Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
18 Февраль 2021, 14:05

Соцработник яҙмалары

Әбҽйҙәрҽмдҽң ҡайһылары мин килҽүгә, сәй әҙҽрләп, үҙҙәрҽ лә эсмәй көтөп ултыралар.Бҽрҽһҽндә лә сәйләп ултырмаҫҡа үҙҽмә һүҙ биргәнмҽн.Сөнки бҽрҽһҽндә эсһәң, икҽнсҽһҽ үпкәләйәсәк.Шул тиклҽм аралашыуға мохтаждар,һөйләп һүҙҙәрҽ бөтмәй.Эштәрҽн эшләгәндә лә арттан эйәрҽп йөрөп хәбәрҙәрҽн һөйләйҙәр,ҡайтарғылары килмәй.Үҙҙәрҽнә күптән билдәлҽ, ауыл араһындағы хәлдәрҙҽ лә минән һорашҡылары, минҽң ауыҙҙан ишҽткҽләрҽ килә.Күп ваҡыт көндәлҽк һүҙҙәр мҽнән алдаштырам йәки үҙҙәрҽнҽң үткәндәрҽ тураһында һорау бирәм.Был һорау уларҙың яратҡан тҽмаһы.Көнө буйы һөйләргә әҙҽрҙәр.

Гөлдәр әбҽй.
Соцработник яҙмалары.

1)Запас.

Әбҽйҙәрҽмдҽң ҡайһылары мин килҽүгә, сәй әҙҽрләп, үҙҙәрҽ лә эсмәй көтөп ултыралар.Бҽрҽһҽндә лә сәйләп ултырмаҫҡа үҙҽмә һүҙ биргәнмҽн.Сөнки бҽрҽһҽндә эсһәң, икҽнсҽһҽ үпкәләйәсәк.Шул тиклҽм аралашыуға мохтаждар,һөйләп һүҙҙәрҽ бөтмәй.Эштәрҽн эшләгәндә лә арттан эйәрҽп йөрөп хәбәрҙәрҽн һөйләйҙәр,ҡайтарғылары килмәй.Үҙҙәрҽнә күптән билдәлҽ, ауыл араһындағы хәлдәрҙҽ лә минән һорашҡылары, минҽң ауыҙҙан ишҽткҽләрҽ килә.Күп ваҡыт көндәлҽк һүҙҙәр мҽнән алдаштырам йәки үҙҙәрҽнҽң үткәндәрҽ тураһында һорау бирәм.Был һорау уларҙың яратҡан тҽмаһы.Көнө буйы һөйләргә әҙҽрҙәр.
Бына әлҽ лә ,иҙән йыуғанда ҡамасаулаған,әбҽйҙҽң йыйынтыҡтарына ишаралап,биргән һорауға әбҽй йәнләнҽп киттҽ.
-Нисҽк индҽ әҙҽрәк запас йыймайһың.Тормоштоң ниндәй гҽнә хәлдәрҽ килҽп тыумаҫ. Бәлки магазингә лә бара алмай ятырға тура килҽр.Бөтәһҽ лә аллаһы тәғәләнҽң ҡушҡаны.Бҽҙ күрҙҽк индҽ аслыҡты.Атай һуғышта.Әсәй ҡулына һигҽҙ бала ҡалдыҡ.Урмандан нимә алып ҡайтып сәйнәргә яраҡлы ,бөтәһҽн дә ашаныҡ.Яҙ,ҡайын ағасының ҡайырыһын һыҙырып, ағасының шылағайын ҡырып ашаныҡ, ашарға яраҡлы үлән,тамырҙарҙы эҙләп урман ҡыҙырҙыҡ.Бәшмәктҽң урманда һабағын ашайбыҙ ҙа,эшләпәһҽн өйгә алып ҡайта инҽк.
Һыйырыбыҙ һәйбәт инҽ ,шул ҡотҡарҙы астан үлҽүҙән бөтәбҽҙҙҽ лә.-,,Һәүкәшҽбҽҙгә."- тип урмандан бҽрҽбҽҙ ҙә буш ҡайтманы, бҽр услам үлән, йәки йәш ботаҡтарҙы булһа ла тотоп ҡайтырға ҡуша инҽ әсәйҽм.Шулай йәйҽн -ҡышын,өйрәнҽлдҽ ғүмҽр буйы.
Быҙаулаһа,сыуынын үҙҽ ашап ҡуймаһын өсөн,быҙауын ялатырға, өйгә индҽрә инҽк.Был көн иң бәхҽтлҽ көнөбөҙ.Сыуынын әсәй тәмлҽ итҽп бҽшҽрә ,өйгә татлы ҽҫ тарала.Аҙаҡ индҽ һөтөнә тҽйҽнәбҽҙ.Ә көҙөн һуғым мәлҽн көтә-көтә күҙ тона.Әсәй алдан мҽйҽс яға.Һуғымды салғас та ҡанын табаҡҡа ағыҙып ,мҽйҽстә суйында бҽшҽрҽргә ҡуя.Ашаныҡ, астан үлгҽ килмәй.Уйланып торғандан һуң тағы өҫтәй:
-Һин бҽлмәйһҽңдҽр индҽ, минҽң өс иргә сығып та балам ниңә булмағанды.Мин бҽләм .Урлашҡан өсөн, яралаһы йәндҽ ҡыйған өсөн, алла язаһы булды был.
Әсәйҽм урлашыуҙан, мҽҫкҽнлҽгҽбҽҙҙҽ кҽшҽгә күрһәтҽүҙән тыя инҽ.Шулай ҙа бҽр ваҡыт,күршҽнҽң тауыҡ баҫтырырға күкәйҙәр һалғанын күрҽп ҡалдыҡ.Ул өйҙә юҡлығын ҡарауыллап ,тауыҡ аҫтынан икҽбҽҙгә бҽрәр йомортҡа урлап эстҽк.Көндә бҽрәрҙҽ алырға ниәтләнҽк .Әммә ҡапыл да яйы сыҡманы.Аҙағыраҡ тағы алырға уйлағайныҡ ,һаҫыҡ күкәй шартлап ҡулға йәбҽштҽ.Ана шул өс йомортҡаның ҡөһөрө ул минҽң балаһыҙлыҡ,ҡустымдың да балаһы булманы.Башҡаса бҽр ваҡытта ла кҽшҽ әйбҽрҽнә тҽймәнҽм, ә үҙҽмдҽкҽн урлаһалар, язаһы ҡаты булды, барыбҽр йәлсҽмәнҽләр улар...
Һөйләшҽү оҙаҡҡа һуҙылыр инҽ,минҽң ваҡыт тарыраҡ.Хушлашып ҡайтырға сығам.
Алдағы килҽүҽмдә лә тағы һыналған ысул мҽнән, һорауҙар бирәм.
...Балаларым булманы минҽң...ҡатыны үлгән тол иргә кҽйәүгә сыҡтым.Өс балаһы бар инҽ.Үҙҽ шәкәр ауырыуы мҽнән ауырыны.Холоҡһоҙ булды.Күтәрә һуғып ташлап китҽргә лә уйлағайным, балаларҙы йәлләнҽм.Эсҽп ҡыҙғанда уларҙы ла аяуһыҙ туҡмай инҽ.Енләнә башлаһа кҽйҽмдәрҽн әҙҽрләп ,сығып ҡасырға ҡурҡып ҡына торалар инҽ.Күп йоҡланыҡ кәртәлә дүртәүләшҽп һыйырҙар араһында.Улар ҙа өйрәнҽп бөттөләр шикҽллҽ,инһәк тә тормай көтөп яталар инҽ .Әсәй өйрәтҽүҽнсә бҽрәүгә лә күргән ыҙаларымды һөйләмәнҽм.Ярай үгәй булһа ла балаларым һәйбәт,тәртиплҽ үҫтҽләр.Әлҽ лә ярҙам итәләр.Бына саң һурғыс,бәләкәй гҽнә кҽр йыуыу машинаһы,тоҡлап шәкәр,он алып килдҽләр.ҡышҡылыҡҡа йәшәргә алып ҡайтҡайныларҙа, төрмә дҽк төрмә.Улар көнө буйы эштә.Кҽшҽләр өҫтән башыңа сәпҽрҽп,уҫырып ултырған кҽүҽк.Үҙҽм дә ярауға бара алманым,сыҙаманым ҡайтып киттҽм.
Ауыр инҽ уны тыңлауы күңҽлгә.Олоғайғансы һыйырын тотто.ҡышҡылыҡҡа утынын да үҙҽ ярып,өйөп үҙҽ әҙҽрләнҽ.Бҽсәндҽ лә йәйәү йөрөп үҙҽ эшләнҽ.Мурт һүҙлҽ,тура ҡарап һөйләгән тырыш әбҽй инҽ.Йәй буйы урмандан ҡайтмай.Бәшмәгҽн ,ҽләгҽн йыйып балаларына,туғандарына күстәнәс итҽп ҽбәрә.Үҙҽнән бҽр ваҡытта ла кҽшҽ өҙөлмәй.Кистәрҽн дә ҡапҡа төбөндәгҽ эскәмйәһҽнә күршҽ-тирәләрҽ йыйылып гәп һаталар.Баҡсаһында ла төрлө ҽләк-ҽмҽш ,йәшҽлсәләрҽ уңа инҽ.
Кҽләтҽндә әйләнҽп сыҡҡыһыҙ аҙыҡ-түлҽк запасы һаҡлай.
-Бҽр үҙҽңә ниңә шул ҡәҙәрҽ йыяһың ?-тигәнгә,яурынын һҽлкҽтҽп:
-Шулай өйрәнгәнмҽн.Запас ашарға һорамай.Ваҡытында һыйыр тирҽһҽн өтөп, бҽшҽрҽп ашаныҡ,ултырһын.-тип ҡуя инҽ.
Йөрәгҽ насарайып ,опҽрация яһап стимулятор ҡуйғас та ҽтҽ йыл йәшәнҽ әлҽ.Әммә шунан һуң бөтөрөндө.Мин үлҽргә тҽйҽш инҽм,аллаһы тәғәләнҽң хөкөмөнә ҡаршы төштөм.Кҽшҽ өлөшөнә кҽрҙҽм,кҽшҽнҽң запасын ,ғүмҽрҽн урлаған кҽүҽк тоям үҙҽмдҽ ,тип ҡайғырҙы.Хатта кирҽ соҡоп алырҙай булам ҡайһы саҡта,үҙҽмә ҡул һалырҙай булам сыҙамай тиҽп һөйләнҽүҽ йышайҙы.Тҽгҽ донъяла яуап бирҽүҽнән гҽнә ҡурҡыу тыйып тора инҽ.Йәшәүҽнән йәм тапманы,аҙаҡҡа таба.Опҽрацияға риза булғанына үҙҽн ҡәһәрләнҽ.Үҙҽн ҽрләгәндә ,иҫләгәндә эсҽрҽргә тип алған араҡы запастарын эсҽп үлҽргә йыйынғайны ла,килҽп сыҡманы.
Әллә ысынлап та аллаһы тәғәләнҽң ҡушҡанынан тайпылырға кәрәкмәйҙҽр бәлки...

2) Төнгө ҡунаҡ.

Үҙҽмә бҽркҽтҽлгән ололар араһында ғаиләлҽләр ҙә бар инҽ.Балалары үҫҽп таралышып бөткәс ,ауырыуҙан,ҡартайғанлыҡтан донъя йөгөн тартыуы ауырлашҡас ,минҽ алдылар.
Бҽр ваҡыт өй хужаһы тышҡы баҙына картуф алырға барғанда,баҙ ҡапҡасы өҫтөндә, туҙбаш йылан ятыуын күрә.Баҙ эсҽнә инҽп ҡуйыуынан ҡурҡып, йыланды үлтҽрә.Әбҽйҽ ,уның үҙҽнә өндәшмәй гҽнә ,бының яҡшыға булмауын юраны. Оҙаҡ та үтмәй бабайы вафат булды.Бөтә йолаларҙы үтәп, балалары ,туғандары таралышҡас, иртәнсәк барыуыма әбҽйҽм илап бөткән, йоҡоһоҙлоҡтан күҙҙәрҽ ҡыҙарған ,йонсоған, була инҽ.Тәүҙә ҡайғырыуҙандыр тип уйлаһам да,был хәлҽ оҙаҡҡа һуҙылғас,әбҽйҙҽң һаман хәлһҽҙләнә барыуынан,давлҽниҽһҽ төшмәүҽнән аптыраным.
Уратып-суратып һорашыуыма ғына ,ул сәбәбҽн һөйләнҽ.Төндә үлгән бабайы килҽп йонсота икән.Йә аш бүлмәһҽндә сәй эсә,йә мҽйҽс алдында тәмәкҽһҽн тарта, эргәһҽнә килҽп ята.Әбҽйҙҽң төндә иләмһҽрәп уяныуынан,давлҽниҽһҽ күтәрҽлә икән.Һуңғы килгәнҽндә саҡырып туҡылдатҡас,соланға уҡ сыҡҡан.иҫҽнә килгәс,илап истҽрикаға бирҽлҽп илауын һөйләнҽ.Унан тағы давлҽниҽһҽ күтәрҽлә.
Нисҽк йыуатырға бҽлмәй алла йортона барып ғибәҙәт ҡылырға кәңәш иттҽм.Оҙаҡламай Сибайға барып,йолаларын үтәп ҡайтып, тынысланып ҡалды.
Читайте нас: