләне. Ҡаты яраланып ҡайтҡан атаһы һуңғы ваҡытта бөтөнләй түшәктән тора алмайынса һуғыш бөткәндең бишенсе йылында үлеп китте. Инде көс ингән, дәрте ташып торған, тырыш егеткә ҡыҙҙар иғтибар итә ине, уның да күҙ төшөргөләгән ҡыҙҙары юҡ түгел, хатта ҡайһы берҙәре өсөн һуғышып, ҡанға батҡан саҡтары булды ауыл егеттәре менән. Былай, үҙе бер кемгә лә бирешмәне... Яратып йөрөгән ҡыҙын атаһы һуғыштан иҫән ҡайтҡан, хәлле ғаиләгә бирҙе. Егеттең ярлы тормошона килеп керерлек тиң тапҡансы байтаҡ ваҡыт үтте. Бер саҡ, шулай, тормош юлдарында аҙашып, бер ниндәй ҙә ҡарарға килә алмай, аптырап йөрөгәнендә лә төшөндә тыҡрыҡ янында йәшәгән Шәриф ҡарттың ел ҡапҡаһы янында күрҙе ул теге изге йәнде. Егет, бер аҙнанан ашыу икеләнеп йөрөгәндән һуң, Шәймөхәмәт ағайҙы был өйгә яусыға ебәрҙе. Ҡыҙ менән танышып, дуҫлашып йөрөй ине, тик тәҡдим яһарғамы-юҡмы, тип аптырап йөрөгән сағы ине, икеләнмә, тәүәкәллә ишараһы, тип юраны ул төшөн. Әле һуңғы көндәрҙә икенсе төрлөрәк уй ҙа килеп ҡуя уға. Изге зат уны ошо ҡапҡаны урап үтергә ҡушҡандыр, бәлки, сөнки яҙмыш тап улар өйләнешкәндән һуң да бик күп һынауҙар ебәрҙе бит... ...Донъя көтөргә бар тырышлығын һалды Фәтхулла. Бәләкәйҙән ауыр эштәрҙә йөрөгәс бер ниндәй эштән ҡурҡманы. Бар ир-егеттәр кеүек леспромхозда эшләне, һынатманы, ун меңселәр рәтендә йөрөнө, йәғни, йылына ун мең норма тултырған алдынғы эшсе булып иҫәпләнде. Аҙаҡ та эшен ташламаны, хаҡлы ялға ла шунан китте. Улдарына һәр береһенә өй һалыуҙы хәстәрләне, шөкөр, үҙ аллы барыһы ла. Ҡарсығы ауырыған сағында ла, үлеп киткәс тә донъяһын һүндермәҫкә тырышҡан көнө, балалар бушамаған саҡта бар ҡатын-ҡыҙ эшен дә күберәк үҙенә башҡарырға ла тура килә, һыйырын да ошоға тиклем һауғыланы, икмәкте лә үҙе баҫып, үҙе һалды, бер йыбанманы. Тәүҙәрәк ҡамыр баҫҡандан һуң йөнтәҫ беләген йыуып сайҡауы ҡыйын, ҡамыр тиҙ генә ҡуша ҡата ла ауырттырып бер була, ине, яйын тапты. Ҡалаға бер барғанында бик уңайлы резина бирсәткәләр, алды, ағастан йунып икәмәк баҫҡыс та әтмәләне. Ир кеше бешергәндә фәрештә ҡанатын тығып тора тиҙәр ҙә, шулайҙыр, барыһы ла оҡшата бешергәнен, маҡтап-маҡтап ашайҙар. Бал ҡорттары ла бар һаман, быйыл да дадандары ҡышҡылыҡҡа имен генә инделәр...
...Ғаиләгә бәхет нуры өҫтәп бер-бер артлы балалары тыуҙы уларҙың. Донъяһы рәтләнде, матур итеп йорт һалып керҙе. Тик алда аяныстар һағалаған булған шул. Оло улы үҙе һымаҡ бик моңло бала булды, клубтарҙа концерт ваҡыттарында уны сәхнәгә саҡырып алып йырлата инеләр, магнитофон күренә башлаған ваҡытта йырҙарын үҙенә һиҙҙермәй генә яҙҙыртып алғылай инеләр. Моңло тигәндәй, Фатхулла үҙе, ни көсләп сығарырға тырышмаһындар, бер ҙур байрамда йырлағандан һуң сыҡманы ул сәхнәгә. Ә улының туйында бер йыраҡ ҡоҙа: ”Һай моңло бала, ғүмерле генә була күрһен инде, үҙен һаҡлаһын. Бер бәләнән генә ҡотола алһа бик оҙаҡ йәшәр”, - тигәйне, һаҡланманы шул. Гел ашыҡты, барыһына ла өлгәшергә тырышты, әллә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәне. Яҙғы ташҡында кәмә арғы яҡта булып, сыҡҡандарын көтмәйенсә эшкә ашҡынып, бер-нисә бүрәнә һаллаған да аръяҡҡа йөҙгән. Һалы таралып Еҙем йотто балаҡайын. Һыу һайыҡҡас ҡына күрше ауыл ятыуынан табып алып ҡайттылар.
Икенсе улы ҡатынынан уңманы, эсеңкерәй ҙә, етмәһә, йәшереп кенә тәмәке лә тарта булып сыҡты, башҡалала уҡып, тегенсе һөнәре алған үҙе, теләһә, ауылда башҡа эш тә табырға мөмкинселектәр бар ине, юҡ, теләмәне. Йәнәһе, ул ауыр эш өсөн тыумаған. Хатта башҡортса ла йүнләп һөйләшкеһе килмәй, ҡайныһының һорағандарына ла урыҫсалап яуаплай ине. Барыбер үҙ итмәне ауыл тормошон. Кескәй балаһын алып ҡайтып киткәс, улы артынан барып алып ҡайтырға булды. "Уңмаған юлды ҡыума, улым, йөрөмә",- тип ҡарағайны ла, тыңламаны. "Ирем үлтерергә килгән", - тип участковыйға әсәһен йүгерткән. Уныһы ышанған, килеп етеп, ҡулға алырға ниәтләгәс, ҡаршылыҡ күрһәткән шул. “Минең ни ғәйебем бар, үҙ ҡатыным, улым янына килгәнмен, ни өсөн алып китергә итәһең”,- тип туҙынған. Тегеһе тотҡан да атҡан. Тейешле больницала бер-нисә ай исем өсөн тикшергәндәр ҙә, унан сыҡҡас, рәхәтләнеп йәшәп ята, ти хәҙер. Тик улын ғына кире ҡайтарып булмаҫ ергә оҙатты... Ҡарсығы, ауырыуы көсәйеп, бөтөнләй түшәккә ятты, шул ятыуынан торманы тиһәң дә инде. Әле ҡыҙы ла аяҡтары ауыртыуға зарлана башланы...
Дин юлына баҫырға уйы юҡ түгел ине уның. Күп уйланды, болғаҡ замандар тыуғас илде эскелек, аҙғынлыҡ, башбаштаҡлыҡ баҫты. Ғаиләһенә лә ҡайғы артынан ҡайғылар килеп торғас, уйҙарының осона сыға алмай, йоҡоһоҙ төндәр үткәргәне күп булды уның. Бына шундай төндәрҙең береһендә төшөндә теге йән эйәһе уны манаралы йорт янына алып барҙы ла инде. Шунан ул яйлап сүрәләр ятларға, намаҙ тәртиптәрен өйрәнергә тотондо. Ауылда электән мулла вазифаһын атҡарғандар инде баҡыйлыҡҡа күскәндәр. Балаға исем ҡушыу, никах уҡыу, кешене һуңғы юлға оҙатыу бурыстарын атҡарыу өсөн муллаларҙы күрше-тирәнән саҡырып килтерә инеләр. Йә булмаһа, әҙерәк намаҙ уҡыштырған, доға белгән әбейҙәргә көн ҡала...
Егерменсе йылдар аҙағында мәсет манараһын ауҙарған саҡта Фәтхулла тыумаған да булған. Өләсәһе, ауғанда манара ыңғырашҡан тауыштар сығарҙы, айы менән килеп төшөп, аҙаҡ таба ла алманылар, ер йотто, динһеҙҙәрҙән йәшерҙе, тип һөйләне. Ауҙарыуҙа ҡатнашҡан береһе лә яуҙан әйләнеп ҡайтманы. Заманаһы шулай булғас, ни хәл итәһең инде, бар халыҡты шулай тәрбиәләнеләр бит. Үҙенең малайҙары атаһының был ниәтенә ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй үҙ ыңғайына ҡуйһалар ҙа, барыбер, нисә быуынды динһеҙлектә тәрбиәләү йоғонтоһо ныҡ һиҙҙерә. Оло ҡыҙынан башҡалары, үҙ балаларын уның намаҙ уҡығанында янында булыуҙарын тыймаһалар ҙа, үҙҙәре битараф. Ана, яратҡан ҡыҙы, төпсөгө лә үҫеп етте, берәй иманлы ғына кейәү тап килһә ине, Иншалла. Имандан яҙыу ғына тиҙ, тотош ил шундай хәлдә, кире ҡайтыу юлдары оҙонораҡ шул... Фәтхулла кистәрен балалары, ейән-ейәнсәрҙәре алдында күренекле дин әһелдәренең ташҡа баҫылған вәғәздәрен, хәҙистәр, сүрәләр уҡый:
”Ислам шәриғәте, Ҡөръән һис бер ваҡыт һис бер әҙәмгә көсләп иман таҡмай, бер кемдең көсләп иманлы итәргә, йәки, иманһыҙ итергә хаҡы юҡ. Ислам дине, Ҡөръән шәриғәте был хаҡта һәр кемгә ҙур һайлау мөмкинлеге, ҙур хоҡуҡ биргән. Хәсрәттәренән айыға алмай юлдан яҙа икән – шайтан ярҙамсы, аҡылына килеп фекер йөрөтә башлаһа – Аллаһ ярҙам итәр,” ...
Бер кемде лә мәжбүри тыңларға ҡушмай, үҙ алдына танышҡан һымаҡ ултырһа ла, күрә, ҡайһы ваҡытта ҡыҙыҡһынып тыңлайҙар: «...фәмәң шәә'ә фәлйүьмиү-үә мәң шәә'ә фәлйәкфур...». Тәржемәһен дә еткерә: «Теләһә, мөьмин булһын, теләһә кафыр булһын, теләһә ышанһын, теләмәһә юҡ». Был “Мәмерйә” сүрәһенән, тип үҙ алдына әйтеп ҡуя... Бер саҡ ауылда бик уҡымышлы, дин тәртиптәрен яҡшы белгән әбей
мәрхүмә булғас, уның йыллығына Ҡаҙаҡстанда йәшәгән апаһы килде, ауылда байтаҡ ятып ҡайтты. Кешеләр уны хөрмәт итә, ҡунаҡҡа саҡыра, өй таҙалығы, баш һаулығы, мал именлеге өсөн доғалар уҡыта. Шулай, бер табында тап булдылар. Әбей ауылға бер мулла кәрәк тә инде, юҡмы ни берәй әҙерәк белгән ир кешегеҙ, тип һораны. Табындағылар Фәтхуллаға ҡараны. Ул ҡыйыуһыҙ ғына, абыстай уҡығандан һуң, бер сүрәне уҡып ишеттерергә риза булды. Уҡып бөткәндән һуң: "Тауышың моңло улым, килешеп тора, тотҡарлыҡһыҙ шыма ғына уҡыйһың да. Һин минең яныма кистәрен килеп ултыр әле, ҡайһы бер етешһеҙ ерҙәрен нисегерәк уҡырға өйрәтермен, башҡа низам-тәртиптәрен дә аңлатырмын, һин булдыраһың, килеп сығасаҡ," - тип дәртләндерҙе.
- Торған ерендә ҡаҙаҡ халҡы, бар мосолман булған кешеләр уны ныҡ хөрмәт итәләр, машинанан, поездан күтәреп төшөрөп мендәргә баҫтыралар, - тине апаһы тураһында һеңлеһенең улы бер осрағанында.
- Энем, апай әйтте лә ул, кистәрен өйрәнер өсөн бер аҙ йөрөп алһам һеҙгә ҡамасау тыуҙырмаммы?
- Юҡты һөйләйһең дә ағай, киреһенсә, күберәк аралашырға кәрәк уға. Бигерәк тә һинең һымаҡ дингә ылығырға торған кешеләрҙе үҙ итә бит ул. Ысынлап та, килеп ултыр кистәрен, ағай, - ихлас әйтте һүҙҙәрен.
Күп нәмәгә төшөндөрөп китте абыстай, һүҙ аралаш, башҡортса хәрефтәр менән күсереп алғанды ятлап уҡыуың бик үк дөрөҫ булмаҫ ҡөрьәнде китабынан уҡыу фарыз, тип ғәрәп әлифбаһын үҙләштереү кәрәклегенә лә ишараланы ул. Бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән бер аҙ уныһына ла өйрәнә алды Фәтхулла.
Бәлки, был яуаплы бурысҡа тотонорға батырсылығы ла етмәҫ ине, яҡын бер апаһының улы бик аяныс хәлдә үлгәс апаһы: "Тәрбиәләп ҡуйыуға һиңә генә ышанам, ҡасандыр бер башларға кәрәк, әйҙә, тәүәкәллә," - тигәс ризалашты. Оҙатырға күп итеп йыйылған халыҡ алдында Фәтхулла:
- Йәмәғәт, һеҙ ҡаршы килмәһәгеҙ, мин бөгөнгө йыназа тәртибен мәрхүмдең туғандары ризалығы менән атҡарып сығарыуҙы үҙ өҫтөмә алам. Кәмселектәрем, дөрөҫ булмаған урындары булһа, Аллаһы тәғәлә ғәфү итһен,
мин был эшкә ысын күңелдән тотонорға ниәт ҡылдым, - тигән алдан әҙерләп килгән һүҙҙәрен әйтте. Барыһы ла ризалыҡ белдереп баш ҡаҡҡас, мәйетте оҙатыу йолаһын башланы... Шулай ҙа, артабан, башҡа яҡтан муллалар саҡырып та уларының ваҡыттары булмаған осраҡта ғына атҡарҙы ул был бурысты, сөнки һаман да үҙен өлгөрөп етмәгәндәй тойҙо. Икеләнеүҙәренән арыныуға ҡыҙын күрше ауыл егете һоратыуы булышлыҡ иткәндер, бәлки. Кейәү балаҡай бик ипле, диндар. Ҡыҙы ла яйлап дин юлына баҫты, бик тиҙ ғәрәпсәне уҡырға ла өйрәнде. Ғәрәп хәрефтәре менән яҙылғандарҙы уҡырға атаһы менән икәүләп тотоноп китәләр ине, ҡайсаҡ. Кейәүе дин юлында бик ныҡышмал, Урта Азия илдәренең береһендә белемен камиллаштырҙы, үҙҙәрендә лә ислам университетына инде. "Кейәүең уҡыуыңды бик оҡшата, хатаһыҙ, еренә еткереп башҡара, ти". Үҙен шулай хуплап, дәртләндереп тороусы ҡыҙына, кейәүенә шат Фәтхулла. Унан һуң байтаҡ һыуҙар аҡты. Фәтхулла хәҙер үҙе тирә-яҡ ауылдарға саҡырылып тороусы ихтирамлы хәҙрәт.
Быйыл яҙ: “Фәлән ағай мәрхүм булып ҡуйҙы, тәрбиәләп оҙатырға кәрәк инде”, - тип саҡырғас өй эштәрен тиҙ генә йәһәтләп бөтөрөп, кинйә улына шылтыратып: “Төшкөлөккә мал-тыуарҙы тәрбиәләрһең инде, улым,”- тип тәғәйен ваҡытҡа барып етте. Мәрхүмде оҙатырға килеүсе туғандары бихисап, ситтән дә байтаҡ... Араларында бик уҡымышлы ҡиәфәтле берәүһе лә бар. Һәр бер аҙымын тикшергәндәй, ҡайһы берҙә ризаһыҙ ҡиәфәтен йәшерә алмаған да һымаҡ. Мәрхүмде ерләүҙә ҡайһы бер урындарҙа йолалар айырылыбыраҡ тороуы билдәле, тик: “Һеҙҙә беҙҙәгенән айырыла икән”, - тиеүҙән уҙмай инеләр ситтән килгәндәр. “Был йола шулай атҡарыла, һеҙҙеңсә дөрөҫ булмай”, - тип ҙур ризаһыҙлыҡ белдерҙе был йыраҡтан килгән кеше. “Һеҙ минең уҡығандарҙа берәй кәмселекте күрҙегеҙме, улай булһа рәхим итеп әйтегеҙ, төҙәлербеҙ, тиеүе тегене ярһытып ебәрҙе һымаҡ: “Мин белештем, был бурысты атҡарырға һеҙҙең бер ниндәй ҙә хоҡуғығыҙ юҡ, һеҙ шыр наҙан, күҙ буяп йөрөйһөгөҙҙер, моғайын”, - тип туҙынды ла китте. Туғандары уны тыйып алып сыҡтылар, ҡөрьән ашына ла ҡалманы ул әҙәм...
Тиҫтерҙәре ҡайһы берҙә: "Һин дә мулла булғас, Фәтхей, теге саҡтарҙа эсеп һуғыша ла торғайныҡ, ҡыҙҙар өсөн талашып, ҡанға туҙып бөтә торғайныҡ та", - тип алғылай ине. Тик былай уҡты...Бөтә яҡын-тирәлә муллалыҡ вазифаһын башҡарыусыларҙың да указлы түгелдәрен белә Фәтхулла, сөнки уҡыуҙар ҙа яйға һалынып бөтмәгән, бөтәһе лә “Бохара йөрөй” алмай ҙа инде. Шулай ҙа бик ауыр алды теге әҙәмдең һүҙҙәрен. Дөрөҫ әйтә бит, рөхсәте булмайынса хоҡуғы юҡ бит уның, юҡ. Бүтәнсә йөрөмәҫ, былай булғас...
Тәүбәгә килеүенә байтаҡ үтте уның. Уҡығаны бар: Кеше гонаһын танып тәүбәгә килмәһә тамуҡҡа эләгә. Ә тәүбәгә килгәндәр Аллаһы тәғәләгә мөрәжәғәт итерлек булғансы ете йыл буйына тәүбәлә торорға тейеш. Тәүбә осорон үтмәгән кешенең хәйер-саҙаҡаһының да сауабы юҡ кимәлдә, Аллаға мөрәжәғәт итеп сүрәләр уҡыуы ла бушлыҡҡа китеп тора... Уның тәүбәгә килеүенә хәҙер ике тапҡыр тәүбәлә торорлоҡ ваҡыт үткән дә үтеүен. Шулай ҙа, теге әҙәм әйтмешләй, махсус рөхсәте юҡ, тимәк ярамай. Биш намаҙын ҡалдырманы, тырышып үтәне, әммә саҡырған ерҙәргә сирен һылтаулап барыуҙан баш тарта башланы.
Шул көндәрҙең береһендә кейәүе килеп инде: “Ҡайным, машина менән килдем, иртәгә Өфөгә юлланабыҙ, әйҙә йөрөп ҡайтайыҡ әле бер”. Кейәүе яңыраҡ ҡына указлы мулла булып китте, теге әҙәм әйтмешләй, ул да “ялған мулла” булып йөрөгәйне быға тиклем. Ҡалаға килгәс, әйҙә ҡайным хәйер һалып сығайыҡ, тип мәсеткә алып керҙе. Хәйер һалып сыҡҡас, минең уҡыған ерҙе лә күреп сыҡ, тигәс, артынан эйәрҙе. Һай хәйләкәр кейәү, Диниә назаратының мөфтөй ярҙамсыһына алып керҙе бит был.
Байтаҡ нәмәләр тураһында һөйләшеп ултырҙылар, ауыл тураһында һорашты, мәсетегеҙ бармы, тип тә ҡыҙыҡһынды. Шунан Ҡөрьән китабын алып бер битен асты ла: “Уҡып ҡара әле ағай”, тигәс, ҡаршылашманы, матур итеп уҡыны ла бирҙе. Намаҙ тәртиптәрен, йыназа, никах башҡарыу тураһында ла әңгәмәләштеләр. Быларҙы Фәтхулла ихлас ҡабул итте. Әгәмәсеһе лә оҫта шул, һеҙҙең яҡтағы тәртиптәр нисегерәк, тигән ҡыҙыҡһыныу аша уны һөйләтеп, имтиханлап ултырған икән дә. Әңгәмә
аҙағында хәҙрәт: “Ағай, һин үҙеңде имтихан үттең, тип иҫәплә, электән был бурысты нисек башҡарғанһың, һис икеләнеүһеҙ башҡар. Бер-ике аҙнанан тейешле ҡағыҙ алырһың, инде ҡайт та мәхәллә булдырыу хәстәрҙәренә тотон, мәсет төҙөү тураһында ла уйларға кәрәк, беләм, ауылығыҙ ҙур, күркәм. Фәрештә түгел бер кем дә. Барыһы ла төҙөк кенә булһа ине лә, юҡ шул. Алланан ҡурҡып тәүбәгә килергә лә ашҡынып тормайҙар бит әлегә. Ана шуларҙы иман юлына баҫтырыуға тап һинең һымаҡтар етмәй ҙә”.
Ҡанатланып ҡайтты Фәтхулла Башҡаланан. Йыш ҡабатлай ул хәҙер Пәйғәмбәребеҙҙең үҙенә тәғәйенләп индерелгән махсус сүрәне:
“...Фә иннә мәғәл ғусри йусра. Иннә мәғәл ғусри йусра ...“ Төшөнкөлөккә бер ваҡытта ла бирелмәҫкә өйрәтә ләһә был юлдар. Эйе, еңеллек килһә артып килер: ярҙам итер изге доғаларың, ти был сүрәне тәфсирләп яҙған мөфтөйөбөҙ. Шулай, дөрөҫ, аңлайышлы нәсихәт: “Ауырлыҡтарҙан ҡотолоу менән ең һыҙғанып, эшкә тотон, бер эште тамамлау менән икенсеһен башлап ебәр. Һәр ғәмәлеңде ихласлыҡ менән Аллаһҡа ғына тәүәкәлләп башҡар”. Мөфтөйҙең бер вәғәзен ятлап алды ул, бергә йыйылған иманға баҫҡандарға ла һөйләй:
“Ислам тәрбиәһе, ислам әхлағы ул үҙен мин мосолманмын, тип йөрөгән һәр кем өсөн ҡанун-ҡәғиҙә.
Был тәрбиәнең даирәһе үтә лә киң. Төрлө төбәктәрҙән, төрлө милләттән, төрлө ҡәүемдән булған халыҡтар менән күркәм мөнәсәбәтттә йәшәй белеү, йәки милләт-ара татыулыҡ, телде, Аллаһы Тәғәлә беҙгә бүләк итеп биргән тәбиғәтте һаҡлау, Аллаһы Тәғәлә яралтып бар иткән башҡа йән эйәләренә ҡарата мәрхәмәтле булыу, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ана шул быуындан-быуынға килгән әхлаки ҡиммәттәрҙе уларға ла тапшырып ҡалдырыу – бөтәһе лә күркәм холоҡ төшөнсәһе...”
“...Ислам –күндәмлек дине. Кешене әҙәпкә, тәрбиәле булырға, үҙ-ара татыулыҡҡа, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә, доғанан айырылмаҫҡа саҡыра”. Аҙағында сүрәнең аяты менән тамамлай:
“Бел, - ти,- Ул һеҙҙе ерҙән яралтып бар итте, шул ерҙә йәшәр өсөн урын бирҙе. Тимәк, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауҙ
килеп, Уға доға ҡылып тороғоҙ. Һеҙҙең үтенестәргә яуап биреүҙә Унан да яҡынырағы юҡ”...
Мәсет төҙөү тураһында ныҡлап уйлай башланы, хакимиәт башлығы ла бер башлаусы булһа һәр яҡлап ярҙам итәсәген әйткәс, дәртләнеп йөрөп ята. Бигерәк тынғыһыҙ булып китте, кеше менән аралаша, был ниәтте башҡарыр юлда теләктәштәр таба. Теге саҡта манаралы йорт алдына алып килеүе теге изге йәндең ошо эшкә лә ишаралауы булған бит! Ҡара һин аны, уға бит үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла иман юлына баҫтырыу бурысын иҫкәрткән бит ул. Ә мәсет булһа ...
Бөгөнгә төшкөлөккә ҡөрьән ашына әйткәйнеләр, бер ҡыҙ бала әсәһенең йыллығы айҡанлы ҡөрьән сығыуын һораны. Табын алдынан еренә еткереп тейешле сүрәләр уҡыны, вәғәз дә һөйләп алды, мәсет төҙөүҙе ойоштора башларға ҡарар иткәнен дә һөйләне, табындағылар был ниәтен хуплап күтәреп алдылар: “Халыҡ мотлаҡ ярҙам итәсәк, башлаусы ғына кәрәк,- тип шатландылар, - һине беҙ теләһә ниндәй указлы муллаға ла алмаштырмаясаҡбыҙ. Башҡа мулла кәрәкмәй ҙә...”. Уларға оҙаҡламай тейешле ҡағыҙҙар аласағын һөйләп торманы... Ашыҡты ул мәжлестән, хакимиәт башлығы: “Хәҙрәт, әйҙә ололар йыйылған саҡта буласаҡ мәсет урынын ҡарайыҡ, ярҙам итер кешеләр ҙә табылырға тора”,- тигәйне. Йыйналышып сығыуҙарына бер машинала көтөп тә ултыралар. Хәкимиәт башлығы үҙенең машинаһына тағы бер нисә бабайҙы ла ултыртып алды. Ике машина менән ауылды йөрөп сыҡҡандан һуң Фәтхулла үҙе һайлаған урынды барыһы ла оҡшаттылар - ҡалҡыу ҙа, ауыл уртаһындараҡ та. Оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булдылар, шартына килтереп доға уҡығандан һуң, беренсе ҡаҙыҡты ҡағыуға Фәтхулланан һоранылар. Хәкимииәт башлығы егет:
- Бына йәмәғәт, был көн беҙҙең иман йортон булдырыуға тотонған көн, тип иҫәпләйек, ер, архитектура яғынан рәсмиләштереү эштәрен башлауҙы үҙ өҫтөмә алам, унда ышаныслы егеттәр бар, тиҙ эшләп бирерҙәр.
- Былай булғас, иртәгә үк фундамент бағаналары өсөн бетон килтертәм, - тине мастер булып эшләүсе ауыл депутаты. Уға берәм-берәм
башҡалары ҡушылды: берәүһе бетон бағаналар араһына ла сафтан сыҡҡан бетон электр бағаналарын бирәм, цементҡа ҙур экономия булыр; икенсеһе - мин лесхоз менән һөйләштем, һис тотҡарлыҡһыҙ ағас бирергә вәғәҙә иттеләр; өсөнсөһе – ә мин таҡта табам, тине. Уҡытыусы депутат төрлө ерҙәргә - спонсорҙарға, ауылдаштарға, ойошмаларға хаттар яҙыуҙы үҙ өҫтөмә алам, тигәс, тиҙерәк ауыл йыйылышын үткәрәйек, эш планы ҡабул итеп ҡуяйыҡ, тип бик эшлекле кәңәш ҡорҙолар. Хәкимәт башлығы егет:
- Бына бит хәҙрәт, эш башланды тиһәк тә була, инде аҙағына мотлаҡ сығырбыҙ, - тине хушлашҡанда. Фәтхулла ла бик күңеле булып:
- Инде мин тыныс, улым. Иман ҡайтасаҡ ауылға, һис шикһеҙ.
- Эйе, әҙерлек эштәре тамамланһын да, яҙға ныҡлап тотонорбыҙ...
Ҡайтышлай иғтибар итте - ҡырпаҡ ҡына ҡар яуа башланы, тирә-яҡта сафлыҡ... Ул, бөгөн бик ҙур эш атҡарған кешеләй, ҡәнәғәт... Сөнки, Алла бирһә, уйлаған эше килеп сығыр, былай булһа...
Ихатаһына кергәс тирә-яҡты ҡарап, барыһы ла тәртиптә, малы төшкөлөккә ҡаралғанлығын күрҙе. Өйгә кереп ҡөрьән ҡитабы һалынған сумкаһын урынына ҡуйҙы. Ҡыҙы:
- Атай, һин юҡта апайым да шылтыратты, хәлем һәйбәт, бөгөн кескәй улым да башлап ағаһы менән намаҙ уҡырға ултырҙы, ти. Эй шатланғанын ишетһәң.
Иншалла, уның эшен дауам итерлек ейәндәре бар! Алдына ҡуйған ниәттәренең осона сығыу өмөтө Фатхулланы шундай хәлгә килтерҙе: шатлығынан йөрәге йыш-йыш тибә башланы, аҙымдары теремекләнде.
Эй Алла ҡоло, сабыр булһаңсы! Һәр нәмәлә сама кәрәк тигәнде аңлайһың да, тик шатланғанда ла сама белеүҙе онотмаҫҡа кәрәк шул! Кеше йөрәге шатлыҡты ла үтә мул ҡабул итә алмай ҙа...
Табынға барған кейемдәрен көндәлек кейемгә алмаштырҙы, унан сәғәткә ҡараны ла киске намаҙға ваҡыт етеп килгәнен күреп, тәһәрәт кәрәк-
яраҡтарын алып ихатаға сыҡты. Ҡыҙы хәҙер намаҙлыҡтарҙы йәйеп әҙерләп ҡуйыр, икәүләп кенә уҡып алырҙар...
Эшен теүәлләгәс, өйөнә бер-нисә аҙым яһағайны, өйәнәге башланырын тойҙо. Ҡулын кеҫәһенә тығыуы булды, келт итеп төшөндә теге заттың нимәлер иҫкәртеүе иҫенә төштө - дарыуын һалып алырға онотҡан бит! Өйгә кереп өлгөрһә генә ярай ине. Ишек алдына боролор сағында иҫтән яҙа башлаған Фәтхуллаға теге саҡтағы һымаҡ ҙур ала ҡаҙ пәйҙә булып: " Әйҙә, инде, ваҡыт ...!", тигән һымаҡ уға табан әйләнеп бер ҡараны ла, ҡанаттарын ҡағып күккә ынтылды. Фәтхулла ҡаҙ артынан ҡулдарын юғары һондо ла, яйлап ҡына ергә сүгәләне...