Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
28 Февраль 2021, 16:00

Әйтелмәгән мөхәббәт

Мәфрүзәнең уйҙары тик берҙән-бер ҡыҙы Айгөлдә булды. Әле университеттың өсөнсө курсын тамамлау алдында торған ҡыҙы кисә генә телефон аша үҙенең яңы хәбәре менән уйламағанда уны аптыратып ҡуйғайны. Аптыратып тигәс тә, әллә ни шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр түгел тип тә һанарға булыр ине. Егерме йәше тулған, үҫеп еткән ҡыҙҙың егет менән танышыуы тәбиғи хәл... Әммә, әсә кеше өсөн бындай хәбәр бик тулҡынландырғыс шул. Ошоғаса Айгөлөнөң егет-елән менән осрашып, дуҫлашып йөрөгәне ишетелмәгәнгәме, Мәфрүзә, ниңәлер, ҡыҙын һаман да сабый һымаҡ итеп күрә ине. Их, тик танышыу хәбәре генә булһа икән... Ул ғына түгел шул. Йәйге сессия тамамланғас та өйләнешергә һүҙ ҡуйышып өлгөргәндәр ҙә баһа!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Әйтелмәгән мөхәббәт


Мәфрүзәнең уйҙары тик берҙән-бер ҡыҙы Айгөлдә булды. Әле университеттың өсөнсө курсын тамамлау алдында торған ҡыҙы кисә генә телефон аша үҙенең яңы хәбәре менән уйламағанда уны аптыратып ҡуйғайны. Аптыратып тигәс тә, әллә ни шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр түгел тип тә һанарға булыр ине. Егерме йәше тулған, үҫеп еткән ҡыҙҙың егет менән танышыуы тәбиғи хәл... Әммә, әсә кеше өсөн бындай хәбәр бик тулҡынландырғыс шул. Ошоғаса Айгөлөнөң егет-елән менән осрашып, дуҫлашып йөрөгәне ишетелмәгәнгәме, Мәфрүзә, ниңәлер, ҡыҙын һаман да сабый һымаҡ итеп күрә ине. Их, тик танышыу хәбәре генә булһа икән... Ул ғына түгел шул. Йәйге сессия тамамланғас та өйләнешергә һүҙ ҡуйышып өлгөргәндәр ҙә баһа! Ялға ауылға икәүләп ҡайтабыҙ, тип тә әйтеп һалды бит ҡыҙы! Үәт, йәштәр! Үәт, замана балалары!.. Йәнәһе, берәүҙәр әсәһенең ризалығын һорар өсөн ҡайта... Эй, бала, бала... Ярай әле, әҙәп өсөн әсәһен иҫенә төшөргән. Әй, әттәгенәһе, иртәгә шәмбе бит! Моғайын, иртүк ҡайтып та төшөрҙәр әле. Хәҙер йәштәр поезд-фәләнде көтөп тә тормай, такси менән генә йөрөй. Өс-дүрт йөҙ саҡрым араңды «һә» тигәнсе үтеп, килеп тә етерҙәр. Бешеренә-төшөрөнәһе бар бит әле. ҡомалаҡ ҡайнатып, ҡамыр ҡуйырға ла кәрәк, әлегә ул-был иткәнсе, ҡалҡа торор. ҡалала магазин икмәгенән ялҡып та киткәндәрҙер...

Әле ҡырҡ бишен ҡыуып барған әсә берҙән-бер ҡыҙының яҙмышына, әлбиттә, битараф түгел ине. Гөлдәй наҙлап үҫтергән Айгөлө шулай уҡ артабанғы тормошон үҙ аллы хәл итерлек булып үҫеп, өлгөрөп тә еттеме икән?.. Бығаса әсәһе менән кәңәшләшмәйенсә һис бер етди ҡарар ҡабул итмәй ине бит әле. Хатта мәктәпте тамамлап, университеттың ҡайһы факультетына барыуын да әсәһе менән килешкәйне. Ә бына тормоштағы иң мөһим тип әйтерлек мәсьәләне үҙ аллы хәл иткән...

Ни генә булһа ла, буласаҡ кейәү бала кем һәм ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, әсә кеше, әлбиттә, ҡыҙына ризалығын бирәсәк.

Мәфрүзә төнө буйы тиерлек бешеренеп-төшөрөнөп, таңға ҡарай ғына йоҡларға ятты. Әммә һаман да шул ҡыҙы тураһындағы уйҙар тиҙ генә йоҡлап китергә форсат бирмәне. Ыш-быш килеп, уңға-һулға әйләнгеләне. Үҙе тураһында ул күптән инде тиерлек уйлағаны ла юҡ. Тик бына төштәренә генә инә үҙ ҡайғыһы, фәҡәт үҙе генә белгән һәм бығаса һис кемгә сиселмәгән йөрәк сере булып һаҡланған йәшлек иҫтәлеге. Был юлы ла әкренләп йоҡо баҫа башлау менән уны йыш ҡына төшөнә инеп яфалаған һоро күҙҙәр ҡаршы алды... Эйе, шул уҡ һоро күҙҙәр... Нисәмә йыл инде онота алмай уларҙы Мәфрүзә... Бынан егерме биш йылдан ашыу элек уны ғашиҡ иткән һоро күҙле егет, был юлы ла төшөнә килеп, сираттағы мәртәбә Мәфрүзәнең күҙҙәренә һөйкөмлө итеп ҡараны, күңелде иретерлек сихри тауышы менән уны ҡайҙалыр алыҫҡа – бәхет тауына бергәләп артылырға саҡырҙы. Әммә уның менән бергә китергә генә уҡталған Мәфрүзәнең күҙ алдынан был сибәр егеттең һыны томан һымаҡ таралып юҡ булды... һәр саҡ ана шулай... Исемен дә һорап өлгөрә алмай уның. Бихисап тапҡыр күренгән был төшкә өйрәнеп тә бөткән инде ул.

Таң менән Айгөл таксиға ултырыуҙары тураһында шылтыратты ла, төш мәле етер-етмәҫтән, геүләтеп килеп тә төштөләр. Урам тышына еңелсә гөрләп килеп туҡтаған машинанан сыҡҡан һомғол буйлы егетте бер аҙ тәҙрә аша күҙәтеп торҙо Мәфрүзә. Ана ул, ап-аҡ салбар һәм күлдәктә, барыһынан да алдараҡ «десятка»ның артҡы ишегенән сыҡты ла, машинаның икенсе яғына барып, ишеген асты. Уның кеүек үк аҡтан ғына кейенгән, айҙай йылмайған, тағы ла ирәбеләнеп, матурланып киткәндәй тойолған Айгөлөнә ҡулын һуҙҙы. Их, буй-һындары, һәр хәрәкәттәре, пар аҡҡоштармы ни! Аҡ төҫтәге кейем ҡалай килешеп кенә тора бит әле үҙҙәренә! Йәштән үк ошо төҫ күңеленә ята Мәфрүзәнең. Күҙгә күренмәҫ бәхет тә ни өсөндөр аҡ төҫтә һымаҡ булып тойола уға...

– Әсәкәйем, һаумы! – Айгөл урам тышына йылмайып сығып килгән әсәһен барып ҡосаҡланы. – һағындым мин һине, әсәкәйем!

– һау ғына килеп еттегеҙме, балаҡайҙар? – тине әсә кеше лә күҙ йәштәрен тыя алмай, ҡыҙының сәстәренән һыйпаҡланы.

– Таныш бул, әсәй, был – Хәниф. Минең менән бер курста уҡый, – тине ҡыҙы әсәһенең ҡосағынан ысҡынып, ике ҡулына ике сумка тотҡан килеш уларҙың күрешкәндәрен тамаша ҡылып, бер аҙ йылмайып торған ҡара сәсле егеткә күрһәтте. Мәфрүзә Хәниф менән килеп ике ҡуллап күреште лә йәштәрҙе өйгә әйҙәне.

– Әйҙәгеҙ, балалар, өйгә инегеҙ, юлда арып, асығып та киткәнһегеҙҙер. Әле генә ит тә бешеп сыҡты. һеҙ ҡул-мул йыуып, ул-был иткәнсе, һалмаһы ла әҙер булыр...

Тәү тапҡыр ингән өйҙә, ғәҙәттә, йорт-йыһаздарҙы, стеналарҙы байҡай һалаһың. Өйгә инеү менән Хәнифтең дә ҡарашы стенала элеүле торған рамдағы фотоһүрәткә төштө.

– Был фотоға нисәнсе курста төштөң, Айгөл? – тип һораны ул, аҡ-ҡаралы һүрәттән йылмайып ултырған сибәр ҡыҙҙан күҙен ала алмай. – Черно-белыйға төшөргән фотокәрҙе ҡайҙан таптың? – Уйынлы-ысынлы һорап ҡуйҙы тағы ла.

– Беренсе курста, – тигән булды Айгөл, йылмайып. – Нишләй, әллә оҡшатмайһыңмы?

– Юҡ, киреһенсә, бик тә матур. Тик һинең альбомыңда бындай фотоңды элек күргәнем юҡ ине. Прическаң да икенсерәк...

– Әлбиттә, йүләркәйем, – Айгөл, әсәһенең аш бүлмәһендә йөрөүенән файҙаланып, егеттең муйынынан ҡосаҡлап алды. – Әлбиттә, икенсе. Сөнки, был бит – минең әсәйем. БДУ-ның беренсе курсында уҡыған сағында төшкән.

– Шулай ҙа әсәһенә оҡшар икән кеше, – тип ғәжәпләнеп, Хәниф фотоға йәнә күҙ һалды. һауала кәйелеп осҡан ҡарлуғас ҡанатын хәтерләткән ҡыйғас ҡаштары, бер ҡарауҙа әллә кемеңде ғашиҡ итерҙәй тылсымлы сөм ҡара күҙҙәре, хатта унһыҙ ҙа матур йөҙөн тағы ла матурыраҡ иткән, бер аҙ һараныраҡ еңелсә йылмайыуына ҡәҙәр – Айгөлдөкө... Егет тағы муйынына һырылған һөйгәненең үҙенә текәлгән күҙҙәренә баҡты. Эйе, Айгөлдө һайлап алып бер ҙә хаталанмаған икән. Беренсе курсҡа килгән көндө үк был ҡыҙға тәү күреүҙә һушһыҙ ғашиҡ булды ла ҡуйҙы шул. Ә бер аҙ ваҡыт үтеп, эс серен уға сискәндән һуң ҡыҙҙың да үҙенә битараф түгел икәнен белгәс, шатлығының иге-сиге булманы. Эйе, уның Айгөлө – хәс тә әсәһенең йәш сағы. Фотоһүрәттәге ҡыҙ ҙа йәш сағында кемдәрҙелер ғишыҡ утына һалғандыр ҙа, кемдәрҙеңдер һушын алғандыр... Тик бына Айгөлдөң атаһы ни өсөндөр әсәһенән айырым йәшәй. Уның сәбәбен, әлбиттә, Хәниф һорашып торманы һәм бер ҡасан да төпсөнәсәк түгел. Иллә-мәгәр, уның атаһының урынында булһа, Хәниф бар мөмкинлеген һалып, әсәһе менән бергә ҡалырға тырышыр ине, моғайын... Хәйер, был ҡатмарлы донъяла әҙәм балаһы ҡапыл да аңлай алмаған нәмәләр бик күптер әле шул...

Аш ашап, һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр. һүҙ араһында Мәфрүзә Хәнифтең ата-әсәһе тураһында ла һораштырғыланы. Хәниф тә, Айгөл кеүек, яңғыҙ әсә ҡарамағында атайһыҙ үҫкән бала икән.

– Мин атайым менән телефон аша, йәки, уңайы тура килгән һайын осрашып, тығыҙ бәйләнеш тотам, – тине Хәниф. – Әсәйем менән айырылышҡандан алып ул бер ҡасан да өйләнмәне. Хатта үҙем уны кәләш алырға өгөтләп тә ҡарағаным бар. Бер ҙә ыңғайларға уйы юҡ. Беҙҙең туйға килергә ҡуш ҡуллап риза булды.

– Үҙеңдең ғәзиз атаң менән элемтә өҙмәүең бик хуп, кем, Хәниф улым, – тип ҡуйҙы Мәфрүзә, сынаяҡҡа сәй яһай-яһай. – Ә бына Айгөлдөң атаһынан нисәмә йыл инде хат та, хәбәр ҙә юҡ. ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәйбеҙ. ҡайҙалыр Себер яғында булһа кәрәк.

Шулай бер аҙ хәл-әхүәлдәрҙе һөйләшкәндән һуң, Мәфрүзә, әсә кеше булараҡ, йәштәргә үҙен иң борсоған һорауҙарының береһен бирергә булды.

– Айгөл ҡыҙымдың әйтеүе буйынса, бергә тормош ҡорорға һөйләшкәнһегеҙ икән, балалар, хәйерлегә булһын. Бындай ҡарарға килерҙән алда һәр яҡтан төплө итеп уйлаштығыҙмы? – Мәфрүзә алмаш-тилмәш ҡыҙының, Хәнифтең күҙҙәренә ҡараны. – Әллә теге ҡайһы бер хәҙерге йәштәрҙә осрай торған берәй ашығыс этәргес сәбәп булмағайы, тим...

– Әсәй, беҙҙең өсөн бер ҙә шикләнмәһәң дә була, – тине бит остары еңелсә алһыуланған Айгөл. Уның кәйефе күтәренке ине. – Хәнифтең елкәһенән тотоп елтерәтеп, ЗАГС-ҡа һөйрәкләмәйһеңме һин кәбе, ҡыҙыҡай, тимәксеһеңме әллә, әсәй?

– Улай уҡ түгел, балалар, – Мәфрүзә егеттең йөҙөндә бер аҙ уңайһыҙланыу билдәләре сыҡҡанын һиҙемләне. – Ғаилә ҡороу, балалар – үтә етди эш. Минеңсә, бында иң беренсе нәүбәттә үҙ-ара керһеҙ мөхәббәт булырға тейеш. Әгәр бер-берегеҙҙе янып һөйөп, берегеҙ икенсеһеҙ йәшәй алмаҫлыҡ тойғолар кисергән хәлдә генә, минеңсә, ҡауышыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатырға булалыр.

Бит алмалары ҡыҙарған Айгөл менән Хәниф бер-береһенә ҡарашып алды. Бер аҙҙан Хәниф тамаҡ ҡырып алды ла:

– Мәфрүзә апай, – тип тулҡынлана-тулҡынлана һүҙ башланы. – Беҙ Айгөл менән беренсе курстан алып бер-беребеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ. Шуның өсөн дә беҙҙең үҙ-ара һөйөү хаҡында һис тә икеләнеү булырға тейеш түгел. Ә өйләнешергә, ир-егет булараҡ, әлбиттә, Айгөлгә мин үҙем тәҡдим иттем...

Егеттең һөйләшеүенән ғәҙәттәге шаблонлы дежур һүҙҙәр түгел, ә ысын, йөрәк түренән сыҡҡан эскерһеҙ хистәрен тойомланы байтаҡ ҡына тормош тәжрибәһе булған ҡатын. Эске ҡәнәғәтләнеү кисереп тыңланы ул буласаҡ кейәүен. ҡыҙының да егеткә баҡҡан мөхәббәтле ҡарашын иғтибарынан ситтә ҡалдырманы. Йәндәй күреп яратҡан Айгөлөнөң тормош юлында ысын мөхәббәтен осратҡанына ни өсөндөр бик тиҙ ышана барҙы. Эйе, эйе, гүйә ябай, бер ҡатлы йәш ҡыҙҙар һымаҡ ышанды ла ҡуйҙысы... һөйөү тойғолары кисергән ҡыҙы менән бергә әсә лә үҙен бәхетле итеп тоя башлағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Хәтер һандығында бикләнеп, онотолоп тигәндәй ятҡан үҙенең хаталы йәшлек хәтирәләре ҡыҙының яңы тормошҡа аяҡ баҫыу алдында торған проблемалары аҫтына тағы ла нығыраҡ күмелеп ҡалды. Эйе, аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмағандай, үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай. Шуға күрәлер ҙә хәҙер уның өсөн донъяла бар нәмә – тик ҡыҙының алдағы тормошо. Артабан да ул фәҡәт Айгөлөнөң бәхете өсөн генә йәшәйәсәк! Әсә кеше берҙән-бер ҡыҙының бәхетле киләсәге тураһындағы уй-хыялдар тулҡынына сумды...

– Ниңә шулай тәрән уйға ҡалдың, әсәй? Әллә беҙҙең ниәтләгән никахыбыҙға бер ҙә риза түгелһеңме? – ҡыҙының тынысһыҙ һорауынан Мәфрүзә һиҫкәнеп китте. – Әгәр хәҙер ризалығыңды бирергә әҙер булмаһаң, беҙ был мәсьәләне күпмелер ваҡытҡа кисектереп тә тора алабыҙ...

– Юҡ, юҡ, балаҡайҙар, киреһенсә, – Мәфрүзә, нимәнелер үҙенән ҡыуған һымаҡ, ҡулдары менән ишаралай-ишаралай, ҡыҙына яуап бирергә ашыҡты. – һис тә кисектереү кәрәкмәй. Киреһенсә, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, үҙегеҙҙе алда көтөп торған бәхетегеҙгә ынтылығыҙ! Тик, зинһар өсөн, һуңлап ҡына ҡуя күрмәгеҙ!

Ни өсөндөр әсә бар көсөн һалып йәштәрҙең ҡауышыуын тиҙләтергә теләгәндәй итте. ҡайҙа шул саҡлы ашыға Мәфрүзә?.. Эйе, әсә кеше, ысынлап та, тик үҙенә генә мәғлүм булған ниҙелер иҫләне һәм балаларының бәхет тауына артылырға өлгөрмәй ҡалыуҙарынан шикләнә һымаҡ ине...

Буласаҡ ҡәйнәнең бындай сәйер ҡылығын күреп ултырған Хәниф урынында башҡа берәү булһа, ихтимал, уның һүҙҙәрен үҙенсәрәк аңлап: «һоратыусыһы бар саҡта йәһәтерәк бара һал, оҙаҡ уйлама!» – тип ҡыҙын өгөтләгән һымаҡ итеп ҡабул итер ине. Ысынлап та, ситтән ҡарағанда, әсәнең яуабы тап шундайыраҡ булып яңғыраны. Әммә ысын мөхәббәт утында янған эскерһеҙ егеттең күңеленә уның кеүек икеле уйҙар килмәне. Егеттең саф йөрәге ундай инәле-сығалы шикле хистәрҙән азат ине. Уның уйҙары, хыялдары үҙенең гүзәлен, берҙән-берен етәкләгән килеш ысынлап та икһеҙ-сикһеҙ тойолған бәхет үренә артылды...

* * *

Уныһын-быныһын йүнләп, туйға әҙерләнеп йөрөп, тәғәйенләнгән көндөң килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Мәфрүзә. Алынған туй кәрәк-яраҡтарын, алдан төҙөп ҡуйған исемлегенә ҡарап, тағы бер тапҡыр теүәлләп сыҡты. Барыһы ла етешә, ахырыһы. Туйға әҙерләнеү мәшәҡәте ярайһы ғына ауыр икән дә баһа, етмәһә, яңғыҙ кешегә. Әле атаһы бергә торған булһа, улай уҡ та булмаҫ ине, бәлки. Йә ҡыҙы әлеге лә баяғы йәйге сессияһы арҡаһында иртәрәк ҡайтып ярҙамлаша алманы. Ярай әле әсә кеше кәрәгенсә аҡсаһын алдан хәстәрләп ҡуйған. Совхоз ашханаһын ҡуртымға алып торорға һөйләште. Барлыҡ бешеренеү-төшөрөнөүен, өҫтәл әҙерләүен ашхана эшселәре башҡарасаҡ. Шулай ҙа, кәрәк-яраҡтар юллап йөрөп, һәүетемсә генә арыттырған. Мәфрүзә стена буйында торған шифоньерҙың ҙур көҙгөһө ҡаршыһына баҫты. Бәй, бына нимәне төшөрөп ҡалдырған: ул-был аҙыҡ-түлекте, туйға киләсәк ҡоҙаларға бүләктәр йүнләп район үҙәгенә әллә нисәмә барып әйләнгеләгән Мәфрүзә бөҙрәханаға инеп сығырға кәрәклеген дә онотоп киткән дә баһа. Көҙгө алдына килеүен килгәс, баштан-аяҡ үҙенең буйы-һынына күҙ һалды. ҡырҡ менән илле араһына ингән булыуына ҡарамаҫтан, кәүҙәһе торошоноң ваҡыт елдәренә әллә ни бирешмәгәнлегенә иғтибар итте. Эйе, эйе, ауылда йәшәгән үҙенең күп йәштәштәре менән сағыштырғанда, бик тә нисауа көйө генә һаҡланған икән үҙе. Яурын, янбаш тирәләре бер аҙ ғына тумалаҡланыуын иҫәпкә алмағанда. Уныһы, киреһенсә, үҙен матурлап ҡына ла тора әле. Биттәре, күҙ тирәләре бер аҙ һурыҡҡан һымаҡ булһа ла, һис тә һырланмаған. Ике ҡаш араһындағы бер бөртөк арҡыры бураҙнаны иҫәпкә алмағанда. Уныһы инде күҙҙәрҙе төйөп, оҙон-оҙаҡ дәфтәр-мәфтәр тикшереп ултырыуҙан. Барлыҡ уҡытыусы халҡында була торғандыр. Был һиҙелер-һиҙелмәҫ йыйырсыҡ уның һәр саҡ алсаҡ йөҙөнә бер аҙ етдилек кенә өҫтәгән һымаҡ. Оҙаҡ ҡына ваҡытҡа иғтибарһыҙ ҡалған, бер аҙ ҡалыная төшкән ҡаштарын эҫкәк алып төҙәтергә тотондо. Шул саҡ уның ҡарашы стеналағы йәш сағындағы фотоһүрәтенә төштө. ҡыйғасланып торған ҡаштар, бер аҙ бөҙрәләнеп иңбашына ятҡан сәстәр... Ә ни өсөн Мәфрүзә прическа өсөн борсола әле? Бынан күп йылдар элек йөрөткән оҙон сәстәрен ҡырҡтырманы бит ул, тап шул саҡтағы һымаҡ итеп яһап ҡуйһа нисек булыр?.. Сәс йыуырға оло кәстрүлгә һыу йылытырға ҡуйҙы...

... Аҙ ғына йүнәтештереп, бер аҙ һыланып-һыйпаныу ғына ла ҡандай ныҡ үҙгәртә икән кешенең йөҙөн. Сәстәрен йылытҡыс бигуди ярҙамында фотоһүрәтендәге һымаҡ бөҙрәләтеп, ҡаштарын туралап ебәргәс, битенә байрамға ҡыҙы бүләк иткән ниндәйҙер кремды яҡты һәм ирендәрен еңелсә генә алһыу төҫкә буяны. Көҙгөнән уға бөтөнләй икенсе, ун-ун биш йәштәргә йәшәргән Мәфрүзә ҡарай ине. Алла бойорһа, иртәнән һуңға туйға киләсәк ҡунаҡтарын ул тап ошо ҡиәфәтендә ҡаршы аласаҡ. Туйға кейә торған күлдәген, туфлиҙарын алдан уҡ хәстәрләп ҡуйғайны инде.

Иртәгәһен, йәғни туйға бер көн ҡалғас, Айгөл яңғыҙы ҡайтып төштө. Хәниф атаһы һәм әсәһе менән бергә иртәгә килә икән.

– Айырым йәшәүҙәренә ҡарамай, шундай ҙа татыу булып ҡалған ғаиләләр була шул донъяла, – тине Мәфрүзә ҡыҙы үҙ атаһын иҫенә төшөрә башлағас та. – Ә һинең атайың, үкенескә күрә, икенсерәк шул...

Айгөл заказ менән тектереп алып ҡайтҡан туй күлдәген кейеп күрһәткәс, әсәһе хайран ҡалды. Их, күлдәге лә күлдәге! Ысынлап та, йырҙа әйтмешләй, бындай туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан көнләшеп үлмәҫмен тимә. Был туй кейеме ҡыҙының унһыҙ ҙа һылыу йөҙөн тағы ла матурлап, нурға күмгәндәй. Әҙәм күрке – сепрәк, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер шул.

Иртәгәһен таң менән, үҙе алдан уйлағанса, кейенеп-яһанып алған Мәфрүзә әле генә йоҡоһонан уянған ҡыҙының бүлмәһенә инде.

– Әсәй, әсәкәйем! һинме был?! – Ятҡан урынынан һикереп тороп, Айгөл әсәһен ҡосаҡлап алды. – Әллә күҙемә күренәһеңме тип торам.

– Килешәме? – тине әсәһе, ғәҙәтенсә, тыныс ҡына. Көҙгө алдына барып, алһыу ебәк күлдәгенең итәктәрен тартҡыланы, алдын-артын ҡарап әйләнгеләп алды.
– Килешкәндә лә нисек килешә, әсәй! Ни өсөн һәр ваҡыт ана шулай матурланып йөрөмәйһең?

– Ә-ә-әй, балам, кем өсөн матурланайым инде. Үҙең һәр саҡ ситтә. Яңғыҙым өйҙә матурланып ултырырға күңелем дә төшмәй. Ә эшкә ни, ҡәтғи костюмыңды кейеп, сәсеңде баш осона төйнәйһең дә йүгерәһең.

– Шулай ҙа ҡыҙҙар һымаҡ ҡынаһың әле һин, әсәй, – Айгөл әсәһенең арҡаһын һыйпаштырҙы.

Төшкә табан ауыл осонда төрлө таҫма, матур-матур шарҙар менән биҙәлгән биш еңел машина күренде. Әллә туҙан туҙҙырмаҫҡа тырышып, әллә тәүгә килә ятҡан ҡунаҡтарға ауылдың урамдарын күрһәтеү ниәте менән, ҡоҙаларҙы һәм кейәү егетен ҡаршы ала барған Рәүф, колоннаның алдынан төшөп алып, юрый бер нисә урамды ураттырып, бик әкрен генә алып килде. Машиналар бер-бер артлы ҡыҙыл флаг эленгән ҡапҡалы йорт янына килеп туҡтаны. Рәүфтең артынса килгән машиналарҙың иң тәүгеһенән кейәү егете Хәниф менән кейәү үңгәре Ислам килеп төштө. Ә ҡалғандарынан бер-бер артлы олораҡ кешеләр төшә башланы. ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусылар – иң алда ҡояштай балҡып төп ҡоҙағый Мәфрүзә, унан уның туған-тыумасаһы, ағай-энеләре баянан бирле көтөп тора ине инде. Хәниф арттараҡ килгән ир менән ҡатынды икеһен ике ҡулына етәкләп алды ла буласаҡ ҡәйнәһе янына алып килде.

– һаумыһығыҙ, – тине Хәниф, – таныш булығыҙ, атайым менән әсәйем.

– Мәфрүзә, – тип Хәнифтең әсәһенә ике ҡулын һуҙҙы буласаҡ ҡоҙағый. – Айгөлдөң әсәһе.

Буласаҡ кейәүҙең әсәһе лә үҙен таныштырып исемен әйтте.

– Ә мин ҡоҙағыҙ булам, – тине ҡоҙағый янында торған һомғол буйлы һоро күҙле ир. – Хәнифтең атаһы. Хәбир.

ҡоҙаһы менән күрешергә ҡулдарын һонған Мәфрүзә ни сәбәп менәндер уның күҙҙәренә ҡараны. Сеү! Мәфрүзәнең бөтә тәнен йырып, электр тогы үткәндәй булды. Йөрәге гүйә күпмелер ваҡытҡа тибеүенән туҡталды. Был ни булды? Таныш һоро күҙҙәр?!.

Сәскәләй йәш сағындағы булған ваҡиғалар бөгөнгөләй булып Мәфрүзәнең күҙ алдына килде. Дөрөҫөрәге, бер ниндәй ваҡиға ла булманы ул саҡта. Тик университеттың дөйөм ятағының коридорында тәү тапҡыр осратты ул ошо сихри һоро күҙҙәрҙе. Үҙенә текәлгән был күҙҙәр уны бер нисә секунд эсендә әсир итеп тә өлгөргәйне... Башҡа курста, ә, бәлки, бөтөнләй икенсе факультетта уҡыған ошо һоро күҙле егетте ул тағы ла бер нисә мәртәбә күрҙе. ҡараштары осрашҡан һайын уны тағы һәм тағы күргеһе килде. Ә бер аҙ ваҡыт күрмәй торһа, өҙөлөп уны һағынды... Әммә бер ҡасан да бер-береһенә ауыҙ асып һүҙ әйтешмәне улар. Мәле еткәс, үҙе лә һиҙмәҫтән, Мәфрүзә үҙен ғүмерлеккә ғашиҡ иткән был һоро күҙҙәрҙе юғалтты. Мәңгегә... Эйе, һәр хәлдә, башҡаса тағы ла ҡасандыр уларҙы күреүенә өмөтөн өҙөп, ошо көнгәсә шулай тип уйлап йөрөй ине. Тик хыялында ғына һаҡланып килде улар, төндәрен төштәренә инде...

Күҙҙәрен ҡоҙаһынан айырып алыуы нисек кенә ауыр булмаһын, Мәфрүзә башҡа ҡоҙа-ҡоҙасалар менән артабан танышыуын дауам итте.

Әммә Хәбир ҙә ҡоҙағыйының ҡарашын тәү күреүҙә үк таныны. Сөнки ул да бынан бик күп йылдар элек күргән һәм тәү ҡарауҙа үҙе үлеп ғашиҡ булған матур йөҙҙө осратты. Бына ошо осрашыуҙа уларҙың ҡараштары йәшен тиҙлеге менән үҙ-ара аралашып та өлгөрҙө...

– һаумы, бәғерем! Әллә ҡасан уҡ юғалтҡайным үҙеңде. Иҫән булыуыңа, һаман да шулай уҡ иҫ китмәле һылыу, матур көйөнсә һаҡланыуыңа бик шатмын, – тине Хәбирҙең һоро күҙҙәре.

– һаумы, йәнем, – тип яуап бирҙе уға сөм ҡара күҙҙәр. – Нисәмә йыл инде, башҡа бер ҡасан да күрә алмаҫмын тип, үҙеңдән төңөлөп тә бөткәйнем. Тик көн дә тиерлек төштәремә индең.

– Минең дә гелән һинең турала уйлайым, гүзәлем минең.

– Ошоғаса һинең исемеңде лә белмәй инем бит әле мин. Әле улың әйткәс кенә тәү тапҡыр ишеттем.

– Минең дә бөгөн һинең исемеңде тәүгә ишетеп тороуым.

– Ә ниңә теге ваҡыт, бынан егерме ете йыл элек, дөйөм ятаҡ коридорында мине туҡтатып, исемемде һораманың, йәнем? Мин үҙеңә һис икеләнеүһеҙ, һис тартыныуһыҙ әйтеп тә биргән булыр инем исемемде. Танышып та киткән булыр инек, бәлки...

– Ул саҡта, егет кеше булыуыма ҡарамаҫтан, үтә лә ҡыйыуһыҙ инем шул. Тап ана шуның өсөн дә ғүмерем буйы үкенеп йәшәйем.

– Әгәр шулай булырын белһәм, бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, үҙем үк башлап танышырға тәҡдим яһар инем. Ғүмерем буйы үҙемде яндырған мөхәббәт уты шулай уҡ ғазаплы булырын белгән булһам... Ярар, йәнем, башҡа ҡоҙалар менән дә танышаһым бар. Беҙҙең аралағы элемтәне берәйһе һиҙеп ҡалыуы ихтимал...

– Йә, ярай, улай булғас, бар, башҡалар менән таныша тор, – тине һоро күҙҙәр, – әле тағы, тағы осрашырбыҙ тип өмөт итәм...

Уларҙың күҙ ҡараштарының бер-ике секунд аралашыуын, әлбиттә, ситтән ҡарап тороп һиҙеү мөмкин түгел ине. Ундай һөйләшеү тик бер-береһенә бик тә ныҡ ғашиҡ булған кешеләр араһында ғына була торғандыр.

Йәштәрҙең ЗАГС-та яҙылышыу тантанаһы, дуҫтарҙың, туғандарҙың ҡотлауҙары, фото һәм видеоға төшөүҙәр ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең бығаса күп тапҡырҙар ҡабатланып, өйрәнеп бөткән сценарийы буйынса барҙы. Үҙҙәрен ер йөҙөндә иң бәхетле тойған кейәү егете менән ҡыҙ был мәшәҡәттәрҙе күрмәне лә тиерлек. Сөнки уйҙары, кисерештәре менән улар бер-береһенең күңелдәренә инеп, иреп, башҡа тирә-йүндәгеләрҙе бөтөнләй тиерлек тойманы. ҡулға-ҡул тотоношҡан, ҡараштарын бер-береһенән айыра алмаған был икәү хыялдары менән бәхет тулҡынында йөҙҙө, йә иһә ҡанатланып, һис бер болот әҫәре булмаған зәп-зәңгәр, икһеҙ-сикһеҙ йыһанды гиҙеп осто. Ниҙер әйтеп мөрәжәғәт иткән сағында бер нәмә лә ишетмәгән йәштәргә ЗАГС бүлеге сәркәтибе йыш ҡына икешәр мәртәбә ҡабатларға мәжбүр ине...

Йыйылған ҡунаҡтарҙың һәммәһе өсөн дә был формаль никах процедураһы, әлбиттә, ғәҙәти күренеш. Шулай ҙа, ҡыҙыҡлы, матур ғөрөф-ғәҙәтте барыһы ла оло ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән тамаша ҡылды. Әммә, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, урта йәштәрҙә булыуҙарына ҡарамаҫтан, фәҡәт ике йөрәк өсөн никах тип аталған был төшөнсә бөтөнләйгә икенсерәк, уғата ла ҡәҙерле ине. Улар өсөн ысын никах тик хыялдарында йәшәгән, бер ҡасан да барып етмәҫлек монар ғына. Бына улар – Хәбир һәм Мәфрүзә. ҡасандыр икеһенең дә башҡа-башҡа булған никахтары, гүйә, уларҙың йәшәү дәүерендә булған ниндәйҙер бөтөнләйгә икенсе төр бәйләнеш, тик никах түгел, түгел... Уйҙары менән Мәфрүзә туй күлдәге кейгән ҡыҙы урынында булды, хыялындағы һөйгәне – Хәбирен кейәү егете урынына ҡуйҙы...

...ЗАГС сәркәтибе егет менән ҡыҙҙан никахҡа ризалыҡтарын һорағас та, Мәфрүзәнең моңһоу ҡарашы сираттағы мәртәбә һоро күҙҙәр менән осрашты.

– Мин риза, йәнем, – тине Мәфрүзә уйы менән.

– Мин дә, бәғерем, – тип һөйкөмлө итеп баҡты уға һоро күҙҙәр.

– Ә һин беләһеңме, йәнем, никахты беҙҙең яҡта тағы ла нисек итеп атағандарын?

– Нисек һуң?

– «Әйттереү» тип тә атайҙар уны беҙҙең яҡта.

– ???

– Эйе, әйттереү тип. Сөнки боронғоса ла, хәҙергесә лә, егет менән ҡыҙҙан уларҙың ризалығын әйттерәләр. ҡасандыр төрлө никах йорттарында бер-беребеҙҙән айырым никах төҙөгәндә һинән дә, минән дә әйттергәндәр. Икебеҙ ҙә формаль яуап биргәнбеҙ. Әммә мин ысын күңелдән тик әле генә, тик һиңә генә әйттем, йәнем. Тик һинең менән генә никахҡа ризамын.

– Эйе, бәғерем, һин үҙең тап мин уйлағанды ғына әйтәһең. Раббыбыҙ минең улым менән һинең ҡыҙыңды ҡауыштырып, һинең менән мине осраштырырға яҙғандыр. Бөгөнгө көндә мин тап ана шуның менән бәхетлемен. Балаларыбыҙға үҙемдең һиңә ҡарата булған һымаҡ эскерһеҙ саф мөхәббәт теләйем.

– Күңелебеҙ менән әйттерешһәк тә, ысынбарлыҡта бер ваҡытта ла был турала бер-беребеҙгә хатта бер генә өн менән дә һис ни ҙә өндәшмәйәсәгебеҙ көн кеүек асыҡ. Сөнки был – Аллаһ алдында ҙур гонаһ. Балаларыбыҙҙың күңеленә лә шик төшөргә тейеш түгел, әстәғәфируллаһ. Беҙҙең әйтелмәгән мөхәббәтебеҙ йөрәктәребеҙҙә һәр саҡ шулай саф көйө һаҡланһын. Ваҡытында беҙ бер-беребеҙгә бер ни ҙә әйтеп өлгөрмәнек. Балаларыбыҙ никах тураһында һөйләшергә ҡайтҡас та, үҙем дә һиҙмәҫтән: «...Зинһар өсөн, һуңлап ҡуя күрмәгеҙ», – тип йәштәрҙе ҡабаландырыуым, ихтимал, ана шунан булғандыр.

– Беҙ һинең менән һуңланыҡ шул, йәнем. Барыһына ла үҙем ғәйепле, бешмәгән. Ир-егет булараҡ, һиңә үҙем башлап мөхәббәтемде аңлатырға тейеш инем...

– Үткән эштән төш яҡшы, тиҙәр бит әле. Әммә мин улай тип уйламайым. Беҙҙең үткәндәр һис тә эҙһеҙ юғалмаған һәм юғалмаясаҡ. ҡайҙалыр уҡығайным, ниндәйҙер бер философ мөхәббәтте ғәйәт көслө энергетик ялан менән тиңләй. Ә энергия бер ҡасан да юҡ булмай, тик икенсе төргә генә күсеүе мөмкин. Тап ана шул беҙҙең икебеҙҙең аралағы мөхәббәт яланы беҙҙең балалар араһындағы саф һөйөүгә лә, бәлки, булышлыҡ иткәндер. Беҙҙең балаларыбыҙ араһында булған һөйөү, бәлки, беҙҙекенән дә көслөрәктер тигән өмөт тә бар. һәр хәлдә, мин дә үҙебеҙҙең балаларыбыҙ өсөн шатмын. Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итәм. Уның яҙғанынан бер ҡасан да уҙып булмай. Күрәһең, беҙгә ана шундай яҙмыш яҙылған...

Мәфрүзә менән Хәбир тағы әллә күпме һөйләшкәндәрҙер, уларҙың ни һөйләшкәнен бер Аллаһынан башҡа берәү ҙә белмәне һәм белеү мөмкин түгел ине. Ошо ике йөрәк серләшеүен әйтелмәгән мөхәббәт тип атарға ғына булыр ине. Әйтелмәгән, әммә йөрәктәрҙең иң түренән сыҡҡан саф, эскерһеҙ мөхәббәт!
Читайте нас: