Айгүзәл. Тәүге көтөп алған ҡыҙҙарына ата әсәһе шундай матур исемде һайлай. Айгүзәл. Исеме лә исеме. Ҡолаҡтарҙы иркәләп, күңелде тирбәлдереүсе моңло йыр төҫлө яңғырай. Исеменә есемелә тап килеп кенә тора. Хоҙай ошо һылыуҙы әүәләгәндә, бар көсөн йәлләмәй һалғандыр кеүек. Ап аҡ мәрмәрҙәй йөҙ, ҡыйылып киткән ҡара ҡаштар, шаян осҡондар һибеүсе ҙур ҡара күҙҙәр һәм һәр саҡ йылмайыусы ирендәр.
Ул урамдан ғорур атлап үткән саҡта, йәш егеттәрҙең генә түгел, өлкәнерәк ағайҙарҙың да йөрәктәре дөпөлдәп типкәндер.
Йәшәү рәүештәре насарыраҡ булһа ла, яратҡан ҡыҙҙарынан бер ниҙә йәлләмәне ата әсәһе. Магазинға килгән иң матур күлдәк, кофта, туфлиҙәр уға насип ине. Әсәһе нисектер һатыусылар менән уртаҡ тел таба ине шул. Арыуыраҡ әйберҙәр аҫтан йәшереп, таныш белештәргә генә һатылған заманда ла Гөльямал апай ҡыҙын хан ҡыҙылай кейендерҙе. Хатта хәллерәк йәшәгән әхирәттәренең төшөнә лә инмәй ундай кейемдәр. Ә Айгүзәл кейҙе. Йәне ни теләй барыһын да булдырҙы ата әсәһе. Әсәй кеше бөтә йөрәге менән яратты ҡыҙын. Уның өсөн доньяла уның ҡыҙынан да һылыуыраҡ, егәрлерәк, аҡыллыраҡ ҡыҙ юҡ ине. Кеше араһында һүҙ сыҡһа ла минең Айгүзәлем, минең Айгүзәлем бит ул тип кенә һөйләр булды. Ҡыҙының бергә уйнап үҫкән әхирәте Гөлсирәне яманлаңҡырап, үҙ ҡыҙын өҫтөнөрәк ҡуйып, ике ҡыҙҙы сағыштырып һөйләргә әүәҫләнеп алды. Әсәһе ыңғайынамы әллә үҙенең әхирәтенән күпкә өҫтөнөрәк икәнен үҙе белепме, Айгүзәл Гөлсирәне бахыр ғына, яман ғына тип кәмһетергә оҫтарып алды.
Бик күп егеттәрҙең төн йоҡоларын осорҙо Айгүзәл исемле һылыуҡай. Үҙенең әхирәттәренән күпкә һылыуыраҡ икәнен иртә аңлаған ҡыҙ, эре генә ҡыланды. Тупаҫыраҡ арҡыс торҡос һөйләшергә, кешене кәмһетеп көлөргә оялманы. Тәккәбер һәм һауалы ҡыҙҙың дуҫтары ла булманы тиерлек. Барыһы ла яйлап унан ситләште. Берҙән бер тоғро дуҫы Гөлсирә генә янында булды һәр ваҡыт. Һылыу ҡыҙ егеттәр менән дә ныҡ шаярҙы. Уларҙы бирсәткә урынына алмаштырҙы. Һайланды. Иң бай һәм иң сибәр егеткә кейәүгә сығырға хыялланды. Кисә йөрөгән егетен, бөгөн урамда осраһа танымамышҡа һалышып, икенсе егет менән ҡосаҡлашып үтеп китеү уның өсөн бер ни тормай ине. Һемәйеп ҡалыусы егеттәрҙе йәлләп Гөлсирә Айгүзәлгә улай ярамаҫ ине тип әйтә торғайны. Ә Айгүзәл шарҡылдап көлөп:
Йәлләйһеңме? Һиңә бүләк итәм, һинең егетең юҡ та баһа, тиер ине.
Әхирәтенең мыҫҡыл ҡатыш әйтелгән һүҙҙәренә иҫе китмәне Гөлсирәнең. Уның ҡыланыштарына өйрәнеп бөткән ҡыҙ хатта үпкәләмәйҙә ине. Гөлсирә лә төшөп ҡалғандарҙан түгел, үҙенсә бик матур ҡыҙ. Әхирәте генә уның матур икәнен ҡабул итергә һис тә теләмәй.
Миләүшә менән Рамаҙан беренсе кластан алып бер партала ултырҙылар. Мәктәптән бергә ҡайттылар. Бер береһенә ике өй аша ғына йәшәүсе ҡыҙ менән малай гел бергә уйнанылар. Талашып һуғышҡан ваҡыттары ла булды. Үҫә килә уларҙың дуҫлығы һөйөүгә әүерелде. Егетте армияға оҙатып, өс йыл көтөп алды ҡыҙ. Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп, моряк формаһында ҡайтып төшкән егетте күргәс, ауылдың күп ҡыҙҙары һушһыҙ ҡалғандыр .Педучилище тамамлап ауылға эшкә ҡайтҡан Миләүшәне, егеттең ата әсәһе ҡуш ҡуллап килен итергә әҙерләнде. Яусы ебәрелде, туй көнө билдәләнде, туй күлдәге, балдаҡтар алынды. Тыуған тыумасаларға саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрелде. Ләкин... Кеше яҙмыштарын ҡырҡа бороп ебәреүсе. Ләкин булмаһа доньяла күпме кеше бәхетле йәшәр ине лә һуң. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа тиҙәр. Әгәр был шулай булһа, һәр кем үҙенә бәхетле, матур тормош юлын яҙыр ине. Һәм бәхетһеҙ, емерелгән ҡай ваҡыт фажиғәле яҙмыштар булмаҫ ине. Был минең уйҙарым.
Клубҡа сығып йәштәрҙең бейегәнен ҡарап ҡайтырға теләп Рамаҙан сығырға булды. Миләүшә бөгөн ниндәйҙер йомош менән ҡалаға киткәйне.
Танцевать итеп тә башҡортса ритайым һуғып та арыған йәштәр, аҡ бейеү иғлан ителгәс, һәр бер яҡҡа таралышып бөттө. Рамаҙандың ҡаршыһына икенсе ауылдан ҡунаҡҡа килгән Айгүзәл килеп баҫа. Ҡыҙҙың сибәрлегенә иҫе киткән егет, үҙенең тиҙҙән туйы буласағын да онотоп, ҡыҙҙан ҡалмай оҙатып китә. Егетте тәү күреүҙән оҡшатҡан ҡыҙ, нескә беләктәре менән егеттең муйынынан һығып ҡосаҡлай һәм башҡа ысҡындырмай. Һәр бер матур нәмә үҙенә генә тейеш тип һанаусы ҡыҙ артҡа сигенергә уйламай ҙа. Рамаҙан уныҡы булырға тейеш һәм бөттө. Егет үҙе лә башын юғалта. Улар араһында китаптарҙа яҙылғанса, ялҡынлы һөйөү уты ҡабына. Рамаҙан үҙенең һөйөклө Миләүшәһен онотоп, Айгүзәлдең ҡосағында дөрләп яна. Эйе, егет ысын мәғәнәһендә яна. Үҙе лә яна, йәш, әле аҡылға ла ултырып етмәгән Айгүзәлде лә, тыуасаҡ балаларын да яндыра. Рамаҙан ярһыу йөрәген тыя алмай, күптәр яһаған бер үк хатаны ҡабатлай. Яңы тормош башларға торған ғына мәлдә Миләүшәһенә хыянат итә. Йәш ҡыҙҙың башына етә. Һиҙгер Гөльямал апай тиҙ арала туй үткәреүҙе талап итә. Терһәк яҡын булһа ла, тешләп булмай. Атаһының ҡаршы булыуына, әсәһенең сеңләп илауына ҡарамаҫтан, туйҙы шылдырып тормайҙар. Билдәләнгән көнгә туйға тыуғандар йыйыла. Ауылға күршенән түгел, ә алыҫ ауылдан йәш килен төштө. Шаңҡып ҡалған Миләүшә Рамаҙанға үс итеп уның иң яҡын дуҫына кейәүгә сыға.
Айгүзәл менән Рамаҙандың тормошо һәүетемсә барҙы. Ҡыҙ егетте яратып йәшәһә, ире нисек тиҙ ҡабынһа шулай уҡ тиҙлектә һыуынды, Күгәрсендәр кеүек гөрләшеп кенә йәшәү бәхете тәтемәне йәштәргә. Мыжыҡ, үҙ һүҙле ҡайны әйләнгән һайын киленен өнәмәгәнен белдерергә тырышып ҡына торҙо. Уҫал һәм бупылдаҡ ҡәйнә лә иренән уҙҙырмаһа, ҡалышманы. Нимә генә булһа ла килен ғәйепле ине. Шартылдап тороусы, еңгәләрен өтөп алып барыусы өс бикәскә, Айгүзәл ауыҙ асып һүҙ ҙә әйтә алманы. Иң ғәжәбе ире бер ҡасан да йәш ҡатынды яҡламаны. Ир ҡаҡҡанды мир ҡаға тигәндәр. Улдары өндәшмәгән һайын, атай әсәһе ҡоторҙо. Малды күп көтәләр ине. иртәнсәктән ҡара кискә тиклем, боронғо килендәр кеүек бил бөктө Айгүзәл. Тыуыр сабыйҙар көнө етмәҫ борон үле тыуып тик торҙо. Бала табырға ла эшкинмәгән килендәренә көн тағы ла нығыраҡ бөттө. Әллә күпме ыҙалағандан һуң, бер ҡыҙ һәм бер ул бүләк итеү бәхетенә ирешә ҡатын. Киленде һыйҙырмаһалар ҙа унан тыуған балаларҙы ярата ҡайны ҡәйнә.
Фермала эшләүсе Рамаҙандың ҡайтмай ҡалған саҡтары ла йыш ҡына булғылай ине. Йәшлеге менәндер бер нимә лә һиҙмәгән ҡатын ҡайһы саҡта иренә ҡаршы бара ине. Йылы август кисендә өй араһындағы эштәрен тамамлап, балаларын йоҡларға һалды ла, ҡатын ҡапҡа төбөнә сыҡты. Ире бөгөн дә ҡайтманысы. Ҡапыл йөрәге елкенгән ҡатын ферма яғына югерҙе. Күбә төбөндә йоҡлап ятыусы ирен абайлағас, шаяртырға уйланы һәм икенсе яҡтан урап барып күбә башына үрмәләп менде. Иренең ҡосағына шыуып ҡына төшәсәген уйлап, шаян шым ғына көлөп ебәрҙе. Ире әлбиттә уның шулай шаянланған саҡтарын ярата. Һис шикһеҙ ҡыуанып китер әле. Бер нимәгә ҡарамай, иренең үҙен өҙөлөп яратыуына ышанған ҡатын бәхетле йылмайҙы. Шым ғына көлә көлә, йылп, итеп шыуып та төштө...
Ҡапыл йөрәген ҡаты ҡоршау ҡыҫты. Ҡото осҡан ҡатын, ҡурҡышынан ҡалтыранып имгәкләп ситкә шылды.
Ире яңғыҙ түгел ине. Доньяларын онотоп ятыусы ике әҙәм заттары, өҫтәренә генә килеп төшкән нәмәнән нисек йөрәктәре ярылмағандыр, бер хоҙайға мәғлүм. Ҡатынын күргән ир ярһыны, күҙҙәрен ҡан баҫты. Ҡайҙан эләктергәндер, уныһының янында ғына ятыуын әйт. Сыбыртҡы менән ҡатынын яра һыҙырып ебәрҙе.
- Йөрөмә тинем мин һиңә, артымдан!
Һөйәркәһе ҡоторсоҡ ҡыуаныс менән уларҙы күҙәтте. Хатта яҡламаны ла, бер ғәйепһеҙ ҡатынҡайҙы йәлләмәне лә. Ә ире ажғырып ҡатынды ярҙы ла ярҙы.
Өйгә еткәнсе яра яра алып ҡайтты ул ҡатынын. Ишек алдындағы тауышты ишетеп ятһалар ҙа, ҡайны менән ҡәйнә сығып ҡыҫылыуҙы кәрәк тип тапманылар. Ҡатынын типкеләп арыған ир инеп, өҫтөн дә һалып тормай, карауатҡа ауҙы ла, хырылдап йоҡлап та китте.
Бөтә тәне ҡара янған, алыр ере ҡалмаған ҡатынҡай торорлоҡ көс тапмағандай, ыңғырашып ерҙә ята бирҙе. Ул аңлай алманы тәне нығыраҡ һыҙлай инеме әллә күңелеме? Яңыраҡ ун йәше тулған Йәнгүзәле, шым ғына сығып һығылып илай илай әсәһенә өйгә инергә ярҙамлашты. Һыулы сепрәк менән ҡанлы ерҙәрен һөрткән булды. Алғы яҡта шым ғына мыштырлашҡан әсә менән ҡыҙҙы, ҡайнының асыулы тауышы шымырға мәжбүр итте. Ҡыҙ белә ине, ҡартатаһы менән ҡәртәсәһе атаһынан әсәһен туҡматырға әҙер генә тороуҙарын. Атаһы уянып ҡуйыуҙан ҡурҡып тауыштарын сығармай шым ғына илашты әсә менән ҡыҙ бала.
Рамаҙан Айгүзәлгә оҡшаш булһын тип, ҡыҙына Йәнгүзәл тип ҡуштырғайны исемде. Әсәһенең тере күсермәһе булған ҡыҙыҡайҙы атаһы ла, ҡартатай ҡәртәсәһе лә бик яраталар ине. Бары тик Айгүзәл үҙе генә йөрәген ярып сыҡҡан ғәзиз, ике бөртөк балаһына әсә һөйөүен тейешенсә бирә алманы. Кеше хаҡына үҙеңде ҡорбан итеүҙе ул белмәне. Ғүмер буйына уны ғына яраттылар, маҡтанылар. Ә үҙе башҡалар өсөн йәшәргә тейешлеген уйламай ҙа ине ахры. Доньяла күпме ҡатын ҡыҙҙар ирҙәренән туҡмалып йәшәй. Ә күпмеләре хыянатты ла кисерә, кеше төҫөн юғалтҡан ирҙе лә ир итеп йәшәргә тырыша. Бала хаҡына тип үҙен йәлләмәгән әсәйҙәр бихисап. Әсәй тигән ҡәҙерле кеше аяғында ныҡ баҫып торған осраҡта ғына, бала үҙен терәкле, яҡлаулы итеп тоялыр. Айгүзәлдә ундай һыҙаттар булманы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош алдына ҡуйған һынауҙарҙы еңеп сығырға уның көсө етмәне. Тормош ауырлығын күтәрә алманы. Бөгөлдө. Уның тура юлдан тайпылыуында, бөгөлөүендә Рамаҙандың туранан тура өлөшө барҙыр тип уйлайым. Өйҙә үҙен өҙөлөп көтөп тороусы йәш, сибәр ҡатыны булыуына ҡарамаҫтан, ҡатын ҡыҙ менән шаяра торған холҡон ташлай алманы. Уның менән генә бөтмәне, иң аянысы ҡатынына ҡул күтәреүе ине.
Доньяның бөтмәҫ төкәнмәҫ эшенән, ҡараңғы тормошонан ялҡҡан ҡатын әсәһенә ҡайтып ҡараны. Күп тапҡырҙар ҡайтты. Үҙ тормошо этеп төртөп, саҡ йәшәп ятыусы Гөльямал апай, ҡыҙының ирҙән айырылып ҡайтыуын күҙ алдына ла килтермәне.
-Юҡ! Юҡ! Кеше ни әйтер? Ана, ҡыҙын айырып алды тиһендәрме? Үҙең барҙың, теләһәң нимә эшләп тор, ҡатын әсәһен таныманы.
Кешегә лә ҡыҙының ҡайтып ултырыуын белдермәне.
-Айгүзәлем ҡунаҡҡа килде.
-Ҡайтты, ҡайтты. Кәртә тулы мал, кейәү эшләй. Анауынса доньяны ҡалдырып айлап ята алмаҫ инде.
Ҡыҙының тормошон әкиәттәгеләй матур итеп һүрәтләргә тырышты.
-Ана, Гөлсирә балаһы менән иренән айырылып ҡайтып ултыра. Юҡ. Минең Айгүзәлем матур йәшәй, тип аҙым һайын, осраған берәүгә һөйләне.
Айгүзәл ҡабат ҡайны йортона ҡайтты. Башҡаса ирен баҫтырып йөрөмәне. Ғәжәйеп моңло тауышлы ҡатынды үҙешмәкәр концерттарҙа йырларға йыш ҡына саҡыралар ине. Күңелен йырлап баҫты ул. Шундай ҙа сибәр ҡатын һәм уның күкрәгенән урғылып сыҡҡан моң, күптәрҙең иҫен китерә ине. "Ирәндек" совхозы директоры Нияз Ғирфан улы ла төн йоҡоларынан яҙҙы. Үҙенең бик матур, баҫалҡы ҡатыны Мәрйәме бар, өс улы үҫеп килеүгә ҡарамаҫтан, Айгүзәлде аҙым һайын ҡарауылланы. Һәм тап итте барыбер. Район үҙәгенә йомош менән барыусы ҡатын, автобусҡа һуңлағайны ул көндө. Юл сатында машина көтөп тороусы Айгүзәлде әллә ҡайҙан таныған Нияздың йөрәге терт итеп ҡалды. Ҡыуаныстан ҡулдары менән тубығына шапылдатып һуҡты. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына. Ҡанатланған ир елдереп килеп туҡтаны ла, машина
нан төшөп - Карета подана, мадам! тип ҡылансыҡланып, ҡатындың ҡулын эләктереп үбеп алды. Айгүзәл уның ҡыланышына ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Күңеле күтәрелде. Бик оҡшаны уға был хәл. Ялҡынлы мөхәббәт утында теүәл ун йыл янды улар. Тәүҙә берәү ҙә һиҙмәне, аҙаҡ ауылға имеш мимеш тарала башланы. Тәүҙә һөйләнеләр, аҙаҡ өйрәнделәрме ҡул һелтәнеләр. Иренән туҡмалды, әммә йөрөүен ҡуйманы. Киләсәктә тормошо үҙгәрәсәгенә ышанды. Ҡатынымды айырып һине алам тигәненә ышанды шул. Саҡ ҡына сабыр ит, саҡ ҡына тип алдаштыра торғас йылдар үтте. Ә Мәрйәм? Мәрйәм иренең һәр бер аҙымын белеп торһа ла, өндәшмәне. Сабыр булды. Үҙен тотошлайы менән балаларына бағышланы. Башын баҫып донья көтөүен белде. Айгүзәлде әрләп, ҡарғап та йөрөмәне. Уның ни уйлағанын кеше түгел, ире лә белә алманы. Юҡ, айырманы Мәрйәмде Нияз. Ваҡыт үтеү менән, югәнһеҙ тай кеүек сабыулап йөрөүен ҡуйҙы. Инде малайҙары ла үҫеп ир ҡорона етте.
Нияз менән аралары өҙөлгәс Айгүзәл шешәгә үрелә башланы. Әлбиттә, бергә саҡта ла осрашыу хөрмәтенә һәм башҡа сәбәптәр табып бергә эскеләнеләр.
Юлдан яҙыу өсөн бик аҙ ғына ваҡыт етте. Эсте, урамда ла аунап ятты, кем етте шуға ултырып китеп аҙналар буйы юғалып йөрөнө. Был ваҡытта ҡайны ҡәйнәһе лә, ата әсәһе лә гүр эйәләре ине инде. Эскелек, ата әсәһенең һуғышыу талашыуынан башҡа нәмә күрмәгән балалары ҡалаға сығып киттеләр. Һәр береһе үҙ юнен үҙе күрҙе.
Ҡасандыр, Рамаҙандың ата әсәһе төҙөгән, шаулап торған донья емерелде. Усаҡлыҡ, мунса хатта бәҙрәф тә емерелеп төштө. Ишек алдын ҡый баҫты. Ҡоймаларҙың юҡлығына хан заман. Типһә тимер өҙөрлөк ир, арҡыры ағасты буй әйләндереп һалманы. Ә малды көткән булдылар. Атаһынан ҡалған аттары булды. Ябыҡ, үлмәле һыйырҙар ярым емерек, тишек тошоғонан гөжләтеп ел өрөп торған кәртәлә ни ғиллә менән ҡышты сығалыр.
Әлбиттә, эсеүҙән туҡтап кеше ыңғайына матур ғына йәшәп алған саҡтары ла була уларҙың. Бер ай, ҡайһы ла ике ай туҡтап торалар. Башҡа саҡта быҙауҙар һауған һыйырҙарын һауып, ҡаймаҡ айыртып, ҡатыҡ ойотоп ебәрә Айгүзәл. Һөтө шыйыҡ булһа ла юҡ һымаҡ түгел инде. Доньяһын ялтыратып таҙалап сыға. Гөпөлдәтеп әсе икмәген һала. Әйткәндәй, икмәкте тәмле бешерә ул. Тик эсеү менән мауығып аҙаҡҡы йылдарҙа уңдыра алмай ниңәлер. Һалма йәйеп ҡырҡып ала. Егәрле ул үҙе, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Их, әгәр эсмәһә, нисек яҡшы йәшәрҙәр ине. Башҡа эсмәй генә йәшәйек әле тип һөйләшә улар Рамаҙаны менән. Бер береһенә ант итешеп ҡуялар хатта.
Түбәнән саң ҡойолоп тора, юнәтер кәрәклеген иҫкә төшөрәләр, стеналарҙы һылап матур обойҙар алып йәбештерергә хыялланалар, шағыр шоғор килеп, баҫҡан һайын сыйылдап ятҡан иҙән таҡтаһын күптән алыштырырға ваҡыт. Һәм башҡа бик күп етешһеҙлектәрҙе төҙәтәсәктәренә ышанған ир менән ҡатын, алдағы көндәргә матур пландар ҡороп, яҡты уйҙар менән йоҡлап китте. Сәбәбе сыҡмаһа бәлки шулай көңгөр ҡаңғыр йәшәп кенә ятырҙар ине лә, сәбәбе табылып ҡына тора шул.
Иртәнге сәйҙе эсеп кенә ултырғанда , ауылдың берҙән бер коммерсанты Маһира килеп инде.
- Айгүзәлкәйем, һинһеҙ булмай инде ул. Өмәгә әйтә килдем, көн йылыла өй йыуып алайыҡсы.
Ул баш тартма инде тигәндәй Айгүзәлгә инәлеп ҡараны. Нисек инде кешенең үтенесен кире ҡаҡһын ул? Барырға булды. Ире бармайһың тиһә лә, уның артынан ишек ябылыу менән, ҡатын тиҙ генә матур күлдәген кейҙе, пакетка эш кейемдәрен һалып алды ла, матур баҫып үрге осҡа юрғаланы.
Ул барып етеүгә дүрт биш ҡатын эш башлап ҡына тора ине. Айгүзәл етеҙ генә өҫтөн алыштырып алды ла, ең һыҙғанып эшкә тотондо. Яраталар ине уны әхирәттәре. Егәрле, эшкә сымыры булғаны өсөн бер өмә лә унһыҙ үтмәй ине. Эсәк арытыумы, ҡаҙ йолҡоумы, һарыҡ ҡырҡыумы, өй йыуыумы, эштең иң үҙәгендә Айгүзәл булды. Уның тыуған ауылында өйҙәр аҡлаулы, ә бында нишләптер бүрәнә көйө. Һыламайҙар ҙа аҡламайҙар ҙа. Маһира ауылдың серегән байы булһа ла өйө боронғоса. Йылына бер тапҡыр өмә итеп, ҡырып йыуып сығалар ҙа, шуның менән вәссәләм.
Һөйләшә көлөшә эш гөрләне. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, тиҙ эшләнеләр. Барыһы ла белеп тора Маһира ул яҡҡа ҡаты, эш бөтмәйенсә бер граммда ҡоймай. Шуға ла эш ыраны. Эште бөтөүгә хужабикәнең мунсаһы әҙер ине. Йыуынып сығып ашҡа ултырғас, иң күңелле мәл башлана. Инде эсмәйем тип ант иткән Айгүзәл, тәүбәһен онотоп, йырлай йырлай рюмкә артынан рюмкәне елгәреп кенә ултырҙы. Башҡалар өҫтәлдәге ризыҡты маҡтай маҡтай ашағанда, күп булһа ике өс ҡалаҡ һалма ҡапҡандыр. Шешә күрһә, ашамай эсә торған холҡо бар уның. Хәбәргә әүрәп, оҙағыраҡ ҡоймай торһалар, үҙе һорап эсергә лә тартынмай ул. Шешәне тартып алып, башҡалар берҙе эскәнсә, үҙе икене ҡойоп эсеп тә өлгөрә ул. Барыһынан да алда иҫереп, диванға һөйәлеп ултырған килеш йоҡлап китеүенә лә өйрәнеп бөткәндәр инде.
Хужабикә һыйырҙарын һауып, көтөүгә ҡыуып инеүгә, Айгүзәл тороп, баш төҙәтерлек нәмә эҙләй ине. Барлыҡ эшенә ошо Айгүзәлде йомшаған Маһира унан бер нәмә лә йәлләмәне. Араҡыһын да эсерҙе, артыҡ ризығын да аҡсаһын да бирҙе. Әле лә тып итеп өҫтәлгә бер ярты менеп тә ултырҙы. Уңғаса булмай, баш ауырыу һылтауы менән ҡалған өмәселәр югереп килеп етте. Байрам төшкәсә дауам итте. Ней һыны килептер ,Айгүзәл ҡапыл доньяһын иҫенә төшөрҙө.
- Ҡуй, ҡуй. Ҡайтайым. Доньяһыҙ кеше ҡошап ней, тип һөйләнә һөйләнә ҡайтырға сыҡты. Матур күлдәген кейергә лә онотто, яулығы ҡайҙалыр төшөп ҡалды. Аяғында береһе күк, икенсеһе ҡыҙыл шлепанцы икәнен дә абайламаны, ойошҡан сәсе туҙрап йәлп йөлп атлауын белде. Килә торғас ҡысҡырып йырлап ебәрҙе. Ауылдаштары уның концерттарына өйрәнеп тә бөткәндәр инде. Магазин янындағы өйөлөшөп торған ҡатындарҙы күргәс, ярһып китте:
- Нимә?! Мине сәйнәйһегеҙме?
Айгүзәл йоҙроғон төйөп, һүгенә һүгенә ары атланы.
Бына Нияздың ҙур, бейек йорто. Өҫтәлгә сәй ултыртып йөрөүсе Мәрйәм иренә тәҙрәгә ымланы. Асыҡ тәҙрәнән өйгә урғылып ингән моңдо таныған Нияз, ҡатынының ымын күрмәмешкә һалышты. Гәзитенән айырылып башын ҡалҡытып та ҡараманы ул. Ире ниҙәр уйлап, ниҙәр кисереп йәшәй икән? Өндәшмәҫ Мәрйәмдең эсендә асыу урғылып ҡайнай.
Яратам, алам тип алдап йөрөткән бисара ҡатынға күңелендә йәлләү йәки үкенес тойғоһо бармы икән? Һыуһылыуҙай сибәр ҡатындың ошо көнгә төшөүендә, уның да ғәйебе бар түгелме икән? Ғүмере буйы берәүһен алдаштырып, икенсеһен ирле көйө зар илатып йәшәткән ир, ниҙәр уйлап ултыра икән? Бер ни булмағандай, таҙа, йылы өйҙә, тәмле татлы ашап ҡына, мәрхәмәтле ҡатыны ҡанаты аҫтына боҫоп ултырыусы ирҙе, бәлки, ғәйепләргә хаҡым да юҡты.
Мәрйәм аҙ күҙ йәшен түкмәне. Ир бирмәк, йән бирмәк тигәндәре хаҡ һүҙҙәр. Өс малайҙы атайһыҙ итмәйем тигән булып, үҙенең йәшлеге ирле көйө ирһеҙ үтте. Шуғалыр ҙа иртә ҡартайҙы ул. Өнөн дә сығарманы. Бәлки ташлап ҡына китергә кәрәк булғандыр? Ни ғәжәптер, Айгүзәлгә күңелендә асыу ҙа рәнйеү ҙә һаҡламаны ул. Һуңғы арала мин китһәм, Нияз Айгүзәлде алып торор ине тигән уй уға тынғылыҡ бирмәне. Айгүзәлдең урамдан бауылдап йырлап үтеүе була, Мәрйәмдең йөрәген үкенес бөрөп ала. Нишләп айырылманы икән? Барыбер ирен ғәфү итә алманы бит инде. Бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер итһәләр ҙә, бер береһенә ят кешеләр ине инде күптән. Өҫтөн тәрбиәле тота, ҡәҙерләп ашатып эсерә, бергәләп ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Тормоштары кешесә һымаҡ. Ә арала бер ни юҡ. Һалҡынлыҡ.
Ҡысҡыра һүгенә атлаусы Айгүзәл, ике өс көн элек яуған ямғырҙан һуң, кипмәй ятҡан күләүеккә аяғы тайып йығылды. Торорға маташты, тора алманы, ҡабат ҡоланы. Бысраҡ һыуҙа болғанып ятты ла ятты. Их, саҡ ҡына барып етмәне. Өйөнә еткән ерҙән, ят инде бына хәҙер. Йөрәген әсенеүле һыҙланыу һыҙырып үтте. Нимәлер уйларлыҡ хәлгә етһә лә, торорлоҡ көс тапманы.
Урамда уйнап йөрөүсе ваҡ бала саға, ҡыҙыҡ күреп, шарҡылдап көлөштө.
- Әсәй, әсәй! Ҡарале, Айгүзәл инәй ҡойола аунап ята.
- Сеүегеҙ! Оло кешенән көлмәгеҙ!
Күрше килене балаларын ишек алдына ҡыуып индерҙе лә ҡапҡаны япты. Үҙ алдына:
- Рамаҙан ағай тағы туҡмар инде , тип һөйләнде.
Уның һүҙен дөрөҫләгәндәй, лап лоп атлап ир килеп тә сыҡты, ҡатынын типкеләй - типкеләй, һөйрәкләп алып инеп китте.
Башы сатнап ауыртыуға уянып китте Айгүзәл.
- Уф, аллам! Үләм... Үләм тип ыңғырашты.
Дер ҡалтырап ауырыған ҡатынын йәлләп китте ир кеше. Ҡалай булһа ла, яңғыҙ ҡалғыһы килмәй ине уның. Ҡаршы урамда йәшәүсе Хәлидәләргә югерҙе ул.
Бер яртыны күргәс, Айгүзәлдең күңеленә иренә ҡарата йылы тойғолар уянды.
Икәүләп һөйләшә йырлаша бер яртының бушағанын да һиҙмәй ҡалдылар.
Әл дә һин бар әле, бәхетемә
Әл дә һин бар әле, доньяла.
Ғәжәп, болоттай ҡабарып торған сәстәр, ус аяһындай ғына булып ҡалған; ҡасандыр шаян осҡондар сәскән күҙҙәр, нуры һүнеп, эскә батҡан; күҙ һәм ауыҙ ситтәрен сырыш ҡаплаған. Эсә торғас ҡарасҡыға оҡшап ҡалған Айгүзәлде танырлыҡ түгел ине. Ә моңо юғалмаған ине.
Айгүзәл йырланы ла йырланы. Тауышы әҙерәк ҡарлығыңҡырап сыҡһа ла, матур көйө һаҡланған. Рамаҙандың күҙҙәренән субырлап йәштәре аҡты.
- Бисәкәй, әй, бисәкәй! Нишләп матур итеп йәшәмәнек икән? - ир уфтанды.
Яңы танышҡан саҡтарын, балаларының бәләкәс саҡтағы ҡыҙыҡтарын, тормоштарының яҡшы ваҡыттарын иҫләнеләр. Көлөштөләр.
- Әйҙә, шуның өсөн тотайыҡ, тип инде ҡыҙып алған Айгүзәл тағы шешәгә үрелде. Уныһы бушаған булып сыҡты. Айгүзәлдең ауыҙы иларға әҙерләнгән көйһөҙ баланыҡылай бәлшәйҙе.
Ҡапыл балалары ҡайтып төшһә, тигән уй менән һыуытҡыс төбөндә һаҡланған бер ике киҫәк ите барлығы иҫенә төштө ҡатындың.
Ире ырғып торҙо, ҡана, Хәлидәгә югереп кенә барып киләйем, бисәкәй тип гөрөлдәне ул.
-Берәү әҙ булыр. Бер литр һора - тип торҙо ла ҡатын, туҡта, икәүләп барайыҡ. Һинең һүҙең үтмәҫ.
Итте пакетҡа һалып, ҡултыҡлашып күңелле һөйләшә - көлөшә ҡаршы урамға атланы ир менән ҡатын.
Ҡайтҡас күңелле мәжлес дауам итте.
Иҫереүе етһә, үҙен йәлләп илай торған ғәҙәте был юлы ла ҡабатланды ҡатындың. Үҙенең ниндәй сибәр булыуын, йәш саҡта ниндәй егеттәрҙең артынан йөрөүен, Рамаҙанға килеп яңылышыуын һөйләп сеңләп иланы ла иланы.
- Ҡәһәр һуҡҡыр! Башымды һин генә ашаның! Икенсе кешегә барһам, тормошом һәйбәт булыр ине...
Ҡатынының ҡыланышына йәне көйгән ирҙең асыуы ҡабарҙы.
- Кәнтәй! Нияз ҡалдығы! - ир үкереп өҫтәлгә йоҙроҡлап һуҡты. Күҙҙәре аларҙы. Айгүзәл уға ҡаршы нимәлер тип сәрелдәне. Ире ишетеүҙән уҙғайны. Өҫтәлдең ябыуын һауыт - һабаһы менән һөйрәп төшөрҙө.
-Үҙеңде бел! Һин... - ҡатын әйтеп бөтә алманы, һүҙҙәре өҙөлөп ҡалды.
Ире йыртҡыс тиҙлегендә ҡатынын сәсенән һөйрәп алды ла, башын иҙәнгә бәрә башланы. Айгүзәлдең күҙҙәренән уттар сәсрәне...
Был ысынбарлыҡмы әллә төшмө, ул айырмай ине инде.
Ҡайны - ҡәйнәһе нимә эшләп йөрөй бында?
Аһ, аһ. Әсәһе килеп сыҡты ҡайҙандыр.
Эйййй, былары кемдең бәләкәс кенә бәпестәре икән?
Айгүзәлдең үҙенең үле тыуған сабыйҙары ла баһа...
Доньяның аҫты өҫкә әйләнде. Һәм Айгүзәл ҡараңғы упҡынға осто...
Авторы: Миңзифа Ҡашҡарова.