Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
12 Сентябрь 2021, 20:30

"Буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар"

– Бәй-бәй, мәрйә булһа ни, ул да кеше балаһы бит. Урыҫса әпәй-тоҙлоҡ ҡына һупалайымсы. – Әсәй, тик ул бер нисә тапҡыр кейәүҙә булған шул...

"Буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар"
"Буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар"

Гөлсөм МОНАСИПОВА

"Буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар"

– Әсәй, һөйөнсө, мин өйләнәм! - Айгиз ишектән үк әсәһенең күптән көткән хәбәрен һөрәнләне.

– Әлхәмдүлилаһ! Ауыҙыңа бал да май! Күрер көндәрем бар икән! Атайың ғына күрә алманы шул...

– Әсәй, ул тик беҙҙең милләттән түгел шул, мәрйә ҡыҙы.

– Бәй-бәй, мәрйә булһа ни, ул да кеше балаһы бит. Урыҫса әпәй-тоҙлоҡ ҡына һупалайымсы.

– Әсәй, тик ул бер нисә тапҡыр кейәүҙә булған шул...

– Беҙ йәш саҡта кемгә барғанбыҙ, шул бер кеше менән мендәрҙә сәс ағарта инек. Заманалар шулай булғас, ҡалайтаһың инде? Әҙәм балаһының яңылышҡан саҡтары ла, аңлашып бөтмәгән ваҡыттары ла булалыр.

– Әсәй, буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар...

– Булһа ни, үҙебеҙҙеке кеүек ҡарарбыҙ, балаларҙың булыуы насар түгел. Тағы ла ишәйеп китерһегеҙ, йәшәүе лә күңеллерәк булыр.

– Әсәй, беҙҙең йәшәргә урыныбыҙ юҡ...

– Нимә һөйләп тораһың тағы! Атайың нигеҙе бит, һин йәшәмәй, кем йәшәһен инде был өйҙә!

– Әсәкәйем, һин ҡайҙа йәшәрһең икән?

– Эй, балаҡайым! Рәхмәт төшһөн! Гел мине уйлайһың инде! Бигерәк изге күңелле булдың – бер көндә киленле лә, өләсәй ҙә иттең. Һиңә һәйбәт булһа, миңә ҡайҙа ла яҡшы булыр, балаҡайым.

 

\

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: