Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
4 Сентябрь 2021, 18:40

Кейәү үңгәре. Булған хәл

Мин бала саҡта булды был хәл. Бер мәл беҙҙең өйгә ҡыҙ йәшергәндәр. Тауышҡа уянып китһәм, мейес башында бухылдаҡ шәм тора. Тышта кешеләр тауышы ишетелә. Бына кемдәрҙер соланға инеп, ойпалаша башланы. Талаша торғас, бер ҡыҙҙы сарылдатып һөйрәп алып сығып киттеләр. Уның артынан башҡа ҡыҙҙар ҙа эйәрҙе. Мин дә эйәрҙем. Теге ҡыҙҙы кейәү өйөнә алып инеп киттеләр, эстә тағы ла ыҙғыш башланды. Баҡтиһәң, яңылыштан икенсе ҡыҙҙы тотоп алып ингәндәр икән өйгә. Кейәү үңгәре аптырамай ҙа: «Бәй-бәй, был Бибисара бит, Бибисара, һин ниңә бында кешенең башын бутап йөрөйһөң ул? Әйҙә, сығып кит!» – тип тегене ҡыуа икән. «Әйткәнде лә тыңламайынса, үҙең һөйрәп индерҙең.

Кейәү үңгәре (булған хәл)

Кейәүгә сығыу, кәләш алыу һәр кем ғүмеренең иң матур осоролор. Шул ғәмәлде йола буйынса атҡарыу кейәү үңгәренең төп эше. Ҡайһы төбәктәрҙә кейәү үңгәрен «кейәү көсөгө» тип атайҙар, заманса иһә «шаһит» тип кенә ебәрәләр. Кем ҡыҙ йәшереү йолаһын атҡарғанда буласаҡ кәләш өсөн тартҡылашты күрмәгән, шул иң ҙур һәм иң ҡыҙыҡ тамашанан мәхрүм ҡалған. Ә егетмен тигән егеттең ҡайһыһы кейәү үңгәре булырға хыялланмай икән? Кейәү үңгәре булыу йыуаш, асығауыҙ егеттәрҙең эше түгел, ә таһыллылар шөғөлө. Минең дә бала саҡтан ҡыҙ йәшереү йолаһын атҡарыуҙарын күргәнем булды. Аҙаҡ үҙемдең өлөшкә лә төштө был мөһим эш.

Бер көн беҙгә Фуат дуҫым килеп инде лә, үҙенең өйләнәсәге тураһында белдереп, миңә кейәү үңгәре булырға тәҡдим итте. Ризалаштым. Тәүҙә Фуат атаһы, өлкән ағаһы менән Кәрим атлы ҡоҙаларға барып, уның Зөлхизә исемле ҡыҙын әйттереп, мулланан бата уҡытып ҡайтты. Йола буйынса, кейәү алдағы йомала ҡыҙ менән ҡушылырға барырға тейеш. Унда кейәү егете кейәү үңгәре менән бара. Был йоланы беҙҙең яҡта «кейәүләй барыу» тип тә атайҙар. Был ҡыҙҙы егеткә ҡушыу көнө була.

Ҡыҙ ҡушыу, ғәҙәттә, төндә башҡарыла. Был ваҡытта кейәү үңгәренә бик етди булырға тура килә, сөнки ундай мәлдәрҙә төрлө хәүефле хәлдәр ҙә булыуы бар. Ҡайһы бер һорауҙарҙы асыҡлау өсөн Фуаттан һорашам, рәтен килтерәм: «һиңә ҡыҙың үҙе риза булып сығамы?» «һин нимә, мин әллә ҡыҙ ҡарамаҫтай кешеме? Беҙ инде уның менән йылдан ашыу осрашып йөрөйбөҙ», – тип бурылдай Фуат. «Ә Зөлхизәнең артынан йөрөгән егете юҡмы?» – тигән стратегик һорауымды ла бирәм. «Юҡ шикелле, ә ниңә?» – тип күҙе аҡая Фуаттың. Һорашмай ҙа булмай, алдан барыһын да аныҡ белеү яҡшы. Төрлө хәлдәр булғылай – был хаҡта ишеткән дә, күргән дә бар.

Мин бала саҡта булды был хәл. Бер мәл беҙҙең өйгә ҡыҙ йәшергәндәр. Тауышҡа уянып китһәм, мейес башында бухылдаҡ шәм тора. Тышта кешеләр тауышы ишетелә. Бына кемдәрҙер соланға инеп, ойпалаша башланы. Талаша торғас, бер ҡыҙҙы сарылдатып һөйрәп алып сығып киттеләр. Уның артынан башҡа ҡыҙҙар ҙа эйәрҙе. Мин дә эйәрҙем. Теге ҡыҙҙы кейәү өйөнә алып инеп киттеләр, эстә тағы ла ыҙғыш башланды. Баҡтиһәң, яңылыштан икенсе ҡыҙҙы тотоп алып ингәндәр икән өйгә. Кейәү үңгәре аптырамай ҙа: «Бәй-бәй, был Бибисара бит, Бибисара, һин ниңә бында кешенең башын бутап йөрөйһөң ул? Әйҙә, сығып кит!» – тип тегене ҡыуа икән. «Әйткәнде лә тыңламайынса, үҙең һөйрәп индерҙең. Индергәс, әйҙә, ҡуш, миңә кейәү кәрәкмәй тиһеңме әллә?» – тип аяҡ терәп ҡаршылаша икән Бибисара. Ысын кәләште һуңынан ғына әсәһенең өйөндә илап ултырғанда барып тапҡандар. Ярай әле, аҙағы яҡшы тамамланған. Күңелһеҙ хәлдәр ҙә булғылаған. Алтмышынсы йылдарҙа Йылайыр йылғаһы буйындағы ауылдарҙың береһендә ризалығын һорап тормайынса ата-әсәһе ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә була. Әйттерергә ҡоҙалар килеп төшөүгә, теге ҡыҙ юҡ була ла ҡуя. Ҡыҙҙы кис буйы, төн буйы эҙләп таба алмайҙар һәм ҡоҙалар иртәгәһенә ҡороғул ҡайтып китә. Ҡыҙҙың яратҡан егете булған икән, йәштәр урманға ҡасып китеп, ике көн буйына ҡайтмағандар.

Яман хәлдәр ҙә һирәк-һаяҡ осрап торған кәләш әйттергән саҡта. Ишетеүемсә, бер хәл 30-сы йылдарҙа Йылайыр йылғаһы буйындағы ауылдарҙың береһендә, икенсеһе 60-сы йылдарҙа һаҡмар йылғаһы буйындағы бер ауылда булған.

Ике осраҡта ла кәләш алырға килгән кейәү атының ҡойроғон ҡырҡҡандар. Был күренештең борондан килгән ырымы: яуыз ниәт менән кейәүҙе мәсхәрәләп ҡайтарып ебәреү. Был осраҡта өйләнешкән йәштәр айырылаша, йә татыу йәшәй алмай икән...

* * *

Китә торған көн дә килеп етте. Фуат менән кәрәк-яраҡты тейәп, фатиха алып, йоманан һуң юлға сыҡтыҡ. Ҡараңғы төшөүгә, ауылға барып индек. Беҙҙе ҡыҙҙың ата-әсәһе, бер нисә оло туғаны ҡаршыланы. Бер аҙҙан мулла килде. Табынға ултырғас, муллаға һүҙ бирелде. Ул үҙ һүҙен әйткәндән һуң, мин кейәү бүләктәрен тараттым. Ашап сығыуға, тышта ҡыҙҙың еңгәләре, егет-ҡыҙҙар, бер-ике малай көтөп тора ине. Еңгәйҙәрҙең береһе күҙәтеүсе-һаҡлаусы икән. Йәшерелгән ҡыҙҙы эҙләп киттек. Көҙгө төн ҡараңғы, күҙгә төртһәң дә бер ни күренмәй. Ҡараңғыла төртәләнеп бер нисә өйгә инеп сыҡҡан булдыҡ. Юҡ. «Таба алмай, кәләшһеҙ ҡайтып китәсәкһегеҙ», тип, йәштәр беҙҙе сәмләндерә. Шулай мәшәҡәтләнеп йөрөгән арала бер малайға ипләп кенә төрттөм дә, ҡолағына: «Апайыңды табып бирешһәң, бәке бирәм», тип шыбырҙаным. «Алдайһың, тәүҙә бәкеңде күрһәт», ти малай. Уға бәке һабын тоттороп ҡараттым. Ышанды. Ҡыҙ йәшерелгән өйҙө таптыҡ. Вәғәҙә – иман ботағы, малайҙы ризалаттым. Соланға ингәс, өй ишеген шаҡылдатам. Үҙем өй эсен тыңлайым. Эстә шыбырлашҡан, сырҡылдашҡан тауыштар ишетелә. Эс йылынып китте. Ҡыҙ бында.

Ошонда инде һатыулашыу башлана, унда телгә оҫталыҡ, сабырлыҡ талап ителә. Еңгәләрҙең һораған бер нәмәһен бирә башлаһаң, һатыулаша белмәһәң, ҡыҙһыҙ ғына түгел, ыштанһыҙ ҡалырһың. Әлбиттә, бында еңгәләрҙән дә күп нәмә тора. Әгәр ҙә еңгә нәфселе, оятһыҙ булһа, йола буйынса был шарттың шаяртыу ғына икәнен аңламаһа, кейәүҙең кәйефе ҡырылыуы ла мөмкин. Бындай осраҡта кейәү үңгәре дыуамалыраҡ булһа, өйгә тәҙрәне ярып та инеүе мөмкин. Ҡыҙ тоттороуҙа ике еңгәй ҡатнаша, һәр ҡайһыһының үҙ вазифаһы бар: береһе – йәшереүсе, икенсеһе – тоттороусы. Йәшереүсе еңгә ҡыҙ һәм уның әхирәттәре менән өйҙә бикләнеп ултыра, ә ҡыҙ тоттороусы еңгә кейәү үңгәре менән бергә килә. Тәүҙә ишек бауын тотоусы еңгә менән кейәү үңгәре араһында һатыулашыу башлана. Бүләк алғас, эстәге еңгә ишекте аса, ә икенсе еңгә ҡыҙ менән кейәүҙе аулаҡ өйгә алып бара, ошонда йыртыш тартыу йолаһы башҡарыла. Тыштан өйҙө бикләп тә ҡуялар. Кейәү, хәленә ҡарап, был еңгәгә лә тейешле бүләген бирә. Ни өсөн ишек бауы тигәндәрҙер, уныһын белмәйем. Ул саҡта өй ишеге эсендә биге булманы. Төнгөлөккә ишеккә арҡыры ағас ҡуйып, шуны ишек тотҡаһына бау менән бәйләп ҡуйырҙар ине. «Ишек бауы» тигән һүҙ, бәлки, шунан ҡалғандыр.

Бына мин ишек туҡылдатам.

– Кем бар унда, ваҡытһыҙ йоҡо бүлдереп йөрөйһөгөҙ, – тигән тауыш ишетелә. Ул беҙгә ишетерлек итеп иҫнәгән була, һынын килтерә.

– Беҙ, – тием мин.

– һеҙ кем тағы? – ти теге тауыш.

– Беҙ юлаусылар, фатирға төшөрөгөҙсө, – тигән булам.

– Төн уртаһында йоҡо бүлдереп йөрөмәгеҙ, юлығыҙҙа булығыҙ, – ти теге.

– Бик алыҫтан киләбеҙ. Ат та арыны, үҙебеҙ ҙә асыҡтыҡ. Ҡайтырға алыҫ, ял итеп кенә китәйек, – тием мин һаман ныҡышып.

– Ирем өйҙә юҡ, шуға асмайым, – ти теге ҡатын.

– Бик мөһим йомош менән йөрөп ятабыҙ, – тим.

– Сер булмаһа, ни йомош? – ти баяғы ҡыҙ.

– Сер түгел, беҙ юҡты эҙләп йөрөйбөҙ, – тип мин һынын килтерәм.

– Юҡтың аты ла юҡ, – тигән булалар теге яҡтан.

– Инеп кенә сығырға рөхсәт ит. Матур-матур тауыштар ҙа сыға. Бәлки, бында күңелем оҡшағаны табылыр, – тием.

– Матур ҡыҙҙар күп бында. Тик беҙҙең ишек буштан-бушҡа асылмай шул, автоматлы! – ти теге ҡыҙ батырайып.

– Ха-ха, сүс баулы ишегегеҙ автоматлымы? Хаҡын күпме һорайһың? Нимә һорайһың, кемде һорайһың? – тип теҙеп китәм һорауҙарҙы.

– Хе-хе, мин һорармын да ул, тик һинең хәлеңдән килмәҫ шул. Кеҫәң ҡалынмы һуң? – тип ҡыҙ мәсьәләгә яҡын килә башланы.

– Хаҡынды әйт, һөйләшербеҙ, – тим мин эре генә.

– Ишек бауы хаҡы бер мең дә бер һыйыр, – тип теге хаҡ бесә.

Әлбиттә, бер меңгә ул саҡта өс һыйыр алырға була ине. Шулай ҙа ышанған, аптыраған булып, һатыулашыуымды дауам итәм.

– Кит әле, ҡалай ҡомһоҙһоң. Бер мең дә бер һыйырға мин бөтә ҡыҙҙарыңды, шул иҫәптән үҙеңде лә һатып алам. Хәҙер ҡыҙҙар арзан, бер егеткә өс ҡыҙ тура килә, ә беҙҙең кеүектәргә – биш ҡыҙ. Хәҙер үк китеп барыр инем, эргәмдә торған кейәү йәл. Ҡыҙҙы күрергә тип өҙөлөп, йән атып тора. Ҡыҙ ҙа көтәлер, шуға тиҙерәк килешәйек, – тип еффәрәм.

– Ҡалай ярлы, бахыр кешеләр икәнһегеҙ. Шул башығыҙ менән кәләш алырға килдегеҙме? Ярай, кеҫәгеҙ һай булғас, йөҙ һумға ла риза...

– Эйе, эйе, килештек, – тинем дә, тегеләр ишекте ҡыҫҡайны, бер һумды эскә тыҡтым. Шул мәлде файҙаланып, ишекте ҡапыл асып инәйем, тиһәм, эстән әлеге бау менән бәйләнгән икән. Ҡыҙҙар шырпы яҡтыһында аҡсаны ҡарап, ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр.

– Кит, хәстрүш, үҙҙәре фәҡир, үҙҙәре алдаҡсы бит әле. Бер һум биреп алдамаҡ булалар...

– Беҙҙең бер һум бәрәкәтле, һеҙҙең йөҙ һумға торош итә, – тием мин дә мах бирергә теләмәйенсә.

– Кит, мәсхәрә, бер һум аҡса менән кеше кәләш алырға киләме? Беҙҙең ҡыҙҙар бер һумлыҡ ҡына түгел. Кеше көлдөрөп. Көмөш ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ бит улар, – ти тегеләр тағы.

– Ярай инде, көлмәйбеҙ, мә тағы ла йөҙ һум, – тип ярыҡтан тағы өс һум тығам. Тегеләр тағы шырпы һыҙып ҡарайҙар.

– Кит, ҡалай һаран икәнһегеҙ. Үҙебеҙҙә бынамын тигән егеттәр бар, шуларға бирәбеҙ ҡыҙыбыҙҙы, – тип тегеләр тағы ла утҡа кәрәсин өҫтәй.

– Ҡуй инде, етәр. Яулыҡты бир ҙә ҡуй, – ти кәләшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡып эргәмдә үрһәләнгән Фуат тағы ла бөйөрөмдө төйөп.

– Ярай, үпкәләшмәйек. Эште оҙаҡҡа һуҙмайыҡ. Бында егет сыҙамай, тегендә ҡыҙҙың түҙемлеге бөттө. Йәштәр хаҡына килешәйек инде. Һиңә матурҙан бер яулыҡ, өҫтәүенә биш һум аҡса...

Ошоно әйтеүем булды, эстәге еңгә лә йомшарҙы.

– Ярай, йәштәрҙе йәлләп асам, – вәғәҙә яулыҡ еңгәнең ҡулына күсеүе булды, ишек асылды китте.

Өйгә атылып инеп, урындыҡ өҫтөндә күбәләй булып өйөлөп ятҡан ҡыҙҙарға арыҫландай ташландым. Улар йола буйынса ҡыҙҙы кейәүгә һуңғы сиккәсә бирмәйсә яҡларға тейеш. Ә мин уны тартып алып, кейәүгә тотторорға тейешмен. Бына, исмаһам, алыш: эре-эре аркар шикелле ҡыҙҙарҙы – әллә ҡурҡышымдан шулай күренәләр инде, әллә тоҡомдары шулай эре һөйәкле -берәм-берәм алып ситкә ата башланым. Ҡыҙ иң аҫта ятырға тейеш, тигән уй менән иң аҫҡа юл ярам. Өс-дүрт ҡыҙҙы алып ырғытыуға, уларҙың береһе килеп билемдән һыға ҡосаҡлап, ҡалғандары ҡулымдан тотто ла, арттағы карауатҡа барҙы ла ултырҙылар. Эй, көслөләр шайтандар, ҡыбырҙай ҙа алманым. Фуатҡа ҡысҡырып, ярҙам һорайым. Ул мине ҡыҙҙар ҡосағынан йолҡа тартып алды. Әллә нимә шатыр-шытыр итеп ҡалды. Баҡһаң, көҙгө пальто ғынамдың билбауы, төймәләре өҙөлөп ҡалған икән. Ҡыҙҙар тағы ябырылды. Хәҙер инде көс менән генә алдырып булмаҫын аңлап, хәйләгә күстем. Уларҙың нескә еренә ҡулымды яҡынайтыуым йә тейҙереүем була, тегеләр үҙҙәренән-үҙҙәре ырғый ҙа китә. Эш еңеләйҙе. Бына иң аҫта ятҡан ҡыҙға ынтылам. Фуаттың кәләше шул булырға тейеш, тип уйлайым. Кәләшен алдан күрмәгәс, танымайым. Ҡыҙҙы һыға ҡосаҡлап, кейәүгә тотторайым, тиһәм, Фуат юҡ. Ҡыҙҙар тағы ябырылмаһын өсөн тышҡа сығыу яйын ҡарайым. Тотоп алған ҡыҙҙы ҡулдан ыскындырыу юҡ инде ул. Ҡыҙ өн дә сығармай, үҙе лә ысҡынырға уйламай, ҡаршылыҡ күрһәтмәй, ыңғай ғына тик бара. Кейәүе менән ҡушылырға булғас, ыңғай баралыр тип уйлайым. Урамға сыҡҡас, ян-яғыма ҡарайым. Фуат юҡ. Был ни эш? Фуат та юҡ, еңгә лә күренмәй. Әллә теге көслө ҡыҙҙар кейәүҙе айыу һымаҡ йөкмәп алып киттеләрме икән? Тауыш биреп ҡарайым. Ярай, ни булһа ла ҡыҙҙы ҡулдан ыскындырмай, ҡоҙалар яғына барырға кәрәк тип, шул яҡҡа табан атлайбыҙ. Фуаттың тауышы ишетелеп ҡалды. Янына барҙыҡ.

– Нишләп кәләшеңде ташлап ҡасып киттең, кейәү кеше, мә, тот, – тип уға үҙем алып килгән ҡыҙҙы тоттормаҡсы булдым.

– Миңә бер кәләш тә етә. Бына минең кәләшем, уныһы үҙеңә булһын, – тип янындағы ҡыҙға ымлай Фуат, үҙе лә, кәләше лә туҡтауһыҙ көлә.

Ҡыҙ ҙа көлгән була. Уны ҡайтарып ебәрергәме, әллә бергә алып китергәме? Әллә ҡайҙан етәкләп алып килдем, үҙе ыңғай ғына атланы. Ташлап китеүе лә йәл, ҡайҙалыр алып барырға уй ҙа юҡ. Шулай ҙа:

– Бер юлы өйләнәм дә ҡуям, расход та әҙ булыр, бер юлы Фуат менән был ауылдан ике кәләш ала ла ҡайтабыҙ, – тип шаяртҡан булып, ҡыҙ менән кейәү ҡушыла торған йортҡа табан атланыҡ.

Аҙаҡтан шул асыҡланды. Мин кәләште алдан күрмәгәс, ҡыҙға талашҡанда уны ла алып ташлағанмын икән. Фуатка шул ғына кәрәк булған: кәләшен алған да һыпыртҡан. Ә айыу ҡыҙҙар ҡыҙыҡ күреп, әйҙә минең менән шаярған.

Шул тиклем өйөм араһынан көс түгеп тапҡан ҡыҙҙы нишләп ысҡындырып ебәрәйем. Ебәрмәнем. Кейәү менән ҡыҙҙы бергәләп ҡуштыҡ. Йола буйынса еңгәйҙәр уларҙы бикләп китте. Беҙ теге ҡыҙ менән икәүҙән-икәү тороп ҡалдыҡ. Өлөшөмә төшкән көмөшөм, тигәндәй, бәлки, ошолор киләсәк кәләшем, тип, ҡыҙға яҡындан танышырға тәҡдим яһаным. Ул ҡаршы килмәне. Кейәү сәйендә бергә-бергә ҡунаҡ булып йөрөнөк. Бер нисә айҙан өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Ҡатындан бик уңдым. Кейәү үңгәре булып барыуымды иҫкә төшөргән һайын бик ҡыуанам, һаман да әле шул саҡтағы хәтирәләр матур булып иҫтә һаҡлана.

Рәфҡәт МӘХИЙӘНОВ.

"Ейәнсура таңдары"нан.

Кейәү үңгәре. Булған хәл
Кейәү үңгәре. Булған хәл
Автор:
Читайте нас: