Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
19 Февраль 2021, 17:45

БАЛДАҠ. Лена Хәйруллина

Ике туған һеңлем республиканың теге осонда, мин иһә был башында йәшәгәнлектән, үҙ-ара әллә ни бәйләнеш булдыра алмай инек. Телефон заманы булһа ла, бар һөйләшеү хәл-әхүәл белешеүҙән, йорт-ҡура хәбәренән ары китмәне. Йылына бер генә осрашҡанда ла бер-беребеҙҙең эс-бауырына инерлек форсат сыҡмағандыр. Уның тәүге иренән уңмауын, ҡыҙы тыуғансы уҡ, мөнәсәбәттәре бөтөүен дә кеше аша яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалғайным. Яңыраҡ ул үҙе миңә яҙмышын тулыһынса үҙгәрткән осраҡ хаҡында бәйән итте.

- Минең тормошом кинолағы кеүек бит ул, апай. Һин белмәйһең генә, - тип башлап китте һүҙен һылыуым. - Беренсе ирем менән никах уҡытып, өйләнешергә йөрөй инек. Туй көнө лә билдәләнгән ине инде. Улай ғына ла түгел, өйҙә әсәйҙәр зыҡ ҡубып әҙерләнеп ята, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерешергә таныш апайҙар килде. Беҙ буласаҡ ирем менән райүҙәккә балдаҡ һайларға киттек. Яныбыҙҙа уның апаһы ла бар. Һатыусы миңә әле бер, әле икенсе балдаҡ бирә, һәр береһен кейеп ҡарайым. Иҫләмәйем, нисәүҙе кейгәнмендер, 10-15-ләп кенә булғандыр. Күҙҙең яуын алып торған балдаҡтарҙың бөтәһе лә матур, бөтәһе лә оҡшай, ярағандары ла бар. Ирем менән апаһы ғына уларҙың хаҡын оҡшатмай, кейгән береһен ҡыйбат күрә былар. Шул ваҡытта күңелемә әллә ниндәй бығаса таныш булмаған тойғо инеп ояланы ла ҡуйҙы. Ғәрләнеү, түбәнһенеү булғандыр ул. Үҙ ғүмеремдә башҡаса бер ҡасан да ундай тойғоно кисергәнем булманы минең. Магазиндан сығып киткәнемде лә, өйгә нисек ҡайтып еткәнемде лә иҫләмәйем. Бер балдаҡ хаҡы ла тормайыммы икән ни, тип ғәрләндем. Ишек алдындағы эскәмйәгә ултырып бер туйғансы иланым әле башта, шунан ныҡлы бер ҡарарға килдем. Бәпәй көтһәм дә (никахыбыҙҙы яҙ уҡ үткәргән инек), тәүәкәлләнем дә, үҙемә биргән һүҙемдән кире ҡайтманым. Ир буласаҡ кешем килде килеүен, әммә уның менән яҙмышымды бәйләгем килмәй ине. Артабан нисек йәшәремде лә, баламды нисек үҫтереремде лә уйламаным.
Туйға әйберҙәр алынған, ҡунаҡтар саҡырылған ине инде. Беҙҙеке урынына атай менән әсәйҙең көмөш туйын үткәрҙек тә ҡуйҙыҡ.
- Нисек һин шулай тиҙ генә яҙмышыңды үҙгәртерлек ҡарарға килә алдың? - Уйҙарымдан арынып, һеңлемә ошо һорауҙы бирәм дә, уның да, кейәүҙең дә ул саҡтағы уй-кисерештәрен аңларға тырышып бер булам. - Бәлки, тим, уның балдаҡҡа аҡсаһы етерлек булмағандыр, туй бит үҙе үк байтаҡ сығым талап итә.
- Апай, балдаҡ, моғайын да, беҙҙең араны өҙөр өсөн бер сәбәп кенә булғандыр ул. Әлеге йәшем бейеклегенән ҡарап, шулай тип уйлайым. Яратмағанмындыр мин ул кешене. Һөйөүем көслө булһа, үҙ аҡсамды өҫтәп тә алыр инем туй балдағын...
- Һуңынан нисә йыл яңғыҙ йәшәнең әле һин?
- Ҡыҙыма 3 йәш ине, әлеге иремде осраттым. Үкенмәйем. Уныһы ла кинолағы кеүек килеп сыҡты ул. Техникумда бергә уҡыған әхирәтемә ҡунаҡҡа барған инем. Альбом ҡарап ултырғанда, уның ағаһының фотоһы килеп сыҡты. Ағайың сибәр икән тип кенә әйткәнем хәтерҙә, һуңынан әллә ни иғтибар бирмәнем, уның хаҡында һүҙ ҡуҙғатманыҡ. Яңғыҙлыҡ үҙәгемә үткән саҡ, ҡулымда - кескәй бала, күңелем яралы ине, кем менәндер танышыу тураһында уйлай ҙа алманым.
Күпмелер ваҡыттан һуң ул үҙе әхирәтемдән адресымды алып, эҙләп килде. Көҙ айы ине. Баҡсабыҙҙа шул йылда һары слива ишелеп уңды. Ер ябып ятҡан емештәрҙе йыйырға икәүләп индек тә, ике биҙрә слива йыйғансы, бер-беребеҙгә күңелебеҙҙе бушаттыҡ. Аңлаштыҡ. Ике район араһындағы юлға туҙан төшөрмәне ул, бик йыш килеп йөрөнө. Баламды ла үҙ итте. Бына шулай, апай, минең тормош. Әйтәм бит, кинолағы кеүек тип...
Һеңлемдең һүҙҙәре, уның ҡыйыулығы, тәүәккәллеге мине уйға һалды. Тотҡан ерҙән һындырып, һуңынан ул ҡарары өсөн үкенмәй йәшәрен, үҙенә тәғәйен бәхетен табырын алдан белгәнме ул? Юҡ, әлбиттә. Бары тик күңелен тыңлап, яҙмышын үҙгәртә алған.
Һеңлемдең тарихын тыңлағандан һуң ошондай һығымтаға килдем: был тормошта күп нәмә кинолағы кеүектер ул. Улар ҙа, моғайын, тормоштан алып төшөрөлә торғандыр...
Читайте нас: