Хикәйә.
Әсәһе әхирәткә күскәндә Ләйләгә ете генә йәш ине. Бөгөнгө кеүек күҙ алдында: урам, ишек алды, өй эсе тулы кешеләр. Ҡыҙ үҙҙәренә был тиклем күп кеше килгәнен хатта хәтерләмәй ҙә... Улар үҙ-ара шым ғына һөйләшәләр.
Оло инәйҙәр түрле-башлы йүгерештеләр... Өйгә ҙур карыта индереп ҡуйып, һыу тултырҙылар... Һыу индерҙеләр, һыу сығарып түктәләр, икенселәре аҡ төҫтәге тауарҙан әллә нәмә тектеләр... Һөтлөккә, күрше Ғәйшә инәйҙән ҙур суйын алып килеп, аш һалып ебәрҙеләр, ике-өс самауыр сәй ҡайнатырға ҡуйҙылар...
Шулай байтаҡ ҡына ваҡыт мәж килеп алғандарынан һуң, бер мәл әйләнә-тирә тынып ҡалды. Ләйләне өләсәһе етәкләп, өйгә алып инде. Түр яҡта, аҡҡа төрөлөп ҡапланған нимәлер ята. Кеше ятҡанға оҡшаған. Ҡыҙ аптырап китте. Ниңә урындыҡта ятмай икән ул?.. Урындыҡ буйлап оло йәштәге олатай-өләсәйҙәр теҙелешеп ултырғандар. Ләйлә өләсәһе менән инеп ултырғас, ауыл муллаһы оҙаҡ итеп көръән уҡыны. Аҡ төргәктең бер баша асыҡ. Унда кемдер ятҡанын шәйләп алды ҡыҙ. Урындан торорға ярамағас, ятҡан кешенең йөҙөн асыҡ ҡына күрә алманы. Мулла доға уҡып бөткәс:
-Хәҙер, мәрхүмә менән хушлашырға ла мөмкин, - тине.
Кешеләр яй ғына атлап, баштарын түбән эйгән килеш, мәрхүмә менән хушлашып урамға сыҡтылыр. Шул ваҡыт өләсәһе Ләйләнең ҡулынан алып:
-Әйҙә, ҡыҙым, һин дә әсәйең менән хушлаш! – тине.
Ҡыҙ аңлап етмәне. Тирә-йүненә ҡарап әсәһен эҙләне, тик тапманы.
-Һин әсәйең китте тигән инең бит. Киткән кеше менән нисек хушлашырға? Ул күптән икенсе планеталаҙыр инде, әсәйем үҙе шулай тип әйткәйне...
Ләйләнең әсәһе йыш ҡына дауаханала ятып, дауаланып сыға торғайны. Һуңғы тапҡыр дауаханан ҡайтҡас ҡыҙ :
-Әсәй, мин йоҡлап киткәнсе, минең эргәмдә ятып тор әле, - тип янына саҡырып алды. Мин ҡурҡам, йоҡлап китә алмайым. Һин башҡа дауаханаға ятма, йәме! Өйҙә генә дауалан! – тип, ҡыҙ әсәһенә һыйынып, уның ҡулдарынан тотоп, тыныслап йоҡлап китте.
Әсәһенең дауаханан ҡайтҡанын оҙаҡ ҡына көтөргә тура килһә лә, бына, әсәһе ниһәйәт өйҙә, ул уның эргәһендә һәм башҡа бер ҡасан да, ҡыҙ уны үҙен генә дауаханаға ебәрмәйәсәк. Уға күптән былай тыныс һәм йылы булғаны юҡ ине.
Әсәһе йәшләнгән күҙҙәрен ҡыҙынан йәшерергә тырышып:
-Ярай, ҡыҙым, ярай! – тине бышылдап.
Ләйлә оҙаҡ йоҡламаны, уянды. Әсәһенең янында ятҡанын күргәс:
-Әсәй, миңә әкиәт һөйләле! Һинең миңә күптән әкиәт һөйләгәнең юҡ...
-Әкиәт? Ә нимә тураһында тыңлайһың килә?
-Минең турала... Минең һәм үҙең тураһында.
-Ярай, тик саҡ ҡына уйлап алайым да, йәме...
Рәйхана нимә тураһында һөйләргә белмәй, байтаҡ ҡына баш ватып ятты. Әүәл, үҙе, ҡыҙы белгән әкиәттәрҙе бергә ойоштороп, әүәләп, өр яңы әкиәт уйлап сығара торғайнылар. Бындай әкиәттәрҙе Ләйлә лә ярата. Йыш тыңлаһа ла биҙмәй, сөнки улар һәр ваҡыт та бер төрлө башланып китһә лә, бөтөнләй икенсе төрлө, матур бөтә. Ҡыҙ үҙе лә әкиәттәр уйлап сығарырға әүәҫ. Ваҡиғаларҙы үҙе теләгәнсә үҙгәртә алыуы оҡшай... Был арала әсәһе фекерен туплап:
-Йә, тыңла, ҡыҙым, минең әкиәтем беште, - тине әүәлгесә мөләйем тауыш менән.
-Һөйлә! – ҡыҙ арҡаһына ятып, түбә таҡтаһына төбәлде. Ул шулай, әсәһе һөйләгәндәрҙе йәнһүрәт итеп ҡарарға күнеккән.
-Борон-борон заманда түгел, ә беҙҙең көндәрҙә йәшәгән ти бер бәләкәс кенә ҡыҙ. Уның әсәһе һәм атаһы булған ти. Улар бик татыу, матур йәшәгәндәр. Ҡыҙҙары мәктәпкә уҡырға төшөргә әҙерләнгән, әсәһе йорт-ҡура эштәре менән булған, ә аталары урман ҡырҡырға йөрөгән, - тип башлап китте ул. Ҡыҙ:
-Әсәй, әсәй, хәс беҙҙәке кеүек, ивет?! – тип шатланып ҡулдарын сәбәкәйләне ул.
-Эйе!.. Шулай йәшәгәндәр ти былар... Уларҙың өйҙәре ауылда иң матуры, йорт-ҡура алдары иң таҙа, ҡыҙҙары иң һылыу, аҡыллы, аталары иң уңғаны атай булған, ти...
-Ә әсәләре иң-иң-иң... Ундай әсәй башҡа бер кемдә лә булмаған, - ти, ивет әсәй?..
-Эйе, ҡыҙым, эйе!..- әсә ҡыҙының төймәләй генә танауынан, йомшаҡ ҡына итеп үбеп алды.
-Шунан, әсәй, шунан нимә булған? – тип ҡыҙ әсәһен ашыҡтырҙы. Әсә нисек дауам итергә белмәй...
-Берҙән-бер көндө уларҙың әсәләре дауаланмай торған бер сир менән ауырып китә. Уны дауалар өсөн ете генә бөртөк алһыу төҫтәге, ете тажлы сәскә кәрәк булған, тик ул сәскә был яҡтарҙа үҫмәгән. Быны күрше ауылдағы күпте белгән, күп ҡаты ауырыуҙары аяҡҡа баҫтырған әүлиә инәй әйткән, ти. Ләйлә:
-Әсәй, бәлки һиңә лә шул алһыу төҫтәге сәскә ярҙам итер? Атай бит урман-ҡырҙарҙа күп йөрөй, алып ҡайтһын, - тип тороп уҡ ултырҙы. –Беҙҙә булмаһа, икенсе яҡтан эҙләһен...
-Атайың миңә алып ҡайтыр ул, ҡыҙым, ә бына теге ҡыҙҙың атаһы алып ҡайта алмаған, тапмаған.
-Шунан, әсәй?
-Шунан ҡыҙым,.. – әсә фекерен туплай алмай... - Мин бик арып киттем шикелле, әйҙә, аҡыллым, иртәгә һөйләп бөтөрөрмөн, тине.
-Иртәгә тиклем оҙаҡ, әсәй, нисек бөткәнен генә әйт исмаһам!..
Рәйхана эсендә йөрөгән, күп тапҡырҙар һөйләргә ынтылып, һөйләнмәй ҡалған бер серен иҫенә төшөрөп:
-Ҡыҙым, һин хәҙер ҙур булдың, быйыл мәктәпкә бараһың. Һиңә әйтһәм дә була.
Беләһеңме, үҫкәнем, был донъяға кешеләр оҙаҡҡа килмәй. Ваҡытлыса ғына. Сабый булып тыуа, үҫә, ә мәле еткәс китә. Китә лә башҡа ҡайтмай. Киреһенсә бында ҡалғандар, киткәндәр артынан китә. Улар унда осрашалар һәм башҡа бер ваҡытта ла айырылышмайҙар... Аңланыңмы?..
-Юҡ, аңламаным, ә ҡайҙа китәләр?
-Күктә, аҡ болоттарҙан да өҫтә, ай-йондоҙҙарҙан да юғары икенсе планета бар, ана шунда. Унда кешеләр бик бәхетле йәшәйҙәр. Яманлыҡ һәм сир-сорҙар ҙа юҡ. Тик унда бөтә кешеләрҙе лә алмайҙар, ә иң-иң яҡшыларҙы ғына... Унда эләгер өсөн бик тәртипле, тәрбиәле, һәйбәт кеше булырға кәрәк, аңланыңмы?
-Эйе, аңланым, әсәй, тик беҙ бергә китербеҙ йәме: һин, мин, атайым...
-Ярай ҡыҙым, ә хәҙер йоҡлайыҡ!
Ҡыҙ оҙаҡ ҡына үҙ уйҙарына сумып ятҡандан һуң, хыялдарына сумып, йоҡлап китте.
Иртән күҙҙәрен асһа, әсәһе янында юҡ, өй тулы кеше... Ләйлә:
-Өләсәй, әсәйем ҡайҙа? – тип мыжыны, өләсәһе ейәнсәрен алдына алып ултыртып, тыныс ҡына тауыш менән:
- Әсәйең китте, ҡыҙым, - тине.
-Ә ниңә мине лә алып китмәне? Беҙ кисә бергә китербеҙ тип һөйләшкән инек бит.
-Белмәйем, ҡыҙым, был турала ул миңә өндәшмәне.
Ҡыҙ урамға сығып йүгерҙе.
-Әсәйем мине алданы, ул мине яратмай, - тип һарай башына менеп, бесәнлектә ҡапланып, үкһей-үкһей иланы. Күҙенән һуңғы бөртөк йәше сығып бөткәнсе, күңеле һыуһыҙлыҡтан кибеп ҡатҡансы... Аҙаҡ арҡаһына әйләнеп ятты ла, төпһөҙ күкте күҙәтә башланы. Әсәһе уны ҡалдырып ҡасҡан планетаны табырға тырышты. Тик тапманы. Әсәһенә ҡаты үпкәләп, эсенә йомолоп, кис еткәс кенә төштө ул һарай башынан. Өйгә инде һәм ҡәҙимге урынына ятмай, урындыҡтың икенсе башынан урын алды. Бынан кире ул һәр ваҡыт шунда йоҡланы.
Йылдар үтте, Ләйлә буй етте, мәктәпте тамамлап юғары уҡыу йоротона уҡырға инде, уҡып бөтөп кейәүгә сыҡты, улы тыуҙы. Шул арала бер тапҡыр ҙа әсәһен иҫенә төшөрмәне. Донъяһы бер төҫлө йәмләнеп, талғын ғына аҡты ла аҡты. Моғайын һаман да шулай дауам итер ине, көтмәгәндә тормош иптәше юл фәжиғәһенә эләгеп вафат булды. Кәләшен, улын ҡалдырып китте. Уларҙы яратмағанлыҡтан түгел, ә әсәһе әйтмешләй, мәле еткәндер. Шул ауыр көндәрендә Ләйлә, теге ваҡыт, әсәһе киткәс, бесәнлектә тәгәрәп ятып илағандағы кеүек, иҙәнендә тәгәрәп йөрөп, үкһеп иланы.
Ул шунда:
-Кешеләр был донъянан үҙ теләктәре менән түгел, ә ваҡыттары еткәнлектән киткәненә инанды. Ә ул ғүмере буйы әсәһенә үпкә һаҡлап йәшәне... Хәйер уға әсәһе үлем тураһында йыш булмаһа ла, һөйләй торғайны. Моғайын ул үҙенең иртә китерен белгән һәм ҡыҙын шуға яйлап ҡына әҙерләгән. Ә ул, ете йәшлек сабый, ҡайҙан аңлаһын инде?..
Башта әсәһе, хәҙер ире... Тик ниңә шулай иртә? Улы мәктәпкәлә төшөп өлгөрмәне бит әле. Ни өсөн мин яратҡан, мине яратҡан кешеләр шулай иртә, мине ҡалдырып китәләр? Бит улар мине яраталар! Мин дә!..
Йома көдө Ләйлә улын эйәртеп мәсеткә юлланды. Хәҙрәткә әсәһе рухына бағышлап доға уҡыуын һораны. Әсәһе әхирәткә күскәненән алып беренсе тапҡыр...
-Балалыҡ йүләрлегем менән хаталанғанмын. Мин ғүмерем буйы, аңламай, иртә киткәне өсөн әсәйемә үпкәләп йөрөнөм. Ғәфү итә алманым. Уның минең алда бер ғәйебе лә юҡ. Ә бөгөн ул мине ғәфү итһен өсөн доға уҡыуығыҙҙы һорайым, - тип үтенә Ләйлә.
-Ғәфү ит мине, әсәй, мин һине ғәфү иттем!
Авторы: Миләүшә Ғәйфуллина
Фото - socioforum.su