Нисек хафаланыуҙан ҡотолоп, үҙеңде яҡшыраҡ аңларға?
Кешенең драмаһы нимәлә икәнлеген һәм уны дауалау өсөн ниҙәр талап итлеүен аңлаған данлыҡлы психоаналитик Зигмунд Фрейд кәңәштәре
Кеше йәненә ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләр ҙә, һис шикһеҙ, бала саҡта кисергән психик драмаларға бәйле. Шуларҙы барлап сығығыҙ һәм һауығырғыһыҙ.
Кеше үҙен кисәге көндәге үҙе менән генә сағыштыр ала. Һәм бөгөн башҡаларға ҡарағанда түгел ә нәҡ кисәге үҙегеҙҙән генә яҡшыраҡ блырға тейеш.
Һин көстө, үҙ-үҙеңә ышаныуҙы ситтән эҙләйһең, ә уны бары үҙеңдә генә эҙләү шарт.
Невроз – ул билдәһеҙлекте тыныс кисерә алмау
Мөхәббәттә бер-береңде йәлләү кәрәкмәй, был ситләшеүгә генә килтерәсәк. Әгәр ҙә ауырлыҡтар бар икән, уларҙы еңеп сығырға кәрәк.
Үкенескә күрә, баҫылған хис-тойғолар үлмәй,. Уларҙы бары өндәшмәҫкә мәжбүр иткәндәр. Шуға ла эстән кешегә йоғонто яһауын дауам итәләр.
Тормошта бер нәмә лә осраҡлы рәүештә килеп сыҡмай, һәр нәмәнең төп сәбәбе була.
Ниндәйҙер кимәлдә беҙ бәхет тип атаған төшөнсә оҙаҡ ваҡыт ҡәнәғәтләндерелмәй килгән ихтыяждың ҡәнәғәтләнеүенән барлыҡҡа килә.
Әсәһенең ысын, эскерһеҙ мөхәббәтен татыған кеше бөтә ғүмере дауамында үҙен еңеүсе итеп тоя, үҙ көсөнә ышана һәм уға уңыш йылмая.
Үҙен яратҡандарын аңлаған кеше ысын мәғәнәһендә ҡыйыу һәм үҙ-үҙенә ышаныусан була.
Депрессия – ул туңдыралған ҡурҡыу тойғоһо.
Кешеләр ысынбарлыҡты ҡәнәғәтләндерерлек түгел тип уйлшай шуға ла хыялға бирелеп, уларҙың тормошҡа ашыуын күҙ алдына килтерә. Көслө шәхес был хыялдарҙы ысынлап та тормошҡа ашыра. Көсһөҙҙәр үҙ донъяһында йәшәй бирә һәм уның фантазияһы төрлө ауырыуҙар симптомына әүерелә.
Үҙ-үҙеңә алдамау – иң яҡшы күнекмә.
Һәр ваҡыт эш менән мәшғүл кешегә эшһеҙ кешеләр килмәй. Ҡайнап торған көршәккә себендәр яҡынламай бит.
Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу ғына кешене бәхетле итә...
Йәсминә Сафина әҙерләне.