Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
2 Август 2021, 22:30

Хәния Фәрхиҙең арабыҙҙан китеүенә дүрт йыл булды

Уның йырҙары халҡыбыҙ күңелендә оҙаҡ йәшәр әле. 

Хәния Фәрхиҙең арабыҙҙан китеүенә дүрт йыл булды
Хәния Фәрхиҙең арабыҙҙан китеүенә дүрт йыл булды

Уның ижадын һөйгәндәр ҙур юғалтыу кисерҙе. Ул үҙе лә алсаҡ булды, журналистар менән дә һәр саҡ ихлас аралашты. Үҙе иҫән саҡта тормош иптәше Ғәбделхәй менән танышҡан сағын да бер ҙә йәшермәне, нисек бар шулай һөйләй ине.

"... Мин ул вакытта айырылған ҡатын. Ҡыҙым Әлиә менән икәү фатир яллап йәшәйбеҙ. Яңғыҙлыҡ ваҡыттары... Күршелә бик матур бер ғаилә – Рәйес менән Ғәлиә йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар мәрхүм инде. Улар беҙҙе таныштырҙы, туйыбыҙҙа шаһиттар булдылар. Тик ғүмерҙәре ҡыҫҡа булды. Рәйестең ағаһы менән Ғәбделхәй күрше йәшәгән. Ғәбделхәй ҙә шулай уҡ айырылған. Монголияла эшләп ҡайткан, бер йыл янғыҙ...

Ҡазанда Камал театрында гөрләп концертым уҙҙы. Өй тулы сәскәләр, бүләктәр... Ҡыҙым Башҡортстанда, атай-әсәйемдә ҡунаҡта. Концерт бөткәс, күңелдә ниндәйҙер тынлыҡ, хатта бушлыҡ ҡалды, тип әйтер инем. Әле генә шығырым тулы залға эшләп ҡайтып, фотоға төшөп, автографтар таратып... өй уртаһында бер яңғыҙым ултырам. Яңғыҙ ҡатын... Шунан гармунды алдым да әкрен генә йырлай башланым. Бер мәл ишек шаҡыйҙар... Асам, күршеләрем Рәйес менән Ғәлиә тора. "Хәниә, бигерәк моңһоу ултыраһың, күңел түҙмәне, асыуланма инде, һинең менән һөйләшергә индек. Беҙҙең Саллыла бик яҡшы дуҫыбыҙ бар. Әйҙә әле, таныштырайыҡ үҙеңде", – тине Рәйес".

Шулай итеп, Хәниә менә Ғәбделхәй һабантуйҙа танышып, бер-береһен бер күреүҙән оҡшата.

Иң ҡыҙығы шул: Пермдә "Барҙы йыйыны" тигән концерттан һуң уларҙы иҫке генә ҡунаҡханаға урынлаштыралар, ишектәре пружиналы була. Хәниә алдынан берәү инә, уның артынан йылмайып инеп барған йырсыға, теге ишек ысҡынып китеп, күҙ төбөнә бәрә. Ғәбделхәй менән танышҡанда шул һуғылған күҙенең төбө йәшелләнгән сағы булған... "Ғүмерҙә онотмайым, бик уңайһыҙ булды", – ти был хаҡта йырсы.

Танышҡан көндө һабантуйға баралар. Машина менән байрам яланына үткәрмәгәс, костюмдарҙы күтәреп, йәйәү атлайҙар. Шул саҡта йырсының капрон ойоҡтары үләнгә эләгеп йыртыла. "Күҙ алдына килтерәһегеҙме... күлдәктәремде күтәргән Ғәбделхәй һәм мин – дуҫтары маҡтаған йырсы Хәниә Фәрхи, күҙ күк, ойоғом йыртыҡ... Мин әйтәм: "Ғәбдехәй, миңә ойоҡ кәрәк, сәхнәгә сыға алмайым". Шулай итеп, бер сәғәт кенә таныш булған Ғәбделхәй күҙ менән үлсәмемде самалап, миңә ойоҡ табып килтерҙе", – тип һөйләп ҡалдырған йырсы.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: