Көҙ еттеме, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡышҡа әҙерлеге, дөрөҫөрәге – ауырыуы башлана. “Уй, биш йыл элек алған туным ялҡытты, яңыртырға ине. Өфөгә барып ҡайтырғамы, әллә Стәрлетамаҡҡа?..” “Ә бына мин… былтыр ғына алғайным 25 меңгә, алғанда бик оҡшағайны, хәҙер кейгем килмәй, икенсе төрлөрәк фасонлыһы кәрәк ине, модныйырағы, башҡалар аһ итһен. Бүрегемде лә яңыртырға ине”… Зилә бындайыраҡ йөкмәткеле, үҙ-ара маҡтаныуҙы хәтерләткән хәбәргә ҡушылмай, бушҡа тел сарлау һанай. Икенсе төрлө фасон, имеш, әллә ниндәй моделде кейҙер һиңә, барыбер шул уҡ Нәзирә булып ҡалаһың. Янсығың янып бара икән – бар, әйҙә, Өфөгә үк елдер, һине кем тота һуң… Эстән генә шулай яуаплай, өндәшеүҙә файҙа юҡлығын белеп алған, хәҙер артынан уҡ: “Үҙенеке булмағас та, ҡалай тешләшеп маташа,”- тип һөйәген йыуыусылар табыласаҡ, иҫ киткес ҡыҙыҡ, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ зат бит ул ҡатын-ҡыҙ! Еткерә алмағандан түгел (хәҙер теләгәнеңде бүлеп түләргә лә, көтәсәккә лә һатып алырға була), Зиләнең булмышы шундай – бер ҡасан да сепрәк ҡоло булманы ул. Әллә бәләкәйҙән ҡарсәһе лә мейеһенә ныҡ һеңдерҙе. Сепрәк-сапраҡ, йәғни кейгән кейеме өсөн һәр кемдең теге донъяға барғас яуап тотаһы бар, ти торғайны. Йәшәй-йәшәй күпселек кеше тәбиғәтенә хас үҙенсәлекте лә күптән шәйләп алған Зилә. Нәҡ бала саҡта күрмәгәндең күҙе бүренекеләй була – уйынсыҡ менән уйнап туймаған сабый кеүек, өлкәнерәк йәшкә аяҡ баҫҡанда көтмәгәндә янсығы ҡалынайып киткән кешенең ялтыр-йолторға күҙе ҡыҙа, бер-бер артлы затлы машиналарын алмаштыра башлай. Бер йорт ҡына тарая, ике ҡатлы донъя кәрәгә… Дөрөҫ, бындайҙарҙың араларында кеше булып ҡалғандары ла бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡса ҡоло булып, үҙ туғанын онотҡаны, ҡомһоҙланып атай малын бүлешкәндәре лә осрай. Икенселәренә элегерәк сирҡанып ҡарай торғайны Зилә, хәҙер ундайҙарҙы йәлләй. Нисек йәлләмәйһең, нәфсе ҡоло булғандарҙың бер ихлас итеп йылмайғанын күргәнегеҙ бармы? Ундайҙарҙы мәғәнәһеҙ, быяла күҙҙәренән айырып алыуы һис ауыр түгел. Бер бәхәсһеҙ: мөмкинлеге булһа, әйҙә алһын тундың, бүректең хәтәрен. Әммә сит-яттарҙың, әхирәттәрҙең күҙе ҡыҙһын тип түгел, ә күңеле теләгәнсә, ысынлап тәнен-башын йылыла һаҡларға хәжәт булған хәлдә…