Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
16 Февраль 2021, 16:50

Еҙ самауыр

Фәрхизә инәй табын түрендә хас та Ғәбитуллаһы кеүек күкрәк киреп ултырған еҙ самауырының ҡапҡасын асып һыу өҫтәне лә, бутҡа ашаған баланың ауыҙ-моронон һөрткәндәй ап-аҡ таҫтамалы менән былай ҙа ялтырап торған самауырын бер кинәнес менән һөртөп алды. -Ни ғорлом һыуың кәмегән. Шәйт, шулай булыр ҙа, иртәнән бирле боҫорайһың бит.- Самауырҙың үҙе кеүек үк йомро ғына теүәсәйен алып ҡорһағының өҫтөндә тырпайған ҡолағына ҡыҫтырҙы.- Баҙарсылар ҙа хәҙер ҡайтып инер,- тип әйтеп тә өлгөрмәне соланда аяҡ тауыштары ишетелде. -Бейем, ҡыуан! Үҙеңә бүләк алып ҡайттыҡ. Бынан кире самауырыңды күтәреп йонсомаҫһың,- тип килене оло ғына ҡумтаны ултырғысҡа ултыртты.

Гөлдәр Әхмәҙишина

Еҙ самауыр

(Хикәйә)

Фәрхизә инәй табын түрендә хас та Ғәбитуллаһы кеүек күкрәк киреп ултырған еҙ самауырының ҡапҡасын асып һыу өҫтәне лә, бутҡа ашаған баланың ауыҙ-моронон һөрткәндәй ап-аҡ таҫтамалы менән былай ҙа ялтырап торған самауырын бер кинәнес менән һөртөп алды.

-Ни ғорлом һыуың кәмегән. Шәйт, шулай булыр ҙа, иртәнән бирле боҫорайһың бит.- Самауырҙың үҙе кеүек үк йомро ғына теүәсәйен алып ҡорһағының өҫтөндә тырпайған ҡолағына ҡыҫтырҙы.- Баҙарсылар ҙа хәҙер ҡайтып инер,- тип әйтеп тә өлгөрмәне соланда аяҡ тауыштары ишетелде.

-Бейем, ҡыуан! Үҙеңә бүләк алып ҡайттыҡ. Бынан кире самауырыңды күтәреп йонсомаҫһың,- тип килене оло ғына ҡумтаны ултырғысҡа ултыртты.

-Алла-ам, был ни тағы?

-Самауыр, бейем.

- Ата-аҡ,ә был самауырға ней булған?!

Фәрхизә борҡоп ҡайнап сыҡҡан самауырының теүәсәйен ҡырын һалып баҫты ла, шымып ҡалды. Килене йылдам ғына ҡумтаны аҡтарып унан йылҡылдап торған һап-һары ерлегенә эре-эре ҡыҙыл сәскәләр төшкән электр самауырын һөйрәп сығарҙы.Самауыр төҫөндәге ҡупшы ғына сәйнүк тә өҫтәлгә ҡунаҡланы.

-Әсәй, етерлек самауыр төбөндә ултырҙың инде, хәҙер дилбәгәне киленеңә тапшыр. Табын түрендә генә ултырып киленең яһаған сәйҙе шөрпөлдәт,- тип йылмайып улы Фәрхизә инәйҙе илле ике йыл ултырып сәй яһаған урынынан түргә күсергә өгөтләне.

-Ата-аҡ!?- Бар һүҙе шул булды Фәрхизә инәйҙең. Ә үҙенең тамағы төбөнә турғай ҙурлыҡ бер төйөр килеп ултырҙы. Йә осоп сыҡмай, йә ауыр төйөрҙө суҡып бөтмәй. Улы менән килене шаяра-көлә баҙарҙа күргән-ишеткән мәҙәктәрҙе һөйләй. Фәрхизә инәй ҙә улар ыңғайына көлгән була. Көлә тип, ауыҙы көлә инде,ә йөрәге… ә йөрәге илай. Әле генә Ғәбитуллаһы кеүек киң күкрәген киреп табын түрендә ҡурайын шыжлатып ултырған самауыры нәҙек кенә тауышлы ҡупшыҡайға урынын бушатып үҙе меҫкен генә булып иҙәндә шымтайған. Ҡуҙ самауырының тауышына өйрәнгән ҡолаҡ һаңғырау булып ҡалғандай. Сәйҙең дә тәме башҡа, ауыҙға ят. Үҙе тиҙ һыуый.

Сәйҙән һуң килене:

-Хәҙер был самауыр тарих һөйләп ошонда ғына ултырыр инде,- тип еҙ самауырҙың көлөн ҡағып түрбаштағы һике өҫтөнә ултыртҡандаФәрхизә, нишләйһең һин, килен! – тип саҡ ҡысҡырманы. Үҙен тыйҙы.

Урын йәйеп ятҡас та Фәрхизә инәй еҙ самауырын йәлләп күҙенә йоҡо элә алманы. Эй, балаҡайҙар, балаҡайҙар! Әсәй, бейем, һиңә самауыр ҡайнатыу, сәй яһап эсереү ҡыйынмы, тип һораһағыҙ ней була. Аның шайы ғына эш күрмәгәнме ни? Фәрхизә инәй семетеп-семетеп алған күкрәгенә ҡулын һалды. Теге турғай ҙурлыҡ төйөрҙөң әрһеҙлеге, бәғерҙе әсеттереп-әсеттереп суҡый. Кеше күҙенән, кеше һүҙенән, хатта үҙенән күңел төбөнә йәшергән, күптән онотолдо тигән хәтирәләрҙе суҡышына эләктереп өҫкә һөйрәп сығара…

Ҡайныһы менән бейеме мәрхүмдәрҙең үҙҙәре әйтмешләй биш ҡарасман малайҙары араһында бер ерән улдары ине Ғәбитуллаһы. Ҡайныһы һәр саҡ шаяртып: “Минең ҡартатайым ҡәртәсәйемде Ҡытайҙың үҙенән барып алып ҡайтҡан. Ҡытай ҡаны бар беҙҙә,”ти ине. Ҡатайҙарҙы үҙенсә мәрәкәләп Ҡытай, тип. Эй-й, әҙәмде насип йөрөтә инде ул. Булмаһа Ғәбитуллаһы ҡыҙ күҙләргә тип төпкөл бер ауылға китеп барышлай Фәрхизәләрҙең күршеләренә һуғылыр инеме лә, күрше ағай уның еңенән тартып ҡолағына: “Сибәрҙең дә сибәре, уңғандың да уңғаны, нескә билле бер фирүзә йәшәй минең күршелә,”- тип шыбырлауға Ғәбитулла үрелеп күрше ихатаға күҙ ташлар инеме. Тап шул мәлдә биҙрә-көйәнтәләрен күтәреп уйнай-һикерә ҡара сәсен икенән үргән, ҡап-ҡара ҡыйғас ҡашлы, нескә билле бер ҡыҙ бала килеп сығыр инеме лә, уны күргән Ғәбитулла уйлап та тормай атының башын уларҙың бағанаһына бәйләр инеме…

Эй-й,ғүмер тигәнең үткән дә киткән икән. Ун һигеҙ йәшем тулыр- тулмаҫтан килен булып төшкәйнем бит был нигеҙгә. Бейемем уға икенсе көндө үк самауыр төбөн бушатып, урындыҡтың түрендә ултырған бабайы янына ҡунаҡлағайны. Бейеменең был ҡыланышының бер ғилләһе бар ине шу-ул, бар ине. Ниҙер һиҙенгән оло апһынына был бер ҙә оҡшаманы. “Бер өйгә ике ерән күп булыр. Ҡыҙыл кишер Ғәбиттең бисәһенә нимәгә еҙ самауыр,”- тип лыбырлағайны. Йәш булһа ла ҡашан булған Фәрхизә. “Тышы ҡыҙыл булһа ла эсе ап-аҡ Ғәбитулламдың,”-тип һыр бирмәгәйне. Бейеме лә: “Кит, ҙур килен, мал бүлешергә ҡайның менән беҙ аяҡ өҫтөбөҙ бит әле,”- тип һуҡыранып ҡуйғайны.Ҡайныһы менән бейеме ике килененә лә бер ваҡытта ла исемдәре менән өндәшмәне. Өлкәне - ҙур килен, Фәрхизә- бәләкәй килен. Ҡарале, шул ғүмерҙән бирле оҫта ҡуллы Ғәбитуллаһы семәрләп- тиҫберләп яһаған ултырғысҡа ултырып кемдәргә генә сәй яһап эсермәне Фәрхизә…

Сымыры, эшкә тилбер бәләкәй киленен бейеме ҡыҙындай күреп яратты. Бының оторо апһыны ҡоторҙо.Фәрхизә йә самауырын ҡом менән йышып торған сағын, йә эре-эре булып төшкән ҡайын ҡуҙын самауырына төшөрөп торған мәлен тура килтереп:

-Ғәбиттең шәп кәләше! Маҡтаулы килен! Нишләп иреңә бәпес табып бирмәйһең?- тип Фәрхизәнең иң ауыртҡан урынына тоҙҙо услап-услап һибер булды.- Бала тәрбиәләү – самауыр шыялау түгел шу-ул.

-Бәпес һөйөргә иртәрәк әле. Беҙ бер-беребеҙҙе һөйөп туймағанбыҙ,-тип әсе күҙ йәштәрен эскә йотоп йөҙөндә бәхет нурҙарын балҡытырға ла өйрәнеп алды Фәрхизә.

Тәүҙә апһынының һәр зәһәр һүҙенә әсе яуап ҡайтарған Фәрхизә бейеме кәңәшен тотоп күберәк өндәшмәҫкә тырышты.

- Өндәшмә, бәләкәй килен. Ҙур килендең холҡо юғыраҡ шул.. Сыуаш һурпаһы эскән бер холоҡһоҙ инде ул, ҡалайтаһың, - тигәс.

Хәҙер генә аңлай Фәрхизә апһынының күңелен. Ә ул ваҡытта йәш ине шул. Апһыны бер ҙә сыуаш һурпаһы түгел,ә нужа һурпаһы эскән булған. Эй-й, байғош,үҙ нигеҙенә ниндәй юл менән булһа ла ҡот индерергә, ҡотайтырға тырышҡан. Ҡот ҡулыңда саҡта һаҡламағас, ташлап киткәс – артынан ҡыуып та, саҡырып та, ялбарып та, кемдәндер тартып та алып булмай икән шул.

Ғәбитулла менән Фәрхизәне көттөрөп, бик көттөрөп тыуҙы игеҙәк ҡыҙҙары. Бушҡул бәпәй күрергә ингән апһыны бишектең япмаһын һирпеп ебәреп:

-Бә-әс, ҡәйнеш! Был ҡыҙҙарың тамсы ла һиңә оҡшамаған бит. Хәс тә…

-Хәс тә мин, - тип ҡанатын йәйгән инә ҡаҙҙай йүгереп йөрөп бишектең япмаһын рәтләштерҙе бейеме.- Бы ғорлом да үҙемә оҡшарҙар икән.

-Әйтәүгер йүгереп йөрөп өй бөрләп бәпәй сәйенә саҡыра инең. Бәпәй ебен кәтүкләп тараттығыҙмы әллә аяҡлапмы?! Әллә үҙеңә бәпәй күлдәге лә тәтенеме?- тип ҡаяуын бейеменә ҡаҙаны апһыны.

- Үҙең нишләп инмәнең?.. Ҡуй-ҡуй, ҙур килен, етер, шыпа әйткәнгә ҡолаҡ һалмайһың. Исмаһам әсе үтеңде гонаһһыҙ сабыйҙар янында сәсмә. Әйтә китһәң, бәпәй ебен ни һинең өс улың тыуған да ла тараттым. Йолаһы шулай. Әйҙә, ултыр, еҙ самауыр сәйен эсеп сыҡ.

- Нисә инһәң, еҙ самауыр сәйе, тип ауыҙ һыуығыҙ ҡорой ҙа тора. Әллә, аҡ самауырҙың да сәйе тәмлесе,- тип тумһайҙы ҙур килене.

- Ҡуй, ҙур килен, бушҡа үпкәләмә. Кеше ҡыуандырып боҙолошоп йөрөмәгеҙ. Аҡылығыҙ алдан йөрөһөн, тип нисә әйтәм.

Мәрхүмә бейеме мәңгелеккә күҙен йомор көнөн белгәндәй Фәрхизәне янына саҡырып алды. Фәрхизә уға һоҡланып ҡарап ҡуйҙы. Ҡарасы, былай ҙа таҙа булып ҡартайған бейеме тағы ла матурайып киткәндәй. Әллә күҙҙәрендәге серлелек, әллә йөҙөндәге көлөп торған һәр бер йыйырсығы уны шулай матурайтҡан. Яҙып ябынған аҡ яулығы ла өй эсенә аҡ нур таратҡандай.

-Ултыр әле яныма, Фәрхизә килен,- бейеме тәүге тапҡыр килененә исеме менән өндәшеп. – Рәхмәт килен, бер ҡасан да һүҙемде аша атламаның. Йәш булһаң да аҡылыңды алдан йөрөтә беләһең, күңелең дә аҡ, шөкөр. Ғәбитуллам өсөн күңелем тыныс.- Һүҙен уратып ҡына башлаған бейеме бер талайға шымып ҡалды. Күңеленән әйтәһе һүҙҙәрен парланымы, фекерен төйнәнеме. Унан килене янына шыуа биреп ултырып тамаҡ ҡырып алды, ҡулы менән һикенең сағыу балаҫын һыпырыштырҙы.- Ҡайның янына китмәҫ борон һиңә әйтеп ҡалдыраһы бер аманатым бар ине. Сеү! Бүлмә һүҙемде , тыңла. Көн һайын табыныбыҙ түрендә гөжләп ултырған еҙ самауырыбыҙ бик борондан ҡулдан ҡулға күсеп килгән ҡомартҡы ул. Уны ҡасандыр аманат итеп ҡалдырған бишенсе быуын өләсәйебеҙ ваҡытында бик күп ауырлыҡтар күргән, 1812 йылғы Ватан һуғышында олатайым менән бергә Мәскәүҙән Парижға тиклем барып еткән яугир ҡатын булған. Эйе, башҡалар кеүек ул да олатайым күкрәгенә тәңкә тегеп, юлы ҡыҫҡа булһын тип уға еп биреп өйөндә көтөп тә ултыра алған. Ләкин саялығы, олатайыма булған мәхәбәте яу юлына әйҙәгән инде. Бына шул өләсәйемдең самауыры ул. Мәрхүмә яугир генә түгел диндар ҡатын да булған. Бер-бер артлы ирен, улдарын юғалтҡас, ҡулында тик бер ҡыҙы ғына тороп ҡалған. Ҡайғыһынан ҡара янған өләсәйебеҙ нисек тә булһа шул ҡулындағы ҡыҙын һаҡлап ҡалыу ниәтендә әүлиә янына барған.Ул, ҡыҙыңды һаҡлайым тиһәң, йәшәү урынын алмаштырырға тура килер, тигән кәңәшен биргәс, өләсәйебеҙ ҡыҙы менән самауырын ғына алып тауҙар иленән урман яҡтарына юл тотҡан. Юлға сығырҙан ике көн элек ураҙа тотоп аҡшам менән йәстү намаҙы араһында йөҙ мәртәбә доға уҡып дүрт рәҡәғәт намаҙ ҡылған, теләк теләгән. Теләк намаҙы

уҡыған инде. Үҙенә фани донъянан китер ваҡыт еткәс, ҡыҙына еҙ самауырҙы тоттороп,ете быуынға тиклем ҡыҙ балаға ҡомартҡы итеп ҡалдырығыҙ , ошонан яҙмаһағыҙ ғүмерегеҙ бәхетле, ырыҫлы булыр. Тик шуныһы зарур, самауырҙың бөтә өлөшө лә теүәл һаҡланырға тейеш, тигән. Шөкөр, ошоға тиклем ырыҫ ташламаны. Бынан һуң да ташламаһын.- Бейеме тағы бер талайға тынып ҡалды. Фәрхизә ҡуйы ғына һөт ҡойоп сәй яһап алып килде. Бейеме һәр йотомдо тәмләп, яйлап йотто. Йөҙөнә беленер беленмәҫ кенә алһыулыҡ йүгерҙе.- Минең ҡыҙым булманы инде. Хоҙай тәғәлә шуға күрә игеҙәк ейәнсәрҙәр биргәндер. Ә бына үҙеңде, бәләкәй килен, ҡыҙымдай күрҙем. Шуға күрә алтынсы быуын итеп самауырҙы һиңә ҡалдырам. Нургөлөбөҙ Наҙгөлөбөҙгә ярты сәғәткә булһа ла апай. Ваҡыты еткәс етенсе быуын итеп еҙ самауырҙы Нургөлгә тапшырырһың. Наҙгөлгә лә ҡомартҡым бар. Көмөш беләҙектәр. Уға ҡасан бирергә икәнен үҙең белерһең. Әйткәндәй, бөгөн Ғәбитулла үткер генә балта тотоп төшөмә инде. Атаһынан ҡалған сарҙа алмаш-тилмәш өс балтаһын үткерләй икән, тием. Ә һин бәләкәй килен ҡомған менән һыу ҡоя –ҡоя сарҙы әйләндерәһең. Алла бирһә, бер-бер артлы өс улың тыуыр. Малайҙар тыуыуға ул был төш,- тип төшөн юрап та ҡуйҙы бейеме киленен ҡарашы менән генә яратып.- Сәйең бик шифалы булды,килен. Арҡамдан хатта тир бәреп сыҡты. Әҙерәк бынауында ғына ҡыйшайып серем итеп алайым, йоҡо баҫып торасы,-тип дебет шәлен генә бөркәнеп ятҡан бейеме башҡаса уянманы.

Бейемен ерләгәндә түгелеп илаған Фәрхизәгә ҡарап апһыны:

-Кит, кеше ышандырырға тырышма. Бейем үлгәндә килендең илауы ишәк һәңрәүе менән бер, тиҙәр,- тип ҡолағына шыбырлап киткәйне.

Мәрхүмәнең ҡырҡын уҡытҡан көндө еҙ самауырҙың теүәсәйе юғалды. Бет итеп эҙләмәгән ер ҡалманы, таба алманылар. Нургөл менән Наҙгөлгә таяҡтың башы нығыраҡ төштө. “Һеҙ генә уйнатып алып сығып киткәнһегеҙҙер әле. Табығыҙ, ҡайҙа иттегеҙ,”- тип үртәлде Фәрхизә. Ҡыҙҙары икеһе бер тауыштан: “Нишләп беҙ теүәсәй менән уйнайыҡ. Теймәнек беҙ,”-тиһәләр ҙә Фәрхизә асыуланып бармаҡ яныны. Ике-өс көн үткәс Нөҙгөлө өйгә уҡтай атылып килеп инде:

-Әсәй,әсәй, бына һиңә теүәсәй. Башҡаса самауырыңды сәйҙең ялтыр ҡағыҙы менән баҫмаҫһың.

-Ҡайҙан таптың, ҡолонсағым?!- Фәрхизә ҡыҙы янына осоп тигәндәй килде. Йөҙөнә әйтерһең дә ҡояш үҙе ҡунаҡланы. Күҙҙәре йондоҙҙай янды. – Рәхмәт, балаҡайым!...- Ләкин теүәсәйҙе ҡулына алыу менән дөмһәреп китте. – Ҡайҙан алдың?

-Ҙур килен - инәйҙең самауыры ла, теүәсәйе лә икәү. Улар күрмәгәндә генә аласыҡтарынан берәүһен алдым…

Фәрхизәнең ҡулындағы теүәсәй төшөп китте лә юла кеүек әйләнә-әйләнә ишек төбөнә барып ятты. Бына ҡайҙа бәләнең башы! Бына ҡайҙа ырыҫтың китеүе! Хоҙайым,был баланы нимә эшләтергә?! Фәрхизә ишек башында элеүле торған “аҡыл сыбығын” эләктереп алды ла ҡыҙының йомшаҡ ерен ҡайыҙланы.

-Тағы оронаһыңмы кеше әйберенә? Тағы оронаһыңмы? Бар, ҡайҙан алдың шунда илтеп ҡуй! Башҡаса тупһам аша урланған сүпте лә индерәһе булма!

Наҙгөлө ҡысҡырып илап ебәрҙе лә әсәһен килеп ҡосаҡланы. Фәрхизә лә ҡыҙын ҡосаҡлап алғыһы, әле генә шыйыҡ сыбыҡ тамыҙған йомшаҡ ерен өрөп һөйгөһө килде.Ләкин ҡымшанманы.Уларға бешкән ҡарағаттай ҡап-ҡара күҙҙәрен йәшкәҙетеп аптырап ҡарап торған Нургөл йәһәт кенә теүәсәйҙе эләктереп алып:

-Мин үҙем илтеп ҡуям- тип ишеккә ынтылды.

-Нургөл! Һал теүәсәйҙе урынына. Наҙгөл үҙ ҡулы менән алған, үҙ ҡулы менән илтеп ҡуйһын. –Фәрхизә үҙ тауышынан үҙе тертләп китте. Эй-й,аллаҡайым! Үҙең кисерә күр инде. Ошо балаларҙы һорап биш йыл зарыҡманымы ни? Ә хәҙер сыбыҡҡа орона…

Теүәсәй юғалыуға айлап ваҡыт үтеп китте. Фәрхизә бейеменең васыятын теүәл үтәй алмауына эстән генә һыҙып йөрөгән көндәрҙең береһендә Нургөлө юғалған әйберҙе шап иттереп әсәһенең алдына килтереп һалды.

-Ҙур-килен инәйҙең бәпесе уйнатып ултыра ине.

Фәрхизә үҙ күҙенә ышанмағандай теүәсәйгә бер килке текләп торҙо. Әйләндерҙе, тулғандырҙы, һыйпаштырҙы. Унан ҡапыл уянғандай йүгереп барып усаҡ алдына сүгәләне. Услап көл алып еҙ теүәсәйҙе ышҡырға кереште. Һәр бер һырын тәсбирләп күңеле булғансы ышҡыны. Таҙа һыу менән ҡабат-ҡабат сайҙы. Сөйҙә элеүле торған ап-аҡ таҫтамалды үрелеп алып яҡшылап һөртөп самауырының әле бер ҡолағына, әле икенсе ҡолағына ҡыҫтырып ҡараны ла борҡоп ҡайнап ултырған самауырын ҡырын һалып баҫып ҡуйҙы.

-Шөкөр!

Әсәләренең һәр хәрәкәтен йотлоғоп күҙәтеп торған ҡолонсаҡтай шаян, илектәй һиҙгер ике телдәрен ике яғына ҡосаҡлап алып күҙҙәренә алмаш-тилмәш ҡараны. Етеләре тулып инде һигеҙгә ҡараған береһе ҡара сәсле, ҡара күҙле, икенсеһе ерән сәсле зәңгәр күҙле ҡыҙҙарын арҡаларынан тупылдатып һөйҙө.

-Ҡәртәсәйегеҙҙең Нургөлгә, тип инселәгән оло ҡомартҡыһы был самауыр. Йә-йә, Наҙгөл балаҡайым, болоҡһома. Кил әле бында. Уның һиңә лә атап ҡалдырған ҡомартҡыһы бар. – Бейеме бит көмөш беләҙекте Наҙгөлгә ҡасан бирергә үҙең белерһең, тигәйне. Ваҡыты ошолор инде. Эй-й, сабый! Кеше әйберен урлайым, тип уйлаған тиһеңме. Һиҙгер йөрәге әсәһенең бошоноуын күтәрә алмай ғына оронған инде. Ә ул сыбыҡҡа үрелде. Балаҡайының ыуыҙ ғына күңелендә сыбыҡ эҙҙәре ҡалдырҙы.

Еҙ самауыр тарихын ишеткән ике ҡоралыйы уйнап- һикереп тороп китмәне. Йөҙҙәренә етдилек ятты. Уйсанланып ҡалдылар. Күрәһең, бәләкәстәре иңдәренә ятҡан яуаплылыҡты кескәй генә йөрәктәре аша үткәреп күңелдәренә нағышлап ҡуйҙы.

-Әсәй, инде самауырҙы өсәүләп һаҡларбыҙ, йәме ,– тине Наҙгөлө ҡулындағы ҡуш беләҙекте кейеп ҡарап. Унан бер аҙ уйланып торғас: – Үҫкәс кейермен, йә теүәсәй кеүек юғалып ҡуйыр, - тип беләҙеген әсәһенә һондо. Нургөлө һыңарына яратып ҡарап ҡуйҙы.

Бейеменең әйткәне хуш килде. Яҙға Фәрхизәнең улы тыуҙы.Терәлеп йәшәһәләр ҙә бейеменең ҡырҡын уҡытҡандан һуң төп йортҡа аяҡ та баҫмаған апһыны:

-Ул табып ятаһың икән. Хәйлә тигән нәмәне кешенән үтескә алып торорлоғоң юҡ, апһын. Ике ҡыҙыңды утыҡтырмай тороп тәки Ғәбитеңә малай табып бирмәнең. Байғош, ағаһының биш улына ҡарап һеләгәйен ағыҙа ине, -тип һынһыҙ оҙон кәүҙәһен тертәңләтә-тертәңләтә килеп инде.

-Үт, еңгәй. Асыуланмаһаң, ул тапҡайным шул…

Апһыны ишек төбөндә бер аҙ ыуаланып торҙо ла, түрҙәге урындыҡҡа үтеп ултырып өй эсен күҙенән үткәрҙе.Тәҙрә пәрҙәләре, яҫтыҡ тыштары, өҫтәл ябыуы, ҡорғандар барыһы ла зауыҡ менән сигелгән. Күҙҙең яуын алып өйгә нур өҫтәп тора. Эйе, былары элек тә бар ине. Тик нимәлер үҙгәргән. Ә-ә, пәрҙә ситтәренә алтынһыу төҫ менән самауыр нағышланған. Әйтерһең дә шунан сыҡҡан быу әкиәттәгеләй гөл-сәскәгә әүерелә.

-Ҡыҙҙарҙың эше,- тине Фәрхизә апһынының күҙе нимәгә төбәлеүен абайлап.

- Шулай инде, ҡыҙлы кеше – наҙлы кеше. Беҙҙең малайҙар ни өй эсендә ятҡан арҡырыны буй алып һала белмәйҙәр.- Апһыны нәҙек оҙон бармаҡтары менән кирә тартып бәйләгән яулығы аҫтына туҙырап сыҡҡан сәсен тығыштырҙы.- Килен, йомош менән генә ингәйнем, шуны ғына йомошлайым да, ҡайта һалайым,- тип ҡапыл ҡабаланып алып китте ул. – Арағыҙҙа иң олоһо мин. Ошо өйгә лә иң беренсе мин килен булып төштөм. Теге өс ҡәйнештең был нигеҙгә ҡайтаһы юҡ. Үҙ донъялары, үҙ тормоштары. Кинйә ул булмаһа ла,төп нигеҙгә хужа булып Ғәбит тороп ҡалды. Рәхәт, әҙер донъяға ни сүп тә ҡыбырлатаһы юҡ!.. Шуға ингәйнем әле, ҡайһы бер нәмәләрҙе бүлешергә кәрәк. Күп кәрәкмәй… Еҙ самауырҙы бирһәң, шул етте. Бейемдең төҫө итеп һаҡлармын.
Апһынының оятһыҙлығына баҙап ҡалған Фәрхизә имеҙеп ултырған улын сәңгелдәккә һалып бәпәйҙән һуң бер аҙ тулылана төшкән кәүҙәһенә һылашып ҡына торған ал сәскәле күлдәк итәген һыпырыштырҙы.Ҡайныһы үлгәндән һуң шулай мал һорап ингән ҙур килененә бейеме ҡолонло бейәне тоттороп сығарып ебәргәйне.Тағы әйбер һулып инеп тороуы инде. Ни йөҙө менән балаға тигән ҡомартҡыға нәфсеһен һуҙа икән.

-Ҡуйсы, еңгәй! Бейем үҙе һау саҡта уҡ бөтәһен дә инселәп биреп бөттө бит.

- Миңә тейеш ине ул самауыр, миңә тейеш ине. Иң өлкәне мин. Бейем тәүҙә үк, йорттоң ҡото ошо самауырҙа, тигәйне. Үҙегеҙ генә ҡотайып, сереп байып ятмаҡсыһығыҙмы. Һинең ерәнең былай ҙа яныңда ни алып, ни бирергә белмәй йүгереп кенә йөрөй. Бир миңә ул самауырҙы, килен. Самауырһыҙ ҡалмаҫһың, ана соланыңа бер түгел ике аҡ самауырымды индереп ултырттым.

- Ун самауыр индерһәң дә , бирмәйем. Нургөлгә тигән ҡомартҡы икәнен белә тороп нисек оялмай һоранып ултыраһың. Ҡот, тинең дә сабауланың, ҡот тинең дә сабауланың . Ә ғаиләнең ҡото кем ҡулында һуң? Ошо йәнһеҙ самауырҙамы? Ул һинең ҡулыңда. Булғанына шөкөр итеп йәшәүҙә. Ирҙе ир итә белеүҙә. Донъяны донъя итеп көтөүҙә. Баланы бала итеп үҫтереүҙә. Оноттоңмы ни, бейем , йорттоң өс сатын ҡатын, бер генә сатын ир тота, тиер ине.

-Тәки һөйләгән бейем, тәки һөйләгән. Күпме инәлдем, күпме үтендем, башҡалар белмәһен, тип…Йылан һин, килен. Бейемде лә, Ғәбитеңде лә үҙеңә арбап алдың.

Фәрхизә апһынына аптыраулы ҡарашын ташланы ла, башын ғына сайҡаны. Апһыны һикереп килеп торҙо ла, тағы нимәлер уйлап кире урынына ултырҙы…

-Беҙ өйҙә туптырлашып ун бала үҫтек. Ашарға еткәндә етте, етмәгәндә юҡ. Атай һуғышта немецтәрҙә плендә булған, шуға күрә бер аяғы, бер ҡулы булмаһа ла пенсиә ала алманы. Әсәйем ғүмер буйы кәритәһен һөйрәп пиләрәмдә әпилкә түкте. Уның ғына алған аҡсаһы анауынса ауыҙҙы туйҙыра алған тиһеңме. Атайҙың айныҡ сағы бик һирәк булды. Эсеп алһа көнө буйы Хрущев менән әсәйҙе әрләр ине. Хрущевты пенсиә түләмәйһең, тип әрләһә, әсәйҙе ниңә әрләгәндер?.. Ундай тормош шул тиклем үҙәгемә үтте. Бер бабай һоратһа ла кейәүгә сығып китәм, тип уйлай торғайным. Ә үҙемдең күҙем күршелә генә йәшәгән ҡайнағаңда. Уларҙың етеш, татыу тормоштары ла ҡыҙыҡһындыра. Ә ҡайнағаңдың яратып йөрөгән ҡыҙы бар. Миңә әйләнеп тә ҡарамай… Бесән ваҡыты ине. Күҙәтеп йөрөйөм, ҡайнағаң бесәнгә һәр ваҡыт эштән һуң бер үк ваҡытта йәйәүләп китә. Мин дә әсәйемдең урынына пилорамға эшкә сыҡҡайным. Күрше булғас ни ҡайнағаңды ҡарап ҡына торам да, бесәнлеккә унан алда ҡыбырлайым. Ниндәйҙер бер көйгә һыҙғыра-һыҙғыра эре-эре аҙымдар менән ул мине ҡыуып етә. Артабан икәүләп йәнәш атлайбыҙ. Ул төрлө мәҙәктәр һөйләп көлдөрә. Ә мин уның баһадир кәүҙәһенә, матур асыҡ ҡараштарына, ҡап-ҡара ҡуйы сәсенә ҡарап һоҡланам.

Бер көн әсәйем: “Бөгөн көтөү ҡыуғанда түбәнге ос Мәйсәрә, ҡыҙың күршеңдең өлкән улы менән көн һайын урманға инеп китә. Тиген йөрөйҙәрме икән, тип юрамал барыһы ла ишетерлек итеп миңә хәбәр һөйләй. Йортобоҙ ғына түгел сабынлығыбыҙ ҙа күрше. Эштән һуң бергәләп бесәнгә барыуҙарынан ни ғәйеп таптың, тинем. Ҡара уны, ҡыҙыҡай, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерәһе булма,-”тине. “Булаһы булған инде,”-тинем дә ҡуйҙым. Әллә ошо йорттан тиҙерәк ҡотолһам,тип мейемде игәгән уй мәжбүр иттеме, әллә һөйөүем инде үҙемә һыймай сайпылып ситкә сыҡтымы, белмәйем, әйтеләһе һүҙ әйтелде лә ҡуйҙы. Әсәйем тел менән дә, сыбыҡ менән дә тетмәмде тетте лә, шул ҡыҙыулығы менән күршеләргә инеп китте. Бейемде үҙең беләһең, килеп мине елтерәтеп үҙҙәренә алып ҡайтты ла китте. Ҡайнағаңдың, әсәй, нишләп ышанмайһың, ҡағылманым бит мин уға, тип ялбарыуына ҡолаҡ та һалманы. Ир була бел,тип мулла саҡыртты ла бата уҡытты. Башҡалар кеүек кейәү-кәләш булып туй табынының түрендә ултырыу бәхете генә теймәне. Бейем мине бик тартты. Ирем һанламағас, үҙем дә бейемгә ярарға тырыштым инде. Бер шулай һүҙҙән һүҙ сығып еҙ самауыр тураһында ысҡындырғайны. Ҡыҙым юҡ, бер киленемә ҡала инде, тигәйне… Ә минең алдаҡ юл менән улына кейәүгә сыҡҡанды бейем барыбер ҡайҙандыр белгән. Арыуыҡ йылдар үткәс әйтте: “Эй, килен, килен. Ниңә генә улай алдаштың инде. Ана бит баламды ни тиклем бәхетһеҙ иттең. Күҙҙәренә күтәрелеп ҡарағаның бармы?Һағышына батып үлерлек бит. Яратҡан ҡыҙы барлығын белә тороп ниңә улай ҡыландың? Ҡатын-ҡыҙ ғына ул яратмаһа ла балаһына, донъяһына әүерәп тороп китә, ә ирҙәр бит улай түгел,-”тигәйне. Дөрөҫ әйткән. Ә мин бала тыуһа, шуға әүерәп йомшарыр, тигән өмөттә инем. Балаларын ярата, уға һүҙем юҡ. Ә мине… ю-уҡ, бейем һымаҡ биш ул табып бирһәм дә, бер тапҡыр күҙемә йылмайып баҡһасы, бер йылы һүҙ ҡатһасы. Йә

тегенеһе кейәүгә сығып китеп барманы бит. Бөгөн нимә ти ҡайнағаң: “Әсәй менән атайҙы ҡайғыртмайым, тип ошоға тиклем түҙҙем. Түҙемлектең дә бер сиге була.Мин һинән китәм. Улдарымды ташламайым, аяҡҡа баҫтырышырмын,”-ти… - Бир инде самауырҙы, килен, бир, – апһынының күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне.-Бер-ике аҙнаға булһа ла бир…

Китте ҡайнағаһы йәштән яратҡан йәренә.Самауыр ҙа ярҙам итмәне. Көнө буйы ауыл ҡыҙырған апһыны өй йылыһын тота алған тейһеңме инде. Ҡарауһыҙ балалар, ҡарауһыҙ донъя эшһөйәр ҡайнағаһын ялҡытҡандыр. Уларҙың береһен дә күрмәү өсөн ышыҡланыр һөйөү ҙә булмағас. Бахыр апһыны бер айҙан һуң самауырҙы кире индерҙе. Бейемде төшөмдә күрҙем, Нургөлдән алған әйберҙе кире илтеп бир, тип асыуланды, тине…

Фәрхизә уйҙарынан арынып тәҙрәгә күҙ ташланы. Һыҙылып ҡына таң атып килә. Тамағы төбөндәге төйөр ҙә бушағандай… Ҡалайтаһың,йәштәр ни үҙҙәренсә донъя көткөһө килә инде. Еҙ самауырҙы ваҡытынан алда Нургөлөнә бирһә лә, Өфөлә ҡуҙ самауыры ҡайнатып эсеп ултырыр тиһеңме. Ваҡыты еткәс былай ҙа алып ҡайтыуын алып ҡайта инде. Ҡомартҡы итеп һаҡларға…

***

-Бейе-ем, ҡулымдан эш төштө, тип бөгөн оҙағыраҡ йоҡларға булдың шикелде. Самауыр ҡайнаны, сәй эсеп алайыҡ,- тип йомшаҡ ҡына тауыш менән уятты килене таңға табан ғына йоҡлап киткән бейемен.

Яйлап ҡына аш бүлмәһенә сығып килгән Фәрхизә еҙ самауырының табын түрендә йырлап ултырғанын күреп баҙап ҡалды. Башындағы суҡлы аҡ шәлен рәтләштерҙе. Һиҙгер шул килене, һиҙгер. Шөкөр.

-Бейем, үҙең генә яһап эсер инде сәйҙе. Һинең ҡулыңдан эсеп өйрәнгәнбеҙ. Улың да, ейәндәрең дә мин яһаған сәйгә мөһәтһенмәй,- тип килене үҙенең әүәлге урынына барып ултырҙы.- Умарталар янына барып бер урайым да, шунан ғына магазинды асырмын.

- Әсәй,ә мин тәүҙә ҡымыҙҙы ашханаға илтәм. Унан тауарға барып килермен.

Улы менән килене Фәрхизә яһап биргән һөтлө ҡуйы сәйҙе һемерә-һемерә бөгөнгө көнгә план ҡорҙо.

-Почтаға ла инеп гәзит-журналға яҙылып сығырға кәрәк ине. Әллә электрон вариантҡа ғына яҙылырға ла ҡуйырға инде.

-Ҡуй, килен, буш менән булма. Мин ул кәмпөтөрөгөҙҙө аса ла белмәйем. Тере гәзиткә ни етһен! Яңы гәзит-журнал килһә, өйгә килеп тороп ҡағыҙҙың хуш еҫе таралып китә-ә. Мин бит үҙемә оҡшаған ерен ҡабат-ҡабат уҡыйым. Таныш-тоноштоң рәсеме килеп сыҡһа, ҙур килен-инәйегеҙгә индереп күрһәтәм. Ҡыҙыҡ урындарын уҡып ишеттерәм. Үҙенең күҙе етә күрмәй шул. Туҡһанға етеп килә бит. Ярай, бәләкәй килене арыу. Рәхмәт төшкөрө бала, мыжыҡ тимәй, инде һәйбәт ҡарай.

Фәрхизә үҙенең йомшаҡ ҡарашын бер үҙенә һыйынып ултырған һарыҡай ейәнсәренә, бер ҡарасман ейәненә, бер хас та Ғәбитуллаһына оҡшаған кинйә улына, бер илгәҙәк килененә күсереп уларҙы күҙҙәре менән яратты.
Читайте нас: