Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
12 Ноябрь 2021, 18:00

Рәнйемә миңә, әхирәт!

Әллә шул шымтояҡ шылдырҙымы Мәйсәрәнең алтын сылбырын? Улай тиһәң, бығаса уның улай- былай бер шиге лә һиҙелмәй ине лә. Кем белә инде кешене? Уйлап ҡараһаң Вәлимә Мәйсәрәгә нимә өсөн килә? Тиңе лә түгел дә, әҡрәбә тиҙәрме шул шундайҙарҙы. Йөрөй инде эткән-төрткән, төшкән эште эшләшеп. Мәйсәрә үҙе ғүмере буйы колхозда хисапсы булды. Эшенә етди ҡарап, теүәл атҡарҙы Мәйсәрә. Шуға һис "елкәһенә" сығарып, исемгә ҡалғаны булманы. Ә Вәлимә?

“Рәнйемә миңә, әхирәт...” (хикәйә). Миңзәлә Сирғәлина

Йоҡларға урын йәйеп, ғәҙәттәгесә аяҡ- ҡулдарын шифалы сирен төнәтмәһе менән ыуырға ынтылғанда ғына Мәйсәрә уң беләгенең буш булыуын шәйләп ҡалды. Әй әттәгенәһе! Ҡайҙа ғына төшөрҙө икән беләҙеген? Ябай ғына, шәләй- вәләй тимерҙән булһа бер хәл, алтын ғына бит ул! Етмәһә ҡыҙҙарының илле йәшенә тип алып биргән бүләктәре ине.

Ыуанас, суҡынғырың!
Улай тиһәң, Мәйсәрә бөгөн тупһа ашаҡлап бер ҡайҙа ла барманы ла инде? Ишек алдындағы ҡоҙоҡтан бер биҙерә һыу индерҙе лә, шуның менән эше лә бөттө, вәссәләм! Көнө көнмө һуң әле! Йөрөрлөк түгел! Әүәле йәнле әҙәм этен дә сығармаҫ бындай көндә ти торғайнылар бөгөнгөләй пагуҙала. Тыммаҫ шыңшыу быҫҡаҡ ямғыр ҡоя ла ҡоя бит. Етмәһә өшәнес һыуыҡ үҙе.
Шуға эш юҡта эш табып, өй эсендә генә булды Мәйсәрә. Ситке өйөнөң шифонеры башының саңын соҡоп һөртөп ташлаған булды. Аҡ селтәр япмаһы көңгөрт төҫкә инеп саң һырыған яҫтыҡ ябыуын ҡаҡҡылап ҡына ябырға уйлағайны ла, эре биҙәк төшкән сәтин тышлы яҫтыҡтарын ҡосағына алып ҡыҫып, берыңғайҙа күк еҫе килмәйме тип танауына терәп алды ла, булмаһа бер ыңғай ҡуҙғатып, һуҡҡылапҡаҡҡылап алырға булып, иҙәнгә этеп төшөрҙө лә һалды шуларҙы. Эйй, улары ни шуны ғына көткән ме ни! Гөп итеп иҙәнгә төшөүгә һәр ҡайһыһы тиерлек бер - ике урынынан пырх итеп йыртылып та китте.
Әттәгенәһе!
Серерлеге лә бар шул, ни замандан бирле яталар хәҙер улар түрҙә. Туҙһа туҙып та киткәндәрҙер инде, сепрәк түгел тимер тутығып эшлектән сыға. Һөйләнә - һөйләнә, өй тулып йөн туҙғымаҫ борон тип, Мәйсәрә һандығы төбөнән өр-яңы кәпрәндәр сығарып, ауыҙ - мороно менән тиерлек ҡаҙ йөнөнә шөңгөп эшкә сумды.
Шул булды эше бөгөн уның. Көнө буйы яҫтыҡтар менән "ҡосаҡлашып" тик ултырҙы. Һуң, атыу ҡайҙа ысҡынып төштө икән беләҙеге? Тауышланып төшөр ине ябай беләҙек кеүек булһа, был бит сылбырлы (колье). Моғайын да ситке өйҙөң диваны тирәһендә, йә өҫтәл аҫтындараҡ яталыр әле, Мәйсәрә свит яҡтыһында ғына, күҙе үтә етә күрмәһә лә, усы менән ек - йоҡто һәрмәпһыйпап, тубыҡланып вис иҙәнде тентеп эҙләп сыҡты. Бет-һеркә эҙләй ме ни как будты!. Юҡ та юҡ! Әллә энә һабаҡтағанда сисеп һалып оноттоммо тип сынаяҡ сәйнүк араларын да ҡараштырҙы. Унда ла бер ни тапманы. Боронғолар алтын - көмөш юғалыусан ти ҙә һөйләй торғайнылар, әллә ысынлап та шул хәбәр ысынмы икән, тип уйлап та бөттө. Улай тиһәң, ҡаптырмаһы ла ныҡ ҡына ине, күһәктәй Мәйсәрәнең йыуан беләгенән ысҡынырҙыҡ та бушаҡ булманы... Эй, уҙа бара өйҙән сығып уҡ китергә ул затлы сылбырҙың аяғы бармы ни?!
Күп булһа иҙән егенә ҡыҫылып торалыр әле, ойоҡ энәһе алып, бар иҙән ярығын буйлатып һөҙөп сыҡты Мәйсәрә. Ҡый-һай, еп- маҙарҙан башҡа бер нәмә лә эләкмәне энәгә. Арманһыҙ булып сәғәттән ашыу эҙләнде шулай, тик барыһы ла бушҡа ғына булды. Дауна уҡ юғалтҡан тиер инең, бөгөн иртән генә ҡулйыуғаста ышҡып шуны һөрткәнен асыҡ иҫләй. Әллә берәйһе... урланымы икән, тигән уй сыуалды башында. Хөкүмәттең ҡыпшырҙап торған аҡлы-күкле гатауай кәпрәненә дүрт яҫтыҡты биш башҡа итеп ҡойоп, мамығы унан - бынан ҡупырайып сығып, этләндереп -мәсендереп замогын саҡ шыйҙатып ябыуына ғына әхирәте Вәлимә ишек ҡаҡҡайны бөгөн. Әллә...
Әллә шул шымтояҡ шылдырҙымы Мәйсәрәнең алтын сылбырын? Улай тиһәң, бығаса уның улай- былай бер шиге лә һиҙелмәй ине лә. Кем белә инде кешене?. Уйлап ҡараһаң Вәлимә Мәйсәрәгә нимә өсөн килә? Тиңе лә түгел дә, әҡрәбә тиҙәрме шул шундайҙарҙы. Йөрөй инде эткән-төрткән, төшкән эште эшләшеп. Мәйсәрә үҙе ғүмере буйы колхозда хисапсы булды. Эшенә етди ҡарап, теүәл атҡарҙы Мәйсәрә. Шуға һис "елкәһенә" сығарып, исемгә ҡалғаны булманы. Ә Вәлимә? Вәлимә ней прастуй ғына быҙау ҡараусы! Унан ҡала сменщица. Кемдең балаһы ауырыған, йә эсеп эшкә сыҡмаған, ул шунда. Йыртыҡҡа ямау тиһәң дә була.
Ныу үҙе эшкә әрһеҙ! Уныһына һүҙ юҡ! Шуға ла Мәйсәрә үҙенә яҡынлатты бит уны. Колхоз эше менән булып, өй тирәһендәге әкен-сөкөн эшкә өлгөрмәй китһә, шундуҡ яйын табып таҫма телен эшкә егеп Вәлимәне саҡырып та алыр ине. Һарыҡ ҡырҡыу булһынмы, аласыҡ-өй йыуыу эштәре лә, урам тирәһен буяу аҡлау ҙа Вәлимә ҡулына ҡарап торҙо.
Айҙаҡай ғына ул үҙе. Һис ауырһынып, арыным, йә үҙемдең эшем күп, тип инәлтеүҙе белмәҫ йән булды. Мәйсәрәнең эшенә әжер итеп балларының кейгәндән ҡалған кейем һалымын, хатта ҡунаҡ фәләндән ҡалған аш-тәғәмен биреүенә лә һис ытырғанмай риза булып ҡайта ине. Мәйсәрә ише ҡутарғансы расчет алып эшләмәгәс бала сағаһының кейем һалымы ла тартынҡы булғандыр инде. Хәҙер Мәйсәрә күптән хаҡлы ялда. Шулай ҙа өй тирәһендәге эш өсөн барыбер ҙә Вәлимәгә өндәшә. Артыҡ ҡалынайып киткән биле, аяҡ ҡулы ла ғүмеренең буйы ручка тотоп төймә генә тартып ултырһа ла, көс түгеп таш тумырған әҙәмдекеләй итеп һыҙлап яфалай.
Бөгөн дә шул Вәлимә генә инде өйөнә. Һыйыры быҙаулаған да, Мәйсәрәгә ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ иттерәм тип ҡоймаҡ тотоп ингән ине. Мәйсәрәнең күпсеп мамыҡ араһында ултырыуын күргәс, ауыҙы йырылып эшкә зар йөрөгән әҙәмдәй ярҙамға ынтылды. Вәлимә килеп ингәс ней Мәйсәрә бөтөнләй "иркәләп" китте. Тыш-пыш итеп дарыу төймәсектәрен ҡабып ебәрҙе, диван ситенә бер яҫтығын бырғай һалып "ауып" та китте. Дәвлинйәһе ҡалҡты йәнәһе лә! Ғүмер буйы өй тирәһендә вис эш-көшөн эшләшкән Вәлимә ни, шундуҡ дыһырлатып аяҡ теген машинкаһын һөйрәп сығарып, сүре-кәтүген еп менән тултырып, Мәйсәрәнең күрһәтмәһе менән дауарҙы үлсәп бесеп, шыҡылдатып яңы яҫтыҡ тыштарын тегеп тә һалды. Мәйсәрә эстән генә: ялҡауҙың бәхете алдынан йөрөй ти торғайнылар, алай ҙа Вәлимә килеп инеп эшемде һалдырҙы, көнө буйына етер ине аниһа был мәшәҡәт, тип уйлап ҡыуанып та алды.
Эш бөткәс сөкөрләшеп һөйләшеп сәй эстеләр. Вәлимә ҡайтып китте, Мәйсәрә гәзитжурнал ҡосаҡлап төпкө бүлмәнең диванына шөңгөнө. Битенә гәзит ябынып арыуыҡ йоҡлап алған. Һыуыҡһып уянмаһа бәлки оҙағыраҡ та ятыр ине әле. Оҙаҡ яттың тип кемдер әрләр, һүҙ итер тийәһе юҡ, ятһа-торһа бер үҙе хәҙер Мәйсәрә. Ҡыҙҙары дауна эшкинеп, башлы-күҙле булып "осоп" китеп бөттөләр. Ҡыҙҙары китеүе етмәгән, уҙған йыл Ғәлеһе үлеп ҡалды. Бар ғүмеренә алдынғы комбайнер-тракторсы булғайны ире, йүнләп пенсияһын да ашай алманы, яман сир аяҡтан йығып та һалды.
Яманһыу ошондай һөмһөҙ көндәрҙә Мәйсәрәгә. Күңелен бүлмә гөлдәрен тәрбиәләп үҫтереүгә лә һалып ҡарай, ғүмерҙә тотмаған ҡул эштәре менән булышып ҡарай, барыбер эсе бошоп балауыҙ һыға ла ҡуя. Был кистә лә оҙаҡ ҡына илаулап ятты ул.
Былай ҙа китек күңелен бынау алтын сылбыр беләҙегенең юҡ булыуы бөтөнләй уйып соҡоно. Ҡайҙа булырға мөмкин һуң был сылбыр тағы? Әсәй, нишләп беҙҙең бүләкте таҡмайһың, оҡшамай мәллә, тиһә ҡыҙҙары ни тиер икән? Юғалттым тип тә булмай, сисеп торҙом әле, тыным тарығасы, тиер микән?
Улай тиһәң...
Керпек ҡаҡмай уҙған көнөнөң һәр минут секундын теүәлләргә тырышып уяу уҙғарҙы төндө Мәйсәрә. Бөтә шиге тик Вәлимәгә төштө лә торҙо. Үртәлде, көйҙө-янды Мәйсәрә.
Ах, һин ҡара йылан!
Ух, һин шыйтыҡ!
Мин һиҙмәгән әллә нимәләремде ипләп кенә шылдыраһыңдыр әле! Мәйсәрә үҙ вүлеңә эш ҡушҡас та, күҙең төшкән һәр нәмә һинеке тиһең мәллә?! Беләгеңә таҡҡаныңды күреп кенә ҡалайым әле, прәме ҡулыңды шундуҡ сылбыры ние менән һындыра һуғам! Күреп тор, фашламаһаммы, исемем Мәйсәрә әле!
Теш шығырлатып күҙе алдына Вәлимәнең ғәйепле йөҙҙә баҫтырып улай ҙа, былай ҙа ҡаҡҡылап һуҡҡылап ҡамсыланы ла ярғыланы яттан Мәйсәрә. Тик нишләптер Вәлимә уның әр - битәренә йылмайып ауыҙ йырып ҡарап тик торғандай күренде. Әллә юрамал үртәр өсөн шулай күренәме, Мәйсәрә аңламаны.
Икенсе көн иртүк һыҙлаған аяҡ быуындарын да иҫләп тормаҫтан һикертә баҫып тороп, урын ерен дә йыйыштырмай, йәһәтләп бер сынаяҡ сәй һемерҙе лә, ҡултыҡ аҫтына бер прастуй яулығын ҡыҫтырып Мәйсәрә ноҡотсо Хәтижә ҡарсыҡ йәшәгән йортҡа табан йүгерәнләне. Йорт тиһәң хәтер ҡалыр, тауыҡ кетәгенән саҡ ҡына оло булған, балсыҡлап һылаулы, ул-был мөйөшө аҡлы өйҙә йәшәй ул ҡарсыҡ. Мәйсәрәнең оло кәүҙәһе бер ишек булып өйгә ҡапланғас, урындыҡлы ишек төбө ҡараңғырып киткәндәй тойолдо.
Балауай таҡтанан эшләнгән артһыҙ эскәмйәгә һығылдыра барып артын терәгән ҡатынға һораулы тексәйеп яҡынайҙы Хәтижә әбей. Кем килһә лә, ҡасан килһә лә, шул бер үтенестәре инде уға. Ноҡот һал әле инәй, бигерәк тә хаҡ әйтәң тиҙәр бит һеҙҙе, ти ҙә торалар. Ышанғаны ышанып киләлер инде, ышанмағаны юҡтың көнөнәндер бәлки, ҡайҙа барып, кемгә өндәшеп ҡарарға белмәй аптыранып киләлер тип йәлләп бүлә шуға әбей ноҡотто. Әгәр ауырыҡһынып торһа, ҡыйын булһа ла йомошсоһоноң үтенесен кире бора.
Бөгөн ул яҡшы тоя ине үҙен. Мәйсәрәнең үтенесе буйынса буй юрғандар ябыулы урындыҡ өҫтөнә ҡырҡ бер ташлы ноҡотон һибеп, болғап болғап тартып та ебәрҙе серле таштарын.
— Ээй, ҡыҙым! Бер ҡайҙа ла китмәгән бит эҙләгәнең. Мына, нигеҙеңдә төшөп тик тора. Йөрәгең уйҙы, юл да төшмәй үҙеңә. Өйөңдә ул, яҡшылап эҙлә. Табаһың!
— Һуң, инәй! Эҙләнем бит! Юҡ! Ай - һай берәйһе...
— Мәйсәрә ҡыҙым! Аҫтындағын алты ай эҙләгән, тигән мәҡәл бар беҙҙең халыҡта. Кешенән күрерҙән алда вис өйөңдө тентеп ҡарап сыҡ. Ғәйеп тағыуы ҡыйын булмаҫ ул, ә бына бинахаҡты күтәреп йөрөгәнгә ауыр булыр. Язаһы ла үҙеңә була бит ул саҡта... Бына, өс тапҡыр ҙа бер иш төшә. Өйөңдә ул, өйөңдә...
Йәмшәйеп бөткән әбейҙең өйөңдә ул өйөңдә тип кенә әйтеүен яратмайыраҡ ҡайтты Мәйсәрә. Анһат та инде өйөңдә тип әүрәтеү, шәп булғас әйтергә ине өйҙөң ҡайһы ерендә икәнен дә.
Вәт анда әйтер инем...
Өмөтһөҙ шайтан тиҙәр. Был көнөн дә буштан бушҡа ек-йоҡ соҡоп эҙләнеп үткәрҙе ул. Ауыҙ эсенән мөңгөрләй һөйләнә яттан Вәлимәһен әрләне.
Әәә, алтынды ҡулға төшөрҙөм тип ҡыуанып ятаңдыр әле бәлким. Тороп тор әле! Иртә ҡыуанма! Исемем Мәйсәрә булмаһын үсемде алмаһам!
Эйелеп эҙләнеүҙән ҡыҙарып биртенгән йөҙөнә тағы ла йәмһеҙлек өҫтәгән яулыҡ ситенән өтөрәйеп сыҡҡан сәстәрен дә йыймай оло кәлүешен эләктереп, күлдәге өҫтөнән еңел көпәтәй генә кейеп, кис ҡырын түбән осҡа табан йән фарман барыусы оло йәштәрҙәге ханым ул Мәйсәрә ине.
Мәйсәрә килеп ингәндә Вәлимә урамдағы утлыҡсанан табағы менән бешкән һөт күтәреп сығып килә ине. Ярһыуын һынына сығарып былай ҙа терәү таяу менән генә тура баҫып торған ҡапҡаны шартлата ябып туп тура Вәлимәгә ҡаршы атланы ярһыу ҡатын. Һаумы-шәпме юҡ, шундуҡ:
— Йәә! Алтын беләҙекле бисәкәй! Бир бында минең биҙәүесте! – тип йән көсөнә аҡырҙы.
Аптырауҙан бәлйерәп төшкән Вәлимә саҡ табағын ҡулынан төшөрмәй хәл айышын аңлай алмай улай былай өйрөлдө.
— Ни тигән һүҙең? Ниндәй алтын? Аңлатһаңсы хут...
— Хәҙер! Көтөп тор! Үҙ малымды үҙем аңлатып һорап алыр тиһеңме?! Кисә булдыңмы миндә, булдың! Яҫтыҡ тышын кейҙерешкән булып ултырҙыңмы, ултырҙың! Вәт шул арала, минең ауырыҡһынып торғандан файҙаланып беләҙегемде урлағанһың һин. Юҡ тип әйтәлмаҫһың! Хатта ноҡотсо Хәтижә әбей ҙә ымды һинең яҡҡа һалды. Һул битендә һыңғар миңле берәү урлаған тип әйтте кисә. Вәт! (Әлбиттә, быны Мәйсәрә үҙе уйлап сығарҙы)
Утлыҡсаға кире индереп табағын ҡуйып сығыуҙан башҡа сара тапманы Вәлимә. Берсә усы менән һул битендәге миңен һыпырып, Хәтижә әбей әйткән бурҙың үҙе булыуына шөпһәләнде.
— Мәйсәрә, антым-шинтым тырнаҡ осондай ҙа ғәйебем юҡ һинең алда. Ни ҡушһаң шуны эшләнем, ни бирһәң шуны алдым, әммә сит әйбергә һис ҡасан йоғонманым.
— Ни тигән һүҙең был, ә?
— Юҡ бит миндә сылбырың.
— Ғөмөрө лә алтын көмөш тип ҡыҙыҡманым, таҡҡаным да булманы...
— Тағыр инең дә ууул! Әллә ҡайҙа олаҡтырып һатып ебәргәнһеңдер әле, мәскәй! Ғүмере йәлсемәнең, бынан былай ҙа йоҡмаҫ һиңә мал! Мә! Ҡиәмәтлек һеңлем итәм тип биргән күлдәклек дауарың! Бүтән тупһама ла баҫып йөрөйһө булма, ас ҡарға! Ошоғаса ашап кейеп, хәҙер хәлдән тая башланы был бисә тип шылдыра башланыңмы минең әйберҙәрҙе. Килеп сыҡмаҫ! Ҡыҙҙарымдың хәләл көсө менән һатып алынған беләҙек тә һиңә йоҡмаҫ! Тамағыңа тығылһын! Муйыныңа сырмалып быуылып ят!
Туйтанлата баҫып ҡапҡаға еткәнсе аҡлы күкле ҡарғыш яуҙырып барған Мәйсәрә артынан эйәрергәме, әллә урынында тик торорғамы белмәй аптырауҙа ҡалды Вәлимә.
Нахаҡ бәлә күтәргәнсе ҡайнар һыу ҡойонһа ла лутсыраҡ булыр кеүек ине. Тән яраһы тиҙерәк төҙәлер һымаҡ тойолдо. Урам уртаһында ятҡан әле генә Мәйсәрә йән көсөнә ергә атып бәргән күлдәклек дауарҙы саҡ эйелеп алып баҡса рәшәткәһенә элде лә, ҡулына ни алып ни ҡуйырға, ҡайһы эшкә барып тотонорға белмәй баҙап ҡалды. Урам буйында Мәйсәрәнең һаман мөңгөрләп барыуы, осраған һәр кемгә Вәлимәне фашлауы күҙ алдына килеп тәне эҫеле һыуыҡлы булып китте.
Нисек ул бур түгеллеген аңлатырға? Өйҙө тенте тип булмай, әле генә һаттың инде тип ҡуйҙы бит.
Һыҙып ҡына сыҡҡан ҡайнар күҙ йәштәренә ирек биреп суҡалталағы түмәр башына барып ултырҙы.
Эх... Хәленән килһә Мәйсәрәнеке ише беләҙек һатып алыр ҙа ине, берҙе түгел хатта икене өстө, мә, ал, тығын алтындарың менән, миңә нахаҡ бәлә яғып йоғонаһы булма башҡа тип әйтер ине. Мәйсәрә аптырар ине, уныҡы ише беләҙек донъяла берәү генә түгеллегенә инанып, Вәлимәнең дә шул затлы әйберҙе алырлыҡ хәле булыуына аптырап баҙап ҡалыр ине лә, өнөн ябыр ине. Юҡ шул Вәлимәнең ундай хәле. Осон осҡа ялғап балаларын кеше итте, бар ғүмеренә эскән ир менән ғүмер итеп бер мандый ҙа, баш ҡалҡытып кеше араһына сыға ла алманы. Бөгөн килеп бынауы бур исеме тағылыуы ла ниндәй ғәрлек! Хаҡ булһа бер хәл, һыңғар ҡалағына ла тейгәне булманы бит Вәлимә Мәйсәрәнең.
Буҙлап-буҙлап илаған Вәлимәнең күҙ йәштәрен бер кем белмәне лә, күрмәне лә. Уның бур түгеллегенә тик Хоҙай ғына шаһит ине
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ҡунаҡ ашымы, аятмы, хатта мәйет тәрбиәләү өҫтөндә лә Мәйсәрә яйы килгән һайын үҙен аҡҡа сығарып Вәлимәне яманлап, бур ҡушаматы менән һөйләп йөрөр булды. Ауыл бит, мал-тыуар ҙа аҙашып бер нисә көн юғалып тороуы була. Шундай осраҡта ла: "күп булһа Вәлимә индергәндер, гурыдта кейәүе ит менән заниматса итә ти бит, яйҙап шылдыра инде бынан, аниһа ҡәйнәһен һылыу тип ураған һайын килә тиһегеҙме?"- тип утҡа май ғына һирпер булды.
Шөпһәләнгән әҙәм дә Мәйсәрәгә ҡуштан булып Бур Вәлимә тип хәбәр һалды. Һуғым ашына, кейәү сәйенә әйтһәләр ҙә, Вәлимә һәр саҡ табын артында Мәйсәрәнең булыу булмауын һорашып, һаҡ йөрөнө. Ҡалҡынып үҙенең бур булмауын бер нисек тә иҫбат итә алмай ине шул.
Законды ныҡ белгән Мәйсәрә бар ғүмерен урынды ерҙә эшләп үткәргәс әш-көш кешеләре күптер, тағы ла ҙурыраҡ яла яғырҙар тип ҡурҡты. Боҫоп ҡына йәшәүгә күсте ул. Шымды. Ысынлап та май урлап тотолған бесәйҙәй ҡыланды. Мәйсәрәнән башҡа ҡатышҡан әхирәттәренең ҡыланыштарынан да шикләнеү һиҙгәндәй булды Вәлимә. Иркенләп асылып һөйләшер, эс серҙәрен бүлешер бер кем таба алмай хиталанды. Былай ҙа үтә асылып бармаҫ ҡатын бөтөнләй үҙ донъяһына бикләнеп үҙ ҡаҙанында ҡайнап көн күрҙе.
Ә Мәйсәрә оҙайлы йәшенеп йөрөгән бурҙың елкәһенән тотоп ысынбарлыҡҡа сығарғандай тантана итте.
Ҡыҙҙары: әсәй, ҡуй әле шул бер нух заманындағы беләҙегеңде һөйләүең. Онот та ҡуй лутсы, киләһе юбилейыңа һыңғар ғына түгел, ҡашлы ҡуш беләҙек алып бирербеҙ бик теләһәң, тиһәләр ҙә, ҡуямы ни бер өйрәнгәс. Әмәле сыҡҡан һайын һүҙен Вәлимәгә тоҫҡап, юғалған сылбырының ҡиммәтлелелгенә барып бәйләнер булды.
Аҡтан пак Мәйсәрә ауылдың бер осонда, яманатлы ямғара Вәлимә икенсе урам осонда шулай бер береһен юл менән урап-урай ғүмер һөрҙө.
Урау боролоштарһыҙ, соҡор-кәйелтәһеҙ юл булмаған кеүек, шыма ғына барған тормош һуҡмағы ла булмай шул. Мәйсәрәгә яңғыҙ үҙенә ауылда йәшәү ауырға төшә башланы. Ҡыштың ҡыш буйы утын йөкмәп индереп мейес яғыу, сасҡау һыуыҡтарҙа мунса йүнәтеү ҙә үҙәгенә үтте. Инәлтмәне, әсәй кил беҙгә тип ҡул болғаған ҡыҙына тағылып ҡалаға ҡышларға китте. Ғүмер буйы донъя көткән нигеҙе ни тиклем йәненә ҡәҙерле булһа ла, Мәйсәрә ҡалаға һыйынды.
Төндәрен илап уянғаны, йоҡо алмай уйҙарында ауыл ҡыҙырған саҡтары ла йыш ҡабатланды. Һәр өйҙө күҙ уңынан үткәреп, һәр ауылдашының йөҙөн хәтерләп маташһа ла, Вәлимә әхирәтенең өйө тәңгәленә етһә шундуҡ уйын икенсе урамға ҡыуып йүгертә ине. Күрә алмаҫлыҡ хәлдә ине ул уны. Теге юлы бушҡа сәсен йолҡоп сапсып сыҡмағанмын үҙен тип үкенеп тә бөткәйне.
Ә Вәлимә өсөн Мәйсәрәнең ҡалаға китеүе билгеле лә булманы. Ишетмәне лә, һорашманы ла бер кемдән уның хаҡта.
Ҡаза ла һорап килмәй шул. Ваннала йыуынам тип ингән Мәйсәрә шунда тайып йығылып ултырышын ныҡ ҡына имгәтте. Шул көндән яфалы көндәре башланды уның. Дауахананың ҡаҡ карауаты бар тәнен һыҙлатып та һыҙлатты.
Һөйәк дөрөҫ уңалғансы бер килеш кенә ятырға ҡушҡан врачҡа ла асыуы ҡабарҙы. Көн дә укол, көн дә система. Бар тәне ойоп ҡына һыҙлаған Мәйсәрә ауылдағы өйөндә ятҡан күпмә өҫтөндә йоҡлауҙы хыял итте. Шау мамыҡ тултырылған дауахана яҫтығына баш терәй алмай һыҙланып сираттағы бер төнөн уҙғарғас ҡына, өлкән врачтан өй яҫтығын алдырырға рөхсәт алды. Уныһы ла саҡ саҡ ыҡҡа килде. Тик тышлығы дауахананыҡы булһын, тип иҫкәртте.
Шундуҡ телефон аша фарман биреп Мәйсәрә ауылдан үҙ яҫтығын алып килергә саҡырыу һалды. Асылмаҫ сер, эҙһеҙ юғалтыу булмағандай Мәйсәрәнең ошоғаса ауыҙ һыуы ҡороп маҡтаған әммә юғалған сылбырлы беләҙеге яҫтыҡ тышлығын алмаштырған саҡта таш иҙәнгә шып итеп килеп төштө.
Һыңғар аяғына ла баҫып ҡалҡына алмай ятҡан Мәйсәрә өсөн иҙәндә ятҡан беләҙеккә күҙ һалыу мөмкин дә түгел ине. Санитарка ҡыҙҙың сылбырҙы ҡалҡытып Мәйсәрәгә күрһәтеп:
— Это ваше? – тигән һорауына ҡабаланып баш һелкте лә, аҙыҡ-түлек тумбочкаһына алып һалған теге сылбырҙан күҙен алмай тексәйҙе.
Эх һин, Мәйсәрә! Күрәләтә нахаҡ рәнйеттең бит Вәлимәне. Әллә шул рәнйеш ҡөһөрөмө һинең шулай ятыуың?
Баш аҫтынына йомшаҡ үҙ яҫтығы ятһа ла Мәйсәрәне йоҡо алманы. Үртәлеп көйөп үҙенең алабарман булыуына үкенде. Ҡасан дауаханан сығыры ла, йүнәлеп үҙ аяғында атлап китер көнө лә билгеһеҙ уның.
Ярым кеше көнлө булып түшәктә ятҡан ҡатындың иң төп теләге хәҙер Вәлимәнән ярлыҡау һорауға әйләнде. Тамаҡтарын тейәп әсәһе янына көн дә йүгереп килгән ҡыҙына яңы бурыс йөкмәтте Мәйсәрә. Нисек тә булһа ауылдан Вәлимәнең телефон номерын эҙләп табып алып килергә.
Оҙаҡ эҙләнмәне кәрәкле номер. Мәйсәрәнең теле осонда тик бер һүҙ уралды, нисек тә Вәлимәнән ярлыҡау һорарға, бинахаҡ рәнйетеүҙәренә ғәфү үтенеү. Донъяға зарҙап, карауатҡа бәйле кеүек ятыуҙарын тик Вәлимәнең ғәфү итәм тигән һүҙе генә еңеләйтер кеүек тойолдо. Кәрәкле һандарҙы йыйып ҡолағына телефонды терәгән ҡыҙының күҙҙәренә текләп хәҙер теге оста ишетеләсәк таныш тауышты ҡорһаланып ашҡынып көттө. Бик оҙаҡ барҙы гудок. Ниһайәт кемдер алды трубканы. Мәйсәрә ҡапыл да тамағы төбөнә тығылған төйөрҙө йота алмай өҙөлөп бер аҙ торғас ҡына, һәр ваҡыттағыса сәләм һаумыһыҙ туп тура үҙ һүҙен әйтергә ашыҡты.
— Вәлимә, әхирәт, был һинме? Мин Мәйсәрә... Ней, ҡара әле, кем... әхирәт...кисер мине хыялыйыңды, сылбырлы беләҙегемде таптым бит...бына бөгөн. Рәнйемә бер үк...ғәфү ит, – тип ҡалтыраулы тауышта саҡ иламай һүҙен еткерҙе.
Теге оста бер аҙ тынлыҡ тора биргәс:
— Мәйсәрә апай, ғәфү үтенеүегеҙҙе еткерә алмаҫбыҙ инде, беҙҙең әсәй аҙна элек кенә беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте бит, – тип һыңҡылдап илау ишетелде. Мәйсәрә ишеткәненән шаңҡып һалҡын тиргә батты ә ҡулынан ысҡынып төшкән телефон һәм алтын сылбыр беләҙек дауахананың таш иҙәненә сыңҡ итеп төшөп ятты.
Күҙ йәштәре аша ярлыҡау һорап инәлгән Мәйсәрәнең һүҙҙәрен Вәлимәнең рухы ишеттеме лә, кисерҙеме уныһы бер кемгә лә билгеле булманы.
 
 
 
Рәнйемә миңә, әхирәт!
Рәнйемә миңә, әхирәт!
Автор:
Читайте нас: