Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
25 Сентябрь 2021, 18:00

Хатым Һиңә, тол ҡатын...

Иремде ерләгәндән һуң өсөнсө йылыналыр, төш күрәм. Ҡәйнәмдәрҙең артында ғына Һаҡмар аға. Һыу буйынан, яр буйлап ирем килә икән,тим. Йөрәгем алҡымыма етеп, ҡаршы йүгерҙем. Эй ҡосаҡлайым, икән, тейем үҙен, эй һыйпайым, тотоп ҡарайым! Теп -тере! Йып-йылы ғына ирекәйемдең бөҙрә сәстәренең елгә елберләгәнен тиклем күрәм. ТЕРЕ! Йә аллаҮҙем һөйләнәм:"Уй, Ильшатым, ҡайһылай ҙа кеше яман! Һине үлгән тип һөйләп ҡотомдо алдылар бит! Бөтәһе лә шулай ти, бөтәһе лә! Нисек ышанырға һуң уларға бынан ары", - тип бытылдайым...

✍🏻 Хатым һиңә, тол ҡатын.
Иремде ерләгәндән һуң өсөнсө йылыналыр, төш күрәм. Ҡәйнәмдәрҙең артында ғына Һаҡмар аға. Һыу буйынан, яр буйлап ирем килә икән,тим. Йөрәгем алҡымыма етеп, ҡаршы йүгерҙем. Эй ҡосаҡлайым, икән, тейем үҙен, эй һыйпайым, тотоп ҡарайым! Теп -тере! Йып-йылы ғына ирекәйемдең бөҙрә сәстәренең елгә елберләгәнен тиклем күрәм. ТЕРЕ! Йә алла🙏🏻Үҙем һөйләнәм:"Уй, Ильшатым, ҡайһылай ҙа кеше яман! Һине үлгән тип һөйләп ҡотомдо алдылар бит! Бөтәһе лә шулай ти, бөтәһе лә! Нисек ышанырға һуң уларға бынан ары", - тип бытылдайым... Бындай төштән һуң уяныуы ауыр - ысынбарлыҡ аяныс: бергәләп ҡорған пландар селпәрәмә килгән, хыялдар иҙелгән, өмөттәр һүнгән... Тере мәйет булып йөрөгәнемде хәтерләйем, ябыҡтым, сиргә һабыштым. Бер нәмә лә баҫмай ул күңел яраһын - араҡы ла, тәмәке лә, һөйәркәләр ҙә. Бер яҡтан йәп-йәш кенә килеш мәрхүм булған иремде йәлләһәм, икенсе яҡтан үҙемде, минең уға бәйләнгән киләсәгемдең юҡҡа сығыуына һыҡтаным. (Саможалость - это то, чем упиваются многие, кто получил психологическую травму).
Үҙемде йәлләй торғас, тормошомдоң төпкөлөнә лә килеп төштөм. Шулай теләнем мин. Күңелемдәге бар теләктәремде, хыялдарымды пыран-заран сығарып ырғыттым: Ильшатһыҙ бер нәмә лә булыуы мөмкин түгел, йәнәһе..Әммә йәшәү теләге көслөрәк булып сыҡты, аллаға шөкөр. Йылдар китте үҙемде өйрәнеүгә, аңлауға, ҡабул итеүгә, "ҡорбан" роленән сығыуға... Юҡ, үткәндәргә бер ҙә үкенмәйем, уларҙы хаталар тип атауҙан ҡотолоп, тәжрибәгә әйләндерҙем.
❤ Һиңә, бөгөн/кисә/быйыл ирен ер ҡуйынына һалып ҡайтҡан әхирәтемә, бер -ике генә һүҙ әйтергә рөхсәт ит: үлемдең эмоциялары юҡ, үлем - факт. Уны сабырлыҡ менән ҡабул ит. Әлеге мәлдә тормошоңдо ҡырҡа үҙгәртерлек бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәй тор. Көндәлек режимыңды күҙәтергә тырыш, һаулығыңды ҡайғырт. Илау, ҡайғырыу, һыҡтау, өнһөҙ ҡалыу, һөйләшмәү, ҡатып ҡалыу, әрләү, һүгенеү һәм башҡалар - ҡайғы кисергән кеше өсөн нормаль күренеш. ҺИН -ТЕРЕ, һинең ғүмерең дауам итә - был ысынбарлыҡ. Тормош ғәҙел, тора -бара һин дә быны төшөнөрһөң. Аллаһ ни өсөндөр тап һиңә ғүмер бүләк иткәнен дә аңларһың. Сеү, сабыр, сабыр...

#башҡортпсихологыӘлмирә

Альмира Исхаҡова.

Хатым Һиңә, тол ҡатын...
Хатым Һиңә, тол ҡатын...
Автор:
Читайте нас: